
"Андыҙ барҙа, ат үлмәҫ, ирәүән барҙа, ир үлмәҫ" тигән мәҡәл халыҡ араһында шул тиклем киң таралған, уны беҙҙең республикала һәм башҡа күрше өлкәләрҙә йәшәгән башҡорттар араһында (мәҫәлән, Һамар, Силәбе башҡорттары) белмәгән йәки ишетмәгән кеше бик аҙҙыр.
Алдан уҡ әйтергә кәрәк: андыҙҙы халыҡ танып белә, ә бына ирәүәнгә килгәндә, фекерҙәр ҡырҡа айырыла. Республикабыҙҙың күп кенә райондарында тәбиғи көтөүлектәрҙә, сабынлыҡтарҙа геоботаник тикшеренеүҙәр үткәреү менән бәйле экспедицияларҙа күп ҡатнашлыҡ итергә тура килде. Туҡтаған һәр ауылдың кешеләре менән булған әңгәмәләрҙә, үҫемлек таныусылар менән булған экскурсияларҙа ирәүәндең ҡайһы үҫемлеккә ҡарата әйтелгәнен асыҡлау мөмкинлеге тыуҙы. Беҙҙең эҙләнеү урындағы халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, шуға ла улар ихлас күңелдән ярҙам итте.
…Баймаҡ районының Манһыр ауылында йәшәүсе Мөжәүир хәҙрәттең үлән таныу һәм уларҙы дарыу итеп ҡулланыу оҫтаһы булараҡ даны тирә-яҡҡа таралған ине. Күп кеше уға теге йәки был ауырыу менән мөрәжәғәт иткәнен, һәм ул уларға ҡулынан килгәнсә ярҙам күрһәткәнен әле лә хәтерләйем (минең тыуған ауылым Татлыбай Манһырҙан 7 км). Хәҙер Мөжәүир олатайҙың үлеүенә дүрт тиҫтәнән ашыу ваҡыт үткән инде. Әммә ауылдаштары, тирә-яҡ ауыл халҡы уны оло хөрмәт менән иҫкә ала. Уларҙың әйтеүҙәренсә, Мөжәүир хәҙрәт йыш ҡына ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ирәүәнде лә киң ҡулланған…
Йәки бына Хәйбулла районының Иҫәнгилде ауылында йәшәүсе 72 йәшлек Мусин Нурмөхәмәт олатайҙы: "Бына ул ирәүәнде танып белеүсе лә, уның менән төрлө ауырыуҙарҙы дауалаусы ла", - тип таныштырҙылар.
Бындай осрашыуҙар Әбйәлилдә, Учалыла, Белорет районында һ. б. урындарҙа булды. Әммә эҙләнеүҙәр географияһы ҙурайған һайын, фекер айырмалыҡтары көсәйә генә барҙы… Күрәһең, халыҡ, был үҫемлектең легендаға әйләнгән "сихри" көсөнә бик ныҡ баһа биреп, урындағы киң билдәле дарыу үҫемлеген "ирәүән" исеме менән йөрөткән йәки йөрөтә. Мәҫәлән, Баймаҡ, Хәйбулла райондары халҡы ирәүән тип йылантамыр үҫемлегенә әйтһә, Әбйәлил, Учалы районында бесәй үләненә ҡарата әйтәләр. Ныҡлы ышаныс булмау арҡаһында, был мәсьәләне тағы бер тапҡыр тикшерергә тура килде. Был юлы эҙләнеүҙәргә тел белгестәре, тарихсылар ҙа йәлеп ителде.
Һөҙөмтәлә, ирәүәндең рус телендәге "ревень" тигән үләнгә тап килеүе асыҡланды. Беҙҙең ирәүән менән рус халҡының "ревень" тигән үләне сифаты яғынан ғына түгел, атамалары менән дә бик оҡшаш. Фонетик яҡтан улар бер-береһенә яҡын тора. Рус теле һүҙлегендә "ревень" һүҙенең төрки телдәренән алынғаны күрһәтелә.
Монгол ғалимы Нямдорж раҫлауынса, яңғырашы буйынса ирәүәнгә ревень тангутский тура килә булып сыҡты. Иң ҡыҙығы шул: был үлән беҙҙең Уралда үҫмәй, Алтай, Саян тауҙары яғында ғына үҫә. Шулай булғас, уның исеме беҙҙең башҡорт теленә ҡайҙан килеп ингән һуң тигән һорау килеп тыуа. Тарихи яҡтан ҡарағанда был һорауға яуап биреүе ҡыйын түгел.
Башҡорттарҙың боронғо ата-бабаларын тәшкил иткән ҡәбиләләрҙең береһе Байкал күле яғында йәшәгән булған (Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., 1974; Кейекбаев Ж. F. Башҡорт диалекттары һәм уларҙың тарихына ҡыҫҡаса инеш. Өфө, 1958; Һаҙыев М., Фәхретдинов А. Башҡорт тарихы. Өфө, 2007). Шул ваҡытта ирәүән үләнен һәм уның дауалау үҙенсәлектәрен башҡорттар яҡшы белгән булырға тейеш.
Ирәүәндең ҡанһырауҙы туҡтата, яраны уңалта торған үҙенсәлектәре бар. Күрәһең, борон яуҙа яраланған ирҙәрҙе шул үлән менән дауалағандарҙыр, яраларына япҡандарҙыр. Ирәүәндең япраҡ һабағын шул көйөнсә лә әрсеп ашарға мөмкин. Ул һунарсыларҙың иң беренсе "аяҡ аҫты аҙығы" булып иҫәпләнгән. "Ирәүән барҙа, ир үлмәҫ" тигән мәҡәлдең мәғәнәһе лә бына шуларҙан килергә тейеш. Һуңынан Байкал күле яғынан Урал тауына күсеп килгәс, башҡорттар ирәүәнде, билдәле, таба алмаған, ә уның исеме һәм яҡшы дарыу тигән даны ғына баяғы мәҡәлдә һаҡланып ҡалған. Әйткәндәй, был мәҡәл боронғо 1 мең йылдан элегерәкке яҙмаларҙағыса һаҡланған, тип раҫлай филология фәндәре докторы, профессор Зәйтүнә Шәрипова.
Ирәүән Көнсығыш Себерҙә, Алтай, Саян тауҙарында, Ҡытайҙа, Монголияның төньяҡ райондарында үҫә. Күп йылдар буйы уны Ҡытайҙан килтергәндәр, шуға күрә халыҡ-ара фармацевтика баҙарында уны ҡытай тамыры, тип тә атағандар. Ҡытай медицинаһында ирәүән беҙҙең эраға тиклем 2700 йыл элек билдәле. Уны яйлап Боронғо Грецияға, Персияға һәм башҡа илдәргә алып сыҡҡандар. Урта быуаттарҙа ирәүән ғәрәптәр тарафынан Европа илдәренә лә таралған. Венеция сәйәхәтсеһе Марко Поло XIII быуатта Ҡытай яҡтарында була, ул ошо үҫемлек тураһында беренсе белешмәләрҙе бирә. 600 йылдан һуң билдәле рус сәйәхәтсеһе, ғалим Н. М. Пржевальский был урындарҙа була һәм Марко Полоның яҙмаларын дөрөҫләй. Ул ирәүәндең орлоҡтарын йыйып алып ҡайта. Бына шунан һуң Рәсәйҙә һәм башҡа Европа илдәрендә ирәүән күпләп үҫтерелә башлай. Хәҙерге көндә беҙҙең баҡсаларҙа культуралаштырылған ирәүән (ревень огородный) үҫә.
Ирәүән (ревень тангутский - Rheum palmatum L.) - тармаҡланып торған ҡеүәтле тамырлы күп йыллыҡ үҫемлек. Бынан тыш, уның күп һанлы өҫтәмә тамырҙары бар. Үҫеш процесының беренсе һәм икенсе йылдарында тик төп япраҡтар ғына барлыҡҡа килә. Һабағының йыуанлығы 4 см булып, бейеклеге 2 метрға тиклем етә. Япраҡтары эре, киңлеге 70 - 80 см һәм улар 60 - 70 см оҙонлоғондағы япраҡ һабында урынлашҡан була. Аҡһыл һары төҫтәге сәскәләре 5-6-шар булып бер өйкөмгә йыйылған. Сәскәһенең туғыҙ бөртөк һеркәһе, бер емешлеге бар. Тәү ҡарашҡа ул киң таралған атҡолаҡ үләнен дә хәтерләтеп ҡуя. Тик, үрҙә әйтелгәнсә, уның сәскәләре генә аҡ төҫтә.
Ирәүәндең ике төрө лә (ревень тангутский, ревень огородный) баш ҡалабыҙҙың Ботаника баҡсаһында айырым плантацияларҙа үҫтерелә. Әйтергә кәрәк, ирәүән беҙҙең тәбиғәт шарттарында һәйбәт үҫә һәм мул уңыш бирә.
Баймаҡ районы Ҡуянтау ауылында һуғыштан һуңғы йылдарҙа ирәүәнде күпләп үҫтереп, Баймаҡтағы завод ашханаһына тапшырып торғандар. Ләкин был эш һуңғы йылдарҙа ниңәлер туҡталып ҡалған.
Баҡса ирәүәне япрағынан баҡсасылар бына тигән борщ, бәлеш һәм япраҡ һабағынан ҡайнатма, кеҫәл кеүек тәм-том әҙерләй. Унда кальций, магний, фосфор, тимер, төрлө витаминдар, органик кислоталар (алма, лимон кислоталары) күп тупланған.
Япраҡ һабағын шул көйөнсә әрсеп ашарға ла мөмкин. Сөнки ул - ҡуҙғалаҡ кеүек иртә өлгөрөүсе, витаминдарға бай үлән. Медицинала киң ҡулланыла. Ирәүәнде аптекаларҙа порошок, төнәтмә йәки сироп рәүешендә күрергә мөмкин.
Аҙаҡ килеп, шундай һорау тыуырға мөмкин: баҡсала ирәүәнде нисек үҫтерергә була? Ирәүәнде үҫтереү өсөн уның орлоҡтарын яҙ көнө сәсергә кәрәк. Ул һыуыҡҡа бирешмәй. Июнь айында сәскә ата, июлдә емеш бирә.
Ирәүәндән ҡайнатма. Ирәүәндең ваҡлап киҫелгән япраҡ, һабаҡтарын алалар. 1 кг ирәүәнгә 1,5 кг шәкәр ҡомо алына. Туралған ирәүәнде һут бүленеп сыҡһын һәм шәкәр эреп бөтһөн өсөн 8 - 10 сәгәткә шәкәрҙең тейешле күләменең яртыһы менән бутап ҡуялар. Барлыҡҡа килгән шәкәр сиробын айырым һауытҡа ҡойоп алалар һәм утҡа ҡуялар. Ҡайнап сыҡҡас, уға шәкәрҙең ҡалған өлөшөн әкренләп һалып бөтөрәләр. Сиропты яңынан ҡайнатып, уға ирәүән киҫәктәрен һалалар һәм, уттан алып, бер сәғәт тоталар. Һуңынан талғын утта тагы ҡайнаталар һәм, 5 минут ҡайнағас, алдан әҙерләнгән банкаларға һалып, көпләп ҡуялар. Тәүге ваҡытта банкаларҙың түңкәрелеп ҡуйылыуы мотлаҡ.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА