«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҠУРАЙ ДАНЫ - БАШҠОРТ ДАНЫ УЛ
+  - 


Иртәгә, 10 октябрҙә, Башҡортостанда Ҡурай көнө билдәләнә. Ә ҡурай башҡорт өсөн - сакраль төшөнсә. Беҙ - уны, ул беҙҙе данлай, күтәрә. Ҡурай сәскәһе республика гербына һәм флагына төшөрөлгән, Ҡурайсылар союзы, Дәүләт ҡурайсылар ансамбле, Башҡорт милли музыка ҡоралдары оркестры булдырылған, Октябрьский ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге Республика Ҡурай байрамы, Йомабай Иҫәнбаев исемендәге республика ҡурайсылар конкурсы, район һәм ҡалаларҙа Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Әҙеһәм Исҡужин һәм башҡа билдәле ҡурайсылар исемендәге бәйгеләр үтә. Күп урында ҡурайға һәйкәл ҡуйылған. Ҡурай һәм ҡурайсы... "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле солисы, ҡурайсы Юлай Ҡасимов менән әңгәмәлә ҡурай һәм ҡурайсы булыу серҙәрен асырға тырыштыҡ.

Юлай, әйҙә, һөйләшеүҙе танышыуҙан башлайыҡ. Ҡайҙанһың, ҡайһы ырыу вәкилеһең, нисек ҡурайсы булып киттең?

- Сығышым менән Йылайыр районының Үрге Сәлим ауылынанмын. Беҙ - түңгәүерҙәр. Тамырҙарым Мәҡсүт батырға барып тоташа. Мәҡсүт батыр 1735-1740, 1755 йылдарҙағы ихтилалдарҙа Түңгәүер ырыуын яуға күтәреүселәрҙең береһе булған. Атайым - Ринат Хуббухужа улы, әсәйем - Гөлбанат Сәлимгәрәй ҡыҙы. Ғаиләлә ике бала үҫтек. Апайым Азалия бөгөнгө көндә Өфө янындағы Тимашев ауылында йәшәй. Өс бала тәрбиәләйҙәр. Өйләнгәнмен. Хәләл ефетем Наҙгөл Ейәнсура районы Ибрай ауылынан. Шиғырҙар яҙа, әле китабы сығыу өҫтөндә. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондында хеҙмәт итә. Ул тәрбиәләйбеҙ. Уға өс йәш, исеме - Самрау. "Ғаилә" тип аталған шәхси башҡорт балалар баҡсаһына йөрөй.
Башланғыс синыфтарҙа тыуған ауылымда уҡыным. Әсәйем беренсе уҡытыусым булды. Артабан күрше Матрай урта мәктәбендә белем алдым. Туғыҙынсыны тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһына юлландым.
Ҡурай ҙа тормошома Матрайҙа уҡығанда килеп инде. Унда Йылайыр балалар сәнғәт мәктәбенең филиалы эшләй ине. Милли музыка ҡоралына һөйөү уятҡан остазым Ғәлим ағай Монасипов булды. Матрай үҙенең билдәле ҡурайсылары менән данлыҡлы ул. Ғәле ағайҙы билдәле ҡурайсы Нурғәле Мирғәле улы Кейекбирҙин уҡытҡан, ул Сибай институтына күскәс, эшен үҙе дауам итте. Минең математика уҡытыусым Шәүрә Абдулхай ҡыҙының улы Марсель ағай Сәйетов ҡурайсы булараҡ дан ҡаҙанғайны шул саҡта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙа юҡ инде. Илшат ағай Солтангәрәев, Азамат ағай Асаиновтар ҙа республикала киң билдәле. Уларҙың барыһы тураһында ла Ғәлим ағай һоҡланып һөйләр ине.
Ә районыбыҙҙан күпме данлыҡлы ҡурайсылар сыҡҡан: Ишмулла һәм Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Азат ағай Айытҡолов, Рөстәм Шәрипов, Фәнүз Сыңғыҙов һәм башҡалар. Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған ауылы Үрге Смаҡ Хәйбулла районына ҡараһа ла, ул - түңгәүер ҡурайсыһы. Шуға уны ла үҙебеҙҙеке тип һанайбыҙ. Сөнки түңгәүерҙәрҙең ҡурайҙа үҙҙәренә генә хас уйнау йолаһы бар.
Ғөмүмән, Матрай - таланттарға бай ауыл. Төрлө саралар сағыу концерт программаһы менән үтте һәм әле лә шулай үтә. Бейеү ҙә, йыр ҙа шулай уҡ юғары кимәлдә алып барыла. Мин дә ошо мөхиттә ҡайнаным, ҡурай менән сәхнәгә сыҡтым.

Түңгәүер ҡурайсыларының үҙҙәренә хас уйнау традициялары бар, тип әйтеп киттең. Ул ниҙә сағыла һуң?

- Ырыу көйҙәрен генә алһаҡ та, ныҡ айырыла. "Дәлеү Ғәйшә" түңгәүер гимны дәрәжәһендә йөрөгән элек. Унан башҡа "Турат сағылы", "Ҡырҡты кәкүге", Ишмулла Дил-мөхәмәтовтың репертуарынан "Таштүре", "Һайра, һайра, һандуғасым" көйҙәрен беҙ мотлаҡ башҡарабыҙ. Әлбиттә, башҡалар ҙа уйнай уларҙы. Аллаға шөкөр, ҡурайсыларыбыҙ бик күп, һәм һәр райондың, ырыуҙың - үҙ көйҙәре, үҙ башҡарыу үҙенсәлектәре, үҙҙәренең ҡурай мәктәбе. Шул уҡ ваҡытта һәр ҡурайсы айырым шәхес, ижадсы икәнен дә оноторға ярамай.

Ҡурай һинең өсөн нимә ул: музыка инструментымы, илһам сығанағымы, әллә хеҙмәт ҡоралы ғынамы?

- Ҡайҙа эшләйһең, эштәр нисек бара, тип һорау ғәҙәтебеҙгә ингән. Ҡурайҙа уйнауҙы мин эш һымаҡ күрмәйем. Беҙ, музыканттар, яратҡан һөнәребеҙ менән шөғөлләнәбеҙ, шәхес булараҡ үҫешәбеҙ, шунан килем дә алабыҙ. Иң элек ҡурай - ул минең юлдашым. Ун өс йәшемдән, ҡулыма тәүләп алғандан алып, тормош елдәре ҡайҙа ғына ташламаһын, ул гел янымда. Әрме сафында хеҙмәт иткәндә лә үҙем менән булды, студент саҡта төрлө эштәрҙә йөрөргә тура килде, унда ла ҡурайҙан айырылманым.



Төптән уйлағанда, был - тәрән мәғәнәле фәлсәфәүи һорау. Һис шикһеҙ, ҡурай - ул илһам сығанағы. Күңел торошоноң төрлө саҡтары була, нәҡ шул мәлдә эске торошоңа тап килгән көй уйнап алыу көс бирә, уйҙарыңды яйға һала. Ҡурайсылар союзы ағзалары, айырым ҡурайсылар менән ҡырға ҡурай йыйырға сығабыҙ көҙгөһөн. Ул да - бер матур йола. Үләндән ҡурай эшләп уйнап ебәреү - рух күтәрелеше биргән үҙе бер мөғжизә. Бер ҡор булып, түңәрәкләп ултырып аралашып, көйҙәр тарихы тураһында һөйләшеп, ҡурай эшләү процесы көслө хис-тойғолар уята.
Ғөмүмән, ҡурай минең тормошомда ғәйәт ҙур урын биләй, уны, эш ҡоралы, тип әйтергә тел дә әйләнмәй. Ҡурай - минең рухи донъям, тоғро дуҫым, серҙәшем.

10 октябрҙә республикабыҙҙа Ҡурай көнө билдәләнә. Ҡурай борондан киң танылыу алған. Данлыҡлы ҡурайсылар йәш быуынға оҫталыҡ дәрестәре биргән, уларҙы тәрбиәләгән, үҫтергән. Шул рәүешле башҡорттоң даны булған музыка ҡоралы юғалмаған, беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән. Совет осоронда ла һәүәҫкәрҙәр, Ғата Сөләймәнов, Әҙһәм Исҡужин кеүек энтузиастар уны күтәрмәләгән. Хәҙер милли музыка ҡоралыбыҙ дәүләт яҡлауы аҫтында. Ҡурай сәнғәтенең бөгөнгө торошон нисек баһалайһың?

- Ысынлап та, Ғата Сөләймәнов, Әҙһәм Исҡужин - оло шәхестәр. Уларға ныҡ ауырға төшә. Ул саҡта республикала ҡурайсылар бармаҡ менән генә һанарлыҡ булған, дәүләт ярҙамы тураһында әйтәһе лә түгел. Әҙһәм Исҡужинды йыш иҫкә ала уҡыусылары. Һыуыҡта ҡулдарын өшөтөп, бер ҡосаҡ ҡурай тотоп килеп етә торғайны Өфө интернат-мәктәбенә, тип һөйләгәндәрен ишеткәнем бар. Ғата Сөләймәновҡа килгәндә, ул - сәнғәт училищеһында тәү башлап ҡурай класы аса. Ниндәй генә ҡаршылыҡтар аша үтмәгән был юлда. Көслө кешеләр булған улар, ҡурай сәнғәтен үҫтереү идеяһына табынып алға барғандар.
Ғата Сөләймәновҡа ҡурайға уҡытыу планын эшләргә ҡушалар. Ваҡыт бик ҡыҫынҡы була, ул уны ике-өс көн эсендә флейтаның уҡыу планына таянып эшләй һәм Мәскәүҙә уңышлы яҡлай. Ҡурай класы асыла, ләкин уҡытыу нигеҙен классик музыка ҡоралдары тәшкил иткән бай тарихлы училище мөхите үләндән ҡырҡып эшләнгән ҡурайҙы ҡапыл ғына ҡабул итмәй. Кәмһетелгән үгәй бала урынында була ул тәүҙә. Уҡырға килгән егеттәрҙән көләләр, хатта бармаҡ төртөп мыҫҡыл итәләр. Уларға ҡурай намыҫын яҡлап һуғышырға ла тура килә. Шундай осорҙо кисерә махсус уҡыу үткән дипломлы тәүге профессиональ ҡурайсылар быуыны. Ағайҙар уны лайыҡлы үтә. Өфө сәнғәт училищеһында ҡурай класы 1971 йылда асыла, һәм ул быйыл ошо октябрь айында үҙенең 55 йыллығын билдәләй.
Ул ваҡыттағы менән хәҙергене сағыштырырлыҡ та түгел - арала ғәйәт ҙур үҫеш юлы ята. Мостай Кәрим ана шул ауыр ваҡытта: "Етер ваҡыт, ҡурайсылар смокингтарҙа, матур костюмдарҙа ҙур сәхнәләрҙә оркестр менән ҡушылып уйнар", - тигән. Бөйөк шағирыбыҙ әйткән ана шул заманға килеп еттек тә инде. Ҡурайҙың дәрәжәһе, абруйы хәҙер ғәйәт ҙур һәм юғары, тип уйлайым. Дәүләт тарафынан Ҡурай көнө булдырыу ҙа быға бер миҫал ғына.
Ауылдашым, билдәле тарихсы Азат ағай Ярмуллин, архив документтарын күтәреп, Йомабай Иҫәнбаевтың тыуған көнө 10 октябргә тап килеүен асыҡланы. Йәғни ул 1890 йылдың 10 октябрендә донъяға килгән. Ҡурай көнөн дә 10 октябрҙә билдәләйбеҙ. Ошо тап килеүҙә лә ниндәйҙер хиҡмәт ята.
Эйе, ҡурайҙы милли ҡиммәтебеҙ булараҡ яҡлап, һаҡлап алып ҡалдыҡ. 2018 йылда ҡурай патентланды, 2025 йылда Рәсәйҙең матди булмаған мәҙәни мираҫы федераль реестрына инде. Шулай итеп, ҡурайҙы документтарҙа башҡорт милли музыка ҡоралы булараҡ теркәнек, рәсмиләштерҙек. Тик, барыһына ла өлгәштек, кимәлебеҙ юғары, тип туҡталып ҡалыу хата булыр ине. Артабан үҫешергә тейешбеҙ. Дәүләт ярҙамынан хәҙер мәхрүм түгелбеҙ, ҡурайсыларҙан иһә ижади эҙләнеү, һәм уның емештәре булараҡ, яңы сәхнә асыштары кәрәк.

Башҡорт ҡурайын һаҡлап алып ҡалдыҡ, тинең. Ҡайҙан ҡурҡыныс янай ине уға? Башҡа халыҡтарҙа ҡурайға оҡшаш музыка ҡоралдары бармы ул?

- Башҡорт ҡурайы - ул берҙән-бер, тип әйтеү дөрөҫ булмаҫ ине. Ҡаҙаҡтарҙың сыбызғыһы беҙҙең ҡурай һымағыраҡ, тик уйымдары башҡасараҡ. Шул уҡ ваҡытта тауыш сығарыу манераһы беҙҙекенә ныҡ оҡшаған. Төркмәндәрҙә һәм башҡаларҙа ла ундай инструменттар бар. Был оҡшашлыҡтан ҡурҡырға ярамай. Сөнки улар барыбер ҡурай түгел, һәм саф ҡурайҙа башҡорттарҙан яҡшыраҡ бер кем дә уйнай алмай.
Думбыраны алһаҡ та, ҡәрҙәш халыҡтарҙың һәр береһенең уға оҡшаш үҙенең ҡыллы музыка ҡоралы булыуын күрәбеҙ. Оҡшашлыҡты иһә уларҙа уйнау традицияһы айыра һәм үҙенсәлекле итә.
Башҡа милләттең мәҙәни мираҫын, хатта тарихын үҙләштереү, үҙеңдеке итеп күрһәтеү йәһәтенән ҡурҡыныс бөтөнләй юҡ, тип тә әйтеп булмай. Беҙ бит хәҙер быға тиклем күрелмәгән икенсе үлсәмгә күсәбеҙ - һанлы технологиялар һәм интернет дәүеренә. Күрше ҡәрҙәш халыҡтың бер белгесе: "Үҙебеҙгә кәрәкле барлыҡ мәғлүмәтте интернетҡа тултырабыҙ, киләсәктә китап уҡыусы булмаясаҡ, һәм кеше беҙҙең шул сығанаҡтарға ышанасаҡ, уны ҡабул итәсәк", - тигәйне, ҡурайға ишаралап. Тимәк, беҙгә лә ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай.

Сәхнәгә, профессиональ ҡурайсы булараҡ, тиҫтә йылдан ашыу сығаһың. Нимәгә өйрәтте ул һине, халыҡ алдында тәүге сығышыңды иҫләйһеңме?

- Тәүге тапҡыр сәхнәгә Матрай ауылы мәҙәниәт йортонда сыҡтым. Матур костюм, елән кейҙерҙеләр. Тулҡынланыуҙан һыу эсәм дә эсәм, шуға ҡарамай, ауыҙым кибә лә ҡуя. Ныҡ ҡурҡып, тулҡынланып торҙом халыҡ алдында. Бәлки, ул иң тәүге сығышым да булмағандыр, нисек тә, концерттарҙа яңы саҡ ҡатнаша башлаған ваҡыт ине. Конкурстарға, төрлө сараларға йөрөй торғас, күнегеп киттем. Сәхнә тәү сиратта ҡыйыулыҡ бирҙе. Ниндәй генә сәхнәләргә сыҡманым, меңәрләгән тамашасы йыйылған стадиондарҙа ла сығыш яһаным. Халыҡ алдында барыбер тулҡынланаһың. Шулай булырға тейеш тә. Бөтөнләй ҙә хис-тойғолар кисермәһәң, тимәк, һин - битараф. Ҡурайсыға иһә битарафлыҡ яҙыҡ, сөнки һәр көйҙө йөрәк аша үткәрмәһәң, уны еренә еткереп башҡарып булмай.
Сәхнә үҙеңде, кисерештәреңде контролдә тоторға, зауыҡҡа өйрәтә. Тамашасы менән бәйләнеш булдырыу ҙа мөһим. Һин үҙең, уйнауың ҡурай тураһында матур тәьҫораттар ҡалдырырға тейеш кешелә. Был - яуаплылыҡ. Ҡурайсы булыу, ғөмүмән - ул оло яуаплылыҡ. Башҡортостандан башҡа яҡҡа сығып сығыш яһау - тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ. Сит ил сәхнәһендә уйнаһам, миндә иң элек башҡортто күрәләр бит. Барлыҡ уҡытыусыларым - Азат ағай Айытҡолов, Салауат ағай Кирәев, Ғәлим ағай Монасипов та - сығыш яһағанда ғына түгел, концерттан һуң аралашҡанда ла һин үҙеңде юғары мәҙәниле профессиональ итеп тоторға тейешһең, тип өйрәтте. Әгәр шул кимәлгә тап килмәйһең икән, Юлай Ҡасимов шулай, тимәйәсәктәр, ә башҡорт шулай, тип әйтәсәктәр. Был инде - үҙ милләтең өсөн яуаплылыҡ.

Ҡурай мәктәбе лә асҡанһың икән. Был уй нисек тыуҙы? Ғөмүмән, ҡурайҙа уйнауы ауырмы ул, теләгән һәр кем өйрәнә аламы икән?

- Эйе, ҡурай мәктәбе асҡайным. Ул пандемияға тиклем ике йыл эшләне. Артабан алып китеп булманы, сөнки сикләүҙәр көслө ине, бина арендалау мәсьәләһендә ауырлыҡтар килеп тыуҙы. Дәрестәрҙе онлайн үткәреп ҡараныҡ, тик ҡурайҙа уйнарға ситтән тороп өйрәтеүе ныҡ ҡыйын. Оҫталыҡ дәрестәре түңәрәк формаһында үтте. Йәш буйынса сикләүҙәр булманы. Алты йәштән етмеш өс йәшкә тиклемгеләр йөрөнө. Әлеге мәлдә лә актуаль проект ул. Сөнки ҡурайҙа уйнарға өйрәнергә теләүселәр күп. Йәше лә, ҡарты ла, тигәндәй. Әлегә ваҡытым ныҡ сикле, шуға ҡабаттан мәктәп эшен тергеҙә алмайым.
Ҡурайҙа уйнарға өйрәтеү теләге буш урында тыуманы. Сәнғәт училищеһының дипломында ла, институттыҡында ла "педагог-артист" квалификацияһы бирелеүе тураһында яҙылған. Уҡып сыҡҡан һәр бер ҡурайсы - махсус белемле уҡытыусы һәм музыкант ул. Бер йыл Өфө сәнғәт училищеһында педагог булып эшләп тә алдым. Уҡыу йортоноң Ришат ағай Рәхимов ойошторған данлыҡлы ҡурайсылар ансамблен алып барҙым. Ул иң оло һәм титулланған коллективтарҙың береһе һанала. Студент саҡта үҙем уйнаным унда, һәм ниндәй генә конкурсҡа барһаҡ та, гел еңеү менән ҡайта инек. Мин эшләгән осорҙа, бер йылда, ҡурайсыларҙың ике бәйгеһендә ҡатнаштыҡ һәм икеһендә лә Гран-при яуланыҡ.
Шулай уҡ Өфөнөң Дим районындағы 162-се полилингваль мәктәбендә түңәрәк алып барҙым, ҡурай ансамбле етәксеһе булдым. Артистар мөхитенә нығыраҡ инеп киткәс, уҡытыуға ваҡыт ҡалмай башланы.
Ҡурайҙа теләгән һәр кем өйрәнә ала. Ниндәй кимәлгә етә, быныһы инде - икенсе мәсьәлә. Һәр саҡ, талант эйәһе, тип ҡабатларға яратабыҙ, уны беренсе урынға ҡуябыҙ, ләкин ҡурайсының уңышында талант бер процент ҡына тәшкил итә. Ә ҡалғаны - хеҙмәт, үҙ өҫтөңдә эш, дисциплина.

Ҡурай уйнауҙы шоуға әйләндереүгә нисек ҡарайһың? Хәҙер сәхнәлә был йүнәлеш популяр була бара түгелме?

- Быға мин шәхсән ыңғай ҡарайым. Һуңғы концерттарымды мин дә, этношоу, йә ҡурай шоуы, тип атаным һәм шоу элементтарын индерҙем. Заһир Зәйнетдинов тураһында, дөрөҫ уйнамай, йә уныһы, йә быныһы килешһеҙ, тип әйткәндәрен ишеткәнем бар. Шул уҡ ваҡытта уның Башҡортостан буйлап турҙарынан һуң, ҡурайға уҡырға балалар, йәштәр күпләп килеүе лә билдәле. Тимәк, ул милли музыка ҡоралыбыҙҙы пропагандалауға ғәйәт ҙур өлөш индерә. Заманалар үҙгәреп тора, һәм тап ошо мәл талап иткән музыка продукты тыуа икән, бының бер ниндәй ҙә насарлығы юҡ. Әлбиттә, традицион башҡарыуҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ. Минең концерттарыма килгәндә, ул тик шоу менән генә бармай. Программаға мотлаҡ оҙон көйҙәр ҙә, йырҙар ҙа инә.
Был юҫыҡта, бәлки, өлкән быуын ҡурайсыларҙың фекерҙәре башҡараҡтыр...

Ҡурай, ҡурайсылар тураһында ентекләп һөйләштек. Ә бына бөгөн һин хеҙмәт иткән "Мираҫ" ансамбле нимәһе менән үҙенсәлекле икән?

- "Мираҫ" йыр һәм бейеү фольклор ансамбле - Өфө ҡалаһының, беҙҙең Башҡортостандың визит карточкаһы ул. 2018 йылдан нәҡ ошо коллективта халҡыбыҙға, баш ҡалабыҙға, республикабыҙға хеҙмәт итәм. Өфө Сәнғәт институтының беренсе курсында ғына уҡып йөрөй инем ул саҡта. "Мираҫ" - юғары кимәлдәге профессиональ ансамбль. Башҡарыу оҫталығының бөгөнгө кимәленә мин унда күтәрелдем, үҫеш юлы үттем, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Оман Солтанлығы, Болгария һәм Төркиә илдәренең сәхнәләрендә сығыш яһаным. Шәхсән үҙемә тағы ла Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Кипрҙа, Италияла, Испанияла ҡурайҙа уйнарға насип булды.
"Мираҫ" ансамблен бөгөн дә сит илдәрҙә үткән халыҡ-ара сараларға йыш саҡыралар, ләкин геосәйәси көсөргәнешлек арҡаһында бөтә ергә лә бара алмайбыҙ. Ошо саҡырыуҙар ҙа милли сәнғәт коллективының үҙебеҙҙә генә түгел, ә ситтә лә киң танылыу алыуы тураһында һөйләй.
Ансамбль үҙе лә, оркестрыбыҙ ҙа - уникаль. Симфоник һәм милли музыка ҡоралдары симбиозы ул оркестрыбыҙ. Хор йыры хореографик элементтар менән байытыла. Вокаль-хореографик композицияла йырсылар ҙа бейеүселәр менән бейеү элементтарын башҡара. Профессиональ сәхнә өсөн был - уникаль күренеш.
Етәксебеҙ Байрас Вәли улы Ишберҙин - бик көслө менеджер. Үҙем Мәҙәниәт министрлығы янындағы йәштәр советы рәйесе булып торам ике йыл рәттән һәм эшемдә, етәксе булараҡ, Байрас Вәли улынан өлгө алам, уның ҡайһы бер алымдарын ҡулланам. Бер сәхнә номерын эшләр өсөн миллионлаған һум аҡса кәрәк. Бер костюмды ғына алғанда ла, ул кәмендә 70-80 мең тора. Ә хореографик композицияла йөҙ кеше ҡатнашыуы ихтимал. Бөгөнгө ябай булмаған шарттарҙа ла етәксебеҙ аҡса таба, гастролдар ойоштора.
Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының "Росконцерт" тип аталған федераль проекты сиктәрендә дәүләт коллективтарына гастролдарға сығыу өсөн гранд бүленә. Проектта берҙән-бер муниципаль коллектив - "Мираҫ" ансамбле - йыл һайын ҡатнаша. Әлбиттә, был да Байрас Вәли улының тырышлығы менән атҡарыла.

Сәхнә, дан менән генә йәшәп булмай, тормош көтөргә лә, ғаиләңде ҡарараға ла кәрәк. Профессиональ ҡурайсының бөгөнгө матди хәле, дөйөмләп алғанда, нисегерәк икән?

- Бик ҡыҙыҡлы, донъяи һорау был. Ниндәй һөнәргә эйә булһа ла, ҡайҙа ғына, кем булып ҡына эшләһә лә, кеше ҙурға ынтыла. Әгәр шәхсән үҙемә килгәндә, Аллаға шөкөр, зарланмайым. Ғаиләм, йортом, машинам бар, улым үҫә. Элек, артистың аҡсаһы булмай, булғанын да эсеп бөтә, өйҙә лә тормай, гастролдә йөрөй, тигән стереотип йәшәп килде. Ул саҡта нисек булғандыр, белмәйем, хәҙер улай түгел. "Мираҫ" ансамблендә төп хеҙмәт урынымдан тыш, шәхси эшҡыуар булараҡ теркәлгәнмен һәм төрлө коммерция проекттарында ҡатнашам. Әйтәйек, ситтән концертҡа саҡыралар, мин сығыш яһайым, килешелгән сумма банк иҫәбенә күсә. Ҡурайсылар бөгөн ҙур һорау менән файҙалана һәм, әлбиттә, гонорар кимәле лә ярайһы. Башҡа музыкаль ҡоралдарҙа уйнаусыларға түләү менән сағыштырғанда, хатта юғарыраҡ та. Ҡурайсылар күп, әммә ләкин беребеҙ ҙә буш ултырмайбыҙ. Хатта бөтөн Рәсәй буйынса йөрөйбөҙ. Үткән ялда ғына Екатеринбургҡа барып, ҡурай уйнап ҡайттым.

Әңгәмәбеҙ аҙағында үҙең һәм ижадың өсөн иң әһәмиәтле ҡаҙаныштарың һәм алдағы пландарың тураһында әйтеп үтһәң ине...

- Ҡаҙаныштар тураһында айырып ҡына әйтеүе ауыр. Һуңғыларына килгәндә, быйыл апрелдә Ҡаҙағстанда үткән "Бөйөк дала моңо" халыҡ-ара фестиваль-конкурсында Гран-при яуланым. Төрки илдәренән бик күп башҡарыусылар, коллективтар килгәйне. Сәхнәлә үлән ҡурай эшләп күрһәтеп, йырҙың тарихын һөйләнем һәм уны уйнап ишеттерҙем. Башҡортостан һәм тотош Рәсәй исеменән сығыш яһаным. Еңеүем тураһында республика Мәҙәниәт министрлығы сайттарында ғына түгел, ә федераль порталдарҙа ла, Рәсәй музыканты уңышҡа өлгәште, тип яҙып сыҡтылар.
Дүрт йыл рәттән шәхси концерттар эшләнем, һәм был да - ҡаҙаныш. Сөнки әҙерлек барышында артистың үҫешен бер баҫҡысҡа күтәргән бик ҙур ижади эш башҡарыла.
Республика Мәҙәниәт министрлығы янындағы йәштәр советы сентябрҙә Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. 2025 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ илдә иң яҡшы эшләүсе биш команда исемлегенә индек. Был - йәмәғәт эшемә баһа. Ул бик күп ваҡытты һәм энергияны ала. Министрлыҡтың йәштәр советы ике йылға һайлана, рәйеслек мөҙҙәтем 2027 йылдың апрелендә тамамлана. Артабан, бүлгеләнмәй, бар көсөмдө ижадҡа, артист карьераһын үҫтереүгә һалырға ниәтем. Туҡтап торған шәхси концерттарҙы яңынан башларға, тигән план менән йәшәйем. Пауза ике йылға һуҙылып китте, тамашасы онота башланы. Концертты яңы форматта, быға тиклем булмағанса итеп ҡуйырға уйыбыҙ. Әле концепцияһы өҫтөндә эшләйбеҙ, төрлө өлгөләрҙе өйрәнәбеҙ, сит ил артистары практикаһын, олимпиада кеүек спорт сараларын асыу шоуҙарын да ҡарайбыҙ. Беҙҙең башҡорт сәхнә сәнғәтенә яңыса элементтар индерергә ине, тип хыялланабыҙ.

Матур әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт! Ҡурай данын күтәреүсе йәштәрҙең булыуы ҡыуаныслы. Ижади уңыштар һиңә!..

Шулай итеп...
Ҡурай сәнғәте республикабыҙҙа үҫешә, оло быуын ҡурайсылары традицияларын йәштәр дауам итә. Шул уҡ ваҡытта башҡарыуҙың заманса яңы сәхнә стиле тыуа, ҡурай-шоу программалары киң популярлыҡ яулай. "Ҡурайҙың киләсәге бармы?" - тигән һорауға: "Эйе, бар!" - тип ышаныслы әйтә алабыҙҙыр.

Рәсүл БАЙГИЛДИН әңгәмләште.
"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru