«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

БУЛҒАНЫНА ШӨКӨР ИТӘЙЕК!
+  - 

Донъяуи әйберҙәрҙең булғаны менән риза булып, шөкөр итә белеү, ҡәнәғәтһеҙлек күрһәтмәү - кешене биҙәгән матур фиғелдәрҙең береһе ул. Был донъяның бәхет сере - Аллаһы Тәғәлә тәҡдире менән ҡәнәғәт булыу, тигән аҡыл эйәләре. Был, тәү сиратта, матди байлыҡҡа ҡағыла.

Аллаһы Тәғәлә изге Китабында үҙебеҙҙән бай, етешерәк йәшәгәндәргә көнләшеүҙән тыя. Уларҙың мөлкәте, матди байлығы кемдәлер Алла биргәндәргә ризаһыҙлыҡ тыуҙырасағын иҫкәртә. Башҡа кешеләрҙең мөлкә-тенә, етеш тормошона көнсөллөк менән ҡараған кеше бер ҡасан да бәхетле була алмай. Кеше үҙе күпме генә йыймаһын, тапмаһын, алмаһын, төҙөмәһен, эшләмәһен - һәр саҡ үҙенән байыраҡты күреп, тыныслығын юғалтасаҡ. Сөнки кеше нәфсеһенең төбө юҡ, ике алтын далаға эйә булғандар мотлаҡ өсөнсөһөн көҫәйәсәк, тип бушҡа ғына әйтеп ҡалдырмаған Бәйғәмбәребеҙ. Башҡа кешеләргә бирелгән матди ниғмәттәргә ҡыҙығып, үҙеңде матди яҡтан байыраҡтар менән сағыштырып, ризаһыҙлыҡ күрһәтеү - Аллаһ тәҡдиренә ҡаршы барыу була ла инде.
Бер мөъмин Ҡәғбә тирәләй тауаф ҡылған һәм туҡтауһыҙ: "Йә, Аллаһ, һин минең менән ризамы?" - тип ҡабатлар булған. Быны бөйөк ғалим, имам Әш-Шәфии ишетеп ҡалған. "Ә һин үҙең Аллаһы Тәғәлә менән ризаһыңмы?" - тип һораған ул теге кешенән. "Аллаһы Тәғәләнән риза булыу нисегерәк була һуң ул?" - тип төбәлгән теге кеше ғалимға. Имам: "Аллаһы Тәғәлә менән риза булыу - башыңа бәлә төшкәндә лә Аллаһы Тәғәлә һиңә бәлә менән бергә донъя ниғмәттәрен биргәндәге кеүек үк ҡыуаныу. Байлыҡта ла, фәҡирлектә лә - бөтә хәлдәрҙә лә Аллаһы Тәғәлә тәҡдиренә шөкөр итеү. Шул саҡта һин Раббың менән риза булғандар исемлегенә яҙыласаҡһың", - тип яуап бирә.
Ялтырауыҡтар, бейегерәк йорттар, ҡиммәтлерәк транспорт төрө алыу, үтә ҡыйбат кейемдәргә төрөнөү һәм ошо юлда башҡалар менән ярышыу - был шайтан юлы.
Аллаһ һәр кемгә лә тейешле өлөштө бирә, бер кем дә был донъяға ризыҡһыҙ тыумай. Берәүҙәргә аҡса эшләү һәләте бирелә, Аллаһы Тәғәлә тырышлыҡтары өсөн уларға бар юлдарҙы аса. Икенсе берәү тырышып та, аҡыллы булып та аҡсаға мандып китмәй. Бәлки, эше лә, вазифаһы ла быға мөмкинлек бирмәйҙер. Әммә улар икеһе лә үҙ урынында.
Ниғмәттәрҙе Аллаһы Тәғәлә бүлә, кемгәлер күберәк өлөш эләгә, кемгәлер әҙерәк. Әммә донъя муллыҡтары кеше менән уның ҡәберенә инмәй, улар әҙәм балаһына аманат итеп кенә бирелә, етмәһә, Ҡиәмәт көнөндә һәр бирелгән ниғмәт өсөн яуап тотаһы бар әле. Кемдең донъя байлыҡтарынан торған йөгө ауырыраҡ, уға ҡыйыныраҡҡа тура киләсәк хатта. Риүәйәттәр һәм хәҙистәрҙән күренеүенсә, бәйғәмбәрҙәр араһында иң һуңғы йәннәткә инәсәк Сөләймән ғәләйһиссәләм булһа (уға бөйөк дәүләт һәм бик күп донъя ҡиммәттәре бирелә), Мөхәммәт бәйғәмбәрҙең тарафдарҙары араһында Ғабдрахман ибн Ауф исемле мәшһүр сәхәбә йәннәткә "шыуышып инәсәк". Был сәхәбәнең дәрәжәһенә шик булыуы мөмкин түгел: исеме һәр саҡ дүрт хәлифтән һуң телгә алыныуы ғына ла уның иманының һәм дин хаҡына хеҙмәтенең юғары кимәлдә булыуын күрһәтә. Йөҙҙәрсә дөйә алып килгән карауанын, хатта бар байлығын бер тамсы ла үкенесһеҙ саҙаҡа итеп бирә алған кеше була ул. "Ташты күтәреү етә, унда мотлаҡ алтын табасаҡмын кеүек тойола миңә", тип әйтә был сәхәбә. Ләкин ул бар ошо байлыҡтың Аллаһ ниғмәте, Уның бәрәкәте булыуын аңлап, шөкөр итеп, тәкәбберләнмәй йәшәй.
Ауыр замандар ҙа була. Ҡайһы бер мәлдәрҙә араларында ашарҙарына булмаған сәхәбәләр килеп сыға. Ләкин улары ла фәҡирлек хәлендә булыуҙарына ҡарамаҫтан, үҙҙәренең мохтажлыҡтарын күрһәтмәйҙәр, хәллерәк ҡәрҙәштәренең ярҙамынан да баш тарталар. Мохтажлыҡта (ләкин хәйерселектә түгел) йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан, Әбү Хөрәйрә, Билалдар үҙҙәрен лайыҡлы тотоп, хәлдәренә зарланмай, булғанына шөкөр итеп, Аллаһы Тәғәләнең тәҡдире менән күнеп йәшәп, итәғәтлектә Аллаһ рәхмәтенә ирешәләр.
Эйе, үҙеңә бирелгән ниғмәттәрҙең ҡиммәтен аңлар өсөн, ошо ниғмәттәр бирелмәгән кешеләргә ҡарарға кәңәш итә ғалимдар. Бары шул саҡта ғына шөкөр итергә, донъя менән ҡәнәғәт булып йәшәргә мөмкин. Кешенең, үҙенә нисек кенә ауыр булмаһын, ниндәй генә ҡыйынлыҡтар кисермәһен, зарланып йәшәргә хаҡы юҡ. Хатта зәғиф булғанда ла, был физик етешһеҙлек артында оло бүләк ятыуы тураһында иҫкәртелә. Зарланмай, Аллаға, башҡа кешеләргә ләғнәт уҡымай ғүмер кисеп, иман менән был донъянан киткәндәр үҙҙәренең сабырлығы, ныҡлығы өсөн сауапты күберәк тә аласаҡ хатта. Ә бөтә тән ағзалары урынында, аҡылы теүәл, зиһене асыҡ булған кеше үҙенең хәле менән бер мәлгә булһа ла зарлана ала микән? Булғаны менән риза ҡалып, Раббыңа шөкөр итеү бик ҙур байлыҡ ул.

Арыҫлан ИСКӘНДӘРОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru