«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
НУХ ПӘЙҒӘМБӘР ХӨРМӘТЕНӘ ЯТҠАН ЕРҘӘ ҠАТ, ЙЫЛАН!
+  - 


Йылан һүҙен ишетеү менән күптәр һиҫкәнеп ҡуя. Ысынлап та, кеше өсөн тәбиғәттә көн күргән башҡа тереклектәр араһында йылан айырым урын алып тора. Уны күреү менән генә түгел, хатта күҙ алдына килтереү менән әллә нисек булып китә. Йәй көнө, бесән әйләндереп йөрөгән мәлдә, ҡапыл бакуй аҫтынан йылан килеп сыҡһа, бер метр түгел, биш метрға һикереп киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Шунан инде һәнәк оса бер яҡҡа, үҙең осаһың икенсе яҡҡа.

Шул уҡ ваҡытта йыландың йәшәү рәүеше башҡа хайуандар тормошонан әллә ни айырылмай кеүек. Улар ҡатнаш урманды, оҙон үлән баҫҡан далаларҙы, һаҙлыҡтарҙы, йылғаларҙы һәм күлдәрҙе үҙ итә. Ғәҙәттә, йыландар бер ергә эйәләшә. Бер йылан биләмәһе алтмыш-йөҙ метрҙан артмай. Бер ғаилә дүрт гектар майҙанды биләй ала. Ҡышлау өсөн улар йәйге урындарынан биш саҡрымға тиклем күсә. Ҡыш осорон ике метрға тиклем тәрәнлектә үткәрәләр. Берәмләп йә төркөм-төркөм булып ҡышлайҙар. Күп осраҡта бер урынға унар йылан йыйыла. Әммә ҡайһы ваҡыт өс йөҙ йыланға тиклем булған төркөм дә осрап ҡуя. Яҙҙың килеүенә ҡарап, май баштарында ер өҫтөнә сығалар. Беренсе булып ата йыландар сыға, ә бер нисә көндән инә йыландар һәм балалары ер өҫтөнә күтәрелә. Йәй көндәрендә йәшәү урыны итеп төрлө хайуандар ояларын, ҡороған ҡыуаҡтарҙы һәм серек ағастарҙы һайлайҙар. Һунарға ҡояш байығас сығалар. Көндөҙ ҡояшта ҡыҙынып ятырға яраталар. Уңышлы һунарҙан һуң йыландар йәшәгән урынынан ике-өс көн сыҡмай ҙа ятырға мөмкин. Ояла тыныс ҡына ятыу улар өсөн отошлораҡ, сөнки уларҙың дошмандары көслө. Йыландарҙың дошмандары - бөркөт, өкө, ябалаҡ, бурһыҡ, төлкө һәм терпе.
Шуныһы үҙенсәлекле - йылан йыл һайын тиреһен һала. Уның һалған тиреһен миңә лә күрергә насип булды. Аптырамалы хәл инде. Тире шул килеш ятып ҡалған, хатта күҙ бәбәктәренә, тештәренә хәтлем тире тотош көйө һаҡланған. Үҙенән үҙе һорау тыуа. Ә йылан үҙе ошо тире эсенән ҡайһылайтып сыға алды икән? Бәлки, был турала белгән кешеләр яҙып ебәрер?
Бына шулай, йыландың тәбиғәттәге тормошо тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына һымаҡ. Әммә уның образы кешелек тормошонда бөтөнләй икенсе урын алып тора. Был турала халыҡ әйтемдәре лә асыҡ һөйләй. Йыландың ҡараһы ла йылан, ағы ла йылан, тигән әйтем уның дошман икәнен асыҡ күрһәтеп тора. Йәне теләгән - йылан ите ашаған, тигән әйтем бик үҙенсәлекле. Йылан ите ашаған кеше башҡа хайуандарҙың телен аңлау һәләтенә эйә була икән. Ер аҫтында йылан көйшәгәнен дә белә ул - ауылдағы бар яңылыҡты белгән кешегә ҡарата ҡапылда әйтеп ҡуябыҙ был һүҙҙәрҙе. Һәйбәт тип йөрөгән кешебеҙ ҡапылдан ғына насарлыҡ ҡылып ташлаһа, ҡуйыныныбыҙҙа йылан аҫырап ятҡан икәнбеҙ, тип аптырап бот сабабыҙ.
Йыландың ун ике аяғы бар, тип иҫәпләй башҡорт халҡы. Әммә йылан үҙ аяҡтарын бик һирәктәргә генә күрһәтә. Шуға күрә, йылан аяғын күргән бәхетле булыр, тигән әйтем бар. Ә инде, йылан аяғын киҫкән, тигән әйтем бик тәжрибәле кешегә әйтелә. Халыҡ ижады буйынса, йылан кешегә яҡшылыҡ та, яманлыҡ та ҡыла ала. Әммә уның кире яҡтары күберәк буғай. Шулай ҙа һүҙҙе ыңғай яҡтарынан башлап китәйек. Бына аҡ йылан менән туҙбаш йылан - ыңғай "геройҙар". Уларҙы үлтереү генә түгел, хатта тейергә лә ярамай. Бигерәк тә аҡ йыланға теймәҫкә кәрәк, сөнки ул йыландарҙың батшаһы булып иҫәпләнә. Аҡ йыланды үлтергән кешене йыландар торған ерендә ашар, ти халыҡ. Аҡ йыланға аҡ яулыҡ һалһаң, ул мөгөҙөн һала. Ул кеше бәхетле була, тигән ышаныу һаман йәшәп килә халыҡ күңелендә.
Йыландарҙың башҡа төрҙәре дошман булып иҫәпләнә. Шуға күрә йыландарҙы һәр ваҡыт үлтерергә тырышҡандар. Ат тире һеңгән сыбыртҡы менән туҡмап үлтереү иң һәйбәте булып иҫәпләнгән. Шуныһы аяныслы. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙ өсөн йыландың яңы төрө бигерәк тә ҡурҡыныс булып сыҡты. "Йәшел йылан" тип атала ул.
Йылан ни тиклем оҙаҡ йәшәй, ул шул хәтлем зәһәргә әйләнә икән. Был ысынлап та шулай микән, белмәйем. Әммә халыҡ ижадында, йөҙ йыл йәшәгән йылан аждаһаға, мең йыл йәшәгәне юхаға әйләнә, тип әйтелә. Шуға күрә юха һүҙе хәйләкәр, таҫма телле кешегә төбәлгән.
Юха-йылан тора-бара матур ҡыҙға әйләнеп китә икән. Был турала "Урал батыр" эпосында ла әйтелә. Әкиәттән өҙөк килтереү урынлы булыр. "Ҡатын айыуҙың маңлайына бер сирткәйне - теге бүрегә әйләнде, ти. Бүренең маңлайына бер сирткәйне - арыҫлан булды, ти. Шунан теге ҡатын ана шул арыҫланға атланып алды ла үҙ юлына саптырып сыҡты ла китте, ти. Был ҡатын тигәнебеҙ юха йылан булған икән. Һылыу ҡатын ҡиәфәтенә ингән ана шул юха йыландың хәйләһе арҡаһында Шүлгән, үҙенең кешелеген ғүмергә юғалтып, кейек булып ҡалған. Бер ҡараһаң - айыу, икенсе ҡараһаң - бүре йәки арыҫлан булып йөрөгән-йөрөгән дә, йөрөй торғас, бер күлгә батып үлгән, ти".
Йылан күрһәң, йылан доғаһын уҡырға кәрәк, ти халыҡ әйтеме. Шуға борон йылан арбаусылар булған. Йылан арбаусылар бик көслө кешеләр рәтендә торған. Уларҙың арбауына сыҙай алмайынса, йылан хатта һуҙылып ятып үлгән. Йылан арбау һамағының аҙағын уҡыйыҡ әле:

Сәңке, сәңке, сәңке йылан,
Сәңке башлы ҡара йылан,
Атҡан уҡтан етеҙ йылан,
Ағын һыуҙан ауан йылан,
Аҡ мамыҡтан йомшаҡ йылан,
Сағыр булһаң, саҡ, йылан,
Саҡмаҫ булһаң, ят, йылан,
Нух пәйғәмбәр хөрмәтенә
Ятҡан ерҙә ҡат, йылан.

Факиһа Туғыҙбаева үҙ ижадында был турала ошолай яҙып китә.

Ҡустым! Ҡурҡма йыландан,
Булһа ла ул ҡап-ҡара!
Бына уны нишләтәм,
Миңә ентекләп ҡара.
Алам ҡулыма ҡурай,
Моңло көйҙәр уйнайым;
Ҡурайымда уйнағанда,
Матур уйҙар уйлайым.
Йоҡлай ҙа китә йылан
Сағам тигән еренән.
Мин ҡурай уйнағанда,
Уянмаҫ ул киренән.
Ҡустым! Ҡурҡма йыландан -
Көслө унан ҡурайым.
Моңло көй уйнай-уйнай,
Йыланды ла арбайым.

Был мәҡәләне халҡыбыҙҙың тапҡыр әйтеме менән тамамлағы килә. Арбауын белһәң, ҡара йылан да ҡарышмай, тип әйтә беҙҙең халыҡ. Бик дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр, тип уйлайым мин. Шуға күрә тәбиғәттә тереклек иткән йыланға ҡарағанда, "йәшел йылан"ға ҡаршы арбауҙы тиҙерәк табайыҡ. Аллам һаҡлаһын, уның аждаһаға, тора-бара юхаға әйләнгәнен көтмәйек. Берүк халҡым был зәһәр йыландан арынырға үҙендә көс таба алһын, тип Аллаһы Тәғәләнән һорайыҡ.

Шәриф ӘҒЛӘМОВ.
Бөрйән районы.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru