
Рәсәй Һаулыҡ һаклау министрлығы үҙенең ошо тәртипкә ярашлы бойороғо буйынса медицина һәм фармацевтика хеҙмәткәрҙәре вазифаларының яңыртылған исемлеген раҫланы. Медицина белгестәре исемлегенә 2026 йылдың 1 сентябренән үҙгәрештәр индерелә.
Документта ҡаралыуынса, һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә тиҫтәнән ашыу яңы вазифа индерелә. Шулар иҫәбендә нутрициолог, медицина психологы, нейропсихолог, сәләмәт ғүмер оҙайлығы медицинаһы буйынса табип, физик һәм реабилитация медицинаһы табибы, медицина микробиологы табибы, медицина логопеды, эргореабилитация буйынса белгес һәм башҡалар бар.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер белгес вазифалары ғәмәлдән сығарыла, мәҫәлән, табип-ҡала (район) педиатры, табип офтальмолог-протезсы, лаборатор миколог, диабетолог, сексолог һәм башҡалар - бөтәһе 15 вазифа исемлектән төшөрөп ҡалдырыласаҡ. Тәүҙәрәк ошондай махсуслашҡан белгестәрҙең вазифаһын башҡарыуҙы башҡа медиктарға тапшырыу хаҡында һүҙ алып барылһа ла, был табиптар үҙҙәренең хеҙмәт килешеүе тамамланғансы эшләйәсәк, тип хәл ителде.
Рәсәй балалар клиник дауаханаһының медицина реабилитацияһы бүлеге мөдире Тимофей Ковальчук "Российская газета"һында баҫылған әңгәмәһендә һөйләүенсә, физик реабилитация, эргореабилитация, медицина психологтары һәм логопедтары дауалаусы табиптар командаһы менән бергә кескәй пациенттарҙы аяҡҡа баҫтырыуҙа ҡатнаша. Бындай эш ысулы балаларҙы дауалауҙа айырыуса мөһим, сөнки үҙәк нервылар системаһы һәм терәк-хәрәкәтләнеү аппараттары зарарланған балаларҙа хәрәкәтләнеү һәм көнкүреш күнекмәләре булдырыу аныҡлыҡ һәм төрлө яҡлап дауалау талап итә. Беҙҙең дауахана әлеге үҙгәрештәргә алдан әҙерләнде: күпселек белгестәребеҙ яңы вазифаларға ярашлы һөнәрҙәш уҡыуҙар һәм аккредитация үтте. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдим иткән үҙгәрештәр балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә юғары һөҙөмтәлелеккә өлгәшергә һәм кескәй пациенттарыбыҙҙың тормош сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк, тине Тимофей Ковальчук.
Медицина вазифаларының яңыртылған исемлегендә тағы ла медицина биологияһы, медицина физикаһы, медицина массажы, химик экспертиза кеүек белгестәр ҙә бар. Ә бөтәһе бөгөн Рәсәй һаулыҡ һаҡлау системаһында 113 төр медицина специальносы бар, ә совет осоронда улар ни бары 25 төр генә иҫәпләнә ине. Медицина фәне, шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу заманына күрә үҙгәрештәр кисерә, яңынан-яңы йүнәлештәр һәм махсуслашыуҙар талап итә. Һөҙөмтәлә был халыҡ һаулығын һаҡлау һәм нығытыуға хеҙмәт итәсәк.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|