
Өфө фән һәм технологиялар университетының тәбиғәт һәм кеше институтының өлкән уҡытыусыһы Александр Шевченко бәшмәк менән ағыуланмаҫ өсөн ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәклеге хаҡында һөйләне.
Бәшмәк миҙгеле ҡасан башлана?
- Бәшмәк миҙгелен рәсми асыу юҡ, барыһы ла ямғырға бәйле, - ти ғалим. - Яҙғы бәшмәк, ғәҙәттә, апрель аҙағында - май башында барлыҡҡа килә. Йәйгеһе - июнь уртаһынан. Көҙгө миҙгел сентябрь уртаһынан башлана. Таулы урында яҙғы һәм йәйге төрҙәр бер аҙ һуңыраҡ, көҙгөләре иртәрәк барлыҡҡа килә.
Ямғыр яуғандан һуң нисә көн үткәс, урманға барырға кәрәк?
- Ике-өс тәүлек көтөргә кәрәк, сөнки бәшмәккә дымды һеңдереү һәм үҫешенә этәргес биреү өсөн ваҡыт кәрәк. Иртән барыу һәйбәт, беренсенән, ер һәм үлән һыуыҡты һәм дымды һаҡлай, икенсенән, бәшмәк эшкәртергә ваҡыт запасы ҡалдырыу мөһим, сөнки бәшмәк тиҙ боҙола торған продукт.
Ҡайҙа бәшмәк йыйырға ярамай?
- Бәшмәк атмосферанан һәм тупраҡтан зарарлы матдәләрҙе йотоу һәләтенә эйә. Иң күп токсиндарҙы улар ҡалала, сәнәғәт зоналарында һәм юл ситтәрендә туплай. Шуға күрә, бәшмәкте автотрассала, заводтар, сүплектәр эргәһендәге урманда, химикат, пестицид һәм ашлама менән эшкәртелә торған баҫыу эргәһендә, ҡала эсендәге паркта, скверҙа һәм ихатала йыйырға ярамай.
Хәүефһеҙлектең төп ҡағиҙәһе ниндәй?
- Оҙаҡ ҡайнатыу ағыулы бәшмәкте хәүефһеҙ итмәй. Күпселек токсин юғары температураға сыҙамлы. Хатта уларҙы көн буйы бешерһәң дә, ағыу бер ҡайҙа ла китмәй. Төп ҡағиҙә - таныш булмаған йәки шикле бәшмәкте йыймау, уларҙы юлда, белмәгән сауҙа урындарында ҡулдан һатып алмау.
Бәшмәк менән ағыуланыуҙың билдәләре (күңел болғаныу, ҡоҫоу, ашҡаҙан ауыртыуы, диарея, температура, хәлһеҙлек йәки галлюцинация) булғанда 103 йәки 112 телефоны буйынса ашығыс ярҙам саҡырығыҙ. Был билдәләр ике сәғәттән дә, тәүлектән һуң да барлыҡҡа килергә мөмкин.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|