«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҠУНАҠСЫЛЛЫҠТАН ЙӘШӘҮ ЙӘМЕ ТАБА УЛАР
+  - 


Һүҙемде етмешләгән бала-саға, ейән-ейәнсәр, бүлә-бүләсәре булған ҡайным менән ҡәйнәмде иҫкә алып китеүҙән башлап ебәрмәксемен. Баймаҡ районы Байым ауылында торҙолар. Оҙон ғүмер кисереп, береһе туҡһанға етеп, икенсеһе унан да ашып донъялыҡтан киткән, береһе һуғыш, икенсеһе - тыл ветераны булған Усман һәм Раҡия исемле хөрмәтле кешеләр ине улар.

Уларҙың ауылдың иң төпкө осонда, ҡайын урманына инә биреберәк ултырған өйҙәренән йәйен-ҡышын кеше өҙөлмәне. Айырыуса йәй көндәре, ихата тулы бала-сағаларына һөйөнөп ултырған әбей менән бабайҙы күреп һоҡлана, хатта көнләшә биреберәк тә ҡарай торғайным. Һигеҙ балаһының хәләл ефеттәрен - кейәү һәм килендәрен ("кеше балаларын" тип әйтәйек) - барыһын да ихтирам иткән (ҡәйнәм миңә ҡайсаҡ "балам" тип тә өндәшә ине) бына шул гүзәл пар һымаҡ ҡартлыҡ кисереүҙе оло бәхет, тип һананым…
Бөгөнгө көндә ошо йортта уларҙың улдары Миһран ҡәйнеш менән Вәсилә килен ғүмер итә. Йәш саҡтарынан Себер яҡтарында йәшәп, вахта ысулы менән дә эшләп, ата-әсәне ҡәҙерләп, хөрмәтләп ҡараны улар. Тыуған яҡҡа бөтөнләйгә ҡайтып йәшәү теләге уларҙа бер ҡасан да һүрелмәне. Себерҙә эшләгән өсөн йәшләй хаҡлы ялға сығыу менән, бер нәмәгә лә ҡарамай, илгә ашҡындылар. Ҡайтҡас та, оҙаҡламай, ауыл хужалығы ҡорамалдары алып, етди тормош башларға ҡарар иткәндәр икән. Бер нисә йыл элек алған бер-ике орғасы тайҙан, әкренләп, йылҡылары ла байтаҡ ҡына ишәйеп килеүенә ҡарап, оҙаҡламай ошо малдар ялан тултырып утлап йөрөй башлар тип ышанам, ин шәә Аллаһ.
Эшһөйәр, ифрат булдыҡлы кеше ул ҡәйнешем, ҡасан ҡарама, уның һәр саҡ ниндәйҙер шөғөл менән булыуын күрәһең. Нимәгә генә тотонһа ла ҡулы килешеп барған был ир-атты күптәргә өлгө итеп ҡуйыр инем. Аҙ һүҙле, тыныс холоҡло, һәр саҡ алсаҡ йөҙлө был кеше менән табышҡан, йәғни, ошо йортҡа килен булып төшкән ҡатын-ҡыҙ ғәйәт бәхетлелер тип бер мин генә уйламайымдыр.
Әйткәндәй, бөгөнгө һүҙем, башлыса, тап ана шул килен, әлеге, беҙҙең яҡта әйтмешләй, "кеше балаһы" хаҡында ла инде. Сығышы менән ошо уҡ райондың Күгиҙел ауылынан булған был гүзәл зат Рысҡужа һәм Һәҙиә Байғужиндарҙың эшсән, татыу, ҙур ғаиләһендә донъяға килгән. "Булыр бала биләүҙән" тип әйтәләр бит әле халыҡта. Бала сағынан эшһөйәр, яғымлы, белдекле, булдыҡлы булып үҫкән Вәсиләнең бәхетенә тап ана шундай уҡ яҡшы ғаиләгә килен булып төшөргә насип иткән Аллаһ Тәғәлә. Хаҡлы ялға тиклем төҙөүсе булып эшләгән Миһран ҡәйнеш янындағы маляр һәм штукатурлау һөнәренә эйә булған оҫта ҡуллы ошо килен хаҡында "силәгенә күрә ҡапҡасы" тиергә лә була. Эстән дә, тыштан да ялтлап торған, күҙҙең яуын алырҙай матур ихаталы, өҫтәлмә йоҡо бүлмәләре төкәтелгән был өй бөгөнгө көндә лә ҡунаҡтарҙан бушамай. Ҡырҙан ялға ҡайтҡан үҙҙәренең балалары ғына түгел, ә ике яҡтың туғандары, дуҫтары ла килеп-китеп, ошо татыу ғаиләнең тормошона һөйөнөп, күңелдәре көрләнеп, "ыңғай заряд" алып ҡайталарҙыр, тиһәм дә хаталанмаҫмын.
Бына ошолай итеп, яҡындарын һөйөндөрөүҙән йәшәү йәме табып ғүмер итә улар. Уларҙың ошо матур тормошонда хәләл ефетен һәм уның туғандарын ихтирам иткән, йөҙөнән бер ҡасан да ихлас йылмайыу, мөләйемлелек китмәгән хужабикәнең - Вәсилә килендең роле һис һүҙһеҙ ҙур, әлбиттә. "Килен ҡәйнә тупһаһынан ярала" тип тә юҡҡа ғына әйтмәгәндәр бит. Үҙе кешелекле, яғымлы булған Раҡия әбейҙең улына Аллаһ Тәғәлә нәҡ үҙе һымаҡ бына ошондай киленде насип ҡылғандыр. Нык ҡартайған ҡәйнәһен һуңғы көнөнә тиклем ҡәҙерләп ҡараны Вәсилә килен. Хәләл ефетен - Миһранын да тәрән хөрмәт иткән ошо килен хаҡында күпме яҡшы һүҙҙәр әйтһәң дә аҙ һымаҡ. Күрше-тирә, ауылдаштарына һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәтле, ярҙамсыл булған бындай кешеләргә, әлбиттә, яҡындарының күңеле тартыуы ғәжәп түгел. Ҡасан ғына килһәң дә, шат йылмайып, ишек алдына сығып, ысын мәғәнәһендә тыпырҙатып бейеп кенә ҡаршы алыусы, йүгереп йөрөп аш-һыу әҙерләп хөрмәт итеүсе, "тағы бер кис йоҡлап ҡайтығыҙ, Фәлән ҡәйнештәр ҙә беҙгә килһендәр, сәләм әйтегеҙ" тип, мул ғына күстәнәстәр тоттороп оҙатып тороп ҡалыусы килен булған йортҡа, әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә ҡот бирәлер.
Ғәҙәттә, урамында торған трактор, бесән сапҡыс, тырма, арбаһына, мал-тыуар тулы төҙөк һарай, бесән кәбәндәре теҙелеп кит-кән ялан кәртәләренә ҡарап, бөгөнгө ауыл кешеһенең егәрләге хаҡында уйлай башлайһың. Әйткәндәй, баҡсаларында ла еләк-емеш, йәшелсәләр үҫтереүсе, бына шундай матур, күҙҙе ҡыҙҙырып ғүмер итеүсе башҡа ғаиләләр ҙә Байым ауылында күп кенә. "Эшһөйәрҙәр ауылы" тип атағы килә башлай был ауылды. Ауылдарыбыҙҙа йәшәүсе шундай гүзәл кешеләребеҙ, бәхетле ғаиләләребеҙ илебеҙҙә артабан да йылдан-йыл артыр тигән өмөттәмен. Донъя матурлығы тап бына шунан ғибәрәт бит инде ул!..
Золом ҡорбаны булған ҡартатаһын да йыш ҡына иҫкә ала Миһран ҡәйнеш. Алты мөйөшлө йорто, өйөр йылҡыһы булғаны өсөн утыҙ өсөнсө йыл хөкөм ителгән икән уның яҡыны. Ҡасандыр ошо ерҙе төйәк иткән шундай эшлекле кешеләрҙең ейәндәренең бөгөн матур тормош ҡорорға тырышып ятҡан көндәре, әлхәмдүлиллаһ. Эйе, йәштәребеҙ ғаилә аҫрау, аҡса эшләү маҡсаты менән Себер тарафтарына лә китеүсән шул, ни хәл итәһең. Үкенескә, бәғзләр хатта шул сит яҡтарҙа тәрән тамыр йәйеп, бөтөнләйгә шунда тороп ҡала. Ә бына хаҡлы ялға сығыу менән (хатта унан да иртәрәк), тыуған илгә ҡайтып мал үрсетеп, тыуып үҫкән төйәгендә ҡабаттан нығынған был ғаиләне миҫал итеп алыуымдың тағы бер сәбәбе - тап ошо мәсьәләне яҡтыртыуҙа ла. Оҙаҡ йылдар дәүерендә сит тарафтарҙа булыуҙарына ҡарамаҫтан, тыуған яҡты, туғандарын һис кенә лә онотмаған, бала-сағаларын да туған телендә һөйләшергә өйрәткән, Башҡорт еренә һөйөү рухында тәрбиәләгән ошондай ғаиләләрҙе күреп шатланыуым инде. Ҡәйнешемдең бөгөнгө көндә почта бүлеге етәксеһе булып Сорғот ҡалаһында эшләп йөрөгән ҡыҙы Айгөл менән, ашығыс ярҙам табибы Айнур исемле улдары ла киләсәктә ғаиләләре менән ата-бабалар еренә ҡайтып, илебеҙҙең эшһөйәрҙәре рәтен тулыландырыр тигән өмөтөм дә бар. Ин шәә Аллаһ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.26 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru