
Башҡортостанда уны берәүҙәр - энәлек (боярышник - Crataegus L.) йәки энәде, икенселәр еҙәй йәки дунала, мәмешкәк тип йөрөтә. Энәлек - Башҡортостан тәбиғәтенең биҙәге ул. Был үҫемлек тәбиғәткә үҙенә хас матурлыҡ бирә, ҡабатланмаҫ күренеш хасил итә. Яҙыусы Зәйнәб Биишева үҙенең әҫәрҙәрендә ваҡиғалар барған төбәктең тәбиғәтен һүрәтләгәндә еҙәй ағасын күп тапҡыр иҫкә ала. Оло Эйек йылғаһы буйы матурлығын ошо үҫемлектән айырылғыһыҙ итә. Шуның менән ул уҡыусыларҙың күңелен Эйек буйы тәбиғәтенә ылыҡтыра, уға һөйөү уята.
Грек телендә Crataegus көслө, ҡаты тигәнде аңлата. Рус телендә "боярышник" һүҙен был ағастың оҙаҡ йәшәүе (400 йылға тиклем) менән бәйләйҙәр. Үҫемлектең дарыу булараҡ сифаттарын һәр халыҡ үҙенсә фекерләгән. Мәҫәлән, рустар уны яман көстәрҙән һаҡлай тип иҫәпләһә, боронғо гректар уның ботағын ҡапҡаға элеп ҡуйғандар, йәнәһе, йортто теләһә ниндәй насарлыҡ инеүҙән һаҡлай. Бүрәт халҡында бала ауырыһа, уны сәңгелдәктә ятҡан көйөнсә баш өҫтөнән төрлө им-том һәм арбаулы һүҙҙәр уҡып, энәлек япраҡтары менән елпеткәндәр. Боронғо кельт халҡында энәлек оҙайлы ҡыш һәм ҡараңғылыҡ билдәһе, ә Молдавияла бөтә насарлыҡтың берләшмәһе булараҡ дан алған. Айырып әйткәндә, тәндәге сиҡан һәм аяҡтарҙағы шеш һәм башҡаларҙың сәбәбе энәлек ағасынан тип һаналған. Әбүғәлисина (Авиценна) былай тип яҙа: "Был ағастың емештәре түңәрәк һәм ашарға яраҡлы. Энәлек ауыҙҙы миләшкә ҡарағанда нығыраҡ ҡурыштыра, үтте баҫа һәм ауырыуҙарҙы башҡа емешкә ҡарағанда тиҙерәк йүнәлтә."
Энәлек роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған ҡыуаҡ йәки ҙур булмаған ағас. Төрлө тәбиғи шарттарға ҡарап 0,5 - 4 метр бейеклегендә була. Энәләре ҡыҙғылт һоро төҫтәге ботаҡтарында урынлашҡан. Ҡуйы йәшел япраҡтары ике яҡтан йөнтәҫ. Аҡ төҫтәге сәскәләре бер урынға уҡмашып үҫә. Емештәре бер аҙ оҙонса, йомшаҡ ҡыҙыл төҫтә. Ирәндек, Ҡырҡты тауҙарында уның һарғылт емешле формалары ла осрай. Әммә ботаниктар уларҙың тик бер төргә ҡарағанын раҫлай (боярышник кроваво-красный). Ул йылға буйҙарында, һирәк үҫкән урманда, тау үҙәктәрендә осрай.
Энәлекте Мәләүез, Ейәнсура, Дәүләкән, Учалы, Баймаҡ яҡтарында осратырға мөмкин. Әбйәлил районының Көркәктау үҙәктәрендә, Ҡыҙыл йылғаһы туғайҙарында һ. б. урындарында күпләп үҫә. Ул шулай уҡ Яңауыл, Дүртөйлө, Благовар, Иглин райондары тәбиғәте өсөн дә хас күренеш.
Энәлек май-июнь айҙарында сәскә ата, тап ошо осорҙа сәскәләрен, ә емештәрен август айы аҙағында - сентябрь баштарында йыялар. Уны киптергән саҡта температура 50 градустан артмаҫҡа тейеш. Энәлек емештәрендә холин, ацетилхолин, фруктоза, тритерпин кислотаһы бар.
Рус халыҡ медицинаһында энәлек емештәрен йөрәк ҡаҡҡанда, йоҡоһоҙлоҡтан интеккәндә ҡулланғандар. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күпселек йөрәк дарыуҙарын энәлек емештәренән эшләгәндәр. Энәлек мейелә һәм йөрәктә ҡан әйләнешен яйға һала, үҙәк нервылар системаһының ярһыуын кәметә. Уны бигерәк тә климактрик ауырыуҙарҙан ҡулланырға тәҡдим ителә.
Бал ҡорттары энәлек сәскәләренән бынамын тигән бал йыя. Япраҡтары һәм ағасы ҡайырыларынан буяу эшләп, йөн һәм туҡымаларҙы ҡыҙыл-көрән төҫкә буяғандар. Энәлек емештәренән кеҫәл, ҡайнатма ҡайнаталар. Уның емештәрен, он һымаҡ итеп ваҡлап, сәйгә, кофеға ҡушымта итеп файҙаланырға мөмкин. Әгәр энәлек онон ҡамырға ҡушып баҫһаң, икмәк емеш-еләк тәмен ала.
Европаның фәнни медицинаһында энәлек XIX быуатта ғына күренә башлай. "Башҡа йөрәк дарыуҙары ярҙам итмәгән осраҡта энәлек емештәре генә килешә", - тип ризалаша күп кенә табиптар. "Унан оҙаҡ ваҡыт төнәтмә яһап эсергә мөмкин, ә зыяны бөтөнләй юҡ" - тип тә билдәләнелә. Уны сәй урынына көн һайын эсергә лә мөмкин.
Энәлек сәскәләре һәм емештәренән әсемлек. 1 балғалаҡ энәлек сәскәһе йә 1 ҡалаҡ емешен 1 стакан һыуҙа бешереп төнәтәләр. 1/2 стаканлап көнөнә 2-3 тапҡыр ашар алдынан эсәләр.
Энәлек һәм алманан джем. 1 кг энәлек емеше, 1 кг алма, 500 г шәкәр ҡомо, 1 л һыу алына. Энәлек емештәрен һыу менән ҡатнаштырып, һүрән генә утта өҫтөн ябып бешергәндән һуң, иләк аша һығып үткәрәләр. Һуңынан таҙартылған алма, шәкәр ҡомо ҡушып бутайһың да теләгән ҡуйылыҡҡа тиклем һүрән утта бешереүҙе дауам итәһең. Ошо уҡ ысул менән алма урынына һырғанаҡ (облепиха) менән дә джем эшләп була.
Сәфәрғәле ЙӘНТҮРИН,
биология фәндәре докторы, профессор.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА