
Психиатр Эллен Лангер 1979 йылда ошо тәжрибәне үткәрергә ҡарар иткәндә үк ҡыйыу теорияларҙы тағы ла ҡыйыуыраҡ итеп ғәмәлдә ҡулланып ҡарауға өҫтөнлөк биргән белгес репутацияһына эйә була. Эллен, ғәҙәттә, тәжрибәләрен пенсионерҙар менән үткәргән.
Өс йыл алдараҡ ул Коннектикутта Арден-хаустағы ҡарттар йортонда геронтология өсөн революцион булған тәжрибә авторы булып таныла. Ул ҡарттарҙы, беҙ уйлағанса, әпәүләп тороу уларҙы ниндәй ҙә булһа сиргә ҡарағанда тиҙерәк ҡәбергә илтәсәк, тип раҫлай. Тәжрибә өйрәнелгән ярҙамһыҙлыҡ синдромын тикшереүҙең бер өлөшө булып тора. Әммә миссис Лангер бының менән генә туҡталып ҡалырға теләмәй. Ул ҡартлыҡтың төҫһөҙ ореолын емереп, үҙебеҙҙе ҡасанға тиклем йәш тип иҫәпләйбеҙ, шул тиклем йәшбеҙ, тип раҫларға батырсылыҡ итә. Яңы тәжрибә өсөн ул уртаса 75 йәштәге һигеҙ ир-атты һайлай. Тәжрибәлә ҡатнашыусылар бер аҙна дауамында Нью-Хэмпшир штатында ғилми-донъяуи ихтыяждар өсөн йыһазландырылған монастырҙа йәшәргә тейеш була. Ҡарттар алда нимә көткәнен дә белмәй. Уларҙан бары тик үҙҙәре менән 20 йыл элек барлыҡҡа килгән китап та, журнал йәки фотолар ҙа алмауҙарын һорайҙар.
Һигеҙ ир-ат йортҡа килеп ингәс, аптырап ҡала. Әйтерһең дә, улар ҡабат үткәндәргә әйләнеп ҡайтҡан. Аныҡлап әйткәндә - 1959 йылға. Аҡ-ҡара төҫтәге телевизор, иҫке пластинкалар, китаптар, календарҙар - барыһы ла уларҙы 20 йыл элек үткәндәргә алып ҡайтҡан. Артабан тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ: тәжрибәлә ҡатнашыусыларға урамда ысынлап та 1959 йыл тип уйлап, шул ваҡыттағыса кейенергә ҡушҡандар. Йәғни, уларға 75 түгел, бары тик - 55 кенә. Тәүҙә был мөмкин түгел кеүек ҡабул ителә. Нисек итеп тормоштоң һуңғы 20 йылын һыҙып ташлайһың? Тиҙҙән асыҡланыуынса, бик еңел икән. Тышҡы донъя менән бәйләнеш булмағас, ир-аттар үҙҙәрен бик тиҙ 1959 йылдағы кеүек тота башлай. Хеҙмәтләндереүсе персонал да улар менән шундай уҡ мөнәсәбәттә була: бер кем дә ауыр сумканы күтәрешергә йәки нимәнелер күсереп ҡуйырға ярҙам тәҡдим итмәй. Бер ниндәй таблеткалар ашау һәм ниндәйҙер процедуралар үтеү тураһында ла иҫкәртмәйҙәр. Тәжрибәнең бер аҙнаһы иҫ киткес һөҙөмтәләр бирә: күптәрҙең һыны турая, һығылмалылығы яҡшыра, мускулдары көс ала, күреүе (10 процентҡа) һәм хәтерҙәре яҡшыра. Йәғни, ҡартлыҡ йәлләп тормаған барлыҡ параметрҙар тергеҙелә. Бынан тыш, тәжрибәлә ҡатнашыусы 63 проценттың IQ кимәле баштағыға ҡарағанда юғарыраҡ булыуы асыҡлана. Иң мөһиме - ҡатнашыусылар йөҙгә лә йәшәрә. Уларҙың тәжрибәнән алда һәм унан һуң төшөрөлгән фотолары осраҡлы кешеләргә күрһәтелә һәм улар аҙағыраҡ төшкән фотоларҙа ирҙәр уртаса өс йәшкә йәшерәк күренеүен билдәләй.
Йәғни, был тәжрибә үҙебеҙҙе тойоуыбыҙ беҙҙең тирә-яҡ мөхиткә һәм ул беҙгә көсләп таҡҡан моделгә туранан-тура бәйле икәнен раҫлай. Әгәр һин 70 йәштә үҙеңде олатай тип һанаһаң, ҡартлығыңа зарланһаң һәм юлды аша сығырға ярҙам һораһаң, үҙеңде ҡарт итеп тойорһоң. Әгәр ҡыйыулыҡ табып, социумдың мыжыҡ пенсионерҙарға ихтыяжына күҙ йомһаң, 115 йәшкә еткәндә лә үҙеңде 45 йәштәге кеүек хис итергә, ул ғына ла түгел, оҙайлы, сәләмәт, әүҙем һәм бәхетле тормош алып барырға мөмкин.
2009 йылда Эллен Лангер үҙ тәжрибәләре нигеҙендә "Против часовой стрелки" (Counter Clockwise) бестселлерын яҙа.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|