«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35  |  36  |  37

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

11 сентябрь - Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының милли кейеменә арналған көн. Был байрам хәҙер матур йолаға әүерелеп бара. Ә һеҙ үҙегеҙҙең ырыу-тамғағыҙҙы һәм милли кейемегеҙҙе беләһегеҙме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ПРОТОТИП, ЙӘҒНИ БЕР ФОТО-РӘСЕМ УЯТҠАН УЙҘАР
+  - 


Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова һуңғы йылдарҙа бик үҙенсәлекле "Аҡлы-ҡаралы донъя" тигән хәтернамә циклы яҙа башланы. Тормош юлына һәм ижады биографияһына бәйле был парадоксаль яҙмаларҙың бер өлөшө былтыр "Ағиҙел" журналының 9-сы һанында донъя күрҙе лә инде. Уларҙың үҙенсәлеге шунда: автор үҙенең башланғыс ижад йылдарынан алып бөгөнгәсә үҙ тормошоноң сетерекле ваҡиғаларын, туғандарын, айырым шәхестәрҙе иҫкә ала, теге йәки был әҫәрен яҙыуға сәбәпсе булған тормош ваҡиғаһын бәйән итә. Яҙмаларҙың исемдәрен генә атау ҙа күпкә ишара, әйтәйек: "Яныу", "Урланған "а", "Түңәрәк круг", "Сатан өйрәк балаһы", "Дөйөм мунса", "Талҡаҫ", "Мәсхәрә", "Бай балаһы", "Бүре күҙҙәре", "Тәүәккәллек", "Юлаусылар","Таяныу нөктәһе", "Алма һәм намыҫ", "Поезда", "Депутат","Оятһыҙ ағай", "Ҡайындар иле", "Йәшел бесәй ҡыҙыл ҡойроҡло", "Сатыбаляша", "Шайтан балалары" һ.б.
Ошо циклға ҡараған тағы бер хәтирәһендә яҙыусы бер фото-рәсемгә ҡарап ҡына ошо мәҡәләне яҙған. Шуныһы ғәжәп: фотолағы Фәүзиә инәйгә ҡараһаң, уның йөҙөндә һәр ҡайһыбыҙ үҙенең әсәһен, өләсәһен, ҡартәсәһен, инәһен, апаһын - туғанын таныйҙыр. Мин иң тәүҙә уны ауылдашым Рәйес Түләктең әсәһе Яңылбикә инәйгә оҡшаттым, ә инде мәҡәләне уҡый башлағас, әсәйемдең, өләсәйемдең, ҡартәсәйемдең, атайымдың бер туған апаһы Нурия инәйемдең һәм бик күп инәйҙәремдең сифаттарын таныным. Фәүзиә инәй яҙыусының күп кенә әҫәрҙәренең прототибы ла. Быға инанырға теләһәгеҙ, иң тәүҙә фотоны ентекләп ҡарағыҙ, артабан ошо мәҡәләне уҡып сығығыҙ...

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

Селтәр сәбәпсе булдымы, әллә...

Бик боронғо өйҙөң ишек алды. Ишектә - ҡара камзул кейгән, аҡ күлдәкле, аҡ яулығын яҙып ябынған оло йәштәге инәй һыны. Арыраҡ - ҡыҙ бала. Тотош күкрәген ҡаплап торған селтәр һалынған. Әүәл был фотоны интернет селтәрендә күреп ҡалдым. Бәй, был бит беҙҙең Фәүзиә инәй! Фәүзиә Мөхәмәтҡолова. Эргәһендәге үҫмер ҡыҙ - ейәнсәре Клара. Һикһәнде үткән Клара апай иҫән. Фәүзиә инәйемдең баҡыйлыҡҡа күскәненә алты тиҫтәгә яҡын ғүмер үткән. Ә фото ҡалған, һаҡланған. Был фотоның ғүмерле булыуына ҡыҙ өҫтөндәге селтәр сәбәп булдымы, әллә...
Ул замандағы аҡлы-ҡаралы фотонан камзулдың ысын ҡиммәтен баһалап булмай, әлбиттә. Ә мин бит беләм! Саф көмөш, ысын мәрйендән яһалған был ҡомартҡының инәйгә кемдән ҡалғанын да, инәйҙең уны нисек һаҡлауын да беләм. Белеү генә түгел, "Ҡәҙриә" исемле хикәйәмдең дә яҙылыу тарихына ошо ҡомартҡы-аманаттың сәбәп булғанын да һөйләй алам.
Хәйер, бер хикәйә генәме? Ғөмүмән, бөтә ижадымды байытҡан, уның һиммәтен һәм ҡиммәтен күтәргән аҫыл хаттарҙың нигеҙендә ошо ябай ғына кейемле, ғүмеренең һуңғы йылдарын тома һуҡырайып үткәргән Фәүзиә инәйем сәбәп булғанды һөйләмәү мөмкинме?
Йылғалар тауҙарҙан башланған кеүек, ижад та шул тере шишмә бит, тик ул рухтары менән мәғрүр тауҙарға оҡшаш кешеләрҙән башлана. Тәүге хикәйәм "Ялан сейәһе" егерме дүрт йәшендә тол ҡалған күрше ҡатын Бибинур (Гөлйыһан) апайҙан башланһа, артабан "Аҡ тирәк" драмаһында - Гөлниса, "Төштәге йыр"ҙа - Гөлзада, "Бөйрәкәй" пенталогияһында Барсынбикә - Фәүзиә, "Һәйкәл тураһында баллада" ла - Мәстүрә, "Китмәгеҙ, торналар"ҙа Бибизата булып, мөхәббәттәренә, иманға тоғро ҡалып, ҡурпыларын бағып, тоҡомдарын ҡурсып, ил инәһе дәрәжәһенә күтәрелгән бей-бисәләр образында әҫәрҙән-әҫәргә йәшәүҙәрен дауам иттеләр. Ижадымдың башындараҡ яҙған "Күгәрсен йыры" исемле хикәйәмдә дүрт күршем - дүрт инәйем дүрт фәрештә кеүек, ҡыҙ баланың күңеленә ояларға иткән асыу-ярһыуҙан һаҡлай. Төшөмдә улар балаға дүрт күгәрсен ҡиәфәтендә килә. Был әҫәремдә инәйҙәремде үҙ исемдәре менән индергәнмен: Фәүзиә, Хөмәйрә, Сәмиғә, Бибинур. Хикәйәлә ошондай юлдар ҙа бар: "...Байтаҡ йылдар үткәс, күп йылдар уҙғас, диңгеҙ хәтле һыуҙар кискәс, инәйҙәрем оҙатып ҡалған ошо урынға тағы килермен. Үҙҙәрен дә, ғүмер иткән донъяларын да таба алмағас, оло юл менән үргә, зыяратҡа күтәрелермен. Исемдәре уйылған таштарҙың да бер-беренә күрше генә тороуҙарын күрермен дә, аяҡ остарына сүгәләп, былай тип өндәшермен:
- Тегендә үҙегеҙҙе тапмағас, аяғым ошонда тартты. Бәғзеләрегеҙҙең нигеҙе лә юҡ хатта...
- Юҡ, балаҡай, беҙ барбыҙ, беҙ ербеҙ, тыуған тупрағыңбыҙ, игелекбеҙ. Күпме йылдар үткәс тә, беҙҙе эҙләп килгәнһең икән, беҙ һинең йәнеңә лә шул рәүешле уйылғанбыҙ. Беҙ йыр ҙа, икмәк тә, беҙ - мәңгелек, беҙ - иман! - тигән ауаз ишетермен (1-се том, Китап - 2017).
Үҫкәндә ни күрһәң, осҡанда - шул, тиҙәр бит. Ирҙәрен, бәғзеләре улдарын яуҙарҙа юғалтып, рухтарын байраҡтай күтәреп йәшәгән ошо инәйҙәрҙән фатиха алып, оло юлға юлланмаһам, ығы-зығылы, ваҡыты менән ыжғыр елдәрен, аҙаштырыр бурандарын йәлләмәгән был тормош ниндәй хәлдәргә төшөрмәҫ ине... Был - шулай. Әммә минең ниәт, ҡулға ҡәләм алырға мәжбүр иткән нәмә - фото. Ул рәсемдә әле телгә алған инәйҙәремдең береһе, башта әйткәнемсә, Фәүзиә Мөхәмәтҡолова. Минең ҡыҙ фамилиям шулай уҡ Мөхәмәтҡолова. Фәүзиә инәйҙең ире Ниғмәтулла апа (бабай) менән атайымдың атаһы бер туғандар. Йәғни Мөхәмәтсафа олатайҙың өс улы була: Ғибаҙулла, Һибәтулла, Ниғмәтулла. Ниғмәтулла апа оҙон буйлы, ерән сәсле ир була. Әсәйем минең ҡыҙғылт сәс көлтәһенә ҡағылған һайын:
- Һы... Ниғмәтулла апаң ҡошап... ерән сәс! Ярар, ерән сәсле кеше сәсән була ул, - тиер ине.

Һылап-һыйпап ир еткереп алдым...

Апаның үҙен күргәнем булманы. Мин иҫ белгәндә юҡ ине инде. Фәүзиә инәй менән күрше йәшәйбеҙ. Тәҙрәләш. Беҙҙең өй ҡарағас, олатайҙан ҡалған. Фәүзиә инәйҙеке лә ҡарағас. Ул олатайҙың атаһы Ҡотлогилденән ҡалған. Уларға күрше нигеҙ - Мөхәмәтҡол олатайҙыҡы, тинеләр. Шуға беҙ барыбыҙ ҙа Мөхәмәтҡолов инде. Фәүзиә инәй Ниғмәтулла апама еңгә ҡатын булып килгән, тиҙәр ине. Үҙенең дә:
- Мин килгәндә апағыҙға ун ике генә йәш ине. Кис булһа, ҡапҡа башына менә лә ултыра. Ҡурмас ҡыҙҙырып, алдатып, саҡ төшөрөп алып, яныма һалам. Һылап-һыйпап, ир еткереп алдым апағыҙҙы, - тип һөйләгәнен ишеткәнем булды. Һәр хәлдә, Фәүзиә инәй менән Ниғмәтулла апанан Ишмөхәмәт, Ишҡужа исемле улдар, Ишбикә исемле ҡыҙ бала тыуа. Ишҡужа ағайҙы һуғыш ваҡытында ФЗО-ға алалар. Ишбикә апай, өс бала әсәһе булғас, ҡаты сирләп донъя ҡуя. Ишмөхәмәт ағай ҙа шул уҡ үпкә сиренән китә. Ишбикә апайҙың Ғәлиә исемле бик теремек, зирәк аҡыллы ҡыҙы ғүмерен дә шул сир алып китә. Был фажиғәне мин "Ай менән Ҡояш бер генә" тигән тәүге ҙур күләмле повесымда бәйән ҡылғанмын. Ғәлиә миңә үлер алдынан көмөш тәңкәләрҙән яһалған хәситәһен бүләк иткәйне. Ялтырап торған тәңкәләр минең муйында төн сыҡҡансы ҡап-ҡараға әйләнде. Әсәйем уны шундуҡ сисеп алды ла, башҡаса күрһәтмәне. "Һинең тәнеңә көмөш ярамай, күрәһең", - тине. Эйе, ул повесҡа Ишбикә апай ҙа, Ғәлиә лә, Фәүзиә инәй үҙе лә үҙгәрешһеҙ тиерлек килеп ингән. Әйткәндәй, Ишбикә апай мәрхүмәнең ире Сибәғәт еҙнәй ҙә шул уҡ сир менән ауырып үлә. Әсәйемдең: "Инәңә Хоҙай түҙем бирһен, бер йыл эсендә өйөнән дүрт мәйет сыҡты",- тигәне иҫемдә.
Фәүзиә инәй ике етем бала менән ҡалды. Клара - менингит сире мейеһен зарарлаған ҡыҙ бала ине. Төҫкә таҙа, әммә... Айрат - ейәне. Минең йәштәш. Бала сағында аяғын төкөтөп, аҫҡап ҡалған ир бала. Беренсе кластан бергә уҡыныҡ, дәрестәрҙе бергә әҙерләнек, сәхнәлә "Аҡҡоштар"ҙы дуэт йырланыҡ...
Ике зәғиф бала менән яҙмыш ҡосағында ҡалған Фәүзиә инәйҙең тормошо, шөғөлдәре һәр саҡ күҙ алдында барҙы. Инәйҙең иң беренсе күҙгә ташланған характер һыҙаты - ул бер ҡасан да буш ултырманы. Уларҙың кәртә артынан ғына ҙур булмаған йылға аға ине. Шул инешкә төкәтеп тигәндәй, ике соҡор уйылған. Ул соҡорҙа инәйҙең һалабаштары - киндер орлоғо һабаҡтары сереп ята. Инәй уларҙы таш менән батырыбыраҡ та ҡуя. Шулар серегәс, өйөнә ташып ала ла, һыҙыра. Балаҫ һуға торған станогында шул һалабаштарҙан туҡыма һуға. Колхоз тоҡ тегә шуларҙан, арҡан иштерә. Шулар өсөн инәйгә әҙерәк трудодень һуҡтылар шикелле. Йәй көндәре инәй ҡара таңдан емешкә сығып китер ине. Буш ҡайтманы. Сейә, еләк, муйыл, энәлек киптерҙе. Ағас тирмәне бар ине. Шуларҙы тартып, порошок яһай. Йыл әйләнәһенә унан емешле май, талҡан өҙөлмәне. Сирләһәк, күңелгә ятырлыҡ танһыҡ ризығын тотоп, иң элек ул инә ине хәл белергә:
- Ҡыҙыма (йә улыма) муйыл әвиндем. Эс киткәнгә ифрат килешә...
Икмәк индерһә, унда мотлаҡ киндер орлоғо ҡушылған була. Тәмле лә, туҡлыҡлы ла.
Айрат менән гел бергә уйнайбыҙ. Уйнағас, асығабыҙ. Инәй бер һыныҡ икмәкте икегә бүлеп бирә лә:
- Ултырып ашағыҙ. Икмәкте аяғөҫтө ашамайҙар, - ти. - Уның бер валсығы һеҙҙән дә, беҙҙән дә оло!
Ултырабыҙ. Икмәк - ҡәҙерле ризыҡ - тәмен оҙағыраҡ татығы килә.
- Аяҡтарығыҙҙы һелкетмәгеҙ ашағанда, - ти инәй. - Шайтан саҡырмағыҙ. Шайтан һеҙ сәйнәгәнде йотоп торор әтеү...
Һелкетеү ҡайҙа! Бөтә инәйҙәр ҙә ингән бер балаға икмәк биреп ултыртып ҡуймай ҙа ул. Әгәр ҙә инде шунда йәшен йәшнәп, күк дөрһөлдәһә, инәй беҙгә:
- Үә лә хәүлә, үә лә ҡеүәтә, илла биллаһи-л-ғәли-ил-ғәҙим, тип ҡултыҡ аҫтын һыпырығыҙ, - ти. - Шайтан, йәшендән ҡасып, ҡултыҡ аҫтығыҙға ултырмаһын.

Инәй йомарт булды

Ҡарт бер өләсәй һәм ике зәғиф етемдән торған ғаиләлә эшләгән, мал тапҡан бер кеше булмаһа ла, Фәүзиә инәйҙе ҡылыҡһырлаған тағы бер һыҙат - уның йомартлығы ине. Беҙгә йыш ҡына Сибайҙан әсәйҙең туғандары килер булды. Кейәүгә киткән апайҙар ҙа йыш ҡына хәл белеп торҙо. Иң өлкән апай алыҫ йәшәне. Икенсе Этҡол ауылы Ирәндек аръяғында, Бөрйән урмандары яғында бит. Бына шунан килә ине улар. Еҙнәмдең атын ауылда танып бөттөләр. Күрше Бибинур апай, әллә ҡайҙан күреп ҡалып, йүгереп килеп ҡапҡаны шар асып ебәрә. Атты туғарыуға Фәүзиә инәй сәйгә саҡыра һала. Элек хәҙерге ише телефон юҡ, аш-һыу әҙерләү аңғармаҫтан килеп төшкән ҡунаҡ килгәс кенә башлана. Ә был ваҡытта килгән ҡунаҡ Фәүзиә инәйҙең үләндәр ҡушылған тәмле сәйен емеш-еләккә ҡушып һемерә, һыуһын ҡандыра. Муса еҙнәм инәйҙең шул ҡунаҡсыллығын һәр ваҡыт күҙенә йәш алып иҫкә төшөрөр булды:
- Фәүзиә ҡәйнәм ашъяулығына кипкән еләк-сейәһен һибеп ебәрә, сөсө икмәген һындырғылап ташлай ҙа "Әйҙә, етешегеҙ, оҙон юл - һыуһап, аңҡап килеп ултыраһығыҙҙыр", - ти. Әйткәндәй, минең теге "Ай менән Ҡояш бер генә" повесымда ла инәй менән сәй эсеү йолаһы һүрәтләнгән. Инәй менән һәр аралашыу ҙа доғаға тиң иҫтәлек булғанлыҡтан, ошо өҙөктө был яҙмама ла күсереп ҡуям.
"Булғанына шөкөр итеү... Һәр хәлдә мин инәйемдең бар тип шатланғанын, юҡ тип ҡайғырғанын хәтерләмәйем. Шулай ҙа инәйемдән ҡалған иң ҙур иҫтәлек - уның менән бергә ултырып сәй эсеү, ҡунаҡ булыу.
Ҡунаҡ булыу тигәс тә, быларҙың табыны милли аштарҙан, ҡабартма, бауырһаҡтан, сейәле, еләкле майҙарҙан һығылып торған икән, тип уйларға ярамай. Эш бында икенсе нәмәлә.
Таҙа итеп йыуылған ҡорама юрғандар уртаһында киндер ашъяулыҡ. Шул ашъяулыҡтың ҡап уртаһында - эре сәскәләр төшөрөлгән ҡара батмус. Ситтәрәк урындыҡ ширлегендә, ҡурай һәм ҡумыҙ тауыштары сығарып геүләп ултырған еҙ самауыр. Самауыр эргәһендә тышы ҡырылып йыуылған, ҡайһылыр быуаттың ниндәйҙер оҫтаһы тарафынан эшләнгән ағас һөт һауыты. Шул хикмәтле биҙәктәр менән семәрләп ырылған сөм һауытҡа башы ағарып бөткән ағас ҡалаҡ һөйкәтелгән. Батмуста - сынаяҡтар, боронғо ағас бормасала - шәкәр. Икмәк, телемләп киҫелеп, һәр кемдең алдына һалына. Һыйырҙың һауҙырған сағы булһа, әлеңге түңәрәк батмуста бер йомарлам май ҡояш кеүек көлөп ята...
- Бисмилла... - Мәрзиә инәйем (бында ул шул исемдә, автор иҫкәрмәһе) тыйнаҡ тантаналы рәүештә баяғы һөт һауытына һөйәлгән ҡалаҡҡа үрелә. Һәр хәрәкәтендә илаһи тыныслыҡ, тотанаҡлы абруй. Һин үҙең дә ошо тынлыҡтың, ситтәрен йылдар, дәүерҙәр ашап йомрайтҡан тантаналы мәңгелектең бер өлөшөһөң". (2019 йыл, 2-се том. Әҫәрҙәр. Таңсулпан Ғарипова).
Эшсәнлек. Йомартлыҡ. Инәйҙең ике сифатын ғына атаным. Ә уның кешенең тән төҙөлөшөн белеүе. Ҡул, аяҡ быуындары сығамы - уға йүгерәбеҙ. Хәҙер генә һыуын йылыта ла, һабын тоттора. Арлы-бирле ыуған кеүек кенә хәрәкәттәр яһауына сыҡҡан быуын урынына ултыра. Мейене лә ҡаҡты. Башты үлсәне, шунан урын еренә ҡуйҙы. Бала тыуырға ваҡыт етһә:
- Инәңә әйтә һал! - Исемләп тороу ҙа юҡ.
Минең Фирҙәүес апай ҙа:
- Мин кендек инәмә оҡшағанмын, шуға сабырмын,- ти торғайны. Ысыны ла шул: апай ауыҙы тулы ҡан булһа ла, төкөрмәне. Шуныһы ла ысындыр: тыуасаҡ бала, тапҡан инәмә түгел, кендегемде ҡырҡҡан инәмә оҡшармын, тип юрай тиҙәр.

Бохара тәрилкәһе

Инәйебеҙ, башта әйткәнемсә, һуҡырайҙы. Бер осор ҡалалағы улы, Ишҡужа ағай, Айратты Темәс интернатына тапшырып, әсәһен һәм Клараны үҙҙәренә Сибайға күсереп алып ҡайтты. Торламанылар. Бер генә ҡышты сыҡтылар унда. Инәй һәм Клара тағы шул иҫке нигеҙҙә йәшәй башланы. Айрат та ҡайтты интернаттан. Һигеҙенсене бөт-кәс, почта тарата башланы. Мин Түбәгә уҡырға киттем. Тормош һәүетемсә дауам итте. Өйгә ҡунаҡ йыйһаҡ, әүәлгесә Фәүзиә инәйҙән бик боронғо, Бохара яғынан килгән тәрилкәне алып торабыҙ. Шундай затлы монаят тойола ине ул миңә! Бер әйттем әсәйгә:
- Әсәй, Фәүзиә инәй ошо тәрилкәне һораған һайын тоттора ла сығара, ярып ҡуйырҙар тип ҡурҡмаймы икән?
- Әллә... бәлки, ҡурҡалыр ҙа... Тик ул тәрилкә бит Мөхәмәтҡол олатаңдан, йәғни атайыңдың олатаһының олатаһынан ҡалған ҡомартҡы. Уртаҡ ҡомартҡы була инде...
Алғараҡ китеп әйтәйем, ул һарғылт һәм өҫтөнә йәшел япраҡ шәкеле һырылған биҙәкле тәрилкә хәҙер Баймаҡ китапханаһы ойошторған "Әҙәбиәт музейы"нда һаҡлана. Уны миңә һикһәненсе йылдарҙа бер Күсейгә килгәнемдә Айрат үҙ ҡулы менән тапшырҙы: "Апый, был ҡомартҡы һиндә һаҡланһын", - тине. Айрат минән айлап ҡына кесе булһа ла, миңә һәр саҡ "апый", йәғни "апай" тип өндәште.
Инәйемдең боронғо нигеҙҙә ултырған ҡарый донъяһында бынан башҡа ла минең өсөн ҡыҙыҡлы монаяттар бар ине. Мәҫәлән, һандыҡ. Семәрләп, зауыҡ менән яһалғайны ул. Ә иң ҡыҙығы - биге. Йоҙағын асҡанда унан моңло ғына, сихри ауаз сыға. Инәй уны бик һирәк асты. Фотола Клараға һалынған селтәр, күрәһең, шунда һаҡланды. Ул селтәрҙе һорап килеүселәр ҙә булды. Инәй һатманы. Әсәйемә шул хаҡта әйттем бер.
- Инәйең аҡсаға алдана торған зат түгел, - тине әсәй. Ҡурҡа торған күлдәге лә күптән туҙған. Аты ла булды уның. Аҡтар килеп, күкрәгенә мылтыҡ терәп, атын алырға иткәндәр. Инәйең: "Башта үҙемде атығыҙ", - тигән, йүгәнде ҡулынан ысҡындырмаған. Ҡыҙылдарға ла ат кәрәк булған. Инәйең командирына барған да: "Яңғыҙ әбейҙең яңғыҙ атын алырға хаҡығыҙ юҡ!" - тигән.
- Хәҙер юҡ та аттары...
- Колхозға бирҙе уны. Унан бирле, балаҡай, күпме һыу аҡты. Ат түгел, күпме кеше юҡ хәҙер. Һуғыш алып китте күбеһен. Инәйеңдең өйөнән генә күпме мәйет оҙатылды...
- Инәйем ул хаҡта һөйләмәй ҙә...
- Ныҡ бит ул. Тешләнмә. Барына шөкөр итә белә...
Мин көлөмһөрәнем. Беләм бит, әсәйем совет уҡытыусыһы, ә белемде төрлө мәҙрәсәләрҙә алған, дини китаптар уҡыған. Күңеле минең дәһрилекте ҡабул итеп бөтмәй. Шуға ҡыҫтырмай ҡалманым:
- Был донъяла ярлы йәшәгәндәр тегендә (йәғни үлгәс) ожмахҡа эләгә ти бит...
Әсәйем тәҙрәгә яҡын килеп Фәүзиә инәйҙең беҙҙең яҡҡа ҡараған тәҙрәләренә баҡты:
- Инәйең, ҡыҙым, ожмахты был донъяла тапҡан кеше. Ожмах уның күңелендә.
- Һы! Ожмахты үлмәйенсә лә табып була икән...
Әсәйем өндәшмәне. Бары:
- Икмәк һалғанмын, хәҙер май бешәм, инәңде сәйгә алып ин, - тип кенә ҡуйҙы.
Һәр эштең башы булған кеүек, аҙағы ла була шул инде. Урта мәктәпте тамамлап, ауылда ике йыл китапханасы, клуб мөдире булып эшләгәндән һуң, өҫтө бер аҙ бөтәйтеп, уҡырға китергә әҙерләндем. Бер көн иртән Айрат килеп инде:
- Апый, мин бөгөн бесән сабырға өмә яһайым. Килә алаңмы?
- Киләм, әлбиттә. Ә кемдәр була?
- Үҙебеҙҙең класташ малайҙар инде. Әғләм, Зәйнәғи, Ғәлимйән....
- Ярар.
- Ат менән барырбыҙ.
Аңланым. Сабынлығы ауылға яҡын уларҙың. Мин унан саҡ ҡына өҫтәрәк сабам. Айрат - чабан. Ялы юҡ. Һыйыр көтмәйҙәр хәҙер, һарыҡтары бар. Әҙерәк иғәнә кәрәк шул. Мин инде эште тапшырҙым. Ике-өс көндән юлға. Баш ҡалаға!
Август аҙағы булһа ла, үлән ҡатмағайны. Ере һыуһын. Әлбиттә, бесәне лә шәп булмаҫ - күрән. Юҡтан ғәйри инде. Айрат, алғы янбашы сыҡҡас, ауыр эшкә барымы юҡ. Беҙ, дүрт салғы, сабынлығын ике-өс сәғәттә ҡырып һалдыҡ. Дүртенсе класты бөткәндән алып бесән саба торғас, миндә көс тә, таһыл да етерлек ине. Етмәһә, егеттәр кеүек, тартырға туҡтап, ваҡытты исраф итмәйем. Шуға күрә миңә егеттәрҙең тиҙлегенә түгел, уларға минең тиҙлеккә өлгәшеүе ауырғараҡ төштө буғай. Арбаға тейәлештек. Салғылар өҫтөнә мул итеп йәшел бесән һалып алып, ҡайтырға сыҡтыҡ.
- Һарыҡ һуйып биреп киттем, ҡайтып китмәгеҙ, - ти Айрат. - Өләсәйем шулай ҡушты.
Ысынлап та, тыштағы усаҡта ут һүрелгән, ҡаҙандан бешкән ит еҫе боҫорай. Өйгә үттем. Инәй, ғәҙәтенсә, урындыҡ мөйөшөндә ултыра.
- Ҡыҙым, - тине миңә, ингәнемде әллә ҡайҙан һиҙенеп. - Ошо ашҡа һалманы үҙең баҫып ҡырҡсәлең?
- Ярар. - Мин табаҡҡа үрелдем. - Клара, он ҡайҙа?
- Ҡыҙым, - инәй йәнә өндәште. - Ҡамырҙы... һурпаға баҫаң шикелле һин?
- Эйе. - Күреп тора тиерһең: ысынлап та, мин һалмаға тигән ҡамырҙы бешкән ит һурпаһына баҫам. Йомортҡа ла һытам...
- Беҙҙә йомортҡа юҡ инде ул. Балам, һин ҡамырға бәләкәй суда һал.
- Ярар.
Һалмаға тигән ҡамырға сода һалғаным юҡ ине бығаса. Һалдым. Яңы һуйылған йәш бәрән ите булғанғамы, аш ифрат тәмле килеп сыҡты! Содалы һалма ойошманы, еңел һәм тиҙ ҡабарып сыҡты. Инәкәйем дә рәхәтләнеп ашаны. Тәрбиәле ҡулдан бешкән аш уға танһыҡ ине шул. Минең ҡулдан һуңғы тапҡыр ейгән ризығы булды инде. Мин киттем, әсәйемде ағай Сибайға үҙ янына алды. Атайымдың олатаһынан ҡалған ҡарағас өйҙө ағай башкөллө Айратҡа бирҙе. Айрат өйләнде. Өс ул, ике ҡыҙ үҫтерҙеләр. Айһылыу менән бергә. Фәүзиә инәйебеҙ шул мин киткән ҡышты гүр эйәһе булған. Клара Айрат ҡустыһы менән йәшәне. Уның балаларын ҡарашты. Әле лә минең Илдар ағай һәҙиә ҡылған ҡарағас өйҙә йәшәй...
С глаз долой и из сердца - вон, ти урыҫ мәҡәле. Фәүзиә инәй менән аралашып, күҙ күрешеп йәшәү мөмкинлеге тамамланһа ла, күңел тартылыуы, рухи аралашыу бөтмәне. Улай ғына түгел, яңы һәм бейегерәк баҫҡысҡа күтәрелде. Яҙмамдың башында әйткәнемсә, башта "Ялан сейәһе"нә, "Бал тип үрелгәнем" хикәйәләренә үҙенең бошона белмәгән шаян, дәртле темпераменты менән ут күршем Бибинур апай Диярова килеп инде, унан инде Фәүзиә инәйем дә көттөрмәне: "Ҡәҙриә", "Аҡ тирәк", "Төштәге йыр", "Китмәгеҙ, торналар!", "Сәскәләр һабаҡта кибә", "Бөйрәкәй"...

Ысын ҡиммәттәрҙең баһаһы

Әҫәрҙәрҙә инәйҙең холҡо, ҡылыҡ-фиғеле төрлө аспекттарҙа асылды. "Ҡәҙриә"нән башланды был яҙмам. Ахырында тағы шуға әйләнеп ҡайтҡы килде. Бына Ҡәҙриә менән өләсәһе араһындағы әңгәмә: (Ҡыҫҡартып бирәм. Авт.)
- Ҡыҙҙар туй күлдәген ғүмергә бары бер генә кейә, ә шуның йәмен, ҡыуанысын йөрәгендә мәңге һаҡлай.
- Өләсәй, ә туй бөткәс, күлдәктәрен ҡайҙа һаҡлай улар?
- Һандыҡта һаҡлайҙар. Ваҡыт ашауҙан, туҙандан, ҡарайыуҙан ҡурҡалар. Туй күлдәге бит, балаҡай, тоғролоҡ, инсафлыҡ билдәһе булып ята. Йәшлек бит ул шундай ҡыҫҡа, уның хаҡында хәтерләтер изге бер ҡомартҡы ла ҡалдырмағас... - Өләсәй, ә ниңә һинең туй күлдәгең һаҡланмай, әллә бер ҙә йәш булманыңмы?
- Диуана, - тип көлөмһөрәне өләсәһе. - Булды минең дә йәш сағым. Еләктәй саҡтарым булды. Тик ул заманда туй күлдәге урынына селтәр-ҡашмау һалындыра торғайнылар. Шул. Алабута икмәге, кесерткән ашы ашаныҡ, әсәйем бүләген - туй кейемемде ризыҡҡа алмашманым. Мин үлһәм, һиңә ҡомартҡы булыр...
Һүҙ әлеңге фотолағы селтәр хаҡында бара.
Был ҡомартҡының яҙмышы миңә билдәһеҙ. Айрат та, уның хәләл ефете Айһылыу ҙа күптән донъя ҡуйҙылар. Сабый хөкөмөндәге ҡыҙ бала - Клара - олоғайҙы. Фәүзиә инәйебеҙ тәһәрәткә йөрөй алған сағында намаҙын ҡалдырмай уҡыны. Уға эйәреп мин дә намаҙға ойой торғайным. Доға белмәйем. Инәй: "Ата-әсәңә, туғандарыңа һаулыҡ, йорт-илгә бәрәкәт теләп тор!"- ти. Теләйем. Артығы менән үтәйем инәй ҡушҡанды. Клараны Айраттың ҡыҙы менән кейәүе Хафиз ҡарай. Ул Күсей мәсетенең имам-хатибы. "Күктүбәлә - Ҡояш" тигән әҫәремә Хафиз кейәү образы ла инеп китте. Инәйҙән ҡалған рух тулҡын-тулҡын булып ҡағыла, тоноҡлана башлаған хәтирә-иҫтәлектәрҙе уята, намыҫтарға һуғып һиҫкәндерә, донъя ығы-зығыһы күмә башлаған мәңгелек ҡиммәтте - кешелеклелекте - өҫкә сығара. Ысын ҡиммәттәрҙең баһаһын бары тик күңел күҙе күрә икәнен иҫтә тоторға ҡуша...

Таңсулпан ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 18 - 24 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru