«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

КИҘЕҮ КИЛӘ
+  - 

Өфөлә һәм республикала киҫкен респиратор вирус инфекциялары буйынса хәл бөгөнгә тотороҡло. Был хаҡта Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина мэриялағы оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Г. Пермина әйтеүенсә, ҡалала йәйге каникулдан һуң ойошторолған коллективтар барлыҡҡа килеүгә бәйле сирҙең миҙгелле күтәрелеүе күҙәтелә.
Уҙған аҙнала баш ҡалала 8 меңдән ашыу сир осрағы теркәлгән, 45 проценты - балалар. Башлыса грипп булмаған этиологиялы вирустар теркәлә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы фараздарына ярашлы, ағымдағы эпидемия миҙгелендә A(H1N1) Мissouri штаммы, A(H3N2) (Darwin штаммы) һәм В (Tokyo) гриппы вирустары циркуляцияһы көтөлә. Был штамдарҙың барыһы ла быйылғы вакциналарҙың яңыртылған составына индерелгән.
Вакцинаның төп партияһы федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә республикаға ағымдағы аҙнала килә. 1 миллион 700 мең доза вакцина килеүе көтөлә. Өҫтәмә рәүештә республика бюджеты иҫәбенә 3,5 мең доза "Гриппол" препараты һатып алынды. Тәү сиратта вакцина балаларға, йөклө ҡатындарға, 60 йәштән өлкәндәргә, хроник сирле кешеләргә, шулай уҡ медицина һәм мәғариф ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә һалына. Эш биреүселәргә хеҙмәткәрҙәрҙе үҙ иҫәбенә һалдырыуҙы ойошторорға кәңәш ителә.
Вакцинация өсөн иң ҡулай ваҡыт: сентябрь-ноябрь. Күп йыллыҡ күҙәтеүҙәр буйынса, эпидемиологик күтәрелеш декабрҙә башлана, ә грипп һәм ОРВИ менән сирләүҙең иң юғары нөктәһе ғинуар һәм февралгә тура килә. Галина Пермина биналарҙа оптималь температура режимын үтәү, дезинфекция сараларын ҡулланып даими йыуыу һәм һауаны зарарһыҙландырыу кеүек иҫкәртеү сараларын иҫкә төшөрҙө.

"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru