
Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында олпат йәштәрҙәге ике туған апайым Яманғолова (Һөйөндөкова) Сәйҙә Фазылйән ҡыҙы йәшәй. "Беҙ - ҡырҡ алтынсы йылғылар, атайҙарыбыҙ менән бергә һуғыштан ҡайтҡан кешеләрбеҙ", - тип әйткәйне бер мәл. Уның уйынлы-ысынлы әйткән был һүҙҙәре миңә фәлсәфи фекерләүҙәргә йүнәлеш бирҙе. Ысынлап та, уйлап ҡараһаң, бөтә Европаны йәйәүләп йә йүгереп, ҡай саҡтарҙа, әрме теле менән әйтмешләй, "по-пластунски" шыуышып, Ер шарын фашизм ҡоллоғонан азат итеп ҡайтҡан ир-егеттәрҙең һуғыштан һуң тыуған тәүге балалары бит улар. Ҡатындары дүрт йыл буйы "ут йотоп", Еңеү менән бергә зарығып көтөп алған яугирҙарҙың ҡырҡ алтынсы йыл тыуған ғәзиздәре быйыл 80 йәшлек юбилейын билдәләй…
Сәйҙә апайымдың атаһы - Һөйөндөков Фазылйән олатай хаҡында Йылайыр районында белмәгән-ишетмәгән кеше юҡтыр. Исҡужа ауылының һуңғы указлы муллаһы булған Һөйөндөков Шаһишәриф ҡартатайыбыҙҙың иң өлкән улы. Бала сағынан атаһының мәҙрәсәһендә уҡып белем алған ул. Граждандар һуғышы мәлендә ҡулға алынған Шәйехзада Бабичты ҡыҙылдарҙың Исҡужа ауылы аша Йылайырға алып китеп барған мәленең дә шаһиты булғанын һөйләгәйне бер мәл олатайым. Аҡмулланың күп шиғырҙарын яттан да уҡый ине ул.
Утыҙынсы йылдар аҙағында мулла балаларының йөрәгенән "иман" тигән нәмәне бөтөнләйгә ҡаҡҡылап төшөрөү маҡсатында төҙөлгән "тәрбиәүи-хеҙмәт" әрмеһе сафына алынып, өс йыл Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә. Шундай махсус "тәрбиә" алып ҡайтыуына ҡарамаҫтан, бер ҡасан да шайтан ҡотҡоһона бирелмәй ул, иманына тоғро булып ҡала. Хәрби хеҙмәтен тамамлап ҡайтып, Сабира инәй менән тормош ҡора, әммә, яҡшы ғына йәшәп ятҡанда, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Шамил һәм Васил исемле ике малайын хәләл ефете ҡарамағына ҡалдырып, иң тәүгеләрҙән булып, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы яуға китә. Бер нисә мәртәбә яралана, әммә, Аллаһы Тәғәлә уны һәр саҡ имен-аман ҡылып, ҡабаттан сафҡа баҫыуын насип итә. Илгә Бөйөк еңеү алып килгән меңәрләгән яугирҙарыбыҙ менән бергә тыуған ауылына ҡайтырға яҙған уға Раббыбыҙ. "Фазылйән ҡайнаға һуғыштан ҡайтышлай беҙгә, Мәмбәт ауылына һуғылып киткәйне. Намаҙ уҡығанда пилоткаһын башына арҡыры кейеп ала ине…" тип хәтерләй торғайны әсәйем.
Уның һуғышта алған һуңғы йәрәхәте хаҡында ла бәйән итеп китмәй булмай. Мин инде хәрби табип булып хеҙмәт итеп йөрөгән осоро, ялға ҡайтҡанымда, беҙгә ҡунаҡҡа килгәйне олатайым. "Улым, арҡама банка һал әле", тип мөрәжәғәт итте бер мәл. Күлдәген күтәреп, арҡаһын асҡас та, албырғап ҡалдым. Күкрәк ситлегенең уң яҡ ҡабырғалары бөтөнләйгә тиерлек юҡ ине. Ҡултыҡ аҫтында ҡуш йоҙроҡ һыймалы өңшәйеп торған, тиреһе йөйҙәр менән ҡапланған соҡорҙоң тын алған һайын бәләкәсәйеп, берсә ҙурайып торғанын күреп, тәндәрем эҫеле-һыуыҡлы булып киткәйне. Немец снаряды ярсығы ана шундай тәрән йәрәхәт һалған икән…
Һуғыш ахыры етеп килгәндә алған шул яра тарихын ишетеп тетрәндем. Уҡсылар часында хеҙмәт итеп йөрөгән олатайым Берлин операцияһы алдынан дошман снаряды ярсығы тейеп, ауыр яраланған икән. Ҡаты алыш мәлендә яралы һалдаттарҙың күпләп йәрәхәтләнеүе, хатта һәләк булып ҡалыуҙары һәр һуғыш өсөн тәбиғи хәл. Ана шундай көндәрҙең береһендә, ялан госпиталенә алып килгән яралы һалдаттар араһында Фазылйән олатайым да була. Яралылырҙы сортировка яһап, кемдәрҙең тәү йә икенсе сиратта ярҙам алырға тейешлеген аныҡлай башлайҙар. Иң ауыр йәрәхәтлеләре, әлбиттә, иң беренсе сиратта хирургия палаткаһына оҙатыла. Госпиталгә алып килеп еткергәнсе, бәғзеләр йән биреп тә өлгөргән була шул, үкенескә. Ана шул саҡ, бөтөнләйгә аңын юғалтҡан Фазылйән олатайҙы ла, үлгән тип һанап, тиҫтәләгән башҡа мәйеттәр араһына һалғандар икән. Күпмелер ваҡыттан, сираттағы үлекте мәйетханаға (моргҡа) индергән мәлдә, бер санитар, ыңғырашҡан тауышты ишетеп, уны табып ала. Һалдаттың әле йәне сыҡмаған икәнлеге аныҡланғас, ҡабаттан госпиталь палаткаһына алып киләләр. Хирургтар ашығыс рәүештә, шунда уҡ операция өҫтәленә һалып, әмәл итеп, ҡотҡарып алып ҡала. Олатайым аңына килгәс кенә был хаҡта хәбәрҙар була. Һуғыш тамамланыу алдынан алынған ошо ауыр яра, бәлки, олатайымдың ғүмерен ҡотҡарып алыуға сәбәп тә булып торғандыр. Эвакогоспиталдән тыл госпиталенә, унан инде Махачкала ҡалаһындағы ҙур госпиталгә күсерелә. Һәр этапта тағы әллә нисә операция кисергән яугир Бөйөк еңеүҙе ана шунда ҡаршылай. Ә өйгә сентябрь айында ғына ҡайтып килеп етә. Киләһе, әлеге 46-сы йылдың июнь айында Сәйҙә апайым донъяға килә…
Беренсе дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены һәм күп миҙалдар кавалеры, икенсе төркөм инвалиды булған олатайым, хаҡлы ялға сыҡҡансы, төрлө совхоз эштәрендә эшләй, ауыл хужалығын аяҡҡа баҫтырыу эшендә күп көс түгә. Дин ғилеменән тыш, донъяуи белемле лә булараҡ, һуңғараҡ, ауыл кибете асылғас, шунда һатыусы итеп ҡуялар.
Дин тигәндән, ошо хаҡта айырып әйтеп үтергә теләйем. Бала сағынан атаһының мәҙрәсәһендә, үҙе әйтмешләй, "боронғо уҡыу" буйынса яҡшы ғына белем алған олатайым ғүмер буйы дин юлында булды. Биш намаҙын, фарыз ураҙаларын бер ҡасан да ҡалдырманы. Ҡөрьән аяттары, Бәйғәмәбәр (с.ғ.с.) сөннәтенә ярашлы доғалар ярҙамында һәр төрлө ауырыуҙарҙы дауалау серҙәрен дә белә ине. Ауылдағы мосолман кешеләре вафат булғанда йә сабыйҙар тыуыу айҡанлы дини йолаларҙы атҡарыуҙар менән генә сикләнмәне ул. Совет хөкүмәте тарафынан әллә ни хупланмауына ҡарамаҫтан, ауылдаштарын хаҡ дингә өгөтләүҙе һәр саҡ үҙенең изге бурысы тип һананы. Ул дәүерҙә мәсеттәр, дини китаптар бер ерҙә лә булмауы барыбыҙға ла мәғлүм. Ана шул осор олатайымдың үҙенең балаларына, туғандарына ҡалын дәфтәргә яҙып ҡалдырған васыятнамәһе әлегәсә һаҡланған. Ислам диненең биш терәге, иман шарттары хаҡында, намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу тәртибе, ҡорбан салыу тураһында бик йөкмәтеле бер китап итеп сығарырға ла булыр ине ул васыятты.
Сабира инәй менән олатайым 8 бала тәрбиәләп үҫтергән, барыһын да уҡытып, юғары белем биргәндәр. Балаларын аяҡҡа баҫтырып, туҡһанынсы йылдары бер-бер артлы ғына баҡый донъяға китте улар. Өлкән улдары Шамил, Васил ағайҙар, Сәлимә апай ҙа хәҙер инде гүр эйәләре. Сәйҙә апай, Сәлмән ағай хаҡлы ялда, Камил ағай һәм төпсөк ҡыҙҙары Хөснә - табиптар.
Иң башта иҫкә алған Сәйҙә апайым хаҡында бер аҙ айырып әйтеп китеүҙе кәрәк тип таптым. Ана шул инде атаһы менән бергә "Һуғышта йөрөп ҡайтҡан" ҡыҙы. Бөтә йәшлеген милләттәштәребеҙгә туған телебеҙ нескәлеген өйрәтеүгә бағышлаған, ҡырҡ йылдар самаһы мәктәптә балалар уҡытҡан мәғариф ветераны ул. Хәләл ефете Ғәлимйән еҙнә менән илтифатлы, эшсән ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Еҙнәй вафат булғас, хәҙер ауылда кесе ҡыҙы менән йәшәй. Бирешергә иҫәбе юҡ "фронтовик" апайымдың, әлхәмдүлиллаһ, ҡош-ҡорт аҫрай. Ошо арала, ин шәә Аллаһ, 80 йәш тула хөрмәтле апайыбыҙға.
Олатайымдың ике ейәне МХО-ла ҡатнаша ине. Әхмәр исемлеһе ике йыл элек батырҙарса һәләк булды, уны тыуған ауылына алып ҡайтып, хөрмәтләп ерләнеләр. Ә Ғәзиз (Әхмәрҙең бер туған ағаһы) яу ҡырында хәрби бурысын үтәүен дауам итә. Күптәребеҙгә үрнәк булырлыҡ бына ошондай гүзәл ғаиләләр илебеҙҙә тағы ла күберәк булыуын, уларға ныҡлы иман, һаулыҡ, һәр изге эштәрендә уңыштар насип итһен Аллаһы Тәғәлә.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина хеҙмәте подполковнигы.
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА