
Радий Хәбиров 2026 йылдың июнендә МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм "БАРС" махсус отряды яугирҙарына ярҙам итеүгә, шулай уҡ халыҡҡа адреслы ярҙам күрһәтеүгә, күмәк саралар хәүефһеҙлегенә, һалымдар буйынса льготаларға һәм башҡа өлкәләргә йүнәлтелгән мөһим закондарға һәм указдарға ҡул ҡуйҙы.
Шәхси ҡараш
Указға ярашлы, Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙың мәсьәләләрен хәл итеүгә индивидуаль ҡараш индереләсәк. Йәғни республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәрбиҙәргә һәм уларҙың яҡындарына адреслы булышлыҡ итеүҙе ойошторасаҡ һәм координациялаясаҡ. Хеҙмәт министрлығына был эш менән туранан-тура шөғөлләнәсәк ведомство ҡарамағындағы дәүләт учреждениеһын булдырырға ҡушылды. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһы ла берҙәм электрон реестрға индереләсәк, унда уларҙың мәсьәләләрен ҡарау статустары һәм һөҙөмтәләре күҙәтеләсәк. Махсус операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү мәсьәләләре биш көн эсендә хәл ителәсәк.
Контрактсыларға түләүҙәр
Радий Хәбиров указы менән Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн өҫтәмә ярҙам сараларының ғәмәлдә булыуы оҙайтылды. Рәсәй Оборона министрлығы менән МХО зонаһында хеҙмәт итеү өсөн контрактҡа ҡул ҡуйған республика халҡына бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәрҙең ғәмәлдә булыу ваҡыты 2026 йылдың 31 июленә тиклем оҙайтылды. МХО яугирҙарына түләү күләме 1 миллион һум тәшкил итә. Башҡортостанда 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.
БПЛА һөжүм итһә...
Башҡортостанда РФ Оборона министрлығының "Илдең хәрби армия резервы" территориаль подразделениеһына алынған һәм инфраструктура объекттарын һауа һөжүменән, шул иҫәптән БПЛА-нан һаҡлауҙа ҡатнашҡан кешеләргә дәүләт ярҙамы тураһында закон ҡабул ителде. Республика Башлығы ҡул ҡуйған закон "БАРС" махсус отряды яугирҙарына дәүләт ярҙамы саралары күрһәтеү менән бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләй, уларҙың хоҡуҡи статусын нығыта. Законда әйтелгәнсә, республиканың инфраструктура объекттарын һаҡлау буйынса бурыстарҙы үтәгәндә хәрби хеҙмәткәр һәләк булған осраҡта уның ғаилә ағзаларына бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтелә.
Иҫтә ҡалһын өсөн
Башҡортостанда республикала йәшәүселәрҙең хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары хаҡында хәтер мәңгеләштереләсәк. Уның менән Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы махсус комиссия шөғөлләнәсәк. 2026 йылдың 2 июнендәге яңы указ менән Радий Хәбиров был комиссия тураһында положениены раҫланы. Унда комиссия МХО-ла ҡатнашыусыларҙың батырлығы һәм ҡаһарманлығы, шулай уҡ Махсус операцияға ярҙам күрһәткән граждандар һәм ойошмалар тураһында хәтерҙе һаҡлау маҡсатында ойошторолған даими эшләүсе кәңәшмә органы булып тора, тип әйтелә.
Киң адреслы ярҙам
Башҡортостанда социаль ярҙамға мохтаж кешеләр исемлеге киңәйтелде. Документтың яңы редакцияһында ярҙам сараларын алыусылар категорияһына МХО-ла ҡатнашыусылар индерелде. Законда әйтелгәнсә, адреслы социаль ярҙамды республикала билдәләнгән йән башына уртаса йәшәү минимумынан кәм килемгә эйә булған аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр йәки яңғыҙ йәшәгән граждандар, шулай уҡ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ала ала.
Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға...
Башҡортостанда дәүләт ярҙамы сараларын алыу өсөн социаль йүнәлешле коммерцияға ҡарамаған ойошмалар өсөн эшмәкәрлек төрҙәре исемлеге киңәйтелде. Атап әйткәндә, исемлеккә - социаль реабилитация, шул иҫәптән хәрби хәрәкәттәр ветерандарына психологик ярҙам күрһәтеү, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының хеҙмәт адаптацияһы һәм яңынан һөнәри әҙерләү, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының һәм һәләк булған хәрби хәрәкәттәр ветерандарының ғаилә ағзаларына психологик ярҙам күрһәтеү инә. Әгәр коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле ойошмалар ошондай эшмәкәрлек алып барһа, улар дәүләт власы органдары яғынан финанс, мөлкәт, мәғлүмәт һәм башҡа ярҙам алыуға дәғүә итә ала, тиелә документта.
Тел сәйәсәте тураһында...
Радий Хәбировтың бойороғо буйынса дәүләт тел сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙы координациялау өсөн республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Урал Килсенбаев яуаплы итеп тәғәйенләнде. Республиканың Мәғариф министрлығы дәүләт тел сәйәсәте өлкәһендә вәкәләтле башҡарма орган итеп билдәләнгән.
Милли сәйәсәт
Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы республикала РФ дәүләт милли сәйәсәте стратегияһын тормошҡа ашырыу буйынса саралар планын раҫланы. План 2026-2028 йылдарға иҫәпләнгән 85 саранан һәм проекттан тора. Уларҙың һәр береһенә яуаплы башҡарыусылар беркетелгән. "Милләт-ара татыулыҡ - сәйәсәттәге, бигерәк тә беҙ дошман һөжүме аҫтында булған ауыр осорҙа, иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе", - тип билдәләне Радий Хәбиров 17 июндә Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ултырышында. Ул муниципалитет башлыҡтарына милли сәйәсәтте тормошҡа ашырыу өсөн яуаплы урынбаҫарҙарының профессиональ компетенцияһын баһаларға тәҡдим итте.
Тоҡомло малсылыҡ өсөн
Башҡортостанда "Тоҡомло малсылыҡ тураһында"ғы законға ла мөһим үҙгәрештәр индерелде. Документ тоҡомло малсылыҡ өлкәһендә үҙ-үҙен көйләү үҙенсәлектәрен билдәләй. Хәҙер тоҡомло малсылыҡтың үҙен көйләүсе ойошма (СРО) уның билдәләнгән стандарттарға тап килеүен раҫлай һәм тейешле сертификат бирә ала; тоҡомло малсылыҡтың ойошма ағзаһы булған хужалыҡтарға ҡараған мал тураһында мәғлүмәттәрҙе тикшерә һәм белгестәрҙе аттестациялай ала, тип аныҡлана документта.
Әсәлек даны
2026 йылдың июнендә республиканың тағы күп балалы 50 ҡатын-ҡыҙы "Әсәлек даны" миҙалына лайыҡ булды. Бүләкләнеүселәр араһында республиканың 27 районынан һәм дүрт ҡалаһынан - Сибай, Нефтекама, Октябрьский һәм Өфөнән ҡатын-ҡыҙ бар. Бүләкләнеүселәр һаны буйынса Баймаҡ, Ғафури, Иглин, Мәләүез һәм Туймазы райондары лидер булды.
Опекундарға түләүҙәр
Башҡортостанда опекундарға балаларҙы ҡарау өсөн түләүҙәр арттырылды. Документҡа ярашлы, 2026 йылдың 1 июленән 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарауға опекундарға йәки попечителдәргә түләү айына 11 543 һум тәшкил итә, 3 йәштән өлкәндәргә - 11 101 һум. Инвалид йәки һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән 3 йәшкә тиклемге баланы ҡарауға түләү айына 13 853 һум тәшкил итә, унан өлкәндәргә -13 320 һум.
Сараларҙың хәүефһеҙлеге
Дәүләт Йыйылышы депутаттары "Мәҙәниәт тураһында" республика законына үҙгәрештәр индерҙе. Улар тамаша сараларын үткәргәндә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы һәм бәхетһеҙ осраҡтарҙы иҫкәртеүгә ярҙам итергә тейеш. Закон тамаша сараһын ойоштороусыға полицияға һәм муниципалитетҡа уның тематикаһы, үткәреү ваҡыты һәм урыны, яҡынса килеүселәр һаны һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса саралар тураһында алдан хәбәр итеү бурысын йөкмәтә. Документта был мәғлүмәттәрҙе сара үткәрелгәнгә тиклем 10 көндән дә һуңға ҡалмайынса бирергә кәрәклеге тураһында әйтелә. Шулай уҡ тамашалар ойоштороусыһы һәм сара үткәрелгән бинаның хоҡуҡ эйәһе һаҡ һәм террорға ҡаршы яҡлауҙы тәьмин итергә бурыслы.
"Киске Өфө" гәзите, №27, 10 - 16 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|