«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25
Июль
   26 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БАШҠОРТТАРЫМ, УҠЫУ КӘРӘК!
+  - 

Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалы - Сибай институты директоры Илдар Сәлихйән улы ХӘМИТОВ менән йылдағыса юғары уҡыу йортоноң хәстәрҙәре тураһында һөйләштек. Төрлө үҙгәрештәрҙең күп булыуы насар түгел, әлбиттә. Тик, күңел йән тыныслығы көҫәгәндә, ваҡыт тиҙлеге хафаландыра ла кеүек. Заманы шундай: артта ҡалырға ярамай.

- Быйылғы уҡыу йылы Сибай институты өсөн бик үҙенсәлекле - беҙгә 35 йыл тулды! Тәү ҡарамаҡҡа, ҙур ваҡиға ла түгел һымаҡ, әммә был сараны байрамса үткәрергә булдыҡ, сөнки 35 йыл эсендә беҙҙә 30 меңдән ашыу студент юғары белем алды. Уларҙың күпселеге Урал аръяғы райондарында хеҙмәт итә, төрлө өлкәләрҙә эшләй. Республикабыҙҙа, Рәсәй кимәлендә лә беҙҙең элекке студенттарҙы осратырға мөмкин. Әлбиттә, осрашыуға бөтәһен дә саҡыра алманыҡ, шулай ҙа күбеһе килде. Улар араһында төрлө министр урынбаҫарҙары, район хакимиәте башлаҡтары, эшҡыуарҙар күп булды: кемдәргә хәбәр барып етте, кемдәр ишетте - шуларҙы ҡаршы алдыҡ. Элекке студенттарыбыҙ йәшлек йылдарын иҫкә төшөрһөн, тип, сараны үҙебеҙҙең конференция залында үткәрҙек. Байрам күңелле үтте, бик күп йылы рәхмәт һүҙҙәре ишеттек, теләктәрен ҡабул иттек. Тимәк, институт асылған көнөнән алып төп маҡсаттарына ирешә, үҙенә генә хас йолаларын дауам итә. Был сара киләсәктәге юбилейҙарға ынтылыш бирәсәк.
Институт тормошонда йыл да төрлө үҙгәрештәр булып тора. Ҡабул итеү комиссияһына документтарҙы хәҙер мөмкин тиклем Дәүләт хеҙмәттәре аша ҡабул итәбеҙ. Абитуриенттар документтарын институтҡа шәхсән үҙҙәре килеп тә тапшыра ала. Былтыр институттың сайты аша тапшырырға була ине, быйылдан тик Дәүләт хеҙмәттәре аша һәм шәхсән рәүештә ҡабул ителә.
Колледж тамамлағандар өсөн дә үҙгәрештәр бар. Беҙҙең институтҡа уҡырға инергә теләгәндәр, һайлаған профилдәрен үҙгәртмәһәләр, уҡыуға институттың имтихандарын биреп инә ала. Икенсе профилде үҙ итһәләр, улар Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырырға тейештәр. Был мәғлүмәтте белмәй ҡалғандар һуңланылар, сөнки улар беренсе февралгә тиклем мәғариф идаралыҡтары аша яҙылып, дәүләт имтихандары тапшырырға тейеш ине. Был турала Указ былтыр уҡ булды. Дөрөҫөн әйткәндә, колледж студенттары был яңылыҡҡа иғтибар итмәнеләр. Былтыр колледж бөткәндәрҙән БДИ һөҙөмтәләрен һораманыҡ, сөнки ҡабул итеү шарттары элеккесә ине. Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәһе булмаһа, икенсе профиль һайлаған колледж тамалаусыларҙы институтҡа ҡабул итә алмайбыҙ.
Бер уйлаһаң, колледж тамамлаусы тәүге һайлаған һөнәре буйынса уҡыуын дауам итһә, насар ҙа түгел һымаҡ, ләкин күптәр яңы йүнәлештәге диплом алырға тырыша. Беҙ иһә ундайҙарҙың һәр береһе менән индивидуаль һөйләшеп, баланың мөмкинлектәрен иҫәпкә алып, уңайлы юлдар тәҡдим итәбеҙ. Был яңылыҡтың бер ҡурҡынысы ла юҡ, хәл ителә торған мәсьәлә.
Әле Башҡорт дәүләт медицина университеты менән берлектә эшләй башланыҡ, бер төркөм студенттар быйыл беренсе курсын беҙҙә тамамлай, имтихандарын тапшырып бөткәс, икенсе курсҡа Өфөгә күсәләр. Йәйгеһен медуниверситет үҙе яңы төркөм йыйып, беҙгә ебәрәсәк. Студенттарҙы һайлауҙа беҙҙең ҡатнашлыҡ юҡ, улар үҙ теләктәре буйынса Сибай институтында уҡый башлаясаҡ. Был проект бик үҙенсәлекле булмаҡсы, башланғыс дауам итер, үҫешер, тип өмөт итәбеҙ. Урал аръяғы дауаханаларында табибтар етешмәүен иҫәпкә алып, проектты республика Башлығы Радий Фәрит улы үҙе тәҡдим иткәйне.
Ысынлап та, Урал аръяғы район башлыҡтары беҙгә был һорау буйынса йыш мөрәжәғәт итәләр, табибтар ситкә китмәһен өсөн улар уҡыуҙарын бында башларға тейеш. Табибтар ғына түгел, бөгөнгө көндә уҡытыусыларға, юристарға ихтыяж ҙур. Беҙ төрлө профилдәге белгестәр әҙерләйбеҙ, тик уҡытыусылар, уҡыусылар үҙҙәре был йүнәлештә әүҙемлек күрһәтмәйҙәр. Мәҫәлән, сығарылыш класындағы уҡыусыларҙың тик яртыһы ғына, ғәҙәттә, ике дәүләт имтиханын һайлай. Ә бер имтихан менән генә юғары уҡыу йортона уҡырға алмайҙар, мотлаҡ ике дәүләт имтиханын тапшырырға кәрәк. Беҙ, мәҫәлән, лицензияға ярашлы, өсөнсө, өҫтәмә имтихан алып, абитуриентты институтҡа ҡабул итә алабыҙ. Беҙгә мәктәптәр менән бергәләп эшләргә кәрәк. Әле беҙгә Әбйәлил районынан дүрт мәктәп директоры килеп, килешеү төҙөнө. Беҙ уларға квалификация күтәреү курстары менән ярҙам итәбеҙ, улар беҙгә балалар ебәрәләр. Киләсәктә башҡа мәктәптәр менән дә шундай килешеүҙәр төҙөйбөҙ: мәктәптәргә беҙҙән уҡытыусылар кәрәк, ә беҙгә - уҡыусылар кәрәк.
Балаларға иң төп теләгем, кәңәшем шул: ҡабул итеү комиссияһына документтарҙы онлайн тапшырған хәлдә лә, улар институтҡа шәхсән үҙҙәре килеп, юғары уҡыу йорто менән танышһындар. Был күп ваҡыт талап итмәй - килһендәр, күрһендәр, фекер туплаһындар. Институтта уларҙы халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхестәре - Рәми Ғарипов, Шәйехзада Бабич, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Мөхәмәтша Буранғолов, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Кинйә Арыҫланов, Хөсәйен Әхмәтов, Исмәғил Тасимов, Зәйнулла Рәсүлов, Әхмәтзәки Вәлиди-Туған, Харис Йосоповтарҙың бюстары ҡаршы алыр. Буласаҡ студенттар камил шәхес булып үҫешер өсөн юғары белем кәрәклеген аңлаһындар ине. Ваҡытында шундай һығымтаға килмәгән 50-60 йәшлектәр бөгөн юғары белемгә ынтыла, карьера буйынса үҫешер өсөн юғары белем кәрәклеген ундайҙар әле саҡ төшөнгән. Мифтахетдин Аҡмулланың "Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!" ораны һәр ваҡытта ла актуаль булып ҡала шул.

Шулай итеп...
Директор менән һөйләшкәндә Рәсүл Ғамзатовтың "Үткәндәргә алтатарҙан атһаң, киләсәк һиңә туптан атыр", тигән мәғәнәле һүҙҙәре иҫкә төштө. Һағыныулы тыныс үткәндәребеҙ барҙа, ҙур тиҙлектә елгән киләсәк албырғата ла, хафаландыра ла. Ни тиһәң дә, уҡыу кәрәк!

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №26, 3 - 9 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.07.26 | Ҡаралған: 25

Киске Өфө
 
"Бәләләр, - тигән аҡыл һәм хикмәт эйәләре, - ямғыр кеүек туҡтауһыҙ яуып ҡына тора, ә шатлыҡтар йәшен кеүек йәшнәп ала ла, юҡҡа ла сыға. Ни өсөн шулай тиһегеҙме? Кешеләрҙең үҙҙәрендә насарлыҡҡа ҡарағанда игелек әҙерәк булған өсөн". Халҡыбыҙҙа игелектең күп булыуын теләһәк, "Мин һиңә игелек ҡылһам, һин миңә тейешһең", - тип түгел, Аллаһы Тәғәлә ризалығы өсөн үҙебеҙ күберәк игелек ҡылайыҡ. Шул саҡта зыян кәмер..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru