«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  | 18  | 19 | 20

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ҺӘР ИР-ЕГЕТ АРТЫНДА ҠАТЫН-ҠЫҘ ТОРА
+  - 

Артур Рәмил улы Собханғолов - бокс буйынса Азия һәм Европа чемпионы. Быйыл апрелдә ул билдәле тажик боксеры Баһадир Усмановты нокаутҡа ебәрҙе. Башҡортостандың ғына түгел, донъя боксы йондоҙо Артур Собханғоловтан интервью алыу теләге менән күптән яна инем. Шундай ҙур спортсының редакцияға килеүе бер кемдең дә иғтибарынан ситтә ҡалманы, айырыуса ҡатын-ҡыҙ коллегаларым ҡабат-ҡабат боксерға күҙ һирпеп-һирпеп ҡуя. Әйткәндәй, әңгәмә бокс тирәләй генә түгел, гүзәл зат вәкилдәре хаҡында ла барҙы. Артур тормошонда иң мөһим биш ҡатын-ҡыҙ барлығын һөйләне. Кемдәр улар?

Иң көслөһө

Һәр спортсының артында көслө ҡатын - уның әсәһе тора, әлбиттә. Сағыштырмаса һуң ғына, 14 йәшемдә, спорт менән шөғөлләнә башланым, тәүҙә кикбоксинг, унан бокс менән. Урамда "тиҙәк тибеүҙе" туҡтаттым. Атай-әсәйем тәүҙә боксҡа йөрөүемде хупламаны. Имгәнеп ҡуйыуың бар, тип борсолдолар. Әммә күп тә үтмәй, бокс йәшәү рәүешемә әүерелгәйне инде.
Йылдар үткәс, әсәй үҙенсә ризалығын бирҙе. "Һинең чемпион булыуың да, титул алыуың да беҙҙең өсөн мөһим түгел. Бары тик үҙең һау-сәләмәт бул", - тине. Бына шул әсәйҙең фатихаһы мине ҙур бейеклектәргә күтәрҙе. Әле ул ваҡытта донъя чемпионы исеменә дәғүә итермен тип күҙ алдына ла килтерә алмай инем. Хәҙер инде был - ысынбарлыҡ. Атай-әсәйемә миңә уҡырға һәм яратҡан спорт төрөм менән шөғөлләнергә мөмкинлек биреүҙәре өсөн рәхмәтемде белдерәм. Бөтмәҫ-төкәнмәҫ күнекмәләр, сборҙар араһында яҡындарым, бигерәк тә әсәйем менән һөйләшеү өсөн ваҡыт табырға тырышам. Был миңә ифрат ҙур көс бирә".

Иң ышаныслы

"Тормошомдағы икенсе ҡатын-ҡыҙ - ул игеҙәгем Алина. Беҙ был донъяға бергә килгәнбеҙ, бер һуҡмаҡтан атлайбыҙ. Әлбиттә, ҡыҙыҡһыныуҙарыбыҙ бала саҡтан төрлө булды. Мин спортҡа ылыҡтым, ә ул бөтөнләй икенсе өлкәне һайланы. Хәҙер инде үҙ ғаиләләребеҙ бар, әммә һәр саҡ беҙ бергә, уй-кисерештәребеҙ, хәстәребеҙ уртаҡ. Алинаға эс серҙәремде лә һөйләйем, иң ышаныслы кеше ул. Әммә бигерәк нескә күңелле, тәрән хисле лә. Өфөлә үткән ярышҡа килһә, минең алышҡанды ҡарай алмай, буҫлығып илап бөтә. Әйтерһең, миңә түгел, уға тондоралармы ни! Еңеп сыҡһам, игеҙәгемдән дә бәхетле кеше булмай. Уның ошо эскерһеҙ һөйөүе, ышанысы шулай уҡ миңә көс бирә.

Еңеүҙәргә әйҙәүсе

Тренерым Мария Юрьевна Карабанова менән бокс секцияһында шөғөлләнә башлағанда, ул әле егерме йәшлек кенә ҡыҙ ине. Тәүҙә уны бер кем дә етди ҡабул итмәне, хатта тәрбиәләнеүселәренән мыҫҡыл итеүселәр ҙә булды. Әммә ул сибек ҡыҙҙың башҡорт боксын үҫтереүгә индергән өлөшөн баһалап бөтөрлөк түгел. Мария Юрьевнаның ҡулы аҫтында тотош бер быуын спорт мастерҙары, чемпиондар үҫеп сыҡты. Рәсәй боксындағы күп ир-егет тренерҙар быға өлгәшә алмай. Минең остазымдың уңыш сере һәр спортсыға айырым иғтибар бүлеүендәлер, тип уйлайым. Ул - остаз ғына түгел, киң ҡарашлы шәхес. Ихлас, ғәҙел, кәрәк саҡта ҡаты һәм талапсан. Минең өсөн иң мөһиме, ул яҡшы психолог. Ни тиһәң дә, һәр спортсының еңелеүҙәре, уңышһыҙлыҡтары була. Бокс менән шөғөлләнеүҙән арып, барыһын да ташлап ҡуйырға, башҡа эш менән шөғөлләнергә уйлаһам, ул һәр ваҡыт кәрәкле һүҙҙәр таба. Тау аҡтарырҙай көс-дәрт биргән тренерым менән бәхетлемен.

Иң мөһим кешем

"Минең тормошомда иң мөһим ҡатын-ҡыҙ - кәләшем Нурия. Беҙ 2016 йылда Нижневартовск ҡалаһында нефть илдәре араһында барған халыҡ-ара ярышта таныштыҡ. Ул ваҡытта Нурия университетты тамамлап, ҡунаҡханала эшләп йөрөй ине. Уны күргәс, шунда уҡ ғашиҡ булдым. Телефон номерын һорап алдым. Башҡортостандыҡы булып сыҡты, бала сағында ғаиләһе менән ошо төбәккә күсеп киткән. Тыуған яғына алып ҡайттым, 31 майҙа ғаилә ҡороуыбыҙға бер йыл була. Нурия тыйнаҡ, аҡыллы, минең терәк-таянысым, илһам сығанағым. Ул инде боксты ла аңлай, бөтә алыштарға йөрөй, боксерҙарға үҙ баһаһын бирә, ҡайһы ваҡытта ауыр буласағын белеп тора. Әммә бер ваҡытта ла күнекмәләргә ҡыҫылмай, кәңәш бирмәй. Бары тик янымда булырға тырыша. Әлбиттә, борсолоуҙар була, аныҡлап улар тураһында һөйләшәбеҙ. Нурия һәр саҡ дәртләндерер өсөн һүҙ таба. Мин уға шундай хәстәрлеге һәм мөхәббәте өсөн бик рәхмәтлемен.

Көтөп алынғаны

Күп тамашасылар һинең рингҡа сығыуыңды һәм алышыуыңды ғына күрә. Һәр алыш артында ауыр күнекмәләр ята. Бөтә ҡала йоҡларға ятҡанда һин сумкаңды йыйып, буш залға юлланаһың. 12 раунд спарринг үткәрәһең, көс-хәлең ҡалмай, әммә барыбер дауам итәһең. Ҡайҙа ҡарама сикләүҙәр: туҡланыуҙа, ял итеүҙә, хатта һәр аҙымда. Онотолоп ял итеү, теләгән ваҡытта дуҫтар менән осрашыу мөмкин түгел. Бары тик даими контроль һәм ҡаты тәртип. Әммә спортсы тормошонда бер мәл бар. Еңеүеңде иғлан итеп сыңлаған гонг тауышы, судья ҡулыңды күтәргән мәл ул. Был минутта бөтә ҡорбандар ҙа, үрҙәге мәшәҡәттәр ҙә сүп кеүек тойола. Сөнки ҡан-тир түгеп яулаған еңеү тойғоһонан да ҡиммәтерәк нәмә юҡ.
Шулай тип тамамланы һүҙен Артур Собханғолов. "Еңеү" һүҙе рус телендә ҡатын-ҡыҙ затында. Ә Артур өсөн ул әле атаған ҡатын-ҡыҙҙарҙан ҡала иң көтөп алынған, бөтә йәшлеген, көс-дәртен биргән тормоштағы иң мөһим ҡиммәт, тойғо. Уға тағы ла күберәк еңеүҙәр теләйек!

Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №20, 22 - 28 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.05.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru