«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28  |  29  |  30
Август
   31  |  32  |  33  |  34

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пациенттарға медицина хеҙмәте күрһәтеү сифатын һәм дауаханаларҙа ҡайһы бер табиптарҙың тупаҫ һәм битараф мөнәсәбәтен ҡаты тәнҡит утына тотто. Һеҙгә ошондай күңелһеҙ күренештәр менән осрашырға тура килгәне бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЯҠТАШЛЫҠ БЕРЛӘШТЕРӘ
+  - 

Республикала ойошторолған ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ системалар ғәскәрҙәре батальонына тәүге контрактсылар юлланды ла инде, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының РФ Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин. Уның һүҙҙәренсә, тәүге бер аҙнала подразделение сафына ун ир-егет яҙылған. Улар уҡырға ил төбәктәренең береһендә урынлашҡан полигонға йүнәлгән.

Офицер билдәләүенсә, батальонға һайлап алғанда буласаҡ һалдаттарҙың һаулығына, физик хәленә һәм, әлбиттә, үҙе әйтеүенсә, башты эшләтә белеүҙәренә айырым иғтибар бүленә. Виртуаль алышта уңышҡа өлгәшеү өсөн тиҙ реакция, үткер аҡыл һәм үҫешкән моторика кәрәк, ти ул.
- Йәштәр бушты бушҡа ауҙарып ваҡыт үткәрә, тиҙәр. Күреүебеҙсә, улар Ватанға ҡаһарманлыҡ менән хеҙмәт итә лә белә. Яҡшы яҡҡа үҙгәрә йәштәребеҙ. Ғорурланыр өсөн урын бар. БПЛА операторы өсөн идеаль йәш - 25 йәшкә тиклем. Быны алыш яланы тәжрибәһе күрһәтә. Был осорҙа улар етеҙерәк, аралашыу өсөн үҙ "теле" бар. Аҡыллыраҡтар, үҙгәрештәрҙе тиҙ эләктереп алалар. Үҙҙәренең идеялары менән киләләр фронтҡа һәм алғы һыҙыҡтағылар менән уртаҡлашалар. Өйҙә нисектәрҙер инде, әммә МХО-ла - патриоттар һәм геройҙар, - тип билдәләй Артур Йомағужин.
Батальонда хеҙмәткә 35 йәштән 45 йәшкә тиклемге ир-егеттәрҙе лә көтәләр икән. Улар водитель, механик, электрик була ала, тип өҫтәй Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе.
- Батальон яҡташлыҡ мөнәсәбәттәре нигеҙендә төҙөлә. Уның төп көсө, нигеҙе - Башҡортостан халҡы. Ләкин беҙ башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәрҙе лә ҡабул итәбеҙ. Йәшәгән урының түгел, ә иптәшеңдең ышаныслы яурыны мөһим. Әгәр дөйөм эшкә көс бирергә әҙер булһаң һәм һайлап алыуҙы үтһәң, ҙур команданың бер өлөшө була алаһың, - ти ул.
Башҡортостанда төҙөлгән батальондар тәүге көндәрҙән үк Махсус хәрби операция биләмәләрендә үҙҙәрен лайыҡлы күрһәтә. Уларға тылдың ныҡ булыуы, республика халҡының даими ярҙамы көс бирә. Хеҙмәткәрҙәргә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тәғәйен барлыҡ дәүләт ярҙам саралары, льготалар һәм социаль гарантиялар ҡаралған.
Муса Гәрәев исемендәге башҡорт пилотһыҙ системалар батальонына яҙылыу өсөн Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3 адресы буйынса мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ бөтә ҡыҙыҡһындырған мәғлүмәтте: +7 908 358 0000, +7 995 948 6541 номерҙары буйынса ла алырға мөмкин.

Ҡасим ҒӘҘЕЛШИН әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №34, 28 август - 3 сентябрь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.08.26 | Ҡаралған: 11

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2027 йылдың беренсе яртыһы өсөн 1 сентябрҙән 1230 һум 42 тингә яҙыла башларға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru