«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ХӘҮЕФ БАР, ОНОТМА!
+  - 

Башҡортостанда БПЛА хәүефе хаҡындағы мәғлүмәттәр менән ҡайҙа танышырға?

Башҡортостанда, илдең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, пилотһыҙ һәм ракета хәүефе тураһында хәбәрҙәр даими ебәрелә. Әммә ҡайһы саҡта серверҙар техник мәсьәләләр һәм мәғлүмәттең ҙур күләмдә булыуы арҡаһында уны еткереп өлгөрә алмай, сигналдың тотҡарланыуы ихтимал.
Был мәсьәләне хәл итеү юлы республикала йәшәүсе һәр кешенең - кеҫәһендә. "Башинформ" агентлығы пилот хәүефе хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе ваҡытында белеү һәм ашығыс ярҙам хеҙмәттәре менән еңел генә бәйләнешкә сығыу өсөн ҡулланма әҙерләне.
Башҡортостан халҡы һәм республика ҡунаҡтары "112 - Ашығыс ярҙам" һәм "Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы" мобиль ҡушымталары менән файҙалана ала. Шулай уҡ интернет сикләнгән ваҡытта ла профилле министрлыҡтарҙың һәм ведомстволарҙың МАХ-тағы рәсми каналдары эшләй икәне билдәле. "Бының өсөн QR-кодты сканерлау ҙа етә, ҡушымта асыла, ул хәүеф иғлан ителгәндә һеҙҙе тиҙ арала иҫкәртә. Ғөмүмән, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының бөтә ашығыс мәғлүмәттәре менән дә танышырға мөмкин буласаҡ", - тип кәңәш иткәйне быға тиклем республика халҡына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
"112 - Ашығыс ярҙам" ҡушымтаһы шулай уҡ ракета һәм пилотһыҙ хәүеф тураһында йә уны бөтөрөү хаҡында push-белдереүҙәр ебәрә. Тағы ла сервис ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡанда кешенең исем-шәрифен һәм телефон номерын ашығыс ярҙам хеҙмәттәренә автоматик рәүештә ебәрә ала (ҡушымтаны күсереп алғанда шәхси мәғлүмәттәрҙе теркәү ҙә етә). Әгәр телефон хужаһы аҙашһа, ҡушымта шулай уҡ автоматик рәүештә һеҙҙең ҡайҙа икәнегеҙҙе асыҡлай. Был ҡотҡарыусыларға тиҙерәк ярҙамға килергә мөмкинлек бирәсәк. Белгестәр хәлде шунда уҡ баһалай алһын өсөн ваҡиға урынынан төшөрөлгән кадрҙарҙы беркетергә мөмкин. Тағы ла яҡындарҙың телефон һандарын яҙырға кәңәш ителә. "Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы" ҡушымтаһының төп үҙенсәлеге шунда, ул кешегә ғәҙәттән тыш хәл килеп сыҡҡан осраҡта ни эшләргә, үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген күрһәтә. Программаға ҡуйылған МАХ ҡушымтаһының һанлы ярҙамсыһы барлыҡ һорауҙарға яуап бирәсәк, ә махсус бүлектә хәүефһеҙлек буйынса белемдәрҙе тикшерергә мөмкин.
Граждандарға шулай уҡ белдереүҙәр традицион смс-хәбәрҙәр аша таратыла. Был ысул күптәр өсөн ғәҙәти кеүек тойолһа ла, күп осраҡта махсус ҡушымталар аша хәбәрҙәр халыҡҡа тиҙерәк барып етә. Был мөмкинлектәрҙең барыһына ла эйә булыу өсөн смартфондарҙың AppStore, GooglePlay йәки Rustore кеүек рәсми онлайн магазиндарында "112 - ашығыс ярҙам" һәм "Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы" ҡушымталарын телефонға күсереп алыу ғына кәрәк. Икенсе ысул - махсус QR-кодты сканерларға һәм республиканың рәсми ресурстарында баҫылған мәғлүмәттәрҙе ҡарап барырға мөмкин.

Иван ВАВИЛОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.26 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru