«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
КЕМДӘР УЛАР - ЧУКЧАЛАР?
+  - 


Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путиндың указына ярашлы, 2026 йыл Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы билдәһе аҫтында үтә. Илебеҙҙең иң алыҫ төбәгендә көн иткән чукчалар хаҡында бөгөнгө һүҙебеҙ.

Миңә ике йыл, 1984 - 1986 йылдарҙа, Чукоткала эшләргә һәм йәшәргә насип булды. Ул саҡта Чукотка автомномиялы округы Магадан өлкәһенә ҡарай ине. 1992 йылда округ үҙаллы төбәк статусын ала. Бөгөнгө көндә Рәсәйҙең дүрт автономиялы округы араһынан тик Чукотка ғына айырым субъект булып тора.
Магадан иһә - тау ҡуйынына һыйынып ултырған сағыштырмаса ҙур ғына ҡала. Уға 1929 йылда нигеҙ һалынған. Магадан крайы Сталин репрессиялары осоронда ҡанһыҙлыҡтың, кеше яһиллығының һуңғы сиге өлгөһө булған ГУЛАГ лагерҙары менән дан ала. Яҙыусы Варлам Шаламовтың "Колыма дәфтәрҙәре" китабында һүрәтләнгән хәлдәр ҡот осҡос, һәм ундай бәғерһеҙлектең ерҙә, әҙәм заты ҡулы менән атҡарылыуына ышаныуы бик ауыр. Был яуызлыҡтың, кешегә ҡарата дәүләт енәйәтенең, коммунизм, ғәҙеллек һәм тигеҙлек йәмғиәте төҙөйбөҙ, тип һөрән һалған партия ҡушыуы буйынса эшләнеүе уны уғата мәғәнәһеҙ итә, абсурд хәленә төшөрә.
Чукотканы чукчалар иле тип ауырлыҡ менән әйтеп булалыр. Сөнки аҙ һанлы был халыҡтың үҙ илендә хужа булырға ынтылышы самалы. Яҡуттарҙан айырмалы рәүештә, улар быға ынтылмай ҙа, уны теләмәй ҙә кеүек. Аҙ һанлы булараҡ, дәүләт тарафынан яҡлауға алынғандар, ләкин үҙ ерҙәрендә өйҙәш хәлендә йәшәйҙәр. Үткәндәргә күҙ һалһаҡ, крайҙың ғәжәйеп тарихына юлығырбыҙ, чукчаларҙың ғәййәр асылын белербеҙ һәм аптырауға ҡалырбыҙ. Баҡһаң, анекдоттар геройы булып киткән халыҡ үҙен ихтирам иттерерҙәй бөтөнләй башҡа сифаттарға эйә икән.
Чукча халҡы тураһында тәүге яҙма сығанаҡ 1641 йылға ҡарай. Колыма йылғаһы буйында йәшәгән эвен, юкагирҙарҙан яһаҡ йыйған урыҫ казактарына һөжүм итә чукчалар. Ошо мәлдән алып йөҙ илле йылға яҡын ерҙәренә үтеп инергә ынтылған баҫҡынсылар менән һуғыш алып баралар. 1730 йылда Егачи тигән йылға буйында 143 кешенән торған казак атаманы Шестаков отрядын ҡыйраталар, үҙен үлтерәләр. 1747 йылда Орлов йылғаһы буйында 97 кешенән торған майор Павлуцкий отрядын тар-мар итәләр, 51 кешене һәм майорҙың үҙен үлтерәләр. "Көсмө ни ул 143 һәм 97 кешенән торған отряд?" - тип шик белдерер кемдер. Әгәр чукча халҡының ул заманда сама менән 9 мең иҫәпләнеүен, казак отрядтарының мылтыҡ һәм хатта пушка, ә урындағы халыҡтың уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, бысаҡ менән генә ҡоралланған булыуын иҫәпкә алғанда, әлбиттә, был - ҙур еңеү. 1765 йылда Рәсәй Сенаты Анадырҙағы крепостан кешеләрҙе Түбәнге Колыма (Колыма йылғаһы чукчалар биләмәһенең көнбайыштағы сиге) нығытмаһына күсерергә, ә булған ҡаралтыларға үрт һалырға тигән ҡарар сығара. Был, асылда, Рәсәй империяһының чукчалар ерен көс менән баҫып ала алмауҙарын таныуын, еңелеүҙәрен күрһәткән факт.
Чукчалар төньяҡ-көнсығыш Азия-ның ҡырыҫ тәбиғәте шарттарында йәшәгән халыҡтар араһында иң ғәййәре булараҡ таныла ул заманда. Коряк, ительмен, юкагир, эскимос биләмәләренә даими һөжүм итеп, боландарын, ҡатын-ҡыҙҙарын баҫып алыр булғандар, күршеләрен йәшәү өсөн уңайлы биләмәләрҙән ҡыҫырыҡлап сығарғандар. Тәкәб-берлек менән айырылып торғандар, эргә-тирәләге халыҡтарҙы ҡурҡытып йәшәгәндәр. Чукчаларҙың үҙ атамаһын тәржемә итһәң, "ысын кеше" рәүешле яңғырай. Ул сағында, башҡалар кем, тигән һорау тыуа шунда уҡ. Әгәр бөгөнгө көндән миҫал алһаҡ, ул замандағы чукчаларҙы хәҙерге Кавказдағы һәр кемгә билдәле, тынғыһыҙ һәм һуғышсан ҡәүем менән сағыштырып булыр ине, моғайын.
Чукчалар илен көс менән баҫып ала алмағас, Екатерина II маҡсатына хәйлә менән өлгәшә. Ырыу башлыҡтарын төрлө бүләктәр менән алдаштыралар, араҡы эсергә өйрәтәләр. Араҡыға Себер һәм Төньяҡ халыҡтары тиҙ бирешә, уның ҡолона әүерелә. Сөнки меңәр йыл башлыса ит ризыҡтары, балыҡ менән генә туҡланған кешенең организмында спиртты тарҡатырлыҡ фермент юҡ. Яугир чукча тора-бара йыуаш, күндәм, битараф ҡәүем булып китә...
Үткән быуаттың 80-се йылдарында Чукоткала халыҡ һаны 150 меңгә етһә, бөгөн - 48 мең самаһы. Чукчалар, иҫәп буйынса, шуның өстән бер өлөшөн тәшкил итә. Йәғни илдәрендә етәксе урындарға дәғүә итеү өсөн шарттар тыуып тора. Тик уларға был кәрәкме икән, яҙмыштарын үҙ ҡулдарына алырға әҙерме улар?
Ун алты мең самаһы иҫәпләнгән чукча халҡы, көн итеү рәүеше буйынса, күсмә тормош алып барған, болан хужалығы тотҡан һәм диңгеҙ яры буйында һунарсылыҡ менән йән аҫыраған ике ҙур төркөмгә бүленгән. Тәүгеләре үҙҙәрен, "чаучу", йәғни "болан кешеләре", тип йөрөтһә, икенселәренең үҙ атамаһы - "анкалын", йәғни "ярҙағылар". Ҡасандыр чукчалар тик болан көсө менән генә йәшәгән, тик һан яғынан арта бара, эскимостарҙы яр буйынан ҡыҫырыҡлап сығарғандар, уларҙың диңгеҙ кейектәренә һунар кәсептәрен үҙләштергәндәр, тип фаразлай ғалимдар.
Морж, тюлень кеүек һыуҙа туҡланып, ярҙа ял иткән хайуандарға ғына түгел, китҡа ла һунар итә чукчалар. Донъяла күк китты аулау тыйылған. Ләкин ерҙәге иң ҙур һөтимәр хайуанды тотоу чукчаларға Халыҡ-ара кит аулау комиссияһы тарафынан рөхсәт ителә. Йыл һайын 140-170-кә тиклем китты тоторға мөмкин чукчаларға. Күк кит 10-15 тонна тарта. Ҡыйыулыҡ, таһыллыҡ талап иткән был кәсеп эйәләре, әлбиттә, бик тәүәккәл һәм көслө рухлы халыҡ.
Итте бешереп кенә түгел, ә сейләй ҙә ашайҙар. Туңған болан итен, балыҡты йоҡа ғына итеп юнып, тоҙлап, борослап ашау "материк"тан килгәндәр араһында ла таралған. Итте, балыҡты, айыу кеүек бурһытып, еҫләнгән көйө ашауҙары ла билдәле. Болан кешеләренең һәм ярҙағыларҙың мәҙәниәте һәм йәшәйеше, әлбит-тә, айырыла. Берәүҙәре болан артынан күсенеп йөрөһә, икенселәре ярҙа ултыраҡ тормош алып бара. Полярный кеүек эшселәр ҡасабаһында чукчалар күренмәй торғайны. Йәйгеһен болан көтөүе бер нисә тапҡыр экспедицияға яҡын килеп ятты. Шунда күҙәтергә тура килде Чукотканың ысын байлығын. Көҙгөһөн кәртәгә ингән быҙау ҙурлыҡтағы туҡтауһыҙ хәрәкәт иткән мал ул төньяҡ боланы. Тороп ашамай, ә йүгереп барған ыңғайы һәрмәй үләнде, мүкте, бәшмәкте. Йәйгеһен, бәлки, шул рәүешле серәкәйҙән һаҡланыуылыр. Көтөүсе ҡалҡыу урында тора һәм таяғы менән этенә көтөүҙе ҡайһы яҡҡа борорға кәрәклеген күрһәтә, әмер бирә. Себер лайкалары иң тоғро дуҫтары һәм ярҙамсылары чукчаларҙың. Болан артынан йөрөгән ҙур чукча ғаиләһе бер тапҡыр беҙҙең ашханала ашап та сыҡты. Шунда ғына урындағы халыҡ вәкилдәрен яҡындан күрә алдым.
Бөтә донъяға билдәле чукча яҙыусыһы Юрий Рытхэу (йәшәгән йылдары: 1930 - 2008) үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәтен, йәшәү рәүешен төрлө яҡлап һүрәтләй. Ғүмеренең күпселек өлөшөн Ленинградта йәшәй, ҡатыны урыҫ милләтенән була. Ул - иң билдәле чукча, өс тиҫтәгә яҡын китап авторы. Анадырҙа Юрий Рытхэуға һәйкәл ҡуйылған.
Ғүмеренең аҙағында журналистарға биргән интерьвюларында ул, төшөнкөлөк менән: "Һуңғы ун йыллыҡтар халҡым өсөн иң ауыр дәүер булды, минән һәм тағы ла бер нисә кешенән башҡа бер кем дә лайыҡлы йәшәмәй. Шешә халҡым өсөн яҡты көндө ҡапланы, элек тәүтормоштан коммунизмға һикерергә хыялланһаҡ, хәҙер билдәһеҙлек упҡынына тәгәрәйбеҙ. Туған тел онотола, уны халыҡтың тик дүрттән бер өлөшө генә белә", - ти. Яҙыусы, ҡан ҡәрҙәштәренең бөгөнгө хәленә ҡағылып, халыҡ-ара эскимостар хәрәкәте эшмәкәре Накалюк Ронканың Чукоткала булғандан һуң әйткән һүҙҙәрен килтерә: "Мин Совет власынан да аламараҡ нәмә булмайҙыр тип уйлағайным. Баҡһаң, була икән!" - тигән ул. Ҡырағай капитализмды күҙ уңында тота был осраҡта сит ил эшмәкәре. Башҡорт ауылдарына, уларҙың күҙебеҙ алдында юҡ була барыуына иғтибар итһәк, шул уҡ фекер тыумаймы ни?..
Интернет аша күпме генә эҙләһәм дә, тик тағы бер генә исем астым - чукчалар араһынан Петр Иненликей атлы филология фәндәре кандидаты, ғалим-лингвист сыҡҡан икән.
Күп милләтле бөйөк илдә йәшәйбеҙ, ә бер-беребеҙ тураһында ҡайһылай аҙ беләбеҙ. Чукча - анектодтар геройы, ә, асылда, сыҙап торғоһоҙ ҡырыҫ тәбиғәт шарттарында көн итеүҙең уникаль мәҙәниәтен тыуҙырған, уны бөгөнгө көнгә тиклем һаҡлап алып килеп еткергән бөйөк халыҡ ул. Быны белмәйбеҙ ҙә, был турала уйламайбыҙ ҙа. Әгәр Ер йөҙөндә глобаль катаклизм килеп тыуып, бөгөнгө цивилизация юҡҡа сыҡһа, кешелек тарихын артабан чукча һәм йәшәү рәүеше уларҙыҡына оҡшаған Себер киңлектәренең башҡа ҡәүемдәре дауам итер, моғайын, тип фаразларға ҡала.

Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru