«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
АҠСАЙ
+  - 


Көҙ аҙағы ине. Ергә ҡырпаҡ ҡар төшкән. Көндәрҙән бер көн, октябрь байрамы алдынан, улым, ҡыҙым һәм кейәүем Өфөнән ҡунаҡҡа килеп төштөләр. Йүгереп сығып ҡаршы алдыҡ. Сумкалар, ҡатырға ҡумта, тағы әллә ниндәй ваҡ әйберҙәр индереп, иҙәнгә ҡуйҙылар. Ҡунаҡтарҙы ҡаршылап, ул-был иткән арала күстәнәскә тигән әйберҙәр араһынан ниндәйҙер сәйер тауыш ишетелгәндәй булды. Тора-бара сәйер тауыш сыйылдауға, унан һулҡылдауға күсте. Шул ваҡыт ҡатырға ҡумтаны астылар ҙа, эсенән ап-аҡ, күҙҙәре ҡап-ҡара бәләкәй генә көсөктө сығарып: "Бына, атай, һиңә тыуған көнөңә", - тип ҡулыма тотторҙолар.
Йоп-йомшаҡ йән эйәһен яҡтыға тотоп ҡарағас, көсөктөң урам алабайы түгеллегенә төшөндөм. Бармаҡ йөҙөндәй генә ҡолағы теп-текә үрә торған. Ә күҙҙәре… Эре ҡара ҡарағаттай ике күҙе туп-тура миңә ҡарап тора. Аҡ йомғаҡ ҡулымдан төшөргә тулай башлағас, иҙәнгә ҡуйҙым. Шыуғаҡ ҡаты иҙән өҫтөндә ул үҙенең ҡайҙа булыуын белергә теләп, ян-яҡҡа башын борғолап еҫкәнде. Үҙе шым ғына һулҡылдап сыйылдай, әммә атлап китергә һаман да баҙнат итмәй. Өйҙәгеләрҙең барыһының да күҙе көсөктә. Бына ул ятҡан еренән торҙо. Тәмле еҫ килгән аш бүлмәһе яғына башын һоноп, сыйылдау аша өрөп тә ебәрҙе. Өйҙәге барлыҡ балалар уны эләкләп, көсөккә ҡушылып өрөргә керештеләр. Ул дүрт аяғына баҫҡас та уң яҡ һыртына тәгәрмәс кеүек бөгәрләнгән бәләкәй генә ҡойроғона, төлкө тәпәйҙәренә оҡшаған алғы аяҡтарына, етдилеген раҫлап алға табан ҡарап торған текә ҡолағына, йәтеш кәүҙәһенә ҡарап, Себер өрәгәсе - лайка тоҡомло көсөк икәнен аңланым. Ул сама менән бер ярым - иң күбеһе ике ай тулыр-тулмаҫ йәштә. Уның сыйылдауы асығыуы һөҙөмтәһе икәнен аңлап, үҙҙәре көсөк кеүек кенә ейәндәрем уға төрлө аҙыҡ тәҡдим итә башланы. Кемдер кәнфит, кемдер алма, кемдер печенье бирә. Ләкин ул был аҙыҡтарҙы үҙ ғүмерендә еҫкәп тә ҡарағаны булмағас, тәғәмдәрҙән башын ситкә бора. Көсөккә һөт ҡойғас, уның өҫтөн әҙ генә еҫкәне лә, бәләкәс кенә теле менән супылдатып эсә башланы. Тимәк, еҫкә бик һиҙгер буласаҡ, тип үҙемсә һығымта сығарам. Беҙҙең башҡортта эт ҙурмы, бәләкәйме булыуға ҡарамаҫтан, уны өйҙә тотоу ғөрөфкә яуап бирмәһә лә, ғаиләне ауырлыҡ менән ризалаштырып, көсөккә бер мөйөшкә ҡатырға ҡумтанан йылы итеп өй эшләп бирҙем. Ейәндәрем был мәсьәләне хәл итергә ҙур ярҙам күрһәтмәһә, ул тышта, һыйыр бүлмәһендә урын алыр ине. Ҡапыл минең башыма ҡайҙандыр уға исем дә килде. "Аҡсай, Аҡсай" тип хатта ҡысҡырып ебәрҙем. Был исем бөтәбеҙгә лә оҡшаны. Йомшаҡ ҡына ап-аҡ мамыҡҡа төрөнгән аҡ көсөк шул көндән "Аҡсай" исемен алды.
Яҙға тиклем ул үҙенең ҡатырға ҡумтаһында йәшәһә лә, өй башынан тамсылар тама башлағас, Аҡсайҙы ҡапҡа эсенә сығара башланым. Беҙ иртә менән эшкә китәбеҙ, ул өйҙә ҡала. Төшкөлөккә кем өйгә алдан ҡайта, уны тышҡа сығара. Унда Аҡсай ҡойма аша үрмәләп килеп ингән күрше бесәйҙәрен баҫтыра. Ағас ботаҡтарына ҡунған турғайҙарға өрә. Ә тегеләре элек күренмәгән был мәхлүктең ҡайҙан килеп сығыуына аптырап, үҙ-ара сипылдашалар ҙа сипылдашалар. Бигерәк тә уға ҡаршылағы тауҙа ҡайынлыҡ араһында оя ҡора башлаған һайыҫҡандың ризаһыҙлығы ҙур. Көн һайын килә лә, йә һарай, йә мунса ҡыйығына ҡунып, Аҡсайға ҡарап шыҡырлай ҙа шыҡырлай. Аҡсай ҙа буш ҡалмай. Һайыҫҡанға ҡаршы ултырып ала ла сәңкелдәй ҙә сәңкелдәй тегегә. Ахырҙа, һайыҫҡан ялҡа, буғай. Осоп китә.
Бер көндө Аҡсай күршенең йәш бесәйен баҫтырып, алма ағасына мендергән. Кискә тиклем тегене ҡарауыллаған, төшөрмәгән. Ағас төбөнә ултырып сәңкелдәгән дә сәңкелдәгән. Ахырҙа, хужаһы килеп, бесәйен ҡотҡарып алып ҡайтҡан. Аҡсайҙы бигерәк тә ҡапҡа эсендә үҙен тик ул ғына хужа итеп тотҡан ҙур божор әтәс яратманы. Тауыҡтары менән һарай алдында ҡуҡырайып йөрөгән әтәс, көсөктөң ҡапыл күтәрмә өҫтөнән һикереп төшөүен күреү менән башын аҫҡа эйеп, ҡанаттарын һалбырата биреп йүгереп килеп уға ташлана. Тәүге һөжүмгә Аҡсай ҡаршы тора алманы. Үҙ ғүмерендә бер тапҡыр ҙа күрмәгән был ҡуҡырай дошмандан суҡылыу менән, сай ҙа сой килеп, күтәрмә аҫты тишегенә инеп китте. Әтәс маҡтанып, ҡуҡырайып, атаҡ та атаҡ булып тауыҡтары янына киткәс тә әле, Аҡсай йәшенгән урынынан сыҡмай, байтаҡ ултырҙы.
Көндәр йылынғас, Аҡсайҙың өйгә ингеһе килмәй башланы. Күтәрмә аҫтын үҙ итте. Ҡатырға өйөн шунда сығарып ҡуйғас, бигерәк иркенләне. Ҡапҡа эсендә йөрөр өсөн ул иң алда солан аҫты тишегенән башын ғына сығарып, "Божорҙо" ҡарай. Божор сүплектә йә мал-тыуар араһында йөрөһә, сыҡмай. Алғы аяҡтарына башын һалып, күкрәгенә һөйәлеп ята ла Божорҙоң һарай эсенә инеүен көтә. Әммә уның Божорҙан ҡурҡып, артҡа аттар янына сабып сығыуы көн һайын уңышлы үтмәй. Божор уны йә һарай ҡапҡаһы аша, йә мөйөш аръяғынан күреп ҡала ла, ҡанаттарын төшөрөп, Аҡсай артынан төшә. Ҡыуып етә алһа, өҫтөнә һикерә, типкесләй, суҡый. Ҡобараһы осҡан Аҡсай сайылдап-сайылдап йә кире солан аҫтына, йә аттарҙың аяҡ аҫтына кереп ҡотола. Божор аттарға яҡын уҡ бармай. Ә Аҡсай аттарҙы үҙенең яҡлаусыһы итеп белә. Бигерәк тә ул Ҡарағош исемле атымды, уның инәһе Зинка ҡушаматлы оло бейәне ярата. Ниңәлер, ул һыйыр-һарыҡтарға бик үк һырығып бармай. Ә Ҡарағош менән Зинканың аҫтында уҡ йөрөй, аяҡ бәкәлдәрен ялап-ялап ала. Аттар уны тибеп осормай.
Яҙ етеп, шаулы ташҡын ташты. Малайҙар эшләп элгән ояларға сыйырсыҡтар ҡунды. Малдар тау битләүҙәренә сыҡты. Аҡсай ҙа Ҡарағош менән Зинка артынан ҡалмай. Көнө буйы улар менән ҡырҙа йөрөй. Сысҡан, йомран ояларын ҡаҙып маташа. Әммә дәрте булһа ла, дарманы юҡ. Сөнки тырнаҡтары үҫеп, ҡатып өлгөрмәгән, ҡанап интектерә. Ҡау үләнен ашап туйғас, аттар арҡаларын ҡояшҡа ҡуйып торған килеш юшай. Аҡсай ҙа шул тирәлә үлән араһына һуҙылып ятып йоҡлай. Йылҡы малында һәр көн ҡайтыу ғәҙәте булмаһа ла, Ҡарағош менән Зинка, кис булдымы, өйгә ашыға. Иң алда ҡойроғон тәгәрмәсләндереп Аҡсай юрта. Ул асыҡҡан. Уның артынан һуҡмаҡҡа лап та лоп баҫып ерән Зинка бара. Ә иң артта Ҡарағош атлай. Зинка менән Ҡарағош ҡайтмаҫ та ине - уларҙы тәмле һоло көтә.
Ҡайтҡас, эсе күптәйгәнсе Аҡсай ҙа ашай. Туйһа ла, бутҡа тәгәсен таҙартҡансы ялай. Унан һуң ҡойроғон төшөрә биреп, Божорға ла иғтибар итмәй, аттар янына сыға. Сыға ла, аттарға төнгөлөккә һалынған бесән аҫтына, уҫтыҡҡа кереп ята. Шулай йәй үтте. Аҡсай үҫте. Көҙгә, август айына, ун бер айлыҡ булды. Божор менән Аҡсай араһындағы мөнәсәбәт тә уның файҙаһына үҙгәрҙе. Уға һигеҙ ай тулды тигәндә, Божорҙоң нәүбәттәге һөжүме уның өсөн бик уңышһыҙ булды. Аҡсай, Божорҙоң һөжүменә яуап итеп, уның типке аяғын, ҡанатын, муйынын тешләп, йөндәрен туҙҙырҙы. Ҡото осҡан Божор, атаҡ та атаҡ итеп, һарай эсенә ҡасып ҡотолдо. Башҡаса ул Аҡсайға һөжүм итергә баҙнат итмәне. Уны күрһә, башын күтәреп, тауыҡтарына ҡушылып ҡытҡылдап, уны ҡарашы менән генә оҙатыр булды.
Август урталары, бесән осоро етте. Меңъяпраҡ, клевер-туҡранбаш, аҡтамыр, төлкө ҡойроғо сәскә атты, беште, һоло тәлгәшләнеп һөтлө булып баш ҡоҫто. Аттарҙың береһен егеп, икенсеһен эйәртеп, бесән күбәләргә йөрөйөм. Артыҡ ҡабаланмай, ат тартырлыҡ итеп, көн һайын 12, хатта 15 күбә өйәм. Аттар рәхәтләнеп туғайҙа ашай, эҫелә ағас аҫтында күләгәлә ял итә. Аҡсай ҙа беҙҙең менән бесәнгә йөрөй. Бесәнлек бер йылда ла ҡоромай торған ике йылға шырлығы уртаһында урынлашҡан. Йылға башы, күп шишмәлектәрҙе ҡушып, шырлыҡ эсендә ҙур батҡыл яһай. Унда түбәлектәр, ваҡ ҡарағайлыҡ - теркелек бар. Шырлыҡ эсен элек-электән төрлө ҡыр хайуандары үҙ итте. Йәй көндәре мышы, ҡыр кәзәләре, ҡабан да керә. Ял итәләр. Хатта даими йәшәүсегә лә әйләнәләр. Шырлыҡ ситендә - селдәр, теркелек араһында һуйырҙар оя ҡора.
Күбәләр өйөлөп бөткәс, уларҙы эҫкерткә һалышырға улым ҡайтты. Бесәнгә бишәүләп йөрөй башланыҡ. Ике ат, Аҡсай һәм беҙ. Һуңғы кәбәнде өйгәс, ял иттек. Һәр төрлө тормош ҡытыршаларын һөйләшеп, оҙаҡ ултырҙыҡ. Ҡояш Оло Урал армытына һәлпәйә биреп, "Уй таш" тауының ҡаялары өҫтөнә килеп менде. Көн кискә ауышты. Аҡсай беҙгә иғтибар итмәй. Шырлыҡ эсенә кереп йә селдәрҙе осора, йә һыуға төшкән ҡыр кәзәләрен саңҡылдап өрөп Түсәй тауына баҫтырып алып китә. Ҡайҙалыр һыу булып, балсыҡҡа буялып, телен һәлберәтеп оҙаҡ йөрөп килә. Унан һуң ҡойроғон бер туҡтауһыҙ болғап, йылы ғына йомшаҡ теле менән битте, ҡулды ялай. Әйтерһең дә, бөтә ҡиәфәте, уйы "Ҡурҡмағыҙ, мин уларҙы йыраҡҡа ҡыуҙым, хәҙер килмәҫтәр", - тигән кеүек.
Августың был көндәрендә ун биш көнгә ҡош-ҡортҡа һунар асылды. Ҡайтыр алдынан сел йәки ҡор атып алырға ниәтләндек. Аҡсайға ла һынау булыр. Үлән араһына төшкән ҡошто табып бирер. Шулай уйланыҡ та, улым шырлыҡтың төньяғында ситтәрәк үҫкән ҡарағай аҫтына ултырырға ҡарар итте. Ә мин ҡуйылыҡты урап, ҡаршы яғынан инәм. Улым Аҡсайҙы бәйләп, үҙе менән алып китте. Сөнки мылтыҡ уның ҡулында. Ә мин ағастарға һуғып, еңел генә тауыш бирер өсөн метр ярымлыҡ таяҡ ослап, ҡулға тотоп алдым. Ҡуйылыҡ эсенән минән ҡурҡып осҡан ҡор, һуйыр нәҡ тә улым ултырған ҡарағайҙар өҫтөнән осоп үтергә тейеш. Иҫәп шулай. Атып төшөрһә, бер ҡаҙан һурпа була. Осоп, ситкәрәк төшһә, Аҡсайға эш. Ул табып бирә. Шырлыҡты урап, аръяғына сыҡҡайным инде. Ҡапыл әле генә мин сыҡҡан кисеүҙә һыу шапылдағандай булғанға боролоп ҡараһам, йән-фарман сабып Аҡсай килә. Минең янға килеп еткәс, шатлығынан сыйылдай, бер туҡтауһыҙ ҡойроғон болғай, аяҡтары һыу, батҡаҡ тип тормай, тәпәйҙәре менән күкрәккә баҫып, битте ялар өсөн өҫкә һикерә башланы. Шулай уның менән иркәләшеп, шырлыҡ ситенә килеп еттек. Ҡапыл ул шаярыуҙан туҡтаны. Етдиләнде. Башын күтәреп, шырлыҡ яғын еҫкәне лә, сабып эскә кереп китте. Күп тә үтмәне, минән уңдараҡ эстә саңҡылдап-саңҡылдап өрә лә башланы. Тәүге уйым шул былды: терпе тапҡандыр, шуның менән булышалыр. Әммә тауышы бер урында түгел. Йомарланған терпегә бер урында ғына өрөр ине. Ә был йә ары, йә бире китеп өрә. Ниндәйҙер йән эйәһен абалағандай ҙа тойола. Ҡыр кәзәһе булһа, күптән сығып ҡасыр ине. Ә абалау, саңҡылдау бер туҡтауһыҙ ян-яҡҡа китеп дауам итә. Әммә өрөү тауышы йыраҡ китмәй. Шул тирәлә өйөрөлә лә сөйөрөлә. Енот йыраҡ ҡаса алмай. Әллә шуны табып абалаймы икән, тип тә уйлайым. Улай тиһәң, енот бит, өҫтөнә үлемесле ҡурҡыныс баҫты икән, үлгән булып ята ла һис ҡыбырламай. Хатта тын алышы ла һиҙелмәй. Йән эйәһенең тәбиғәтендәге ғәжәйеп күренеш был. Енот та түгел был, тип уйлайым. Ул булһа, өрөү майҙаны бәләкәй булыр ине. Әллә һеләүһенме икән? Ә ул һаҙҙа, шырлыҡта ни эшләп йөрөй? Ғәжәп түгел. Ҡоралай бәрәсен йә ҡуян һағалап йөрөгәндер.
Төрлөһөн уйлайым. Әммә әле урынымда тик торам. Эскә инһәм, Аҡсай абалаған йәнлекте ҡурҡытып ҡасырырмын да, уны мәхрүм итермен, тип уйлайым. Әйҙә, күрһен. Әйҙә, өйрәнһен… Тора биргәс, ҡәтғи һығымтаға киләм. Аҡсайҙың йөрөп өрөүенең майҙанына ҡарап, уның ҙур йәнлекте абалағанын төшөндөм. Мышылыр был быҙауы менән, тигән ҡарарға киләм. Эт быҙауға, ә мышы эткә ташланалыр, тигән уй нығынды. Хә-ҙер үк быларҙы бер-береһенән айырырға кәрәк, тигән уй менән эскә, ҡуйылыҡҡа йүнәлдем.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru