«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Һәр дәүерҙә өлкән быуын йәштәрҙе үҙҙәре менән сағыштырып, уларҙың кәмселектәрен эҙләгән. Ысынлап та, хәҙерге йәш быуын ата-бабалар яулағандарҙы дауам итә алырлыҡмы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

САМОЛЕТ ТОРБАҺЫН ҠУРАЙ ИТЕП...
+  - 

Һуғыш ветераны, атаҡлы ҡурайсы Нурмөхәмәт Әбүләис улы Мусин тураһында булыр был яҙмаларым.

Баймаҡ районының Яңғаҙы ауылында тыуған егет, йәшләй генә етем ҡалып, Заһира һәм Мостафа Тимербулатовтар ғаиләһендә тәрбиәләнә. Йәшләй генә ҡурайҙа уйнау маһирлығы менән дан тота. Яңы көйҙәрҙе Нурмөхәмәт данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаевтан өйрәнә. Йәше еткәс, армияға китә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Һамарҙа тракторсылар әҙерләү мәктәбендә директор вазифаһын башҡара. Намыҫлы, эшсән, егәрле егетте артабан уҡырға өндәп, Мәскәүгә юғары партия мәктәбенә ебәрәләр. Уны уңышлы тамамлап ҡайтҡас, тыуған ауылы Яңғаҙыла хужалыҡ рәйесе итеп тәғәйенләнә. Халыҡтың ауыр тормошон күреп, йөрәге аша үткәреп йөрөгән етәксе бер саҡ эшселәренә иген таратып бирә. Әлбиттә, был хәл эҙһеҙ үтмәй. Дәүләт милкен һорауһыҙ тотонғаны өсөн ғәйепләп, уны төрмәгә ябалар.
Тап ошо хәл булған 1941 йылда илебеҙгә немец илбаҫарҙары ябырылып, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Нурмөхәмәт Мусин 1943 йылдың авгусында үҙ теләге менән төрмәнән һуғышҡа алына, 29-сы Көнбайыш уҡсылар полкына эләгә. Һуғышта ул 361-се уҡсылар полкының станоклы пулемет отделениеһы командиры, 275-се уҡсылар гвардияһы полк старшинаһы дәрәжәһенә тиклем үрләтелә. Оршо, Борисово, Молодечино, Невель ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Батыр яраһыҙ булмай, тигән кеүек, бер нисә тапҡыр яраланып, госпиталдә ятып сыға. Белоруссия, Литва, Кенисберг ерҙәрен дошмандарҙан азат итеүҙә ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Был турала уның 3-сө дәрәжә Дан, 3-сө дәрәжә Ватан һуғышы ордендары, "Батырлыҡ өсөн", "Кенисбергты азат иткән өсөн " миҙалдары ла һөйләй. Бөйөк Еңеүҙе ул Пруссияла ҡаршылай.
Ләкин Нурмөхәмәт Әбүләис улына тиҙ генә тыуған иленә ҡайтыу насип булмай. Гитлер Германияһын еңгәндән һуң, ул Алыҫ Көнсығышҡа ебәрелә. Унда Беренсе Байҡал аръяғы фронты составында Порт-Артурҙы алыуҙа, Квантун армияһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша.
Япондар менән һуғыш ваҡытында уның менән шундай хәл була: ҡолап төшөп емерелеп ятҡан самолеттың бер еҙ торбаһынан ҡурай эшләп, башҡорт көйҙәрен уйнап ебәрә. Ошо ҡурай моңон ишетеп, тирә-яҡтан башҡорт егеттәре йыйылып китә һәм кинәнеп тыңлайҙар...
Ниһайәт, 1946 йылда барлыҡ орден, миҙалдарына "Японияны еңгән өсөн" миҙалын ҡушып тағып, тыуған тупрағына аяҡ баҫа. 1960 йылда өйләнеп, күрше Хәйбулла районы Иҫәнгилде ауылында төпләнә. Ҡатыны Мәсрүғә менән Әбдрахман, Хәбибрахман, Мәшүҙә исемле балалар үҫтерәләр. Нурмөхәмәт Әбүләис улы үләндәрҙе яҡшы белеп, кешеләрҙе һауыҡтырыу һәләтенә лә эйә була. Хатта, был турала биология фәндәре докторы, профессор С.И. Йәнтүриндың "Үҫемлектәрҙең серле донъяһы" китабында ла бәйән ителә. Шулай уҡ мәктәптә ҡурай түңәрәген алып бара. Уның ҡайһы бер уҡыусылары хәҙерге көндә үҙҙәре инде әллә күпме балаға ҡурай серҙәрен төшөндөрә. Художестволы үҙешмәкәрлек эшендә лә бик әүҙем ҡатнаша. Һәр концертта, һабантуйҙарҙа ҡулынан ҡурайы төшмәй. Төрлө дипломдарға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ була, лауреат исеме ала.
Әйткәндәй, уның тураһында лаҡап та йөрөй. Шулай, ҡыштың бер көнөндә киләһе концертына йыйынып йөрөгән иренә ҡатыны Мәсрүғәнең:
- Мал күп, шуларҙы ҡарашмай, концерттан-концертҡа тик йөрөйһөң, - тиүенә, ул:
- Мал кәрәкмәй, дан кәрәк! - тип яуап ҡайтара.
Атаҡлы ҡурайсы Нурмөхәмәт Әбүләис улы Мусинды Иҫәнгилде ауылы халҡы әле лә онотмай. Район үҙәге Аҡъяр музейында ла уның тураһында бай мәғлүмәт тупланған.

Разалия ТЕҮӘЛБАЕВА.
Сибай ҡалаһы

"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.06.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru