«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39  |  40

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфөбөҙҙәге был көндәрҙә яңыртыуҙан һуң ҡабаттан ҡапҡаларын асасаҡ Ленин паркы тураһында ниндәй хәтирәләр һаҡлайһығыҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БЕҘҘЕҢ ЗАМАН
+  - 

Аппарат хеҙмәткәренең эш көндәре

Тормошта етешһеҙлектәр күп, ә кешеләр төрлө булған хәлдә лә, беҙҙе яҡты киләсәк хаҡына эшләргә һәм йәшәргә ынтылыу берләштерҙе. Партия, совет, профсоюз ойошмаларының һәм ауыл, ҡала кешеләренең бергәләп эшләүе, уларҙың хеҙмәттәшлеге үҙ-ара ышаныс тыуҙыра, ауырлыҡтарҙы үтергә әҙер булыу һәм еңеүгә өлгәшеү мөмкинлеген бирә торғайны.
Дөрөҫөн әйткәндә, ныҡ үҫешкән нефть сығарыу, химия һәм нефтехимия, ҡеүәтле сәнәғәт һәм ҙур ауыл хужалығы, заманса төҙөлөш комплексы һәм транспорт күктән килеп төшмәне. Бындай иҡтисади ҡеүәт беҙҙең замандаштарыбыҙҙың хеҙмәте һәм ҡаҙаныштары менән булдырылды, улар үҙҙәрен винтик итеп түгел, бөйөк илдең хужалары итеп тойҙо. Әгәр ошо йылдарҙағы ваҡытлы матбуғат баҫмалары төпләмдәрен ҡарай башлаһаң, күҙ алдында коллективтарҙың һәм кешеләрҙең партия саҡырыуы буйынса хеҙмәт итеүенең ысынлап та иҫ китерлек панорамаһы пәйҙә була.
Ҡағиҙә булараҡ, партия съезы алдынан хеҙмәти бурыстарын иң алдан үтәүҙәре айҡанлы күп кенә коллективтарға Л.И. Брежнев исеменән ҡотлау телеграммалары ебәрелә ине. Алдынғыларға КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының, ВЦСПС-тың һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Ҡыҙыл байраҡтары һәм башҡа бүләкләү билдәләре тапшырылды. 1981 йылдың мартында ҙур ҡаҙаныштары өсөн М.З.Шакиров Л.И.Брежнев ҡулынан "Алтын Йондоҙ" миҙалын һәм иҫәп буйынса бишенсе Ленин орденын алды. Ул хаҡлы рәүештә партия директиваларын тормошҡа тимер ҡулдары менән бойомға ашыра алыусы иң яҡшы секретарҙарҙың береһе итеп һаналды, Башҡортостандың үҫеш юлында күп нәмәләргә өлгәште. Әммә миҙалдың икенсе яғы булыуын да йәшереп булмай. Өлкә комитет бүлегенә, гәзиттәргә партия һәм хужалыҡ етәкселәре ҡылған ғәмәлдәр тураһында ялыуҙар яҙылған хаттар күпләп килә башланы. Шундай бер ялыу партия Өлкә комитеты нәшриәтенән килде. Ярты дәфтәр тирәһе ҡағыҙға нәшриәт етәкселәренең ҡырын эштәре теркәлгән. Әммә күрһәткестәре буйынса предприятие иң яҡшыларҙан һаналды. Әйтергә кәрәк, йыһаздар, ҡағыҙ, автомашиналар, буяуҙар һәм башҡа күп нәмәләр, башлыса, импорт тауарҙары Үҙәк Комитеттың етештереү бүлегенән алына торғайны. Әгәр ҙә нәшриәтте полиграфкомбинат менән сағыштырһаң, айырма күк менән ер араһындағылай тойолор ине.
- Һин эш тәртибен беләһең, - тине миңә У.Н. Бакиров. - Барыһын да ентекләп тикшер, әммә артығын ҡыланма. Юғиһә, беҙгә лә эләгер!
Бер ай тиерлек ваҡыт үтеүгә тикшереүҙең алдан эшләнгән һөҙөмтәләре Бакировтың өҫтәлендә ята ине. Справканы уҡып сыҡҡас, ул бик ныҡ борсолоп китте. Хужалыҡтағы эш боҙоуҙар - райондарҙан иҫәптән сығарылған "Волга"ға алмашҡа өйҙәр һәм мунса өсөн бушҡа бер нисә бура алынған, Мәскәүҙән килгән куратор туҡталған люкс номеры һәм уның туҡланыуы өсөн аҡса түләнгән, ҡунаҡ даими рәүештә тәбиғәт ҡосағына алып сығылған, еңел машиналар тәүлек әйләнәһенә шәхси транспорт рәүешендә ҡулланылған, хеҙмәткәрҙәргә торлаҡ һәм "Жигули" автомобилдәрен бүлгәндә сират боҙолған һ.б. Нәшриәттең баш инженеры бар нәмә менән үҙе идара иткән һәм үҙенә ожмах мөйөшө ойошторған.
Әммә бынан да мөһимерәге икенсе нәмәлә булып сыҡты. Ҡул аҫтындағыларҙың хеҙмәтен файҙаланыу аша предприятиелар өсөн биҙәүле буклеттар эшләтеп, башбаштаҡ хужа байтаҡ ҡына гонорар алған, әммә ул аҡсаларҙан партия взностарын түләмәгән. Өлкә комитет ҡыйығы аҫтында уставҡа ла, законға ла һыймаған ғәмәлдәр ҡылынған.
Урал Насыр улы ялыуҙы тикшереү эшен оҙайта бирҙе, әммә бынан күңелһеҙ скандал килеп сығыуы мөмкин ине. Әлеге баш инженерҙы яҡлаусылар табылды, эшкә Өлкә комитеттың финхоз бүлеге мөдире йәлеп ителде. Хәҙер инде ғәйеплене түгел, эргәбеҙҙә шундай "ғәжәп эштәр" ҡылыуҙы белмәй-күрмәй йөрөгәнебеҙ өсөн үҙебеҙҙе ҡотҡарыу мәсьәләһе килеп сыҡты. Оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгәс, ялыу геройын ватыҡ "Москвич"тан һәм осона сыҡҡыһыҙ эштәренән башҡа бер нәмәһе лә булмаған икенсе учреждениеға күсерергә ҡарар иттек. Пенсияға сығыу сәбәпле нәшриәт директорын алмаштырҙыҡ. Шулай итеп, әлеге яманаты сыҡҡан ялыу эшен ябыу беҙгә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо килтерҙе.
Матбуғат менән эшләү, тәнҡитте хуплау эштәрҙең кире яғын асыҡлай алыу, ысынбарлыҡты матурлап күрһәтеүгә ҡарата үҙ фекереңде белдереү мөмкинлеген бирҙе, ҡайҙа хаҡлыҡ, ә ҡайҙа алдаҡ икәнен айыра белергә ярҙам итте. Тәүҙә партия эшмәкәрлегендә, һуңынан гәзит эшендә һәм тормошоңда сама белеү төрлө бәләләрҙән ҡотолдора алды.

Мансур ӘЙҮПОВ.
(Дауамы. Башы 37-39-сы һандарҙа).

"Киске Өфө" гәзите, №40, 9 - 15 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.10.26 | Ҡаралған: 12

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru