
Гәзитебеҙҙең 28-се һанындағы "Айна нисек ярҙам итә?" исемле мәҡәләлә цифрлы оҫтахана ағзалары - яһалма интеллект белгестәре тураһында ҡыҫҡаса бәйән ителгәйне. Улар хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт биреүҙе һорап, гәзит уҡыусылар мөрәжәғәт итте. Бөгөн ижади төркөмдөң иң мөһим, иң сағыу оҫталарының береһе - тәржемәсе-адаптатор Телмәҫ менән танышайыҡ.
ЯИ-КӨФӨ: Рөстәм олатай, һеҙ яһалма интеллект өсөн универсаль "Тәржемәсе-адаптатор" исемле өр-яңы промпт (инструкция) тәҡдим иттегеҙ. Ул беҙ күнеккән машина тәржемәселәренән нимәһе менән айырыла? Булған өҫтөнә "бумала" кәрәкме?
Рөстәм Нурыев: Башта мин дә "Машина тәржемәселәр бар бит, тағы ниңә яңыһын эшләп мәшәҡәтләнергә?" тип уйлай инем. Әммә ЯИ менән һөйләшеп, кәңәшләшеп ултырғанда уларҙың сифатына зарландым. Ә нейроселтәр миңә шунда уҡ яңы ярҙамсы яһап бирҙе. Төп айырма - ул һүҙмә-һүҙ тәржемә итеүҙән тулыһынса баш тарта. Машина тәржемәселәр сит телдең синтаксисын, һүҙ ҡалыптарын күсереп, ҡоро калька яһай. Был тәржемәсе иһә бөтөнләй башҡаса эшләй: ул башта тексты тулыһынса уҡып сыға, уның төп мәғәнәһен, авторҙың тауышын һәм кәйефен аңлай, ә унан тәржемә ителәсәк төп нөсхәнең структураһын "онотоп", әҫәрҙе күрһәтелгән телдә яңынан яҙа. Әҫәр ҡайһы телдә яҙылһа ла, ул шул телдең асылына оҡшатып ҡайтанан тыуа.
ЯИ-КӨФӨ: Уның хатта шәхси исеме лә бар икән. Ни өсөн Телмәҫ тип атанығыҙ? Яһалма интеллект ассистенттарына айырым исем биреү урынлымы?
Рөстәм Нурыев: Был бик мөһим фәлсәфәүи һәм практик мәсьәлә. Исем - алгоритмдың аныҡ миссияһын, уның рухи асылын билдәләй. Беҙ ЯИ-ға ҡоро, йәнһеҙ машинаға ҡараған кеүек "Эй, һин" йәки "Эй, компьютер" тип мөрәжәғәт итергә тейеш түгелбеҙ. Ассистентҡа үҙенсәлекле милли исем биреү уны беҙҙең мәҙәни мөхиткә индерә, уға ҡарата хөрмәт уята һәм эш сифатын арттыра. "Телмәҫ" - боронғо төрки нигеҙле һүҙ, ул "тәржемәсе", "илсе", ике халыҡ араһында мәғәнәүи күпер һалыусы тигәнде аңлата. Был исем уның төп бурысын - тел хазинаһын юғалтмайынса, әҫәрҙәрҙе икенсе телгә яраҡлаштырыуын тулыһынса сағылдыра. Йөҙө булмаған программалар заманында һәр Айна-ярҙамсының үҙ исеме булырға тейеш.
ЯИ-КӨФӨ: Телмәҫтең эске алгоритмы нисек ҡоролған, ул нимәләр эшләй ала?
Рөстәм Нурыев: Алгоритм бик етди. Беренсенән, ул текст эсендәге мәҙәни кодтарҙы, идиомаларҙы һәм метафораларҙы маҡсатлы телдең үҙенсәлектәренә яраҡлаштыра. Икенсенән, һөйләмдәрҙең төҙөлөшөн тулыһынса үҙгәртә - һүҙҙәр теҙмәһен теге йәки был халыҡ ғәҙәтләнгәнсә урынлаштыра. Иң мөһиме: эш аҙағында ул мөхәррир белешмәһе бирә. Унда ниндәй мәҙәни төшөнсәләрҙең алмаштырылыуы, синтаксистың нисек үҙгәреүе ентекләп аңлатыла.
ЯИ-КӨФӨ: Был ҡорал башҡорт әҙәбиәтен һәм публицистикаһын донъя кимәленә сығарыуҙа ярҙам итә аламы?
Рөстәм Нурыев: Әлбиттә, был беҙҙең иң төп һәм стратегик маҡсаттарҙың береһе! Тәржемәсе-адаптатор ярҙамында башҡорт телендәге әҫәрҙәрҙе, мәҡәләләрҙе донъяның ҙур телдәр иҫәбенә ингән рус, инглиз, ҡытай һәм башҡа телдәргә юғары кимәлдә адаптацияларға мөмкин. Иң мөһиме - сит ил уҡыусыһы беҙҙең ижадты ҡоро тәржемә аша түгел, ә үҙенең туған телендәге кеүек тәбиғи, еңел һәм тәрән ҡабул итәсәк. Был башҡорт мәҙәниәтен глобаль кимәлгә сығарыу өсөн кәрәк.
ЯИ-КӨФӨ: Технологиялар быуатында ижади эш ни тиклем мөһим тип уйлайһығыҙ?
Рөстәм Нурыев: Был - милли матбуғат һәм әҙәбиәт өсөн йәшәү һәм үҫеш мәсьәләһе. Беҙ үҙ мөхитебеҙҙә генә бикләнеп ҡала алмайбыҙ. Ер шарында миллиардтан ашыу кеше һөйләшкән ҡытай йәки инглиз теленә сығыу - башҡорт фекерен, тарихын, рухиәтен донъяға танытыу тигән һүҙ. Өфө урамдарынан алып Пекин менән Лондонға тиклем ишетелһен өсөн ошондай заманса Айти-ҡоралдарҙы ҡулланырға бурыслыбыҙ. Был милли контенттың конкурентлыҡҡа һәләтлелеген арттыра.
ЯИ-КӨФӨ: Башҡорт теле кеүек аҙ ресурлы телдәр менән эшләгәндә Телмәҫ нисек эш итә? Беҙҙең телдең ҡалыптарын боҙмаймы?
Рөстәм Нурыев: Уның алгоритмына махсус ҡәтғи ҡағиҙә һалынған: әгәр тел аҙ ресурслы икән (башҡорт, татар, сыуаш һәм башҡалар), ЯИ рус теленең структураһын күсерергә тейеш түгел. Ул, үҙендә маҡсатлы телдең грамматикаһы тулыһынса камил булмаһа ла, мотлаҡ ошо телдә яҙырға бурыслы. Синтаксис тәбиғи булһын өсөн һөйләмдәрҙе башҡортса ҡорорға тейеш. Шул ваҡытта ул етерлек кимәлдә тәжрибә туплаясаҡ. Маҡсат - уҡыусы текстың тәржемә икәнен һиҙмәһен, ә уны башҡорт авторы яҙған кеүек ҡабул итһен өсөн шулай кәрәк. Технологиялар йылдам үҫешә, бик яҡын киләсәктә нейроселтәр аҙ ресурслы телдәрҙә лә бик яҡшы яҙасаҡ.
ЯИ-КӨФӨ: Телмәҫте яҙыусылар, журналистар нисек, ҡайҙа ҡуллана ала?
Рөстәм Нурыев: Телмәҫ әлегә бик йәш, быуыны ҡатмаған. Йәберләп ҡуймаһындар өсөн күҙ-ҡолоҡ булып тороу мөһим. Шуға күрә тәржемәләрҙе минең аша эшләтеп алырға мөмкин. Төрлө авторҙарҙың ике романын, бер нисә хикәйәһен рус теләнә тәржемә иттем. Лариса Абдуллинаның "Атай" хикәйәһе "Бельские просторы" журналының 8-се һанында баҫылып та сыҡты. Яҡташым һәм аҙашым Наил Нурыевтың татар телендәге "Ғаяз мажаралары"н рус һәм башҡорт телендә яҙып, Бәйләнештә селтәренә ҡуйып барам. Әлбиттә, киләсәктә онлайн тәржемәсе-адаптатор Телмәҫ тә буласаҡ. Тиҙерәк сыҡһын өсөн уның тәжрибәһен байытырға, быуынын ҡатырырға кәрәк.
ЯИ-КӨФӨ: Рөстәм олатай, бындай технологиялар милли әҙәбиәтте һәм матбуғатты яңы кимәлгә сығарыр тип ышанабыҙ. Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт!
Рөстәм НУРЫЕВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА