«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34
Сентябрь
   35 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
БЫЛ МУЗЕЙҘА ЛЕНИНДЫ ТЕРЕЛТЕП ЕБӘРҘЕЛӘР
+  - 


Ғәҙәттә, бигерәк тә балалар һәм йәштәр өсөн музей - ул боронғонан ҡалған, әллә ни ҡыҙыҡ булмаған урын тип күҙ алдына баҫа. Ә ысынбарлыҡта унда ниндәй мөхит, ниндәй эштәр башҡарыла - ошолар хаҡында Өфө ҡалаһындағы В.И. Ленин йорт-музейы директоры Хәлил Ғәббәс улы ХӘМЗИН менән әңгәмә ҡорҙоҡ.

Бер кемгә лә сер түгел, һуңғы йылдарҙа Ленин музейы юлында эҙҙәр һыуынғайны, һеҙ уның эшенә яңы һулыш индерҙегеҙ, ахыры?

- Бик күптәр шаяртып: "Музейҙы йәнләндереп, Ленинды терелтеп ебәрҙең", - тип әйтә. Эшләнгән һығымталарға, пландарға ҡараһаҡ, килеүселәр һаны, ысынлап та, күбәйҙе. Кешеләрҙе төрлө алымдар, мәҙәни саралар менән йәлеп итергә тырышабыҙ. Беҙҙең иң масштаблы проектарыбыҙҙың береһе - республика кимәлендә икенсе йыл рәттән үткәрелгән "Катюша. Еңеү йырҙары" тип исемләнгән патриотик акция. Бәләкәй балаларҙан алып ветерандарға саҡлы - күптәргә оҡшай, күптәр ҡатнаша был сарала. Былтыр ул тынлы оркестр менән берлектә үтһә, быйыл бар йыйылған халыҡ музейҙы тирәләтеп, тәндәр зымбырлап китерлек итеп еңеү йырҙарын йырланы. Иң мөһиме, "Катюша" йыры ике телдә: рус һәм башҡорт телендә йырлана - был ҡалабыҙҙа йәшәгән төрлө милләт халҡын берләштерә.
Шулай уҡ мәктәптәр менән әүҙем эш алып барабыҙ. Бына йыл ярым инде В.И.Ленин йорт-музейында "Музейҙа тарих дәрестәре" тип аталған проект эшләп килә. Ул беҙҙең Йәмәғәт палатаһы, Дәүләт Йыйылышының Мәҙәниәт буйынса комитеты, Рәсәй хәрби тарихи йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе, Мәғариф министрлығы менән кәңәшләшеп уйлап сығарған проектыбыҙ. Хәҙер ул мәктәптәрҙә киң билдәлелек алды, уҡыусылар күпләп йөрөйҙәр. Балалар өсөн иң ҡыҙығы шунда: был дәрестәрҙә уҡыусыларға тотош илдең генә түгел, ә үҙҙәре уҡыған мәктәптәрҙең, йәшәгән райондарының, Өфөнөң тарихын һөйләп үтәбеҙ. Мәҫәлән, 1917 йылдағы Октябрь революцияһы ваҡытында улар уҡыған мәктәптәр булғанмы, нисәнсе йылда нигеҙ һалынған һ.б.
Унан башҡа беҙҙә "Музей ҡунаҡханаһы" шулай уҡ бик уңышлы эшләп килә. Уның сиктәрендә төрлө күренекле даталар айҡанлы йырсыларҙы, әртистәрҙе, яҙыусыларҙы уҡыусы балалар менән осраштырабыҙ. Ленин образын күп тапҡыр сәхнәгә сығарған М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры менән әүҙем эшләйбеҙ. Ә республикала тормошҡа ашырылған "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" проекты сиктәрендә оло йәштәге кешеләр беҙгә ҡунаҡҡа килә. Сәй өҫтәле артында улар шулай уҡ йәш быуын менән осраша, әңгәмә ҡоралар, төрлө бәхәстәргә, хәтирәләргә төшөп китәләр.
Киләсәктә "Башҡортостандың танылған шәхестәре" тигән бик ҡыҙыҡлы проект булдырырға уйлайбыҙ. Тарих, иҡтисад һәм башҡа өлкәләрҙәге билдәле кешеләр менән осрашыуҙар, танышыуҙар ҡунаҡтарға бик ҡыҙыҡлы булыр тип уйлайбыҙ.

Музей эше быға тиклем һеҙгә таныш инеме?

- Мин үҙем һөнәрем менән музыкант-башҡарыусы, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған саҡта БР Милли симфоник оркестры ойошторола башлаған ғына ваҡыт ине, мин уның беренсе составына эләктем, оҙаҡ ҡына йылдар эшләп киттем. Ҡыҫҡаһы, музей эшенә тиклем минең тормошом мәҙәниәт, музыка менән бәйле ине. Шуға күрә, Өфө ҡала хакимиәтенең Мәҙәниәт һәм сәнғәт идаралығынан Ленин музейын етәкләү тәҡдимен ишеткәс, бер аҙ аптырап ҡалдым. Шулай ҙа ризалаштым.
Әйткәндәй, минең тормошомда Ленинға бәйле бер ҡыҙыҡлы ғына хәл булғайны. 2011-2016 йылдарҙа, "Культурный мир Башкортостана" мәҙәни интернет порталы етәксеһе булып эшләгән ваҡытта, хеҙмәттәштәрем миңә Ленин һүрәте төшөрөлгән өҫтәлгә ҡуя торған сувенир бүләк иткәйне. Уның "Цели ясны, задачи определены. За работу, товарищи!" тигән күптәргә билдәле яҙыуы ла бар ине. Мин шул бүләкте йыш ҡына иҫкә алам, үҙенә күрә бер күрәҙәсәлек булған кеүек был хәл. Сөнки музейҙа эшләрмен тип ғүмеремдә лә уйламағайным.
Ижади кеше булараҡ, йәнем шулай ҙа мәҙәни проектар ойоштороуға, тормошҡа ашырыуға тартыла. Музейҙа бик күп саралар булып тора, музей хеҙмәткәрҙәре лә бик әүҙем генә ҡатнаша, әммә минең быға тиклем эшләгән проектарым ҙур масштаблы ине, шуға музей залдары тәүҙә тығыҙыраҡ һымаҡ күренде. Бинаны ҙурайтырға тигән уйҙар булды, әлбиттә, тик музейҙың федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объекты булыуы эште ҡатмарландыра, уға үҙгәрештәр керетергә ярамай.
Минең үҙемдән йыш ҡына: "Ленин һеҙҙең өсөн кем ул?" - тип һорайҙар. Уның сәйәси ҡараштары - икенсе айырым тарих, әммә Ленин, минеңсә, үҙенсәлекле бер гений ул. Хәҙер беҙҙең һәр беребеҙҙә телефондар, башҡа төрлө гаджеттар, интерет селтәрҙәре бар, ә үҙ ваҡытында Лениндың ундай мөмкинлектәре булмаған бит. Ә шулай ҙа ул сит илдә "Искра" гәзитен баҫтырып, сумаҙан төбөндә уларҙы йәшереп илгә алып ҡайтып, ҡалаларҙа таратып, сәйәсәт тураһында бер ни белмәгән халыҡты күтәрә, революция утын дөрләтә алған бит.

Совет заманында үҫкән быуын өсөн Ленин исеме ҙур әһәмиәткә эйә, ә хәҙерге йәштәр уны ҡабул итмәй ҙә шикелле, кем икәнен беләләрме?

- Кемдер белә, кемдер белеп бөтмәй... Һорашып ҡараһаң, ҡайһы саҡта "Ленин танылған артист йә йырсы булған", йә "Илдең беренсе президенты йә етәксеһе" тигән ҡыҙыҡ яуаптар алырға мөмкин. Шул саҡта беҙ үҙебеҙҙең төп эшебеҙгә тотонабыҙ ҙа инде: Ленин бабайҙың кем икәнен балаларға аңлатабыҙ, танытабыҙ.
Әйткәндәй, беҙҙең музей Ленин һәм Крупскаяның тормошон бәйән итеүсе генә түгел, беҙ илдәге, республикалағы тарихи һәм хәҙерге заман хәлдәрен дә һөйләп үтәбеҙ. Былтыр, мәҫәлән, Республика көнөнә ҡарата ойошторолған сараға тарихсыларҙы саҡырҙыҡ, улар килгән кешеләргә беҙҙең Башҡортостаныбыҙ нисек ойошторолғаны, Лениндың унда ҡалдырған эҙе хаҡында бик ҡыҙыҡлы итеп һөйләне. Шулай итеп, кешеләр Башҡортостан тарихын да, Лениндың кем икәнен дә, республика менән уның нисек бәйле булыуы хаҡында ла белеп ҡайталар.

Музейға күберәген кемдәр килә? Оло быуынмы, әллә йәштәрме?

- Лениндың шәхесе һуңғы ваҡыттарҙа бигерәк тә ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Ҡайһы саҡта беҙгә килгән кешеләр музейҙың ҡунаҡтар менән тулы, хатта баҫырлыҡ урын булмауына аптырап ҡайталар. Ҡытай Республикаһы, Төньяҡ Кореянан һәм башҡа сит илдәрҙән, ҡалаларҙан туристар, шулай уҡ үҙебеҙҙең республика халҡы ла күпләп килә. Күптән түгел 1985 йылда мәктәпте тамамлаған, пионер ҙа, комсомол да, коммунист та булып өлгөргән бер класта уҡығандар килделәр. Уларҙың бер класташтары егерме йылдан ашыу Ҡытайҙа эшләгән, ә унда әлеге ваҡытта ла Ленинды ныҡ ихтирам итәләр тип һөйләп китте ул ҡунағыбыҙ.
Йәшкә ҡараһаң, статистика буйынса килеүселәрҙең яртыһы ололар, яртыһы - йәштәр. Ололар мотлаҡ балалары менән килә, хатта үтә ҡыҙыҡһыныу тоймаһалар ҙа, иҫтәлектәре менән бүлешәләр, үҙҙәрен пионерға алған мәлдәрен йылылыҡ менән иҫкә алалар. Уҡыусыларҙың үҙҙәре генә килеүҙәре бик һирәк күренеш, әлбиттә.
Тарих факультетында белем алған студенттар күпләп килә. Яңы ғына БДПУ-ның тарих факультеты студенттары тарафынан "Музейҙа тарих дәрестәре" проектын алып барыу хаҡында һөйләшелде, улар өсөн был бик тә яҡшы практика буласаҡ. БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Нәсибулла улы Рәхимов тап ошо проекттың патриотик яҡтан бик ҙур әһәмиәткә эйәлеген билдәләп, уны масштаблыраҡ итеү, башҡа мәктәптәрҙә лә тормошҡа ашырыу планын тәҡдим иткәйне. Хәҙер беҙ БДПУ һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте менән берлектә октябрь айында үтәсәк "Яңыртылған Федераль дәүләт белем биреү стандарттарын тормошҡа ашырыу шартарында тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү буйынса белем сифатын тәьмин итеү" III Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһында ошо "Музейҙа тарих дәрестәре" проектының презентацияһын үткәрергә ниәтләйбеҙ. Бәлки, ошо проект беҙҙең музейҙан бөтә Рәсәйгә таралып китер әле, Аллаһ бирһә.
Шулай итеп, был әңгәмә В.И. Ленин йорт-музейы әле төрлө ҡыҙыҡлы проектары менән килеүсе ҡунаҡтарҙы таң ҡалдырыр, белемгә әйҙәр, тигән өмөттәр тыуҙыра.

Айһылыу ДАУЫТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 4 - 10 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru