«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  18  19  |  20  |  21
Июнь
   22 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙҙың оло хазинаһы булған "Урал батыр" эпосы тураһында нимә беләһегеҙ, уны уҡығанығыҙ бармы? Ундағы аҡыл-фекер беҙҙең йәшәйешебеҙҙең нигеҙе, тигәнгә нисек ҡарайһығыҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӨНДӘШМӘҮ - АЛТЫН ТИП АЛТЫН ҺҮҘЕҢ ЙӘШЕРМӘ
+  - 


"Киске Өфө" гәзитен арыуыҡтан бирле алдырып уҡып та, бер ҙә төңөлгәнем юҡ әле. Уны ҡулыма алһам, үҙем ниндәйҙер йылылыҡ тойоп, баҫманың үҙен дә йылы ғына, тәмле генә гәзит тип атағым килә лә китә. Бындай тойғо, бәлки, бала сағымда әсәйемдән ишеткән "Тәмһеҙ һөйләмәгеҙ, кәрәген генә, ялғанламай, тәмле генә итеп һөйләшеп өйрәнегеҙ!" тигән һүҙҙәрен һеңдереп үҫкәнгәлер, бәлки, тип уйлап ҡуйған булам ҡайсаҡ.

Гәзиттә баҫылған тәрбиә мәсьәләләре тураһындағы мәҡәләләр, тормош-көнкүрешкә ҡағылышлы яҙмалар, "Донъя шаңдауы" рубрикаһы, рәсми сығанаҡтарҙан алынған яңылыҡтар - барыһы ла аңлайышлы ла, уҡыу һәм үҙләштереү өсөн дә еңел. "Киске Өфө" материалдарының уҡытыусыларға класс сәғәттәрен үткәреү өсөн әҙер сығанаҡтар икәнен һиҙеп ҡалып, ҡыҙым менән икәүләшеп үҙнәшер менән "Тырышлыҡҡа әйҙәп етәкләйем уҡыусымды тормош юлынан" исеме аҫтында методик ҡулланма йыйынтығы ла әҙерләп сығарғайныҡ бер заман.
"Киске Өфө"нөң "Тәрбиә мәктәбе" рубрикаһы, телмәр байлығына һәм уның таҙалығына арналған мәҡәләләргә ҙур иғтибар бүлеүе лә оло маҡтауға лайыҡ, минеңсә. Телебеҙгә һәм телмәребеҙгә ҡуйылған талаптарҙы теүәл үтәп, йыйнаҡ ҡына, әммә белем һәм тәрбиәүи яғы көслө мәҡәләләр яҙған авторҙар Хәлил Һөйөндөков, Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, Фәүзиә Иҙелбаева, Самат Мөхәмәтйәновтарҙың һ.б. бик күп авторҙарҙың мәҡәләләрен яратып уҡыйым. Бына бит тағы ла уйландырырлыҡ, һығымталар яһарлыҡ мәҡәләләр сыҡты ошо арала килгән гәзит номерҙарында.
Яҙыусы Гөлсирә Ғиззәтуллинаның гәзитебеҙҙең 17-23 апрелдәге номерында баҫылған "Алламы? Аллаһмы?" мәҡәләһен уҡығандар автор биргән ошо һорауға яуапты, бәлки, үҙаллы ла эҙләп ҡарағандарҙыр. Авторҙың гәзит уҡыусыларға биргән һорауы Ҡөрьән уҡырға өйрәнеү теләге менән беренсе тапҡыр мәсет ишеген асып, тәүге дәрестә ултырған көнөмдө хәтерләтте. Мөғәллимәбеҙҙең "Аллаһ" тигәнен абайлап:
- "Алла" тигән һүҙҙең аҙағында "һ" өнө бармы ней? - тинем.
- Әлбиттә, бар! - булды яуап. Шул ваҡыттағы оялғанымды! Йә, Аллаһым! Беҙ атай-әсәйҙәребеҙҙең ғүмер буйына "Аллаға шөкөр", "Йәәә Хоҙайым, Аллам!", "Алла һаҡлаһын!" тигәнен ишетеп үҫкән быуын бит! Был ни ғиллә? Был изге һүҙ менән ҡатын-ҡыҙ исеме йөрөтөлөүенә лә аптырағайным әле мин.
"Аллаһы Тәғәлә ҡушмаһа, сүп башы ла ҡыбырламай, бер япраҡ та өҙөлөп төшмәй! Аллаһы Тәғәләгә һүҙ тейҙермә! Минән ҡурҡмаһаң, Алланан ҡурҡ! Аллаға шөкөр! Аллам һаҡлаһын!" Үҙем үҫкән ғаиләлә һәр ваҡыт атай- әсәйҙең Аллаһы Тәғәләнең барлығы һәм берлеге тураһындағы ошондай иҫкәртеүҙәре өҙөлмәне. Ни тиклем ауыр замандарҙа ла динебеҙҙе дөрөҫ тотоп, Ислам диненең ҡеүәтләнеүенә үҙ өлөшөн индергән быуынға "Аллаһ" һүҙен дөрөҫ әйтмәгәнһегеҙ тип, үпкә белдереү - үҙе үк тәкәбберлек, наҙанлыҡ булыр ине, минеңсә. Илебеҙҙә диндарҙарҙы эҙәрлекләү булған осорҙа ла бер намаҙын ҡалдырмай, ураҙаларын тотоп, аулаҡ өйҙәрҙә тәрәүих намаҙҙарына йөрөгән быуын инәй-олатайҙарының динебеҙҙе һаҡлап ҡалыуы - беҙҙең быуын өсөн оло бәхет бит ул! Диндарҙарыбыҙ ололарҙан үҙҙәре һеңдергән дини мәғлүмәттәрҙе беҙгә, балаларына, тапшырмаһа, бөгөнгө көндәге ҡайһы бер мәхшәр хәлдәр әллә ҡасан уҡ донъябыҙҙы болғар ине инде. "Ә ни өсөн ошо быуын "Аллаһ" һүҙендә "һ" өнөн төшөрөп ҡалдырған һуң?" тигән һорау тыуғандыр, моғайын, гәзит уҡыусыларҙа. Динебеҙҙе өйрәтеү һәм таратыу телдән-телгә күсеп, Төп Китапты уҡый белеүселәрҙең бик аҙ һанда булыуы йәки бөтөнләй булмауы бөгөнгө көндә ошондай бәхәс тыуҙырыуға сәбәп булған, минеңсә.
Ҡөрьән уҡырға өйрәнгәс, был һүҙҙә "һ" хәрефен үҙ күҙҙәрем менән күреп инанғас, үҙемдә бүтән ундай икеләнеү-шикләнеүҙәр булманы. Интернет селтәрҙәрендә лә ошо темаға ҡағылышлы күп кенә бәхәстәр, фараздарҙың донъя күреүе халҡыбыҙҙың был изге һүҙҙең дөрөҫ яҙылыш- әйтелешенә битараф булмауы ул, минеңсә.
"Алламы? Аллаһмы?" мәҡәләһенең авторы әйтеүенсә, төп тамыр һүҙҙе - "Аллаһ" һүҙен - "Аллаһы", "Аллаһу" тип үҙгәртеүҙә ҡытыршылыҡтар килеп тыуыуы "һ" өнөн төшөрөп ҡалдырған өсөн проблемалар эҙләүгә күсеүгә оҡшағаныраҡ яңғырай. Проблемалар тейеүем шул: алфавитыбыҙҙағы 42 хәрефтең тартынҡы өндәренең береһен дә (бигерәк тә бер нисә тартынҡы өн бер рәттән килгәндә) таҙа ғына итеп әйтеп булмай. Мәҫәлән, "р"- ры, "ҡ"- ҡы, "һ"- һы, с- сы һ.б. Ҡайсаҡ хатта һүҙҙәрҙе әйткән осраҡта ла, мәҫәлән, ыстакан (ы), трактор-тырактыр(ы), сеперәк (е), икемәк (е) һ.б. тип, еңелсә генә "ы-е" өн- хәрефтәрен өҫтәп ҡуябыҙ түгелме? Шулай итеп бәхәс тыуҙырған һүҙҙең тамыры "Аллаһ" икән, һүҙ аҙағына -ы, йәки -у өн-хәрефен ҡушыу (был осраҡта Аллаһ+ы йәки "Аллаһ+у") һүҙҙең мәғәнәһенә бер ниндәй ҙә үҙгәреш индермәй.
...Нисек кенә булмаһын, беҙҙән алдағы быуын күпкә итәғәтлерәк, дингә ихтирамлы булған, тип ышаныслы итеп әйтергә нигеҙ бар, минеңсә. Атай-олатайҙарыбыҙ бер ваҡытта ла хәҙерге быуын кеүек "аят-маят, мулла- һалла, намаҙ-һамаҙ", шулай уҡ "сәждә" һүҙе урынына "туңҡайып" тигән һүҙҙәрҙе ҡулланманы. Ошоларға өҫтәп, тағы ла шуны әйтергә кәрәк, өлгө алырлыҡ оло быуын милләттәштәребеҙ бер ваҡытта ла "ҡояш сыға", "ҡояш бата" тимәй, "ҡояш ҡалҡа", "ҡояш байый", йәки "сәсе ағарған" тип түгел, "сәсенә сал төшкән", "аҡ ат" тип түгел "күгат" тиер ине. Хәтеремдә, туйҙа йәштәргә теләктәр теләгәндә: "Сал сәсле, һары тешле булғансы бергә йәшәгеҙ!" тип теләрҙәр ине.
Тағы ла шуны әйтеү мөһимдер: телмәребеҙҙең төҙөк һәм таҙа булыуына өлгәшеүгә өлөш индереү - ул юғары уҡыу йорттарының да төп бурыстарының береһе. Журналистика факультетын тамамлаған ҡайһы берәүҙәрҙең телмәрҙәрендә "һынала" менән "һанала" һүҙҙәренең, йәки халҡыбыҙ араһында "Аллаһ беҙҙе был донъяға яралтҡан" тийәһе урынға "беҙҙе был донъяға яратҡан" тип, "яралтҡан" менән "яратҡан" һүҙҙәрен дөрөҫ ҡулланмауҙары ла эсте бошороп ҡуя.
Юғарыла яҙылғандарға өҫтәп, тағы ла шуны әйтергә ине: һуңғы ваҡыттарҙа гәзит- журналдарҙа "сөнки, ләкин" һ.б. теркәүестәр менән башланған яңы (!) һөйләмдәр йыш осрай. Баш һөйләм менән эйәрсән һөйләмде бергә теркәп килгән ошондай теркәүес- һүҙҙәр менән яңы һөйләмдең башланмауын аңлатыу өсөн түбәндә бер генә миҫал килтереп үтмәксемен. Мәҫәлән, көтмәгәндә генә урамда осраған танышымдың ҡаршыһына баҫып, баш һөйләмде әйтмәйенсә: "Сөнки был көндө мин бигүк хәтерләргә яратмайым" тиһәм, йә булмаһа: "Ләкин мин быға бөтөнләй риза булманым" тиһәм, танышымдың башында нисә төрлө һорау тыуыр ине икән? Һөйләм бәйләнешле һәм тамамланған фекерҙе белдереүен атай- олатайҙарыбыҙ ҡағиҙәләр ятлап түгел, ә телебеҙгә ихтирам һәм һөйөү аша быуындан- быуынға тапшыра килгән бит.
Һүҙемде йомғаҡлап, шуны әйтмәксемен, күп халыҡ хатаһыҙ һөйләү зарурлығын аңлап, бергәләшеп, дөрөҫ юлды һайлау өсөн һәр төрлө ысулды ҡуллана, бер-береһенә аңлата, уртаҡ фекергә килә. Халҡыбыҙҙың "өндәшмәгән - өйҙәй бәләнән ҡотолған"ын ғына түгел, ә "өндәшмәү - алтын тип, алтын һүҙең йәшермә" тигән алтын һүҙҙәренә таянып, атай-олатайҙарыбыҙҙың алтынға тиң һүҙҙәрен халҡыбыҙҙан, бигерәк тә йәштәребеҙҙән йәшермәй, уларға тапшыра килһәк ине. Ә "Киске Өфө" гәзитенең бындай бәхәсле мәсьәләләрҙе күтәреп, уҡыусыларының фекерҙәрен өйрәнеп, йәнле һөйләшеү- әңгәмәләшеүенең һөҙөмтәһе булыр һәм уның киләсәктә баһаһы тағы ла юғарыраҡ күтәрелер, ин шәә Аллаһ!

Назия БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №22, 5 - 11 июнь 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru