«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Рәсәй мәктәптәрендә ун меңгә яҡын уҡытыусы етешмәй. Шул уҡ хәл дауаханаларҙа ла, заводтарҙа ла һәм фәнни учреждениеларҙа ла күҙәтелә. Ни өсөн юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар бюджет өлкәһенә эшкә бармай?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӨФӨМДӘ ЙӘШӘП, КОРЕЙ ТЕЛЕН УҠЫТЫП...
+  - 


Корея менән Башҡортостандың ниндәй уртаҡ яҡтары бар тип уйлайһығыҙ? Ә бына корея телен үҙ теләге менән өйрәнгән башҡорт егете Арыҫлан Сәлмән улы ЯРМУЛЛИН ул оҡшашлыҡтарҙы яҡшы белә, быйыл ул Кореяның Берләштереү министрлығы янында эшләгән Мәғрифәтселек советының 25-се саҡырылышы ағзаһы итеп һайланған. Ошо ваҡиға айҡанлы беҙ ҙә уға үҙ һорауҙарыбыҙҙы бирҙек.

Арыҫлан, корей теле менән нисек мауығып киттегеҙ, ул һеҙҙе нимәһе менән ылыҡтырҙы?

- Корей теле менән 2019 йылда, университета икенсе курста уҡығанда ҡыҙыҡһына башланым. Студент саҡта буш ваҡытым күберәк ине, уны үҙем өсөн файҙалы итеп үткәрергә теләп, берәй ғәҙәти булмаған "экзотик" тел өйрәнергә ҡарар иттем. Һөҙөмтәлә корей телен һайланым. Башта университеттағы курстарға йөрөнөм, һуңынан корей милләтенән булған уҡытыусынан дәрестәр алдым.
Тора-бара мине Кореяның мәҙәниәте, музыкаһы, К-поп һәм дорамалар ныҡ ҡыҙыҡһындыра башланы. Телен өйрәнгән һайын, Кореяның үҙен дә яҡшыраҡ аңлай барҙым. Иң ҡыҙығы - тәүҙә бик алыҫ һәм серле булып күренгән илдең беҙгә яҡын яҡтары бихисап булыуы. Беҙҙең мәҙәниәтебеҙҙә, менталитетыбыҙҙа уртаҡлыҡтар бик күп. Был, мәҫәлән, телдә һәм өлкәндәргә ҡарата мөнәсәбәттә лә сағыла.
Айырыуса башҡорт теле менән корей теленең грамматикаһы оҡшаш булыуы мине ҡыҙыҡһындырҙы. Мәҫәлән, ике телдә лә һөйләмдә һүҙҙәрҙең урынлашыу тәртибе бик оҡшаш. Шуға күрә корей телен өйрәнгәндә ҡайһы бер грамматик конструкциялар миңә рус телендә һөйләшкән кешеләргә ҡарағанда еңелерәк бирелде.
Кореяла ла, беҙҙәге кеүек үк, үҙеңдән өлкән кешегә исеме менән генә мөрәжәғәт итеү әҙәпһеҙлек тип һанала. Ундай осраҡтарҙа кешенең йәшенә һәм статусына ҡарап, махсус мөрәжәғәт формалары ҡулланыла. Башҡорттарҙа ла ошондай үҙенсәлек бар бит.
Ә инде тағы ла тәрәнерәк китһәк, күптән түгел ҡайһы бер корей ғалимдары Кореяның тәүге дәүләтенә нигеҙ һалған мифик Тангун менән боронғо башҡорт илаһы Тәңренең асылда бер үк образ булыуы мөмкин тигән фараз тәҡдим итте. Йәғни ике халыҡ уны үҙенсә данлап, үҙенсә тасуирлаған, тигән ҡараш бар.
Ваҡыт үтеү менән корей теле минең өсөн ябай ғына хобби булыуҙан туҡтап, тормошомдоң бер өлөшөнә әйләнде. Хәҙер инде үҙем дә корей телен уҡытып, башҡа кешеләрҙе Корея менән таныштырам.

Кореяға барып ҡайтыуығыҙ хаҡында ентекләберәк һөйләп китегеҙ әле.

- Быйыл йәй мәлендә Көньяҡ Кореяға корей теле уҡытыусылары өсөн ойошторолған семинарға саҡырылдым. Ул 12 июлдән 17 июлгә тиклем Инчхон ҡалаһында үтте. Донъяның төрлө илдәренән килгән уҡытыусылар менән бергә лекциялар тыңланыҡ, дәрестәрҙә һәм практикумдарҙа ҡатнаштыҡ, түңәрәк өҫтәлдәр үткәрҙек, экскурсияларға йөрөнөк.
Минең өсөн иң ҡыҙыҡлыһы - төрлө илдәрҙән килгән корей теле уҡытыусылары менән аралашыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу булды. Шулай уҡ дәрестәрҙә яһалма интеллектты ҡулланыу буйынса практикум үтте. Унда алған белемдәремде хәҙер үҙ дәрестәремдә лә ҡулланам: интерактив видеолар, комикстар һәм башҡа уҡыу материалдары әҙерләйем.
Кореяла саҡта тағы бер мөһим ваҡиға булды. Мин Кореяның Берләштереү министрлығы янында эшләгән Мәғрифәтселек советының 25-се саҡырылышы ағзаһы итеп һайландым. Был совет Көньяҡ һәм Төньяҡ Кореяның тыныс юл менән берләшеүе тураһында кешеләргә мәғлүмәт еткереү, ошо тема буйынса мәғрифәтселек эшен алып барыу менән шөғөлләнә.
Быға тиклем ул советта тик Кореяла йәшәгән корей уҡытыусылары, журналистар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашҡан. Ә 2026 йылдан башлап сит ил корей теле уҡытыусыларын да саҡыра башланылар. Илселектең сайтында был турала иғланды күргәс, мин дә ғариза бирҙем һәм мотивацион хатымда үҙемдең ни өсөн был эштә ҡатнашырға теләүемде яҙҙым.
Минең кеүек сит ил уҡытыусыһы өсөн был, беренсенән, ҙур тәжрибә булһа, икенсенән, үҙем өйрәнгән һәм уҡыта торған тел аша Корея менән Башҡортостан араһындағы бәйләнештәргә үҙ өлөшөмдө индереү мөмкинлеген бирә.

Әлеге ваҡытта ниҙәр менән мәшғүлһегеҙ?

- Хәҙер минең тормошомда бер нисә йүнәлеш бергә алып барыла. Төп эшем - банктың HR бүлегендә. Унда төрлө HR проекттары менән шөғөлләнәм. Ә буш ваҡытымда корей теле уҡытып, үҙем ойошторған "Тонари" клубын алып барам. "Тонари" клубын Өфөлә 2024 йылда Корея теле һәм мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһынғандар өсөн ойошторҙом. Клуб сиктәрендә төрлө саралар үткәрәбеҙ: лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, кино күрһәтеүҙәр, һөйләшеү клубтары, Кореяға һәм корей теленә ҡағылышлы төрлө осрашыуҙар. Уларҙың күбеһе офлайн форматта, Өфөләге төрлө майҙансыҡтарҙа үтә.
Корей теле буйынса дәрестәрҙе онлайн үткәрәм. Шуныһы ҡыҙыҡлы: минең уҡыусыларым араһында төрлө йәштәге кешеләр бар. Балалар һәм студенттар ғына түгел, хатта минең атай-әсәйемдән дә олораҡ кешеләр корей телен өйрәнә. Этник яҡтан корей милләтенән булғандарҙы ла уҡытырға тура килә. Был тәү ҡарашҡа сәйер кеүек күренә, сөнки улар - ҡаны буйынса корейҙар, ә мин - башҡорт. Әммә күптәренең ғаиләһендә корей теле бер нисә быуын дауамында ҡулланылмаған, шуға күрә улар телде баштан башлап өйрәнергә мәжбүр.
Ә йәштәрҙең Корея мәҙәниәтенә һәм корей теленә ҡыҙыҡһыныуының төп сәбәптәренең береһе - Кореяның "йомшаҡ көсө", минеңсә. Тел, музыка, кино, сериалдар, аш-һыу һәм башҡа мәҙәниәт өлгөләре аша Корея үҙе тураһында бөтә донъяға таныта алды.
Мәҫәлән, йәштәр тәүҙә К-поп йәки дорамалар аша ил менән ҡыҙыҡһына башлай, ә һуңынан, минең кеүек, телен, тарихын һәм мәҙәниәтен тәрәнерәк өйрәнергә теләй. Был йәһәттән Кореяның тәжрибәһе беҙгә лә ҡыҙыҡлы: үҙ телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һәм тарихыбыҙҙы заманса форматтар аша йәштәргә һәм бөтә донъяға танытыу өсөн ошондай мөмкинлектәрҙе күберәк ҡулланырға була. Мәҫәлән, күптән түгел беҙҙең башҡорттоң "Ay Yola" төркөмө бөтә донъяға танылды. Минеңсә, ошондай миҫалдар күберәк булырға тейеш, һәм беҙгә лә бынан үрнәк алырға кәрәк.
Артабан да ошо йүнәлештә үҫергә теләйем. Кореяға күсеп китергә тигән маҡсатым юҡ. Корея миңә бик оҡшаны, айырыуса Сеулдағы уңайлы инфраструктура, транспорт, сервис - барыһы ла бик ҡыҙыҡлы. Әммә үҙемдең тыуған еремде нығыраҡ яратам. Атайым әйткәндәй: "Сит илдә солтан булғансы, үҙ илдә олтан бул". Шуға күрә Өфөлә йәшәп, корей теле уҡытып, Башҡортостан менән Корея араһындағы бәйләнештәрҙе үҫтереүгә үҙ өлөшөмдө индерергә теләйем.

Айһылыу ДАУЫТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №39, 2 - 8 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.10.26 | Ҡаралған: 7

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru