
Табипҡа сиратта ултырғандар хәҙер һауа торошо хаҡында мажаралы хәл кеүек күреп фекер алышаларҙыр, моғайын, сөнки үҙегеҙ шаһит: уның киҫкен тирбәлештәре арҡаһында сатлама һыуыҡ бер төн эсендә күләүекле "яҙ"ға әйләнә.
Бөтөн донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәре буйынса, ошондай үҙгәрештәрҙең киҫкен тәьҫирен 75 процент кешенең организмы һиҙгер тоя. Ир-егеттәрҙең - өстән бер өлөшөн, ә ҡатын-ҡыҙҙарҙың яртыһын тип әйтерлек метеопат тип атарға була. Уларҙың 40 проценттан ашыуы ҡан тамырҙары сиренә дусар. Әйткәндәй, өлкән йәштәгеләр сире менән 40-45 йәшлек ир һәм ҡатындар торған һайын йышыраҡ сирләй. Йөрәк-ҡан тамырҙары сиренән башҡа төр ауырыуҙар менән яфаланыусылар ҙа метеоүҙгәрештәргә һиҙгер була. Был бер үк ваҡытта һаулыҡтың насар булыуы күрһәткесе лә.
Һауа торошо тирбәлештәренә үтә һиҙгер кешеләрҙән тағы ла быуын ревматизмы, үпкә, үҙәк нервылар системаһы менән яфаланған хроник сирлеләр ҙә бар. Һауаның юғары кимәлдә дымлы булыуы ла бик ныҡ тәьҫир итә һаулығы хөрт кешеләргә. Мәҫәлән, ул уртаса 83-86 процент тәшкил иткән мәлдәрҙә шешенеү процестары барған хроник сирҙәрҙең аҙып китеү хәүефе тыуа. Рашҡылап, ҡар иреп ятҡан ҡыш кешенең тышҡы ҡиәфәтендә лә сағыла хатта. Кислород етешмәүҙән йөрәк мускулдары һәм ҡан тамырҙары насар эшләй, ә был аҙ ҡанлылыҡҡа, һүлпәнлеккә килтерә, ундайҙарҙың йөҙҙәре ҡағыҙ кеүек ағарыусан. Метеошарттарға бәйлелек хәлен дауалау мөмкин түгел, тип танырға мәжбүр табиптар.
Әгәр кеше һау-сәләмәт икән, уға һауа торошо тирбәлештәре ҡурҡыныс түгел. Организмдың тышҡы шарттарға ҡарап үҙгәреүе, бер яҡтан, тәбиғи, ул яраҡлашыу һәләтенә эйә булырға тейеш. Шундай мәлдәрҙә уның һаҡлаусы механизмы хасил була (ҡан ойошоу тиҙлегенең алмашыныуы, мәҫәлән, кешенең үҙ-үҙен һаҡлау реакцияһы өсөн кәрәкле гормондар бүленеше). Ә бына метеопатия менән яфаланыусыларҙа ундай һәләт булмай йәки бик яй, һуңлап барлыҡҡа килә.
Атмосфера баҫымы тирбәлеүҙәрен йоҡо артерияһы "ҡабығы" иң беренсе булып һиҙә. Әгәр атмасферала һәм беҙҙең ҡан тамырҙарында баҫым кинәт кенә төшһә, организмдың үҙен коллапстан һаҡлау һәләте уян. Был турала сигнал арҡа мейеһе буйлап баш мейенең уң яҡ ярымшарына бирелә һәм уның тәрәндәге структуралары кешенең һауа торошо менән мөнәсәбәтен көйләй.
Һауа температураһы. Был турала мәғлүмәт-те баш мейеһе тире аша ала. Ул шулай уҡ ҡояш энергияһы бүленеп сығыу, атмосфераның электрланыуы һәм радиоактивлыҡ хаҡында ла мәғлүмәт йөрөтөүсе булып тора.
Елдең тиҙлеге, дымлылыҡ. Был хаҡта мәғлүмәтте танау ҡыуышлығы рецепторҙары, ҡурылдай һәм үпкәләр һиҙҙерә.
Метеошарттарға яраҡлаша алмаған сирлеләр шулай ҙа һауа торошонан ҡурҡып, өйҙә генә лә ултыра алмай һәм улай эшләргә тейеш тә түгел. Табиптар был йәһәттән дауаланыуға өмөтләндермәй икән, хәлде үҙ ҡулдарыңа алып, үҙ-үҙеңде һауыҡтырыу, организмды сыныҡтырыу эшенә тотонорға кәрәк.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|