«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЯҠЫН КЕШЕҢ НАРКОМАНМЫ?
+  - 


Үткән аҙнала Халыҡ-ара наркоманияға һәм наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә ҡаршы көрәш көнө билдәләнде. Был дата наркотиктарҙың ни тиклем хәүефле булыуын һәм яҡындарыңды үлемесле афәттән аралау зарурлығын иҫкәртеү маҡсатында булдырылған.

Улар барҙар әле

Статистика буйынса, Башҡортостанда наркотиктар менән мауыҡҡан кешеләр һаны йылдан-йыл кәмей бара. Әгәр 2010 йылда 5,7 мең кеше наркология хеҙмәтендә иҫәптә торһа, 2025 йылда - 3,4 мең. Әммә наркомания проблемаһы киҫкен ҡала, сөнки статистика табип ярҙамы һорап рәсми мөрәжәғәт иткән һәм иҫәпкә баҫҡан кешеләр һанынан сығып төҙөлә, ә наркоманияға бәйлелек менән яфаланыусыларҙың һаны күберәк булыуы ихтимал. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, рәсәйҙәрҙең 11 проценты үҙ мөхитендә наркотик ҡулланыусы кешеләрҙең булыуы хаҡында һөйләй, был - һуңғы һигеҙ йылдағы иң юғары күрһәткес.

Үҫмерлек осоро

Наркотиктар ҡулланыу хәүефе иң тәү сиратта үҫмерҙәргә янай. Үҫмерлек - бала үҙе менән ниндәй үҙгәрештәр барғанын аңламаған көсөргәнешле осор. Мәктәптәге һәр төрлө уңышһыҙлыҡты йәки ата-әсә менән аңлаша алмауҙы ул ныҡ ауыр кисерә, һөҙөмтәлә унда ысынбарлыҡтан ҡасыу теләге тыуа. Наркотик, психоактив матдәләр ҡулланыу йәһәтенән таратылған ялған мәғлүмәт тә үҙ ролен уйнай: йәнәһе, "ваҡыты-ваҡыты менән ҡабул итергә мөмкин, ҡурҡыныс бер нәмә лә булмаясаҡ, теләгән ваҡытта ташлап була". Ләкин наркотик ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кеше психикаһын үҙенә буйһондора һәм унда яңы доза эҙләүгә бәйлелек барлыҡҡа килә.

Билдәләре ниндәй?

Наркомания енесенә, йәше, социаль статусына ҡарамай, һәр кемгә ҡағыла ала. Яңы синтетик матдәләр барлыҡҡа килә, улар сағыштырмаса арзан булғанға күрә, тиҙ тарала. Наркотиктар баш мейеһе күҙәнәктәрен емерә, шәхестең деградацияһына килтерә, хатта ағыуҙан баш тартҡандан һуң да организмға зыянды бөтөрөп булмай. Яҡыныңа иғтибар ғына бәлә-ҡазаны ваҡытында туҡтата ала.
Баланың уҡыуҙан ситләшеүе, шикле дуҫтары барлыҡҡа килеүе, һеҙҙең алда телефон шылтыратыуҙарына яуап бирмәҫкә тырышыуы, етди һөйләшеүҙәрҙән ҡасыуы, алдаша башлауы - ата-әсә өсөн етди сигналдар. Буштан-бушҡа асыулана, кәйефе йыш үҙгәрә. Мәҫәлән, бер нисә сәғәт эсендә ул күңелле хәлдә йөрөп, ҡапыл вайымһыҙ, битарафҡа әйләнеүе ихтимал. Хәрәкәттәре, телмәре боҙола. Кеше тәртип, ваҡытында ашау тураһында онота йәки туҡтауһыҙ ашай. Өйҙән аҡса, ҡиммәтле әйберҙәр юғала башлай.

Эҙемтәләре

Наркотиктар бөтә тормошто емерә: һаулыҡ, ғаилә мөнәсәбәттәре, карьера. Инфекциялар, шул иҫәптән ВИЧ һәм гепатит хәүефе арта. Наркомандар шприцтар аша дауалап булмаҫлыҡ сирҙәр йоҡтороу хәүефен белә, әммә был уларҙы туҡтатмай. Былтыр наркотиктар менән ағыуланыуҙан 126 кеше һәләк булған. Улар араһында 15 йәштән 29 йәшкә тиклемгеләр - 13 кеше, 30 - 49 йәштәгеләр - 102, 50 йәштән өлкәндәр - 11. Һәләк булғандарҙың күбеһе - 72 кеше - Өфөнән. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Туймазы, Салауат, Октябрьский һәм республиканың башҡа ҡалалары һәм райондарынан ҡорбандар бар.

Балаларҙы йәлеп итәләр

Наркотиктар уларҙы ҡулланырға уйламағандарға ла ҡағылырға мөмкин. Хоҡуҡ һаҡсылары наркобизнесҡа йәлеп ителгән балалар һанының артыуын ҙур хәүеф тип билдәләй. Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2025 йылда полиция хеҙмәткәрҙәре 37 бәлиғ булмаған наркокурьерҙы ҡулға алған. Уларҙың күбеһе - бығаса закон менән проблемалары булмаған, интернетта эш тураһында иғлан табып, аҡса эшләргә теләгән ябай балалар. Ҡулға алынғандарҙың береһе һөйләүенсә, ул яңы велосипедҡа аҡса йыйырға теләгән һәм ҡар таҙартыу тураһында иғлан күргән. Әлбиттә, бер ниндәй ҡар тураһында ла һүҙ бармай. Үҫмер "эш биреүсе"нең ҡушыуы буйынса, "тауарҙы" әйткән урындан алып, кәрәкле урындарға һалырға тейеш була. Ул бының наркотиктар менән бәйле икәнен шунда уҡ аңлай, әммә "еңел аҡса" алыу мөмкинлеге аҡылды еңә. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, наркотиктар таратҡан өсөн үҫмерҙәргә ҡаты яза, хатта ғүмерлеккә төрмәгә ултыртыу янай.

Психолог кәңәше

Баланың наркотик ҡулланыуы билдәле булдымы? Нимә эшләргә? Балалар психологы Наталья Дербеко шундай кәңәштәрен еткерә:
- Был - һәр ата-әсә өсөн ауыр хәл. Беренсе реакция йыш ҡына эмоциональ була: аптырау, асыу, ҡурҡыу, ғәйеп тойғоһо йәки кисекмәҫтән язалау теләге. Әммә һеҙҙең тап ошо мәлдәге аҙымығыҙға баланың киләсәге һәм уның менән артабанғы мөнәсәбәттәрегеҙ бәйле.
• Әрләмәгеҙ һәм ҡысҡырмағыҙ. Агрессия яуап агрессияһы йәки үҙ-үҙенә бикләнеү тыуҙыра. Үҫмер һеҙгә ышанмаясаҡ һәм дөрөҫлөктө тағы ла нығыраҡ йәшерәсәк.
• Физик яза ҡулланмағыҙ. Был - бөтөнләй һөҙөмтәһеҙ һәм емергес алым. Ул тик ситләшеүҙе көсәйтә һәм протестың хәүефлерәк алымдарына этәреүе ихтимал.
• Ғәйепләмәгеҙ һәм нотоҡ уҡымағыҙ. "Мин бит һиңә әйттем!", "Һин беҙҙе оятҡа ҡалдырҙың" йәки "Һинең киләсәгең юҡ" тигән һүҙҙәр - файҙаһыҙ. Бала былай ҙа психологик йәһәттән ҡатмарлы хәлдә, ә ғәйепләү уның яңғыҙлыҡ һәм нимә эшләргә белмәү тойғоһон көсәйтә генә.
• Проблеманы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Бер нәмә лә булмаған кеүек ҡыланыу - баланың үҙ-үҙен һәләк итеүенә өнһөҙ ризалыҡ биреүгә тиң.
• "Һатып алырға" тырышмағыҙ. Наркотиктарҙан баш тартҡан өсөн ҡиммәтле бүләктәр вәғәҙә итеү оҙаҡ эшләмәй һәм проблеманың асылын хәл итмәй.

Ярҙам һорап кемгә мөрәжәғәт итергә?

• Балалар йәки ғаилә психологы, психотерапевт. Белгес ғаиләләге мөнәсәбәттәрҙе яйға һалырға, ғәйеп һәм үпкә тойғоларын өйрәнергә, бәйлелектең төп сәбәптәрен табырға ярҙам итәсәк.
• Нарколог. Табип баланың һаулығын, бәйлелек дәрәжәһен баһалай һәм дауалау планын тәҡдим итә (детоксикация, терапия).
• Ата-әсәләргә ярҙам. Наркотикка бәйле кешеләрҙең туғандары өсөн ярҙам төркөмдәре бар (мәҫәлән, "12 аҙым" программаһы). Шул уҡ хәлде кисергән кешеләр менән аралашыу үҙеңде яңғыҙ тоймаҫҡа һәм ғәмәли кәңәштәр алырға мөмкинлек бирә.
Һауығыу - оҙайлы процесс, өҙөклөктәр булыу ихтималлығын ҡабул итегеҙ. Мораль йәһәттән спринтҡа түгел, марафонға әҙерләнегеҙ. Иң мөһиме - күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ.
Балалар һәм ата-әсәләр өсөн ышаныс телефоны: 800 2000 122 (йәки 124).


"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.26 | Ҡаралған: 26

Киске Өфө
 

"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru