«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27  |  28

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ЛИЛИӘ ЙЫРЛАЙ, УРАЛ БЕЙЕЙ, Ә БАЛАЛАРЫ НИ ЭШЛӘЙ?
+  - 

Башҡортостандың халыҡ артисы Лилиә Рауил ҡыҙы Ишемйәрованың исеме республиканана ситтә лә яҡшы таныш. Йыр сәнғәтенә тоғролоҡ һаҡлаған ижадсы Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында донъяға килгән. Йырға булған мөхәббәт ғаиләлә һалына. Үҙенең маҡсатына тоғро ҡыҙ һөнәри белемен Өфө сәнғәт училищеһында нығыта. Артабан Өфө сәнғәт институтында оҫталығын камиллаштыра. Бөгөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Лилиә Ишемйәрова йөҙөп йөрөгән эшләгән, ижад иткән сәнғәт әһелдәренең береһе. Башҡорт йыр сәнғәтен сит ил сәхнәләренә сығарыусыларҙың береһе лә бит әле ул. Әлеге мәлдә Лилиә Рауил ҡыҙы тамашасылары өсөн ҙур концерт әҙерләй. Беҙ талант эйәһенә бары тик уңыштар ғына теләйбеҙ.

Лилиә, үтелгән йылдар бейеклегенән ҡарап, эшләнгән эштәр, сәнғәт юлында яһалған асыш-табыштар тураһында нимә әйтергә була?

- Әлхәмдүлилләһ, 33 йыл инде ижадым дауам итә, байтаҡ йырҙар йырланылды, репертуарымда төрлө телдәрҙә башҡарылған 500-ҙән артыҡ йыр бар. Сит илдәрҙә лә шәхсән концерттарым булды, 33 башҡорт халыҡ йырынан торған дискым сыҡты, джаз оҫтаһы Олег Киреевтың "Орлан" төркөмө менән Мәскәүҙә лә джаз стилендә йырлау бәхете тейҙе, ғөмүмән, ижадым менән бәхетле кеше мин.
Тамашасылар мине күберәк эстрада һәм башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған йырсы тип белә. Ә мине хайран иткәне - борондан килгән буҙлау һәм сеңләү жанрҙары. Уларҙы интернет музыкаль платформаларына һалып, ҡыҙыҡһынған йәштәребеҙгә тыңларға, өйрәнергә мөмкинлек бар һәм шул да мине ҡыуандыра. Йәштәрҙе мин үҙем бик яратып тыңлайым. Бэби Ти, Бишбармаҡ, AY YOLA төркөмөнән Аделдең йырҙарын бик яратып тыңлайым, уларҙың сығыштарын күҙәтеп барам. Афариндар, үҙҙәренең ҙур ижадын беҙҙең башҡорт сәнғәтен юғары күтәреүгә, яңынан-яңы бейеклектәр яулауға бағышлайҙар.

Тамашасы Лилиәне моңло тауышлы йырсы тип белә. Ләкин артист бит йырлап ҡына ла йөрөмәй, ул тамашасыһы менән яҡындан аралаша. Ниндәй мәлдәр айырыуса иҫтә тороп ҡала? Бәлки, ҡыҙыҡ хәлдәргә лә тарырға тура килгәндер... - Эйе, булды ундай хәлдәр ҙә. "Сыҡ миңә кейәүгә, Лилиә" исемле программам менән Бөрйәнгә гастролгә барҙыҡ, программа Хәйбулла районынан Фәнил Әбделмәнов тигән үҙешмәкәр яҙыусының "Сибайға, Лилиәгә" тигән юмористик әҫәре буйынса ҡуйылды. Ҡыҫҡаса әйткәндә, Ғилмитдин Малтабаров исемле ауыл егете, ат ҡараусы, кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. "Ауыл буйлап саң борлатып бергәләп матаста йөрөрбөҙ", тигән һүҙҙәре бар уның. Концерт тамамланғас, залдан иҫ китмәле матур, ҡап-ҡара сәсле, оҙон буйлы егет килеп сыҡты һәм былай ти: "Бажалыста, Лилиә, сыҡма һин Ғилмитдингә кейәүгә, миңә сыҡ, подумаешь, уның матасы бар, мин һине трактор менән ауыл буйлап йөрөтөрмөн", - ти. Зал көлә, ҡул саба, ә мин һүҙһеҙ ҡалдым... Ул егет күптән ғаилә ҡороп йәшәп яталыр инде, әгәр ҙә ошо интервьюны уҡыһа, йәки Бөрйәндәге тамашасылар ул хәлде иҫләп, уға еткерһә, ҙур теләк менән ул егетте ғаиләһе менән 26 ноябрҙа уҙасаҡ юбилей концертыма саҡырыр инем.
Себер яҡтарында гастролдә йөрөгәндә булған бер ҡыҙыҡ хәлде лә телгә алайым әле. Сургут ҡалаһында ҡунаҡҡа алып ҡайттылар. Унда мин, ирем Урал, Әлмира Шәриф ҡыҙы Ҡыуатова менән бергә барҙыҡ. Өҫтәл тирәләй ултырғас, йорт хужалары: "Нисек ҡыҙығыҙҙы мәктәптән гастролгә ебәрҙеләр? Һорап алып китәһегеҙме?" - тип ҡыҙыҡһындылар. Беҙ бер ни аңламай, бер-беребеҙгә ҡарашып алдыҡ, баҡтиһәң, мине Альмира апай менән Уралдың ҡыҙы тип уйлағандар икән. Шуны белгәс, рәхәтләнеп көлөштөк инде.

Һеҙ - ҙур музыкаль ғаилә. Балаларығыҙ ҙа ошо мөхит эсендә, сәнғәт һауаһын һулап үҫкән быуын. Уларҙың киләсәген нисек күҙаллайһығыҙ?

- Беҙ Урал менән балаларыбыҙҙы үҙаллы итеп үҫтерергә тырыштыҡ, икебеҙ ҙә гел юлда йөрөгәс, улар үҙҙәрен үҙҙәре ҡарарлыҡ булһын, тинек. Шөкөр, өсәүһенең дә тауыштары матур. Ижади яҡтан Зөлхизә ҡыҙыбыҙ бәләкәй саҡтан "Иләү" тапшырыуын алып барҙы, "Тамыр" телеканалында байтаҡ ҡына нәфис фильмдарҙа төштө, үҫә килә Фирүзә Париждың Нәркәс исемле ҡыҙы менән "Наҙ" тип аталған төркөм ойоштороп, "Йәшлек" шоуҙа ҡатнашып йөрөнөләр. Әммә ул сәнғәт юлын һайламаны, иҡтисад буйынса белем алды, әлеге көндә Мәскәүҙең лингвистик университетында уҡый. Арыҫланбай улыбыҙҙың бала сағында йырсы Витастың репертуарынан йырлаған йыры ныҡ иҫтә ҡалған, уның да сәнғәткә артыҡ тартылышы юҡ, спорттты үҙ итә, тхэквондо менән шөғөлләнеп, байтаҡ ҡына ҡаҙаныштар яуланы. Ишморат улыбыҙ байтаҡ йылдар "Тамыр" йыр ансамбленә йөрөнө, тауышы матур, март айында Сибай филармонияһында үткән "Араларҙа йылдар" тип исемләнгән концертта "Йондоҙом" йырын башҡарҙы, тамашасылар бик йылы ҡабул итте, шулай уҡ нәфис фильмдарҙа ҡатнашты, киләһе йылға, Алла бойорһа, мәктәпте тамамлай. Беҙ, атай менән әсәй булараҡ, балаларға киң осош ҡына теләйбеҙ. Үҙҙәре һайлаған һөнәрҙәренә тоғро булып, илһам-дәрт алып йәшәһендәр, тибеҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 17 - 23 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.07.26 | Ҡаралған: 29

Киске Өфө
 
Бөгөн донъя нәфрәт менән сирләй. Әгәр ҙә беҙ ошоға ҡаршы дарыу тапмаһаҡ һәм нәфрәтләнеүселәрҙе күрә алмауҙы дауам итһәк, үҙебеҙ нәфрәт һаҙлығына батасаҡбыҙ.

(И. Ильин).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru