
Әле күптән түгел генә күкрәп сәскә атҡан үләндәрҙең күбеһе ҡурышып, көйөп ергә һылаша. Улар араһында тик бер генә үҫемлек, ап-аҡ сәскәләрен ҡояшҡа йылмайтып, ғорур баҫып тора. Был - меңьяпраҡ (тысячелистник лекарственный - Achillea millefolium L.).
Ағас кеүек ҡатҡан һабағы елгә лә бирешмәй. Ҡыҙарып көйә башлаған башҡа үҫемлектәр араһында ап-аҡ йәки алһыу булып ултыра ул. Йәйҙең һуңғы көндәрен дә, аяҙлы-болотло көҙҙө лә көтөп аласаҡ әле меңьяпраҡ. Тик көндәр тамам һыуынғас, быҫҡаҡлап ямғырҙар һибәләй, ырашҡы яуа башлағас ҡына баш эйәсәк был үҫемлек. Хатта кипкәс тә, ҡар-бурандар батшалыҡ иткән осорҙа ла, ул үҫемлек донъяһының бөтмәгәнен хәбәр итә: хуш еҫле кәрзинкәләре орлоҡтан айырылмай.
Меңьяпраҡ бөтә Европала, Гималай тауҙарында һәм Төньяҡ Америкала таралған. Ул тәбиғәттең һәр төрлө һынауҙарын еңел кисерә: эҫегә лә, һыуыҡҡа ла бирешмәй, оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡалын ҡар аҫтында ҡалһа ла һау сыға, дым етмәүенә лә иҫе китмәй. Тупраҡты ла айырып тормай ул. Шулай ҙа кипкән тиреҫле, ҡом ҡатыш ерҙә, торфлы урында, һыубаҫар болонлоҡтарҙа йышыраҡ осрай. Ҡоро ерҙәрҙә, билдәле, меңьяпраҡ зәғиф, бәләкәй була, ә урман ситтәрендә, аҡландарҙа оҙон буйлы, һутлы булып, тарбаҡланып үҫә. Тармаҡ тамырлы был күп йыллыҡ үҫемлек тәүҙә япраҡ ебәрә, һуңынан ботаҡлана.
Меңьяпраҡтың сәскәләре эре түгел, кескәй генә кәрзинкәгә йыйылғандар. Сәскәләренең төҫө күберәк аҡ йәки алһыу була, ә бейек тауҙарҙа ҡыҙғылт, ҡарағусҡыл-ҡыҙыл, хатта ялтырауыҡ алһыу төҫкә инә, сөнки тауҙарҙа һеркәләндереүселәр аҙ һәм уларҙы күҙгә ташланып торған асыҡ төҫ менән ылыҡтырырға тура килә. Япраҡтары бик күп булып, бер үҙәккә теҙелеп үҫә. Бында әллә йөҙ, әллә мең япраҡ инде! Исемен дә был үҫемлек ошо билдәһе буйынса алған. Ә латинса исеме - Ахиллия - боронғо легенда менән бәйле. Троян һуғышының батыры Ахилл ошо үлән менән яуҙаш дуҫтарының яраһын уңалтҡан тип телгә алына легендала. Бына шунан киткән инде был үҫемлекте ахиллия миллифолиум тип атау.
Башҡортостанда меңьяпраҡтың бер нисә төрө үҫә. Иң күп таралғаны - шифалы меңьяпраҡ һәм Азия меңьяпрағы. Ул дарыу сырьеһы хоҡуғы менән бөтә донъя фармакопеяһына ингән. Көтөүлектәрҙә, юл буйҙарында, аяҡ аҫтында тапала-иҙелә ҡырталашып үҫкән меңьяпраҡтың мең төрлө шифаһы бар. Составында азулен исемле ҡатнашма булыу арҡаһында ул һуңғы ваҡыттарҙа йөрәк дарыуҙары эшләү өсөн киң ҡулланыла.
Меңьяпраҡтың сәскәләрен йыйып күләгәлә киптерәләр. Меңьяпраҡ зарарлы бөжәктәрҙе бөтөрөүсе төнәтмә булараҡ та ҡыҙыҡлы. Был юлы уны күберәк баҡсасылар файҙалана. Ағасҡа төшкән ҡорттарҙы бөтөрөү өсөн меңьяпраҡ ҡайнатмаһын һибәләр. Төнәтмәне һәр баҡсасы үҙе әҙерләй ала.
Меңьяпраҡтан төнәтмә. 1 биҙрә һыуға 1 кг тирәһе киптерелгән үлән, 20 г һабын кәрәк. Тәүҙә үләнде ҡайнаталар һәм 40 минут тирәһе тондоралар, һуңынан тейешле күләмгә тиклем һыу өҫтәп, унда һабынды иреткәс, төнәтмә әҙер була.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №36, 11 - 17 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА