
Күктә сағыу ҡояш йылмая. Тирә-йүн һутлы йәшеллек менән ҡапланған. Миңә күҙ һал, һоҡлан, тигәндәй, сәскәләр ҙә татлы елгә бәүелеп-бәүелеп һала. Эйе, йәйҙең иң матур мәле. Ошо хозурлыҡҡа таң ҡалып, эргә-тирәлә ҡоштар ҙа туҡтауһыҙ һайраша. Тик кешеләрҙең генә иғтибары ситтә. Улар бөгөн тирә-яҡҡа ҡыуаныслы йөҙ менән баҡмай. Татлы елгә бәүелгән сәскәләрҙе лә күрмәйҙәр. Бына бер аҙна инде йәнде өшөткөс хәбәр ауылды иңләп-буйлай: "Ниместәр һуғыш асҡан! Сикте баҫып ингәндәр! Бомба яуҙыралар, әле ҡаты алыш бара..." Насар хәбәр килеп ишетелгәндең иртәгәһенә үк ауыл ирҙәрен фронтҡа алыу башланды. Партия саҡырыуы, тип, иң элек коммунистарҙы, комсомолдарҙы йыйҙылар. Ылауҙар теҙелгән, бына-бына район үҙәгенә юлға сығырға тейештәр. Кемдең генә үҙ ғәзизен ғәрәсәт эсенә ебәргеһе килһен? Әлепбикә ире Мөхәмәҙиәнең ҡулынан тотоп алды.
- Атаһы...
Йәш ярымлыҡ ҡыҙы Бибинурҙы күтәргән Мөхәмәҙиә ныҡ булырға тырыша. Уға ысынлап та ныҡ булырға кәрәк, сөнки эргәһендә ун бер йәшлек Әхмәҙиә улы, яулыҡ сите менән ауыҙын ҡаплаған әсәһе баҫып тора. Ситтәрәк - ике ҡустыһы.
- Бисәкәй, һин яңғыҙ түгел. Әхмәҙиә улыбыҙ терәк. Ҡустыларыма ла әйтелгән, - тине ул үҙенсә йыуатып.
Мөхәмәҙиәнең ҡустыларына повестка юҡ әлегә, шулай ҙа өлкән ҡустыһы Ғиниәтулланы иҫкәрткәндәр, бөгөнлө-иртәле һуғышҡа алыныр, шәйт... Ярай, кинйәләре Абдрафиҡ ҡала бит әле, әсәһен ҡарар, ағаһының ғаиләһенә лә күҙ-ҡолаҡ булыр. Шулай әйтелгән-һөйләшелгән, был яҡтан күңел тыныс һымаҡ. Тик оҙаҡҡа һуҙылып китмәҫме икән был ҡәһәрле һуғышы? "Ярты йылдан Советтар илендә уларҙың эҙе-еҫе ҡалмаясаҡ", тигән булды сығыш яһаған хәрби комиссариат кешеһе. Белмәй һүҙ ҡатмаҫ, ярты йылдан, иң күп тигәндә бер йылдан, Мөхәмәҙиә лә ғаиләһенә ҡайтып төшөр. Тик борсолмай ҙа булмай шул, Әлепбикәһе өсөнсө балаға етешкән. Бына-бына сабыйҙары донъяға киләсәк. Шул бәләкәсте күрмәй китеүе бигерәк үкенесле.
- Бисәкәй, малай тыуһа, Иштуған, тип ҡушырһың, ҡыҙ тыуһа, Ишбикә, тип. Миңә иш булырҙар...
- Ҡайт, берүк, иҫән-һау әйләнеп ҡайт, - тип ҡабатлай ҡатыны.
Әхмәҙиәнең күҙе йәшләнгәнен күргән ата улын ныҡ итеп ҡосто.
- Улым, хәҙер туғандарың өсөн һин яуаплы. Мин ҡайтҡансы, бирешмә. Ныҡ бул, - ти улына Мөхәмәҙиә. - Ир һүҙе, тиген, йә!
Әхмәҙиә йәшен йота-йота баш ҡаҡты.
- Ир һүҙе...
- Ә ҡыҙым атаһы ҡайтҡансы, ҙурайып торор.
Атаһының көслө ҡулдарында бәүелгән ҡыҙыҡай иркәләнеп көлдө. Мөхәмәҙиә әсәһе Ғәйниямалға боролдо.
- Әсәй, көймә, һуғыш оҙаҡҡа бармаҫ. Күп тигәндә, бер ярты йылдан...
- Ағай, әйҙә. Ылауҙар ҡуҙғалды бит, - тине оҙата барыусы ҡустылары.
- Ғиниәтулла, Абдрафиҡ, һеҙ бында ҡала торған кешеләр, ауылға терәк булығыҙ, - тине хушлашҡанда өлкән ағай ҡустыларына алмаш-тилмәш ҡарап. Әсә доғаһын уҡыны.
- Беҙ ҙә һинең арттан ҡуҙғалырбыҙ кеүек ул, ағай, - тип тамағын ҡырҙы Ғиниәтулла.
Ысынлап та, ҡырҡ беренсе йылдың сентябрь аҙағында ҡустыһы Ғиниәтулланы ла фронтҡа алдылар.
- Ағайымды тап итһәм, ҡалай шәп булыр ине. Кинйә улың Иштуғандан сәләм алып килдем, тиер инем, - тигән булды шуҡ Ғиниәтулла.
Эйе, сентябрҙә Мөхәмәҙиәнең икенсе улы донъяға ауаз һалды шул.
Ата кешенең: "Ниместе ҡыйратабыҙ, оҙаҡламаҫбыҙ, ҡайтырбыҙ", - тигән һүҙҙәрен хәтерләргә генә ҡалды. Дошман илде һаман баҫып ала килә, беҙҙекеләр иһә әлегә сигенәләр ҙә, сигенәләр... Силсәүит эргәһендәге бағанала элеүле торған ҡара тәрилкә генә һаман дошмандың тиҙҙән ҡыйратыласағын, беҙҙекеләрҙең ныҡ тороуын тәҡрарлай. Кешеләр инде һуғыштың оҙаҡҡа һуҙылырын белә. Шулай ҙа Левитан тауышын доға шикелле ҡабул итәләр, ниндәйҙер тыныслыҡ алалар ине. Өмөт йәшәтә бит кешене. Мөхәмәҙиәнән хаттар килеүҙән туҡтаны. Башҡа ғаиләләрҙә лә ут йотҡандар етерлек, оҙаҡ көттөрмәй ҡара хәбәрҙәр килә башланы. Был ауырлыҡтар, афәт тураһында өсөнсө йәше менән барған Бибинур бер нәмә лә аңламай. Әсәһенең имсәген ҡабып, Иштуған да ғәмһеҙ генә йоҡлай. Әсә булғанда бер ниндәй ҙә ҡурҡыныс янамай. Әсәй уға тотош донъя, тотош йыһан. Сабый имсәктән ауыҙын ала ла, көлә. Был саҡта етди ҡарашлы әсәһе лә һаран ғына йылмая.
Ирҙәр фронтҡа алынып бөттө, тиергә була, уларҙы үҫмерҙәр алмаштырҙы. Әхмәҙиә шулар иҫәбендә. Әлепбикә апайға ла эшкә сығырға ҡушылды. Бәләкәстәр өйҙә тороп ҡала, уларҙы Ғәйниямал әбей килеп ҡараштырып китә. Бала күңеле - далала, тиһәләр ҙә, бәләкәстәр күңеле - һәр саҡ әсәлә шул. Ҡәҙерлеләре эштән ҡайтып инһә, тормош йәнләнә: Әхмәҙиә кесе туғандары менән шаярып алырға ла ваҡыт таба, әсәй мейес төтәтә, нимәлер бешерә. Әлепбикә көнө-төнө фермала булғас, бәләкәй Иштуғаны әсәһенең һирәк ҡайтыуына күнде шикелле. Илай-илай ҙа йоҡлап китә. Уны әүрәтеү өс йәшлек Бибинур иңенә төштө.
Тәүге ҡар яуҙы. Ике аҙнанан тирә-йүнгә ныҡлап ҡырпаҡ ҡар ятты. Ҡышҡа инеү менән өйҙә ашар нәмә лә ҡалманы тиерлек. "Бөтәһе лә фронт өсөн!" - был саҡырыу халыҡтың билен биштән быуырға мәжбүр итте. Ауыр һалымдар түләү, түләй алмағандарҙы язаға тарттырыу башланды... Артабан - наҡыҫлыҡ, аслыҡ, яланғаслыҡ. Ҡыш ҡыш инде, асыҡһалар ҙа, бергә булғас, тамаҡ туйырлыҡ тәғәм табыла. Һиҙҙермәй генә яҙ етте.
Асығып илап ятҡан Иштуғаны күҙ алдына килһә, Әлепбикә нишләргә белмәй китә. Колхозда тәртип ҡаты, әсә кеше көнө-төнө ҡырҙа, эш-өй араһы тип өҙгөләнә. Балам ауырып тора, бөгөн һыйырҙарҙы нисек тә иртәрәк һауып бөтөп, тиҙерәк ҡайтып, баланы имеҙергә кәрәк, тип уйланы ҡатын. Унан кире фермаға йүгерер. Эш кәмемәне. Мал һуғарыр мәл етте. Әлипбикә хәҙер колхоз башмаҡтарын йылғаға алып китте. Боҙҙоң йоҡарған сағы, һыу инде өҫкә ҡалҡҡан, бөгөн мәке уйып ыҙаламаҫ. Башмаҡтар кемуҙарҙан һыу һемерә, уларға ҡарап торған ҡатын ҡолонсағын күҙ алдына килтерҙе. Иштуған балаҡайы өйҙә тилмереп көтә, әсәнең имсәгенә һөт тирткән. Баланың сеңләп илағаны ҡолағына ишетелгәндәй булды, хатта һиҫкәнеп китте. "Сабыр ит, балаҡайым! Бибинур апайың эргәңдә бит. Өләсәйең дә килеп етер, мейес яға торор, туңырға ирек бирмәҫ..." Кинәт уйы ошо урында өҙөлдө. Уйнаҡлап йөрөгән бер башмаҡ, боҙо ишелеп, йылғаға төштө лә китте. Әлепбикәнең йөрәге өҙөлдөмө ни! Аһ, тигән бер генә ауаз сыҡты ауыҙынан. Башмаҡҡа бер-бер хәл булһа, уның үҙен төрмәгә алып барып тығасаҡтар! Нисек тә ҡотҡарырға кәрәк малҡайҙы. Ҡатын үҙен-үҙе белештермәйенсә, һыуға һикерҙе. Тегеләй итте, былай итте, үҙе әллә нисә тапҡыр һыуға сумып сәсәне, барыбер теге башмаҡты ярға этеп сығара алды. Әммә үҙенең тамсы ла хәле ҡалмағайны инде. Ниндәйҙер төмзөккә барып йәбешә алды. Ярҙам һорап, асырғанып ҡысҡырып та ҡараны, тик кем генә ишетһен, был тирәлә әҙәм заты юҡ ине...
Әлепбикәне сабыйына ҡайтып киткән, тип уйлаған ҡарауылсы башмаҡтарҙы бикләне лә, ары ферма буйлап китте.
Ҡараңғы төштө. Һаман әсәһе ҡайтмағас, Бибинур өләсәләренә йүгерҙе.
- Өләсәй, бәпәй илай!
Килененең ҡайтмағанын белгән Ғәйниямал әбей ултыра төштө, шунан иҫенә килеп, бригадир Шәрифулла ҡартты эҙләп йүгерҙе.
- Ҡайҙа килен? Бәпәйе астан үлә бит! Нишләп һаман юҡ?
- Нисек юҡ?
- Юҡ, тием бит! Бәпәйе зар илап ята!
Шәрифулла ҡарт башындағы кәпәсен сисеп, битен һыпырҙы.
- Тигенгә түгел, Йә Хоҙа.
Бригадир бер нисә ҡатынды алып ферма яғына ашыҡты. Унда берәүҙе лә тапманылар. Абдрафиҡ еңгәһен туҡтамай эҙләне, ниһайәт, уның ҡатҡан кәүҙәһен таңға табан йылғанан һөйрәп сығарҙы.
- Йәне бар!
Өйгә күтәреп алып ҡайтты.
Урындыҡта ятҡан әсәһе эргәһенә Иштуған имгәкләп килде, түшенә үрелде, Әлепбикә шул саҡ иҫенә килеп күҙҙәрен асты, бите буйлап йәше тәгәрләне, тик ҡулын күтәрерлек тә хәле юҡ ине. Ошо ятыуҙан тора алманы әсә.
Әсәләренең уларҙы ҡалдырып киткәнен ярты йәшлек Иштуған түгел, өс йәшлек Бибинур ҙа аңламаны. Башта Бибинур әсәһен һағынып, телдән төшөрмәй һөйләне, көттө, шунан һирәгерәк иҫкә төшөрә башланы. Әсә тураһында өләсәһе лә лә, ағаһы ла һөйләмәҫкә тырышты. Әсәй әкренләп кенә онотоласаҡ, бөтөнләй иҫтән сығасаҡ.
Сәләмәтлеге булған ирҙәрҙе берәм-берәм фронтҡа алып бөттөләр. Алдынғы механизатор Абдрафиҡҡа бронь бирелгән булһа ла, фронтҡа китергә теләк белдерҙе. Китте.
Ғәйниямал әбей өлкән улының өйөнә күсенде. Быға айырыуса Әхмәҙиә ҡыуанды, сөнки уның өләсәһе торған өйгә барғыһы килмәй ине. Әхмәҙиә - төп йортта берҙән-бер ир заты, төп нигеҙҙе һаҡларға тейеш, ул атаһы әйткән һүҙгә тоғро булырға тырышты.
* * *
Колхозда аттар ҡалманы, тиерлек. Иң шәптәрен һуғышҡа алып китеп бөттөләр. Хәҙер ферма тирәһендә ҡарт аттар, хәлһеҙҙәре генә ҡалды. Уларға эш артты, көс еткеһеҙ эш йөкмәтелде. Ыҙалайҙар, ауырыйҙар, ҡолап яталар, тора алмайҙар. Бибинур аттарҙы сикһеҙ ҡыҙғана. Уларҙың яфа сиккәнен бәләкәстәр ҙә аңлай. Аттарға бәйле булыуынын тағы ла бер сәбәбе бар. Өләсәһен "мал духтыры" тип йөрөтәләр. Ул зыянлаған, имгәнгән аттарҙы баға, һауыҡтыра, фронтҡа ебәрергә әҙерләй. Ауыр эштән эшлектән сыҡҡан аттарҙы аяҡҡа баҫтырыу серен бары өләсәй генә белә. Күрше ауылдарҙан да уға сирле аттарҙы алып киләләр. Йөрөй алмағандарын үҙе барып ҡарай. Һауыҡтырғансы шунда була. Дүрт йәшлек Бибинур инде күп нәмәне аңлай, ундай саҡта Иштуған ҡустыһы өсөн апай ғына түгел, әсәй ҙә. Хәйер, улар көнө-төнө бергә, ҡайҙа барһа ла, етәкләп йөрөтә. Берәй ерен ауырттырып илаһа, йыуата, алдаштыра белә. Бигерәк ҡулсыр шул ҡустыһы, апаһы тыйғанды аңламай. Әхмәҙиәне тыңлай ул, тик ағай бит гел эштә.
Бары асыҡҡан саҡта ғына ҡыйын... Йылдың-йылы тормош ауырлаша ғына барҙы. Әсәһенән биш айҙа тороп ҡалған Иштуғанға хәҙер ике йәш тулды. Теле иртә асылды уның. Балалар атайҙы ла, әсәйҙе лә алмаштырған Ғәйниямал әбейҙән ҡалмаҫҡа тырышалар. Аттар янында уларға ла күңелле. Өләсәй йылҡы малын кеше шикелле күрә, улар менән һөйләшә, шелтәләй, кәңәш бирә.
Ғәйниямал әбей иртәнсәк ҡараңғылы-яҡтылы мәлдә тәһәрәткә торҙо. Тирә-йүндә тынлыҡ, әле ауыл йоҡлай. Ҡапыл эргәлә генә бер ат кешнәгәнгә Ғәйниямал әбей ныҡ итеп тертләне, ялп итеп шул яҡҡа боролдо һәм үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай, ҡатып ҡалды. Иҫенә килгәс:
- Урлик! - тип бер үк ваҡытта аптырап та, шатланып та ҡысҡырып ебәрҙе.
Улы Абдрахман йөрөткән Орликты ла яңы ғына фронтҡа тип алып киткәйнеләр ҙә баһа! Йөрәге һыҙлай-һыҙлай оҙатҡайны уны Ғәйниямал әбей, сөнки был атты балаһының ҡәҙерле бер йәдкәре һымаҡ күрә ине. Тыуған еренә нисек ҡайтып етә алды икән аҙаплы малҡай?
- Әхмәҙиә улым, тор йәһәтерәк! Бар, Шәрифулла олатайыңды алып килә һал! Урлик ҡайтҡан бит!
Был һүҙҙе ишетеү менән Әхмәҙиәнең тамам йоҡоһо осто, һикереп торғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Ул арала Бибинур ҙа уянды. "Урлик" тигән һүҙ уны ла йоҡонан айнытты.
(Дауамы бар).
Баймаҡ районы Ҡолсора ауылы ваҡиғаларына нигеҙләнеп яҙылды.
Шул хәлдәрҙе һөйләгән Бибинур апайға рәхмәт еткерәм.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 12 - 18 июнь 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА