
Башҡортостанда тәүге тапҡыр Рәсәй палеолит, геология һәм палеонтология буйынса алдынғы белгестәрҙең ялан семинары үтте.
Уны Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәге һәм "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы ойошторҙо. Семинарҙа Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосибирск, Волгоград, Һарытау, Махачкала, Екатеринбург фәнни үҙәктәре белгестәре ҡатнашты. Сара Көньяҡ Урал геологияһы тураһында яңы мәғлүмәттәр алыуҙы һәм артабанғы хеҙмәттәшлек өсөн перспективалар билдәләүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ғалимдар барған объекттарҙың береһе - Мәләүез районында, Нөгөш ҡасабаһынан алыҫ түгел, "Башҡортостан" милли паркы биләмәһендә урынлашҡан Иманай-1 мәмерйәһе. Был һуңғы боҙлоҡтағы гигант йыртҡыстарҙың уникаль урыны: бында 400-ҙән ашыу мәмерйә арыҫланы һөйәге табылған. Был кәм тигәндә биш йәнлектең һөйәктәре. Был мәмерйә Уралдағы һәм, бәлки, донъялағы иң бай мәмерйә арыҫландары ҡалдыҡтары, шулай уҡ донъялағы иң ҙур бәләкәй мәмерйә айыуы һөйәктәре тупланмаһы булып тора. Шулай уҡ бында күп кенә кремний изделиелар табылған. Был Уралда 35-45 мең йыллыҡ урта палеолиттың иң ҙур төйәге. "Семинарҙа ҡатнашыусылар мәмерйәне ҡарап сыҡты, ҡаҙыныу стратиграфияһын өйрәнде һәм берҙәм һығымтаға килде: һәйкәл ил масштабында ҙур әһәмиәткә эйә. Мәмерйәне күләмле тикшереүҙе дауам итеү һәм алынған һөҙөмтәләрҙе тиҙерәк баҫтырып сығарыу кәрәклеге айырыуса билдәләнде", - тип һөйләнеләр "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының матбуғат хеҙмәтендә.
Мәмерйәне Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының (Вячеслав Котов) һәм Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө бүлексәһе Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының (Дмитрий Ғимранов) берлектәге экспедицияһы тикшерә.
Ялан семинарында ҡатнашыусы ғалимдар шулай уҡ Көньяҡ Урал аръяғы территорияһындағы боронғо ҡомартҡыларҙы ҡараны. Улар араһында Ҡарабалыҡты күлендәге Мысовая торағы, Күсем-6 торағы, шулай уҡ Әбйәлил районының Күсем ауылы эргәһендәге Күсем-7 һәм Күсем-8 урындары бар. Был һәйкәлдәр ғәҙәти булмаған Сабакты күле эргәһендәге бейек булмаған ҡалҡыулыҡтарҙа урынлашҡан. Табылдыҡтар шунда уҡ гумус аҫтында, доломит ҡырсынташы менән һоро балсыҡ ҡатламында табыла. Шуға күрә Кусимов индустрияһының йәше тураһында һорау барлыҡҡа килә. Ғалимдар геологик киҫелештәрҙе өйрәнә һәм датаһын билдәләү, фәнни тикшеренеүҙәр өсөн өлгөләр ала. Тикшеренеүселәр фекеренсә, Күсем ауылы районында палеолит ҡомартҡылары тупланыуы Төньяҡ Евразия территорияһында палеолит осорондағы мәҙәни процестарҙы аңлау өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Рәссамдарҙы ла боронғолар илһамландыра
Бөрйән районында "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы янында икенсе тапҡыр үҙенсәлекле проект - "Беренсе һанлы пленэр" үтте. Унда Мәскәү, Санкт-Петербург, Һарытау, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Өфө рәссамдары ҡатнашты.
Пленэрҙа рәссамдар традицион киндерҙән һәм буяуҙарҙан баш тартып, планшеттар, телефондар, фотокамералар, график программалар һәм яһалма интеллект ярҙамында эшләй. Спутник технологиялары ярҙамы менән рәссамдарҙың бер өлөшө, камера объективтары аша Башҡортостан күренештәре менән илһамланып, эштәрҙе ситтән тороп башҡарҙы. Ҡатнашыусыларҙың береһе Вадим Хәлитов һөйләүенсә, рәссамдарға Башҡортостандың тәбиғәте, мәмерйәнең серле мөхите һәм милли аш-һыу ныҡ оҡшаған. "Айырыуса музей иғтибарҙы йәлеп итте, унда боронғо кешеләр, уларҙың һүрәттәре һәм боронғо донъя тураһында белергә мөмкин. Шулай уҡ "Урал батыр" эпосына арналған кабинет ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Урындағы фауна менән таныштырыу ҙа булды. Был йыландар, айыу эҙҙәре генә түгел, серле йән эйәләре лә. Мәскәү ҡунаҡтары метр ярымлыҡ терпе күрҙек тип раҫлаһа, урындағы халыҡ уларға ғәйәт ҙур ҡуңыҙ тураһында һөйләне, хәҙер уның хаҡында легенданы Башҡортостандан ситтә лә беләләр".
Осрашыу һуңында һанлы пейзаждар, видеоарт һәм концептуаль эштәр онлайн-күргәҙмәһе булды. Был әҫәрҙәр Рәсәй сәнғәтенең һанлы фондының бер өлөшө булып тора һәм илдең мәҙәни бәйләнештәрен үҫтереү өсөн файҙаланыла. Рәссам Вадим Хәлитовтың арт-объекттарының береһе ҡурсаулыҡҡа бүләк итеп тапшырылды һәм музей коллекцияһын тулыландырҙы.
Гөлфиә АКУЛОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА