«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҠАРТЛЫҠТЫ СИР ТИП ҠАБУЛ ИТМӘГЕҘ!
+  - 

Әкрен генә атлап йөрөү, аяҡтарҙың тотроҡһоҙлоғо - ул фалиж түгел, ә мускулдарҙың тарҡалыуы, көсһөҙләнеүе. Был йәһәттән бер генә юл бар - дарыуҙар эсеү түгел, ә хәрәкәтләнеү.

Йоҡоһоҙлоҡ та сир түгел, ә мейе эшмәкәрлеге ритмының көйләнеүе. Был йоҡо "төҙөлөшө", уның үҙенсәлегендәге үҙгәрештәр. Уйлап та тормаҫтан, йоҡоһоҙлоҡтан дарыу ашай башламағыҙ. Оҙаҡ ваҡыт буйына йоҡо дарыуы һәм башҡа препараттарға өйрәнеп китеүҙән аҡыл-фекерләү һәләте кәмей һәм боҙола. Һәйбәт йоҡлауҙың иң яҡшы сараһы - күберәк ҡояш нурҙарын һеңдереү һәм тотороҡло режим.
Тән һыҙланыуҙары - ревматизм түгел, ә нервылар системаһының ҡартайыуына организмдың ҡәҙимге тәьҫир көсө. Күптәрҙең, ҡайһы ғына ерем ауыртмай - ҡулдарым, аяҡтарым, тип зарланыуҙарын ишетергә тура килә. Был йәнә лә ревматизм да, һөйәктәрҙең муртланыуы ла түгел. Һөйәктәр, әлбиттә, йомшара, йоҡара бара, ләкин был 99 процент сир, һыҙланыу түгел, ә нервы импульстарын үткәреүҙең әкренәйеүе һәм һыҙланыуҙы көсәйтеүе. Был өлкән йәштә була торған физиологик үҙгәрештәр. Уны дауалау юлы - тағы ла дарыу түгел, ә күнекмәләр.
Холестерин. Өлкән йәштәгеләрҙә холестерин, ғәҙәттә, юғарыраҡ була, сөнки улар күберәк йәшәгән. Холестерин - ул гормондарҙы һәм күҙәнәктәр ярыһын нығытыусы сеймал. Ул бик түбән булһа ла яҡшы түгел, сөнки иммунитетты көсһөҙләндерә. Өлкәндәр өсөн кәңәш ителеүсе ҡан баҫымы кимәле - 150/90-дан кәмерәк, ләкин ул йәштәр өсөн стандарт булған 140/90-дан кәмерәк түгел.
Ҡартлыҡты сир тип ҡабул итмәгеҙ. Ҡартлыҡ - ул үтелә торған юл. Өлкәндәр һәм уларҙың балалары өсөн әйтелә торған ошо һүҙҙе иҫтә тотоғоҙ: ҡартлыҡ менән бәйле бөтөн яйһыҙлыҡтар ҙа сир түгел. Икенсенән, өлкән йәштәгеләрҙең күбеһе ҡартлыҡтан ҡурҡа. Анализ һөҙөмтәләре һәм рекламаларҙан ҡурҡырға ярамай. Өсөнсөнән, балалар өсөн иң мөһиме - ата-әсәне дауаханаға алып барыу менән генә сикләнмәгеҙ, уларҙы саф һауала йөрөтөргә бергәләп сығығыҙ, улар менән күберәк аралашығыҙ, һөйләшегеҙ.
Ҡартлыҡ - дошман түгел. Дошман башҡа төрлөрәк атала, ул - торғонлоҡ. Урта йәштәр 50-нән 70-кә тиклем, алтын осор - 70-тән 80-гә тиклем, ә инде ҡартлыҡ - 80-дән 90-ға тиклем. Ғүмер оҙайлығы 90-дан башлана. Өлкәндәрҙең төп проблемаһы - яңғыҙлыҡ. Ғәҙәттә, ғаилә парҙары аҙаҡҡаса бергә ҡартаймай, кемеһелер тәүҙәрәк китә һәм тол ҡатын йә ир ғаиләләге башҡа ағзалар өсөн ауырлыҡ тыуҙыра. Шуның өсөн өлкәндәргә дуҫтары менән бәйләнеште өҙмәҫкә, улар менән йышыраҡ аралашырға һәм балалар, ейән-ейәнсәрҙәр өсөн, улар быны белдермәҫкә тырышҡан хәлдә лә, бәлә булмаҫҡа тырышырға кәрәк. Шундай кәңәш - үҙ тормошоғоҙға контролде юғалтмағыҙ. Был, тимәк, ҡасан һәм ҡайҙа йөрөргә сығырға, нисек туҡланырға, нимә кейергә, нимә уҡырға, кемгә шылтыратырға, ҡасан йоҡларға ятырға, ни менән шөғөлләнергә, нимә һатып алырға, ҡайҙа йәшәргә һәм башҡа шундай мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итеү тигәнде аңлата.
Уильям Шекспир әйткән: "Мин һәр ваҡыт бәхетле!" Ә ни өсөн, беләһегеҙме? Сөнки бындай кеше бер кемдән дә бер ни ҙә көтмәй. Көтөү ул - ғазап. Проблемалар мәңгелек түгел, улар бер ваҡыт хәл ителә. Беҙ үҙ проблемаларыбыҙҙа үҙебеҙ ғәйепле. Дауалап булмаған берҙән-бер проблема - ул үлем.
Нимәгәлер мөнәсәбәт белдерер алдынан тәрән итеп һулағыҙ. Нимәлер әйтер алдынан... тыңлағыҙ. Тәнҡитләр алдынан үҙегеҙгә күҙ һалығыҙ. Яҙыр алдынан уйлағыҙ. Һөжүм итер алдынан... килешегеҙ, бирелегеҙ. Үлем алдынан... булдыра алған тиклем яҡшы йәшәп ҡалығыҙ! Иң һәйбәт мөнәсәбәт - идеаль кеше менән түгел, ә ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле итеп йәшәргә өйрәнгән һәм өйрәнеүсе кеше менән.
Башҡаларҙың етешһеҙлектәренә иғтибар итегеҙ һәм шул уҡ ваҡытта улар менән һоҡланығыҙ, уларҙы яҡшы яҡтары өсөн маҡтағыҙ. Бәхетле булыр өсөн башҡаларҙы бәхетле итергә кәрәк. Нимәлер теләр алдынан тәүҙә үҙегеҙ нимәлер бирегеҙ. Үҙегеҙҙе яҡшы, ихлас һәм ҡыҙыҡлы кешеләр менән уратып алығыҙ һәм шуларҙың береһе булығыҙ.

(Интернет селтәренән).
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru