«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

"АЛЛАҺ" ИСЕМЕН БОҘОП ЯҘМАЙЫҠ!
+  - 

Элегерәк, минең яҙмаларымды уҡығас, мәҙрәсә, Ислам университетын тамамлаған ҡайһы бер имамдар: "Мәҡәләләрең яҡшы, тик ни өсөн "Аллаһ" һүҙендәге "һ"ны төшөрөп ҡалдыраһың? Улай дөрөҫ булмай бит…" - тип миңә иҫкәрмә яһағылағандары бар. Уларҙың әйткәнен тотоп, күптән инде мин был изге һүҙҙе шул аҙаҡҡы хәрефһеҙ яҙмайым.

Гәзитебеҙҙең 15-се һанындағы "Дөрөҫ һөйләшәйек!" тигән рубрикала ошо темаға ҡағылышлы яҙылған мәҡәләне ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтым. "Алла"мы, "Аллаһ"мы?" тип атала ул. Аҙаҡҡы өнө яҙа-йоҙа ғына ишетелеү сәбәпле, башҡорт телендә Аллаһ һүҙе "һ" хәрефһеҙ яҙылырға, йәғни, башҡорт теленә яраҡлаштырыу ҡағиҙәһенә тап килергә тейеш, тигән фекерҙе ҡуя автор. Телебеҙ именлеге һағында торған был яҙыусының уй-кисерештәрен дә аңлайым, әммә ошо мәсьәлә буйынса үҙемдең фекерем менән дә бүлешмәй булдыра алмайым.
"Аллаһ" һүҙенең аҙаҡҡы хәрефе беҙҙең туған телебеҙҙе һис кенә лә боҙмай! Дин тотоп, Аллаһы Тәғәләгә баш эйеп ғүмер иткән, изге Китапты транскрипциялар буйынса түгел, ә ғәрәби текстан уҡыусы күп мосолман ҡәрҙәштәр ҙә, махсус белемле бөтә имам-мөғәллимдәр ҙә минең менән ризалашыр тигән инаныуҙамын. Бөгөнгө беҙ ҡулланып йөрөгән рус алфавитына халҡыбыҙ тик уҙған быуаттың ҡырҡынсы йылында ғына күскән дәбаһа. Ә уға тиклем (20-се йылдан алып, ун йыл арауығында латин хәрефе менән яҙғанды иҫәпкә алмағанда) милләттәштәребеҙ ғәрәп хәрефтәре менән яҙған. Аҡмулла, Ғафури, Бабичтар ҙа тик ғәрәп яҙмаһын ҡулланған. Тик ана шул һүҙлек үҙгәргән осорҙа, рус алфавиты ярҙамында башҡорт һүҙҙәрен яҙа башлағас ҡына, шунда эшләгән бер-нисә яҙыусы тарафынан алып ташланылған был хәреф.
"Яҙа-йоҙа" ғына ишетелһә лә, мөҡәддәс был һүҙҙең аҙаҡтағы өнө һәр саҡ ишетелеп торорға тейеш. Ул бит берәй кеше, януар, йә иһә "көрәк", "һәнәк", "балта" һымаҡ ябай предмет исеме рәтендә түгел, ә Раббыбыҙҙың иң төп исеме! Ҡасандыр ошондай темаға һүҙ сыҡҡас, дин өлкәһендә ғилемле булған бер ҡәрҙәшем: "Ишетелер-ишетелмәҫ йомоҡ хәрефтәрҙе төшөрөп ҡалдыра башлаһаҡ, "Башҡорт" тигән һүҙҙе лә "башҡор" тип әйткән һымаҡ була ла баһа", - тигәйне. Халыҡта "Аллаға, Алланы, Алланан" тип һөйләшеү киң таралған булыуына ҡарамаҫтан, "Аллаһҡа, Аллаһты, Аллаһтан" тип яҙһаҡ та телебеҙгә һис хилафлыҡ ҡылынмаҫ һәм ошо изге һүҙҙең тамыры һаҡланып ҡалыр, халҡыбыҙ ҙа быға тиҙ генә өйрәнеп алыр ине. "Трансформатор", "реабилитация", "микрофлора" һымаҡ бихисап сит телдәге исемдәрҙе ятлап ала алған халҡыбыҙ бер Аллаһ һүҙен дә ятлап ала инде ул…
Эйе, күптәребеҙ "Аллаһы Тәғәлә", "Аллаға шөкөр" тип әйтергә күнеккәнбеҙ, әммә, "Аллаһ Тәғәләгә шөкөр" тип тә әйтәләр. Ҡағыҙға яҙғанда барыбер "Аллаһ" һүҙен тулы яҙырға тейешбеҙ. Бөгөнгө көндә уҡый-яҙа белмәгән кеше юҡ. Халыҡ ҡағыҙҙа яҙылғанға ныҡ иғтибар итеүсән.
Яңы һүҙлек төҙөгәндә элекке мөғәллимдәребеҙ аша лөғәтебеҙгә ғәрәптән күскән башҡа бихисап һүҙҙәр ҙә ныҡ үҙгәртелеп килеп ингән. Мәҫәлән, ғәрәптең "ҙекер" һүҙе "зекер" булып киткән, "ҫауаб" - "сауап", "аҙамат" - "азамат", "ғәҙим" -"ғәзим", ә "ғаҙаб" - "ғазап"ҡа төрләндерелгән һ.б. Бөгөнгө көндә үҙебеҙҙең мөмкинлегебеҙ булыуынан файҙаланып, ошондай һүҙҙәрҙе лә, алфавитыбыҙҙағы хәрефтәр ярҙамында яҙып, дөрөҫ итеп һөйләшһәк, әлбиттә, яҡшы булыр ине лә бит... Әммә, әлеге әйтмешләй, әллә ҡасан уҡ "Башҡорт теле" китаптарына, һүҙлегенә инеп киткәс, инде уларҙы төҙәткеләп маташыу кәрәкмәйҙер ҙә. Шуға күрә лә был һүҙҙәргә мин иғтибар итмәҫкә тырышам. Шулай ҙа, Ҡөрьән уҡып ултырған мәлдә улар бик йыш осрай, иҫкә төшә.
Ҡөрьән аяттарын, ғәрәп телендәге төрлө доғаларҙы транскрипциялағанда беҙҙең алфавитыбыҙ башҡаларға ҡарағанда иң ҡулайлыһы тип һанала. Сөнки ғәрәп телендә булған өндәр барыһы ла тигәндәй беҙҙә бар. Шуға ла иғтибар итәйек әле: үҙҙәренең алфавитында кәрәкле хәрефтәре булмаған бәғзе халыҡтар ҙа ғәрәп һүҙҙәрен дөрөҫ уҡырға тырышып яталар ҙа баһа! Мәҫәлән, "Алла" тип кенә әйтеүе урыҫтар өсөн күпкә еңелерәк булыр ине, әммә улар ҙа, бына ошо изге исемде мөмкин тиклем боҙмаҫҡа тырышып, "Аллах" тип, әйтәләр һәм яҙалар. Миндә татар телендә яҙылған бер китап бар. Ҡөрьән Кәримдең тулыһынса транскрипцияһы бирелгән унда, "Ҡөрьән Кәримде уҡыу өсөн ярҙамлыҡ" тип атала. Изге Ҡөрьән аяттарын, доғаларҙы дөрөҫ итеп уҡыр өсөн, татарҙа булмаған "ҫ" өнөн "сакау с", "ҙ" өнөн "сакау з", "ҡ" өнөн "каты к" тип аңлатма биргәндәр унда. Был ярҙамлыҡты төҙөүсе авторҙар "ғәрәп һүҙҙәрен татар теленең фонетик ҡағиҙәләренә яраҡлаштырайыҡ, үҙебеҙгә нисек уңай, шулай әйтәйек тә ҡуяйыҡ" тимәгәндәр бит. Ә беҙ, Раббыбыҙ тарафынан бирелгән шундай кәрәкле өндәребеҙ телебеҙҙә, ә хәрефтәребеҙ алфавитыбыҙҙа була тороп та, иң бөйөк исемдән - Аллаһ исеменән "һ" хәрефен алып ташлау хаҡында һүҙ ҡуҙғатабыҙ.
Башта килтерелгән мәҡәлә авторы әйтмешләй, "телдәр, күңелдәр, зиһендәр өсөн былай ҙа үтә хәүефле заманда, телебеҙгә, уның яҙмышына, һүҙҙәренә, ҡағиҙәләренә, яңғырашына" һаҡсыл булырға кәрәклеген мин дә һис инҡар итмәйем, туған телемде яратам һәм хөрмәт итәм. Әммә, телебеҙҙе нисек кенә яратһаҡ та, башҡа ниндәй генә һүҙҙәр хаҡында бәхәс ҡорған хәлдә лә, Ҡөрьән һүҙен - изгеләрҙән изге "Аллаһ" һүҙен үҙгәртергә, "башҡортсалаштырырға" тырышмайыҡ, хөрмәтле диндәштәрем! Ошо хаҡта мөфтиәтебеҙҙең, башҡа абруйлы дин әһелдәренең фекерен дә ишетергә теләр инем…

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru