
Үткән аҙна ахырында Украина Ҡораллы көстәре (ВСУ) дрон һөжүмдәрен дауам итте. Шуның фажиғәле эҙемтәһе булараҡ, Керчь ярымутрауына атака өс кешенең үлеме менән тамамланды, 28 кеше йәрәхәттәр алған. Зыян күреүсе ике бала ауыр хәлдә, тип хәбәр итә Ҡырым башлығы Сергей Аксенов.
Нацистик режим ҡанһыҙлығының сиге юҡ. Запорожье өлкәһендә миналанған ҡағыҙ аҡсалар ташлағандар. 17 июндә Брянскиҙа ВСУ дроны Белоруссияның балалар футбол командаһы автобусына һөжүм итте. 8 кеше, шул иҫәптән, 6 бала йәрәхәттәр алған. Тренерҙарҙың береһенең ауырлы ҡатыны һәләк булған. Был теракт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Беларусь Сит ил эштәре министрлығы Киевтан аңлатма талап итә.
18 июндә дошман тағы ла Мәскәүгә яҫҡынды. Был һуңғы ике йылдағы иң көслө дрон һөжүме булды: баш ҡала башлығы Сергей Собянин әйтеүенсә, ил йөрәгенә йүнәлтелгән 180 шартлатҡыс аппарат, ә иртәгәһенә, 19 июндә, тағы 76 дрон бәреп төшөрөлгән. Мәскәү нефть эшкәртеү заводында янғын сыҡҡан, зыян күреүсе һәм емереклектәр юҡ. Дошман дрондары 23 июндә Мәскәү өлкәһе "Дубна" космос элемтә үҙәген атакаланы, система зыян күрмәне. Рәсәй армияһы бындай террористик акттарҙы яуапһыҙ ҡалдырмай. РФ Оборона министрлығы хәбәр итеүенсә, МХО зонаһында украин подразделениеларының логистика үҙәктәре утка тотолған. 13-19 июндә Рәсәй Ҡораллы көстәре Украина территорияһындағы оборона-сәнәғәт, яғыулыҡ-энергетика комплекстарын һәм транспорт инфраструктураһын юғары аныҡлыҡтағы ҡорал һәм пилотһыҙ аппараттар менән юҡ итте. Рәсәй армияһы бөтөн фронт буйынса әүҙем һөжүм итә һәм дошманды ҡыҫырыҡлай. 22 июнгә ҡарай бер тәүлек эсендә генә лә ВСУ 1400 һалдатын юғалтҡан. "Көньяҡ" ғәскәрҙәре төркөмө, мәҫәлән, Донецк Халыҡ Республикаһының Яңы Донбасс пунктын ҡулға төшөрҙө, артабан Кутузовка менән Рай-Александровка ауылдарын яуланы. Беҙҙең штурмлаусы көстәр төркөмдәргә бүленеп, дошмандың оборона төйөнө булып торған Константиновканы (Донецк өлкәһе) ҡалҡандай ышаныслы һаҡлай һәм объектты тотошлай тип әйтерлек тулыһынса контролдә тота: ҡаланың үҙәк райондары дошман ҡалдыҡтарынан таҙартылды. Константиновканы азат итеү беҙҙең ғәскәрҙәргә әле һаман да Киев режимы ҡарамағында булған төп ҡалаларға, атап әйткәндә, Дружковка һәм Краматорскиға юл асасаҡ һәм был Донбассты тулыһынса яулау көнөн тиҙләтәсәк.
Мәғлүм булыуынса, 17 июндә АҠШ менән Иран үҙ-ара аңлашыу меморандумына ҡул ҡуйғайны. Шуға ярашлы, яҡтар 60 көн эсендә һуғышты тамамлау тураһында килешергә тейештәр ине, ләкин һуғыш суҡмары Израиль Ливанды бомбаға тотоуҙы дауам итте. Һөҙөмтәлә Ливанда 47 кеше һәләк булды. Шул арҡала 20 июндә Иран судноларға юл асылырға тейешле Ормуз боғаҙын ҡайтанан ябыуы тураһында белдерҙе. Ирандың Tasnim агентлығы, АҠШ президенты Трамптың сираттағы истерикаһынан һуң (ул Ормуз боғаҙы режимы ҡайтанан боҙола ҡалһа, Иран ҡеүәтле ут менән юҡ ителәсәк, тип янаны) Иран делегацияһы протест йөҙөнән Швейцариялағы килешеү урынын ташлап сығып китергә мәжбүр булды, тип яҙғайны. Axios хәбәрсеһе мәғлүмәте буйынса, һөйләшеүҙәр дауам иткән. Иран парламенты спикеры Мөхәммәд Ғалибаф белдереүенсә, Аҡ йорт башлығына уйламай һөйләүҙән тыйылырға кәрәк ине. "Беҙ АҠШ янауҙарын иғтибарға алмайбыҙ,"- тине ул. Ысынлап та, сәйәси ҡараштарында һәм әҙәп-әхлаҡ принциптарында тотороҡлоҡ булмауын даими рәүештә күрһәтә килгән "сәйәсмән"дән ни көтөргә ҡала? Трамптың бөгөн - бер, иртәгә икенсе төрлө хәбәр һөйләүенә күнегергә күптән ваҡыт. Мөһим мәсьәләләр хәл ителгәндә - айырыуса. Ул ярһыр ҙа, асыуынан кире лә ҡайтыр, ә үҙ-ара аңлашыу һәм тыныслыҡ хаҡында дүрт яҡлы килешеү (Иран, АҠШ һәм аралашсы илдәр Пакистан менән Катар) документ булып тарихта ҡалыр. Дөрөҫ, Швейцариялағы һөйләшеүҙәргә Израиль дә таяҡ тығып маташа: ул Иран яғынан ҡуйылған шарттарҙың береһенә ҡаршы килеп тартҡылаша - Ливандан үҙ ғәскәрен сығарырға йыйынмауын белдерә. Был ығы-зығынан һуң Иран Ислам Республикаһы Сит ил эштәре министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Иран делегацияһы Швейцарияла Ҡушма Штаттар менән һөйләшеүҙәрҙең тамам булыуы хаҡында белдерҙе. Осрашыусы яҡтар алда буласаҡ ахырғы килешеүҙе башлау өсөн инеш әҙерлек булдырыуҙары хаҡында һөйләне. Аныҡлап әйткәндә, төп иғтибар Ливанда утты туҡтатыу һәм ядро ҡоралы буйынса килешеү, Ормуз боғаҙындағы хәл, шулай уҡ Иран нефтен экспортлауға тарифтарҙы юҡҡа сығарыу мәсьәләләренә йүнәлтелде. АҠШ делегацияһы етәксеһе, вице-президент Джей Ди Вэнс журналистар менән осрашыуында әйтеүенсә, Иран менән булып үткән һөйләшеүҙәр техник характерҙа барҙы һәм был ике ил араһындағы проблемаларҙы хәл итеү тигән һүҙ түгел әле. Был осрашыу Яҡын Көнсығышта мөнәсәбәттәрҙе үҙгәртеү мөмкинме, әллә ике яҡтың да элекке хәлгә кире ҡайтыу ихтималлығы бармы-юҡмы икәнлеген асыҡлау булды. Һөйләмдең һуңғы өлөшөндәгеһен беҙ теләмәһәк тә, ундай вариант ҡала, тине Вэнс.
Британия премьеры Кир Стармерҙың отставкаға китеүе хаҡында 22 июндә белдереүенә ҡыуанмай торһаҡ та була, сөнки уның урынына кем генә килмәһен, Британияла хәлдәр тамырынан үҙгәреп китмәйәсәк, тип яҙа эксперттар. Илдәге элита русофобия менән генетик кимәлдә ағыуланған. Ә премьерҙың властан китеү сәбәбен сәйәсмән Дэвид Рансимен Стармерҙың оппозиция лидерынан премьер роленә инә алмауында, ил менән идара итеүгә һәләтһеҙлегендә һәм ябайҙан булмаған заманда үҙенең лейбористар партияһын туплап, уны идеология менән һуғармауында күрә. Лейбористарҙың яңы лидерын һайлауҙар 9 июлгә тәғәйенләнгән. Үҙенең урынына яңы алмашсы һайланғанға тиклем Стармер премьер бурыстарын башҡарасаҡ. Ә яңы вазифаға Ҙур Манчестер мэры Энди Бернхэм (Бернем) килеүе ихтимал, тип фаразлана.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №25, 26 июнь - 2 июль 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА