«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26  |  27

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТҮҢГӘҮЕР ҠЫҘҘАРЫ ОСРАШТЫ
+  - 

Ете ырыуҙың береһе булған олуғ тарихлы, батыр рухлы түңгәүерҙәр ерендә - Ишбирҙе ауылында сираттағы "Түңгәүер ҡыҙы" йыйыны булып үтте. Был матур сараны Йылыйыр районы Ҡашҡар ауыл хакимиәте башлап ебәргәйне. Артабан берҙәм ырыуыбыҙ ҡатын-ҡыҙҙары Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йыйналышты һәм, ниһайәт, эстафета ошо уҡ райондың Ишбирҙе ауыл биләмәһенә тапшырылды.

Ут күршебеҙ ҡашҡарҙарҙың башланғысы ҙур һәм әһәмиәтле йола байрамына әйләнеп китте. Шулай итеп, беҙ, Ишбирҙе ҡатын-ҡыҙҙары ла, ырыуҙаштарыбыҙҙы ҡунаҡҡа саҡырып, түңәрәк ҡорға йыйылып, хәл-әхүәл белешеп, бер-беребеҙ менән тағы ла нығыраҡ танышып, дуҫлашып, туғанлашып, үткәнебеҙҙе барларға, бөгөнгөбөҙҙө уйларға һәм киләсәгебеҙгә йүнәлештәр билдәләргә сираттағы йыйынға тупландыҡ.
Ишбирҙе ауылы халҡы Баймаҡ районының иң гүзәл, бай тәбиғәтле, йәшәү өсөн бик уңайлы ерҙе төйәк итеп һайлаған. Ауылға исем биргән Ишбирҙе ҡарт та, моғайын, үҙенә йәшәр өсөн урын һайлағанда ҡалын урман ҡапланған тауҙары, ярһып аҡҡан йылғалары, сылтырап аҡҡан шишмәләре булған тәбиғәт мөхитен үҙ иткәндер. Беҙҙең йәнтөйәктең тарихы ла бик бай. Үткәнебеҙҙе, ауыл тарихын, ер-һыу атамаларының легендаларын, риүәйәттәрҙе белмәй тороп, беҙ киләсәккә яҡты эҙ ҡалдыра алмайбыҙ.
Йәшәгән еребеҙҙең гүзәл тәбиғәтен һаҡлап, байытып, тарихыбыҙҙы юғалтмай быуындан-быуынға тапшырыу беҙҙең изге бурыс. Әлеге "Түңгәүер ҡыҙҙары" осрашыуҙары тап ошо бурысты атҡарыуҙа мөһим ғәмәлдәребеҙҙең береһе булып тора ла инде. Йәшәгән еребеҙҙең гүзәл тәбиғәтен һаҡлап, байытып, тарихыбыҙ шаңдауын юғалтмай быуындан- быуынға тапшырыу - беҙҙең изге бурыс. Йылайыр районы Юлдыбай, Ҡашҡар, Ҡәнзәфәр ауылынан, Хәйбулла районы Уфимка ауылынан һәм райондаш Әбделкәрим ауылынан килгән хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ауылыбыҙҙың тарихы, арҙаҡлы шәхестәребеҙ менән таныштырыр алдынан ағинәй-хажиәләребеҙ Фәннүр апай Солтанғолова менән Гөлнур апай Маликованың аят бағышлап, фатихаларын биргәндән һуң матур йола-сарабыҙ башланып та китте.
Осрашыу "Быуындар бәйләнеше", "Илһам сығанағы", "Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге", "Түңгәүер килендәре" тигән темалар буйынса түңәрәк ҡорҙарҙа барҙы. "Быуындар бәйләнеше" төркөмөндә Юнысовтарҙың уҡытыусылар диснастияһы тураһында ветеран уҡытыусылар Наилә, Ғәлимә Юнысовалар һәм Гөлназ Хәсәнова һөйләне. "Илһам сығанағы" өҫтәле хужабикәләре - ауылыбыҙ шағирәләре Сәлимә Барлыбыева менән мәғариф ветераны Гөлһыу Дәүләткилдина тамашасыларға үҙҙәренең әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе. "Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге" тураһында һөйләшеү осрашыуҙа ҡатнашыусылар иғтибарын айырыуса ныҡ йәлеп итте. "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Мөнирә апай Ғайсина ҡатын-ҡыҙ, әсәләр һәм сабыйҙар сәләмәтлеген һаҡлау тураһында һөйләне, бала имләү йолаһын күрһәтте. Ләлә апай Иҙелбаеваның дарыу үләндәре күргәҙмәһе лә бик бай, төрлө булыуы менән айырылып торҙо. Ул файҙалы үләндәрҙән төнәтмәләр әҙерләү ысулдарын өйрәтте, кәңәштәр бирҙе. Баймаҡ ҡалаһынан килгән хөрмәтле ҡунағыбыҙ, халыҡ табибәһе Гөлназ апай Баймырҙинаның борондан килгән дауалау ысулдары тураһында сығышы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы һәм файҙалы булды. Күрше ауылдарҙан килгән ырыуҙаштарыбыҙҙы ауылыбыҙҙың матур ғаиләләре, уңған килендәребеҙ менән дә таныштырҙыҡ. Йыйында ҡатнашыусылар үҙҙәренә күп файҙалы мәғлүмәттәр алғандыр, тип ышанабыҙ һәм эстафетаны ҡабул итеп алған Хәйбулла районы Уфимка ауылында тағы ла осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ.

Гөлфиә ТЕЛӘҮСИНА,
Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылы китапханасыһы.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.26 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 
Үҙҙәре ышанып етмәһә лә һинең турала гел насарҙы һөйләгән, һине күрә алмаған дошмандар һәм һинең турала бар яҡшыны белеп тә бер һүҙ ҙә әйтмәгән дуҫтар араһында нисек йәшәмәк кәрәк?!

(А. Ривароль).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru