«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22  |  23  |  24

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был арала дауа һәм сәй өсөн ниндәй үләндәр йыяһың?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ИР ҺҮҘЕ - 2
+  - 


- Урлик ҡайтҡан! Ура! - Балалар ҙа кемуҙарҙан сыулашты.
- Бында ҡайтып ингәнен юлда берәүгә лә һөйләмә. Олатаңа ғына әйт, - тип Ғәйниямал әбей улын ҡат-ҡат иҫкәртте.
Бер аҙҙан ах та ух итеп, Шәрифулла ҡарт килеп етте. Иштуғанды әүрәтеп, уйын уйнатып маташҡан Бибинур бер ыңғайҙан ололар һөйләшкәнгә лә ҡолаҡ һалды. Бына бригадир олатай атты әйләнеп ҡарап сыҡты, баш сайҡаны. Өләсәһе янына килеп: - Ауыҙлығын өҙөп ҡасҡан, - тине. - Поезға тейәй алмағандар...
- Күрҙем үҙем дә. Өҙгән. Тик хәҙер нимә эшләргә? Ни хәл итергә?
- Нисә йөҙ саҡрым юл үтеп, тыуған еренә ҡайтып еткән толпарҙы нимә эшләтәбеҙ, тип... - ҡарт тамаҡ ҡырҙы. Тауышын баҫыбыраҡ дауам итте. - Аңғараһың үҙең дә...
- Аңлайым. Тик нисек?... - Өләсәйҙең тауышы шөбһәле.
- Ҡара әле, еңгәй. Әйҙә, үҙебеҙсә әмәлләйек уны. Килеп тикшереүселәр була ҡалһа, Урлик имгәнгән. Үҙең беләһең, сирле ат кемгә кәрәк?
- Беҙҙең баш иҫән ҡалырмы? - Өләсәй маңлайын һыпырҙы.
Был һүҙҙе ишеткән Бибинурҙың да кинәт йөрәге даҫлап типте.
- Өләсәй, - тип өндәшкәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
- Иштуғанды ҡара, балам, - тине ҡәтғи тауыш менән өләсәй.
Ололар ситкәрәк китте, артабан ниндәй һөйләшеү булғандыр, быларын ҡыҙыҡай ишетмәне.
Бригадир йәһәт кенә Орликты әүеҫлеккә индереп бикләне. Өләсәһе аттың бер аяғын сепрәк менән ураны, арҡаһына ла нимәлер һөрттө, аттың тиреһе тимгел-тимгел үҙгәрҙе. "Ул ысынлап та сирле атҡа оҡшап китте", тип уйланы ҡыҙыҡай.
Орликты юллап, кире алып китәм, тип, даулашыусылар булдымы-юҡмы, быныһын Бибинур белмәй. Иллә-мәгәр Дим станцияһынан әйләнеп ҡайта алған атты Шәрифулла ҡарт ҡына екте. Әхмәҙиәне лә кәрәк саҡта үҙенә күсер итеп алды. Ҡыҙыҡай быға сикһеҙ шат ине.

* * *

Әсәһенең бер туған апаһы Рәүә инәй Бибинурҙарҙың өйөнә һирәк-һаяҡ ҡына булһа ла, инеп сыға. Икмәк йә ҡорот киҫәге ҡалдырып китһә, өйҙә ысын байрам була. Балалар Рәүә инәһенә бик бара ла алмайҙар, сөнки уның бабайы уҫал. Ирдәүләт ҡарт уларҙың килгәнен яратмай, күреү менән йөҙө ҡарая.
Шулай ҙа аслыҡ был юлы үҙенекен итте. Бибинур ҡустыһын етәкләне лә, инәйҙәре торған яҡҡа атланы. Ҡапҡанан инеүҙәре булды, ишек алдында эш менән булышып йөрөгән Ирдәүләт ҡарт әбейен әрләй башланы:
- Былай ҙа урам тулы хәйерсе! Һин уларҙы саҡырып килтерәһең!
- Хәҙер ҡайталар, ҡарт, хәҙер. Өләсәләрен Ишейгә алып киткәндәр, бер ат ҡазаланған...
Рәүә инәй йәтимдәрҙе ишек алдынан йәһәтләп сығарып ебәрҙе, урамда берәр йомортҡа тотторҙо.
- Ҡайтҡас, бешереп ашарһығыҙ. Ипләп тотоғоҙ, ватып ҡуймағыҙ.
Бер аҙ бара биргәс, Иштуған йомортҡаны тегеләй ҙә, былай ҙа әйләндереп ҡараны, бармағы менән төрттө.
- Апай, ул ташмы?
- Түгел! Тауыҡ күкәйе! Өләсәй бешереп ашата.
- Ҡаты бит. Ҡалайтып бешерә?
- Бир үҙемә, әтеү, һин аңра, һытып ҡуйырһың...
Өләсәләренең ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтөп алдылар. Иштуған йомортҡаны ашағанда, ләззәтләнеп күҙҙәрен йомдо.
- Иң тәмле күкәй! Их! - Шунан Иштуған күҙҙәрен сел-селт йомоп, апаһына ҡарап алды. - Тағы кәрәк...
- Тауығыбыҙ юҡ! - Рәүә инәйҙәргә китеп бармаһын тип ҡурҡҡан Бибинур ҡустыһына ҡаты ғына өндәште.
- Тауыҡ уны ҡайҙан ала?
- Алмай, һала.
- Ҡалайтып һала?
"Ҡалайтып һала?" Быны Бибинур үҙе лә белмәй. Ауыҙын бәлшәйтеп, иңбашын һикертте, шул саҡ башына шәп фекер ҙә килде.
- Өләсәйемдең түшелдереге бар бит. Унан икмәк, ҡорот сығарып бирәме? - ул һуҡ бармағының осон күрһәтте, был ризыҡтың ҡайһы ҙурлыҡ икәнен аңлата ине.
- Бирә.
- Бында шулай. Тауыҡтың түшендә күкәй ята. Шуны сығарып бирә.
Уларға хәҙер күңелле, тауыҡ булып уйнайҙар, ҡанат ҡағыналар, түштәренән күкәй генә түгел, икмәк тә "сығаралар". Эйе, тамаҡ туҡ булһа, күңелле шул, гел көлгө, гел уйнағы ла килә.

* * *

Ауылда тағы ла бер хәбәр таралды: "Динислам ағай һуғыштан сатан булып ҡайтҡан". Ҡыҙҙары Сәғирә менән Мәүлиҙә бөтөн кешегә "Атайым ҡайтты!" тип һөйөнсөләйҙәр. Бибинур Динислам тигән кешене хәтерләмәй. Ниндәй була икән ул "атай" тигәндәре? "Бына шулай була", тигән һымаҡ, аталарын етәкләгән Сәғирә менән Мәүлиҙә урам буйлап китеп баралар, боролоп-боролоп тирә-яҡҡа ҡарап алалар, йәнәһе, бүтәндәр уларҙы күрәме-юҡмы. Күрәләр, әлбиттә. Бәләкәй Иштуған әлегә бер нәмә лә аңламай. Ул ят кейемле ҙур ағайға аңшайып ҡарап торҙо, шунан апаһына боролдо, бармаҡ менән күрһәтеп:
- Кем ул? - тип һораны.
- Ул атай. Мәүлиҙәнең атаһы. Сәғирәнең атаһы.
- Атай, - Иштуғандың ауыҙы йырылды. Бына ниндәй кеше ул Атай! Кейеме лә икенсе. Ауылда ундай кейем берәүҙә лә юҡ.
Икенсе көндө мыжырға тотондо.
- Атайҙы күрәйек!..
Бибинурҙың да "атай"ҙы яҡынданыраҡ күргеһе килә. Ул бит үҙенең атаһын хәтерләмәй. Бәлки, атаһы Динислам ағайға оҡшағандыр? Ике бала етәкләшеп, һалдат ҡайтҡан өйгә киттеләр. Динислам ағай тышта һәнәк һаплап ултыра ине. Уны күреү менән Иштуған ҡысҡырып ебәрҙе.
- Атай!
Динислам ағай башта аптырап китте, шунан был бәләкәстең атайҙы бер ҡасан да күргәне булмауын аңлап, йылмайҙы.
- Әйҙә, улым! Көрәшә беләһеңме? Яҡшы! Мылтығың бармы? Әхмәҙиә ағайыңа әйт, ағастан эшләп бирһен!
Иштуған "Атай"ҙан ҡыуанып ҡайтты. Өйгә инеү менән ҡысҡырып ебәрҙе:
- Өләсәй, атай! Атай унда!
Әбей тертләне.
- Ҡайҙа? Нимә һөйләй был бала? - тип албырғап китте.
- Динислам ағайҙы "атай" ти ҙә ҡуя, - тине Бибинур ғәйепле тауыш менән.
- Эй-й-й... Сабый атайҙың кем икәнен белмәй шул. Нисек аңлатырға инде... - тип көйәләнде Ғәйниямал әбей, шунан һандыҡтан улдарының кәртешкәләрен сығарҙы. Мөхәмәҙиәнең хәрби кейемдә фотоһы юҡ шул, бында күлдәксән генә төшкәне бар. Ғиниәтулла - һалдат кейемендә. Иштуған иң тәүҙә Ғиниәтулланың кәртешкәһенә үрелде.
- Атай! - Шунан атаһының һүрәтенә ҡараны. - Был да атаймы?
Хәрби кейемле кешеләрҙе "атай" тип йөрөтәләр, тип уйланы Иштуған. Улай түгеллеген сабыйға төшөндөрә алманылар.

* * *

Һуғышҡа ғаиләнән иң аҙаҡҡы булып киткән Абдрахман ағаларының үлем хәбәре килде. Өләсәйҙең күҙенән йәш кипмәй. Уға ҡыйын булғас, балаларға нисек күңелле булһын инде? Өйҙә шомло тынлыҡ. Хәйер, Ғәйниямал әбейҙең ҡайғырырға ла ваҡыты юҡ, ат бағырға тип, йәнә күрше ауылға саҡырҙылар. Кискә ҡайтып етермен, тиһә лә, күренмәне. Сабыйҙар өйҙә лә ашарға нәмә тапманылар, түҙер әмәл ҡалманы.
- Рәүә инәй... - тип мыжыны Иштуған.
- Әйҙә!
Ҡарттан ныҡ ҡурҡһа ла, Бибинур ризалашты. Етәкләшеп сығып киттеләр, тегеләрҙең ишек алдына инделәр ҙә, ҡатып ҡалдылар. Сөнки ҡаршыларына Ирдәүләт ҡарт үҙе килде лә сыҡты.
- Бөтмәҫ был етем-еһерҙәр! Үҙебеҙ хәҙер астан үләйекме!- тип екерҙе өй тупһаһында күренгән әбейенә.
- Ҡарт, улай тимә инде...
- Нимә, улай тимә! - ҡарт ҡулындағы сыбыртҡыһы менән әбейенә һелтәне. Быны күргән балалар урам яғына "жыйт" итеп кенә ҡалдылар. Өйгә ҡайтҡансы Иштуған иланы, тик Бибинур уны нисек йыуатырға ла белмәне.
Бәхеткә күрә, Әхмәҙиә ағалары ҡайтып инде.
- Йә, шунан, нимә эшләйһегеҙ? Өйҙә генә булдығыҙмы? Уйнанығыҙмы? Тағы хәйерселәп сығып китмәнегеҙме? Ҡарағыҙ уны! Өләсәй кәрәгегеҙҙе бирер.
Туғандар "юҡ", тип баш сайҡаны. Эйе, уларға ҡай саҡ ауыл урамын ҡыҙырырға тура килә. Кемдер ҡыҙғанып, берәй сөхәри, картуф ҡабығы биреп тә сығара. "Кемгә кәрәк был йәтимдәр?" тип һөйләнгәндәре лә бар. Ләкин уларға барыбер. Бөгөн нимәлер йоттоң, һин бәхетле.
Әхмәҙиә кеҫәһенән бер ус һоло сығарҙы.
- Бына күрҙегеҙме? Тик берәүгә лә күрһәтмәгеҙ, йәме! Хәҙер ҡурып бирәм.
Балалар сыр-сыу килеп һоло бөртөктәренә йәбеште.
- Беҙ бай! - тине Бибинур.
- Бай,- тип ҡабатланы ҡустыһы был һүҙҙең мәғәнәһен аңламаһа ла.
Иртәгәһен йоҡонан уянғанда бәләкәс Иштуған өйҙә юҡ ине. Бибинур йоҡоло күҙҙәрен ышҡый-ышҡый тышҡа сыҡты. Иштуған ҡаршы яҡта йөрөй, эргәһендә бер нисә бала күренә.
- Нишләп сығып киттең? - тип шелтәләне Бибинур. Иштуғандың усында бер нисә бөртөк һолоно күргәс, "Ағайым бит күрһәтмәҫкә ҡушты", тип йоҙроҡ күрһәтте.
Ул ағаһының ни өсөн күрһәтмәҫкә ҡушҡанын аңламай, әлбиттә. Ярамай икән, ярамай! Бәләкәс Иштуған ауыҙына ҡапҡан һолоноң һорауһыҙ алынғанын да, ә бының енәйәт һаналғанын да ҡайҙан ғына аңлаһын, ти инде?
Ике көндән Бибинурҙарҙың өйөнә оҙон-оҙон бер нисә ағай килеп инделәр ҙә, шарт та, шорт өйҙә нимә бар, бөтәһен дә алып сығып киттеләр. Берҙән-бер тороп ҡалған нәмә кәзә тиреһе ине. Уға теймәнеләр, сөнки ҡоттары осоп, мөйөштә боҫҡан Бибинур менән Иштуған шул тирене ябынып, бөршәйеп кенә ултырҙылар. Әхмәҙиәне Түбә төрмәһенә алып киттеләр. Был хәлде ишетеп, Ишейҙән туған тейешле Фәйрүзә исемле апай килеп етте. Ул йәһәтләп ауыл халҡынан ҡултамға йыйырға тотондо: "Әхмәҙиәнең атаһы ла, ағалары ла фронтта. Үҙе ике йәтимде ҡарай". Бибинур шул саҡта яҡшы кешеләрҙең күберәк икәненә ышанды. Фәйрүзә апай бер нисә көндән Түбә төрмәһенән ағаһын алып ҡайтты. Был саҡта инде Бибинур менән Иштуғанды Темәс балалар йортона алып китергә тип килгәндәр ине. Әхмәҙиә туғандарын ҡосаҡлап алды:
- Бирмәйем! - тине ҡаты, уҫал тауыш менән.
- Унда туғандарыңдың ашарына, кейеренә була...
- Атайым ҡайтып төшһә, нимә тип әйтәм? Мин уға һүҙ биреп ҡалдым!
- Ниндәй һүҙ?
Әхмәҙиә тура ҡарап баҫты:
- Ир һүҙе!
Был тәүәккәл тауыштан етемдәрҙе алырға килгән апайҙар ҙа юғалып ҡалды. Тартҡылашманылар ҙа, өгөтләмәнеләр ҙә. Хәйер, бәләкәстәрҙең күҙҙәренә ҡарап та нимә теләгәндәрен аңлағандарҙыр. Туғанлыҡ - көслө тойғо...

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №24, 19 - 25 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru