«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә сентябрь календары "Бөтөн донъя автомобилһеҙ бер көн" иғлан итте. Ә һеҙ машинаһыҙ йәшәй алыр инегеҙме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ДЕГӘНӘК
+  - 

"…Әллә бал яратҡанға инде, дегәнәк (Лопух большой - Arctium lappa L.) сәскә атҡанды айырыуса түҙемһеҙлек менән көтә инем мин. Әллә ни иҫ киткес матурлығы ла, тәмле еҫе лә юҡ уларҙың. "Дегәнәк сәскә атһа, бал бешә", тип атайымдың әйткәне күңелгә һеңеп ҡалған да, әйҙә мин, йәбешкәк тумалсайҙарҙан күҙ алмай, ҡасан уларҙың тап уртаһында ғына көрән ҡыҙыл сәскә ишараты моронлар икән, тип ашҡынып көт тә йөрө!…"

Мин был юлдарҙы яҙыусы Шакир Янбаевтың "Дегәнәк" исемле хикәйәһенән алдым. Хикәйә беҙ, ғәҙәттә, сүп үләне тип ҡарарға күнеккән үҫемлеккә ҡарата шундай һөйөү һәм рәхмәт тойғоһо менән яҙылған, хатта уның ҡайһы бер файҙалы үҙенсәлектәрен һәм кеше тормошонда тотҡан урынын белмәү уңайһыҙланырға мәжбүр итә. Хәйер, ниңә әле беҙ уны ауыр һуғыш йылдарында икмәк урынына бешереп ашағанды ғына иҫләйбеҙ. Көнбайыш Европаның ҡайһы бер илдәрендә, мәҫәлән, Францияла, Бельгияла, Болгарияла, хәҙер ҙә дегәнәктән бына тигән повидло, ҡайнатма кеүек тәм-том әҙерләйҙәр, хатта ҡышҡылыҡҡа тоҙлап та ҡуялар.
Дегәнәк айырыуса Японияла аҙыҡҡа яраҡлы үҫемлек булараҡ киң таралған. Уны баҡсаларҙа, айырым плантацияларҙа сәсеп үҫтерәләр. Дегәнәктең бер йыллыҡ тамырын көҙ көнө бешереп йә ҡурып ашайҙар. Дегәнәк тамырҙары сихәтле. Уның тамырҙарында 45 процент инулин, 12,3 процент протеин, эфир майҙары, органик кислоталар бар. Август айында уның тамырын ҡаҙып алып йыуып таҙарталар һәм, эреләрен уртаға ярып, ҡояш нуры төшмәгән урында йәйеп киптерәләр. Билдәле үлән менән дауалау оҫтаһы, яҙыусы Рим Ахмедов үҙенең "Одолень трава" тигән китабында: "…яҙ көнө мин йәш дегәнәк тамырын ҡаҙып алып сәйнәйем дә йөрөйөм. …Бөтөн тән яңырып киткәндәй була" тип яҙа. Дегәнәк япраҡтарында 350 мг процент аскорбин кислотаһы, эфир майы, ирекләүсе матдә бар. Былар бөтәһе лә дегәнәкте файҙалы үҫемлектәр рәтенә индерергә булышлыҡ итә.
Дегәнәк япраҡтарынан салат. 150 г дегәнәк япраҡтары, 30 г керән, 50 г йәшел һуған, 20 г ҡаймаҡ, тоҙ алына. Йыуып таҙартылған дегәнәк япраҡтарын 1 - 2 минутҡа ҡайнар һыуға төшөрөп алалар ҙа бер аҙ киптереп ваҡлайҙар. Ваҡланған дегәнәк япраҡтарына - һуған, кәрәгенсә тоҙ, ит турағыс аша үткәрелгән керән ҡушып болғатҡас, өҫтөнә ҡаймаҡ ҡоялар.
Дегәнәк япраҡтарынан аш. 300 г дегәнәк япраҡтары, 80 г башлы һуған, 40 г дөгө, 40 г ит майы, 200 г картуф, тоҙ, борос, самалап һыу алына. Иң тәүҙә һыуға дөгө менән картуф һалып ҡайнаталар. Бешеп сығырға 10 - 15 минут ҡалғас, ваҡланған дегәнәк япраҡтары менән һуған һалалар.
Дегәнәк япраҡтарынан пюре. 1 кг йәш дегәнәк япраҡтары, 100 г ҡуҙғалаҡ, 100 г тоҙ, 25 г укроп һәм борос алына. Дегәнәк япраҡтарын ит турағыс аша үткәреп, тоҙ, борос, укроп, ҡуҙғалаҡ ҡушып, бөтәһен бергә һәйбәт итеп бутағас, быяла һауытҡа һалып, һыуытҡысҡа ҡуялар. Был пюрены салатҡа, төрлө аштарға, балыҡ йәки ит менән бешерелгән блюдоларға тәмләткес итеп бирергә мөмкин.
Дегәнәк тамырҙарынан повидло. 1 кг дегәнәк тамыры, 1 л һыу, 50 г һеркә эссенцияһы алына. Һыуға, һаҡлыҡ саралары күреп, һеркә эссенцияһы һалып, ҡайнатып алалар. Һыу ҡайнағас, ит турағыс аша үткәрелгән дегәнәк тамырын һалып, талғын утта 2 сәғәт бешерәләр. Әҙер булған повидлонан мармелад һәм башҡа тәм-том әҙерләргә була йәки шул көйө сәйгә ҡушып ашарға ла ярай.
Дегәнәк тамырҙарынан ҡәһүә. Бер йыллыҡ дегәнәк тамырҙарын йыйып йыуалар ҙа һоро төҫкә ингәнсе духовкала йәки мейестә киптерәләр. Һуңынан ҡәһүә тартҡыста ваҡлайҙар. Артабан 1 л стакан ҡайнар һыуға 1 - 2 балҡалағы иҫәбенән һалып, ҡәһүә урынына эсәләр.

Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.

"Киске Өфө" гәзите, №38, 25 сентябрь – 1 октябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 24.09.26 | Ҡаралған: 6

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1230 һум 42 тингә яҙылырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru