
Бөгөн бал ҡорто иң ныҡ өйрәнелгән бөжәк булып иҫәпләнә. Уны беҙҙең илдә лә, сит илдә лә өйрәнәләр. Кем генә өйрәнмәй бал ҡортон. Зоолог та, биолог та, эколог та, генетик та һәм башҡа ғалимдар ҙа өйрәнә уны. Тәү ҡарамаҡҡа, бал ҡорто тулыһынса өйрәнелгән, был йүнәлештә өйрәнерлек нәмә лә ҡалмаған кеүек. Ошо урында "Ә шулай ҙа..." тип әйтергә тура килә.
Ә шулай ҙа бал ҡорто йәшәйешендә асыҡланмаған һорауҙар бар әле. Һүҙҙең ҡыҫҡаһы, тигәндәй, бына быйыл мин түмәр умарта юнып ташланым әле. Ҡалай шәп иткәнһең, тип әйтергә ашыҡмай тороғоҙ. Сөнки был түмәр умартала яңылыҡ бар - уның бер яғында ҡәҙимге ҡапҡаҡ булһа (1-се һүрәт), икенсе яғы быяланан эшләнгәйне (2-се һүрәт). Бына ошо тәҙрә аша бал ҡорттарын күҙәтеп, бер-нисә асыш яһарға насип булды миңә.

Май аҙағында күс яптым түмәр умартаға. Һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡһынып ҡорттар осҡан мәлде күҙәтергә әҙерләндем. Сөнки китапта ошолай яҙыла. "Күс ағас ҡыуышына килеп ҡуныу менән бал ҡорттары әүҙем эш башлай - кемдер ояны сүп-сарҙан таҙарта, кемдер һут (нектар), кемдер һыу ташырға тотона, кемдер балауыҙ һуҙа башлай һәм башҡаһы".
Әммә минең күс китапса эшләмәне. Ҡорттар түбәнән аҫҡа табан бер аҙ һуҙылып төштөләр, ояның бер ни тиклем араһын биләнеләр һәм ошо хәлдә ҡатып ҡалдылар (3-сө һүрәт).
Бер көн торҙо ошолай күс. Ике көн торҙо. Өсөнсө көндә лә шул уҡ хәл. Мәйтәм, оҡшатманы күс ояны. Ташлап китә инде ул хәҙер түмәр умартаны. Дүртенсе көн асып ебәрһәм... собханалла... бал ҡорттары матур итеп ап-аҡ балауыҙ һуҙып ҡуйған! (4-се һүрәт).

Ә хәҙер беренсе һығымтаны яһайыҡ - күс тәү сиратта үҙенә бәләкәй өй төҙөй, шунан ғына ояла әүҙем эш башлана. Шуны ла әйтергә кәрәктер. Ваҡыты менән күптәр күс (рой) һәм бал ҡорто ғаиләһе (пчелиная семья) төшөнсәләрен бутап ҡуя. Шуға дөрөҫлөккә тап килмәгән һығымталар яһала. Эш шунда: күс, бал ҡорто ғаиләһенән айырмалы рәүештә, бар эште күмәкләп башҡара. Ә бына бал ҡорто ғаиләһендә эш бүленгән. Алдан яҙғанымса, ҡорт ғаиләһендә ҡайһы бер эшсе ҡорт ояны сүп-сарҙан таҙарта, кемеһелер һут ташый, ҡайһы берәүҙәре һыу алып килә, кемеһелер бәләкәй өйҙө дауам итеп, балауыҙ һуҙа һәм башҡаһы. Минең төп һығымта ошолай - күс бал ҡорто ғаиләһенә бәләкәй өй төҙөгәндән һуң күскә әйләнә.
Нисә көн дауам итә икән был хәл? Китапҡа тағы берҙе күҙ һалайыҡ әле. "Күс үҙенә өс көнгә етерлек аҙыҡ ала". Бына быныһы дөрөҫлөккә тап килә. Тап ошо өс көн эсендә күс үҙенә бәләкәй өй төҙөй. Уның ҙурлығы шулай: һуҙылған балауыҙҙарҙа ҡышҡа етерлек аҙыҡ туплап була. Һәм икенсе йыл яҙ эшләп китерлек үрсем тәрбиәләргә була (5-се һүрәт).

Икенсе һорау - ни өсөн бал ҡорттары бер йәй эсендә төрлө төҫтәге балауыҙ төҙөй? Тағы берҙе китапҡа һүҙ һалайыҡ. "Тәүге йылда бал ҡорттары ап-аҡ балауыҙ һуҙа. Балауыҙ күҙәнәктәре ҡулланыу арҡаһында (йәш быуын үҫә, һеркә һаҡлана, бал һалына) икенсе-өсөнсө йылына һоро төҫ ала, дүртенсе-бишенсе йылына улар ҡап-ҡара булып китә". Был хәл заман ояһында (даданда) йәшәгән бал ҡорто ғаиләһенә генә хас. Ә бына түмәр умартала хәл бөтөнләйе менән икенсе. Бал ҡорттары бер йәй эсендә аҡ, һоро, хатта ҡара балауыҙ күҙәнәктәрен төҙөргә һәләтле (6-сы һүрәт). Ни өсөн? Нисек? Нимәгә кәрәк төрлө төҫтәге күҙәнәктәр? Был һорауҙар әлегә асыҡ булып ҡала. Китапса әйткәндә, балауыҙ күҙәнәктәре үҙ өйрәнеүсеһен көтә.
Өсөнсө һорау - бал ҡорто ҡайҙан, ҡайҙа, ни өсөн, нимәгә ҡулланыр өсөн күҙәнәк ҡапҡасын (крышечка ячейки) ташый? (7-се һүрәт). Мин был видеотаҫманы умартасылар төркөмөнә һалғайным. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, бал ҡорттары был ҡапҡасты ояның төбөнән эҙләп ала. Һәм ояның иң өҫтөнә хәтлем ташый. Шуныһы ҡыҙыҡ, башҡа ҡорттарға һис кенә лә биргеһе килмәй. Ә уларының ҡайһы берәүҙәре ҡапҡасты тартып алырға тырыша.

Минең фараз ошолай: күҙәнәк ҡапҡасы прополис эшләүҙә ҡулланыла. Белеүебеҙсә, бал ҡорттары ағастан уның ыҫмалаһын алып ҡайта (был турала ла мин умартасылар төркөмөнә яҙғайным). Аҙаҡ ошо ыҫмаланы балауыҙ менән бутап, прополис эшләп алалар. Бәлки, минең фараз дөрөҫтөр. Бәлки, дөрөҫлөккә тап килмәйҙер. Кем белә инде. Алдан яҙғанымса, был балауыҙ ҡапҡасы ла үҙ өйрәнеүсеһен көтә.

Дүртенсе һорау - ни өсөн иңкеш түмәр умартаға инергә тырыша (8-се һүрәт). Бал өсөн тип аңлатыр инең, иңкеш һут (нектар) менән туҡлана. Шунан башҡа фараз да юҡ, буғай. Ҡыҫҡаһы, иңкешкә бәйле был һорау ҙа әлегә асыҡ булып ҡала.
Һүҙемде йомғаҡлап, бал ҡорто һаман үҙ серҙәрен һаҡлай, тип әйткем килә. Уны өйрәнергә кәрәк. Серҙәрен асыр кәрәк. Бының өсөн тәү сиратта солоҡсолоҡ кәсебен, солоҡ ҡорттарын һаҡлау мөһим. Сөнки бары тик ағас ҡыуышында йәшәгән бал ҡорттары ғына быуаттар буйына йыйылып килгән үҙ үҙенсәлектәрен күрһәтергә һәләтле. Даданда йәшәгән күстәрҙә был үҙенсәлектәр нишләптер юғала.
Әғләм ШӘРИПОВ,
ауыл хужалығы фәндәре докторы.
"Киске Өфө" гәзите, №33, 21 - 27 август 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА