
Боронғо культура булараҡ, виноград (йөҙөм) тик бойҙайҙан ғына ҡалыша. Ул ҡырағай хәлдә бейек ағастарға үрмәләп үҫә. Виноград плантацияларында уның һәр ваҡыт осон ҡырҡып торалар, һәм ул ҡыуаҡ формаһында үҫә йәки үрмәләп үҫеү өсөн сымдарҙан махсус кәртә ҡоралар.
Культуралы виноград үҫтереү тарихы бынан 6000 йылдар самаһы элек Боронғо Египетта башланған булырға тейеш, тип фаразлай тарихсылар. Беҙҙең эраға тиклем 2000 йыл элек Ҡытайҙа виноградтан шарап эшләй белгәндәр. Ҡытай императоры шараптың халыҡты боҙоуын алдан күрә белгән һәм был эсемлекте эшләүҙе тыйыу тураһында әмер биргән. Ләкин, тарихи сығанаҡтар буйынса, тағы 900 йыл тирәһе ваҡыт үткәс, шарап эшләү бөтә ил буйынса яңынан таралғаны билдәле. Аҙағыраҡ та бөтә булған виноград плантацияларын юҡ итеү ҡабатланып торған, ләкин улар яңынан үҫеш алған. Әйтеп үтергә кәрәк, быға оҡшаш тарих Рәсәйҙе лә урап үтмәне.
Персияла виноград борон-борондан көс, ғәйрәтлелек символы булып һаналған.
Боронғо Грецияла виноград киң таралған булған. Гомерҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре "Илиада"ла, "Одиссея"ла шараптарҙың һәм виноград баҡсаларының күренеше һүрәтләнә. Виноград Грециянан Италияға, унан Испанияға, Германияға тарала.
Урта быуатта төрлө монастырҙарҙа виноградтың яңы сорттарын эшләп сығарыу һәм таратыу буйынса ҙур эш алып барыла. Шараптың яңы төрҙәрен уйлап табыу менән дә шөғөлләнәләр унда.
Виноградты борон-борондан Кавказ һәм Урта Азия халҡы ла үҫтерә. Билдәле, был яҡта тупраҡ та ҡулайлы, ҡояш нурҙары ла етерлек. Ғәҙәттә, виноградты тау битләүҙәрендә, ҡырсынлы ерҙә үҫтерәләр. Тупраҡ составында эзбиз, көкөрт булырға тейеш. Эҫе климатта, ҡояш нурҙарына бай урындарҙа үҫкән виноград тәмлерәк, сөнки составында шәкәр миҡдары күп була. Ә саҡ ҡына һалҡыныраҡ булдымы - шәкәр кәмей һәм виноград әсерәк тәм ала.
Башҡортостанда виноград үҫтереү 1935 йылдарҙан башлана. Мәскәүҙә Тимирязев исемендәге Ауыл хужалығы академияһында белем алған йәш ғалимә Лидия Николаевна Стреляева эшен Башҡортостандың ҡырыҫ тәбиғәте шарттарында виноград үҫтереү мөмкинлеген һынап ҡарауҙан башлай. Тәүге тәжрибәләр уңышһыҙ булһа ла, уның ныҡышмалылығы көслөрәк булып сыға. Тырышлыҡ еңә. Хәҙер Кушнаренда виноградтың 67 сорты һәм гибриды үҫтерелә. Дегустаторҙар ошонда үҫкән виноградҡа һәр ваҡыт юғары баһа бирә. Бигерәк тә ғалимәнең Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған улы хөрмәтенә сығарылған "Александр" сорты һәм "Башкирский мускатный", "Башкирский изумруд", "Башкирский ранний", "Созвездие" сорттары тәме яғынан да, уңдырышлылығы һәм урындағы тәбиғәт шарттарына ҡулайлашҡан булыуы менән дә айырылып тора. Хәҙер был райондың ғына түгел, Башҡортостандың башҡа райондарындағы мәктәп яны тәжрибә участкаларында ла Лидия Николаевна өлгөһөндә виноград үҫтереү менән шөғөлләнәләр. Мәҫәлән, ҡырыҫ тәбиғәтле Урал аръяғында виноград үҫер тип кем уйлаған? Әммә хәҙер виноградтың ҡайһы бер сорттарын хатта Урал аръяғы райондарында, Сибай, Баймаҡ ҡалалары баҡсаларында үҫтерәләр. Баймаҡ районының Кәрешкә урта мәктәбе баҡсаһында ике тиҫтәнән ашыу йыл үҫтерәләр уны. Биология уҡытыусыһы Гөлнур Тутаева Кушнарен районына барып, Л. Н. Стреляеваның үҙе менән осрашып, ул эшләгән мәктәп баҡсаһына виноград үҫентеләрен алып ҡайтып ултыртҡан булған.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|