«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  | 19

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1993 йылдан алып 15 май Берләшкән милләттәр ойошмаһы тарафынан Ғаилә көнө булараҡ билдәләнә. Ә һеҙ "Ғаилә - дәүләт нигеҙе, ғаиләһеҙ дәүләт юҡ" тигән фекерҙе нисек дауам итер инегеҙ? Һеҙҙең ғаиләгеҙ был хаҡиҡәткә яуап бирәме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ӘТӘС БУЛЫП ҠЫСҠЫРҒАЙНЫ...
+  - 


Ҡатын миңә ваҡыты менән, һин бигерәк ҡыҙыҡһың, тип әйтеп ҡуя. Бәлки, шулайҙыр ҙа, кем белә инде. Ә шулай ҙа күрше минән ҡалышмай, буғай. Шуны алдан әйтеп ҡуяйым. Күрше хәбәрҙе матур һөйләй. Берәй йомошо төшә-ҡалһа, тураһын ярып әйтмәй. Өйрөлтә-сөйрөлтә, шунан ғына әйтеп ҡуя. Туҡта әле, миҫал өсөн бер ҡыҙыҡ хәлде һөйләп үтәйем.
Ул көндө мин утын ярырға булдым. Эйе, эйе, бер ҡайҙа ла бармайым, бер ҡайҙан да ҡайтмайым. Бары тик утын ғына ярам. Ошондай ныҡлы ҡарарға килгәс, нисектер, үҙемә лә күңелле булып китте. Хатта әле эшләнмәгән эш нисектер эшләнгән һымаҡ булып ҡалды. Ысынлап та, уны нишләп һуҙып йөрөргә. Былай ҙа аҙна-ун көн ятты был утын. Ярырға икән ярырға! Хәҙер ярып ташлайым мин уны. Ә балалар бөгөн баҡсала ер ҡаҙырҙар. Эстән генә күңелле көйҙө көйләй-көйләй, иң ситтә ятҡан түмәрҙе рәтләп ултырттым да кирелә биргәйнем генә...
- Күрше, һин ҡайҙа?
Бындай шомло шыбырлауҙан минең генә түгел, һинең дә йөрәгең табаныңа төшөп китер ине, ибет. Бына әле хатта түмәрҙең дә ҡото осто, буғай. Ул бер аҙ аушая биреп, аушая биреп, аушая биреп торҙо ла ҡолап та китте. Дөп-дөп типкән йөрәк тынысланып та өлгөрмәне, әлеге лә баяғы шомло һорау тағы ҡабатланды.
- Күрше, ниңә өндәшмәйһең, һин ҡайҙа?
Әлегә мәлдә мин уға яуап бирерлек хәлдә түгелмен шул. Һеҙ, кем шулай өндәшә, тиһегеҙме? Күрше өндәшә! Ә үҙе таҡта кәртәләү аша ғына баҫып тора! Бына шундай кешене нисек ҡыҙыҡ тип әйтмәйһең инде! Тын алыш бер аҙ ипкә килгәс, ҡалтыраған аяҡтар бер аҙ тыныслана төшкәс, ҡулдан төшөп киткән балтаны кире алғас, мөмкин тиклем тыныс тауыш менән шыбырлайым.
- Сәләм-сәләм, күрше, - шунан бер аҙ үкенгән тауыш менән әйтеп ҡуям,- әлеге мәлдә мин өйҙә түгел шул.
Күршенең башын тырнағаны хатта был яҡҡа ишетелеп тора.
- Ә ҡайҙа?
- Йылға буйында!
- Унда нишләйең?
- Нишләйең, тип ней...кер сайҡайым!
Күрше бер аҙға шымып ҡала. Шунан кеткелдәп көлөп ебәрә.
- Алдашма, һин өйҙәһең.
Аптыраған тауыш менән һораған булам.
- Ҡайҙан белдең?
- Тауышың яҡындан сыға! Һәм бөгөн һин утын яраһың!
Был юлы ысынлап аптыраған тауыш менән һорай ҡуям.
- Ҡайҙан белдең?
- Баянан бирле балта тотоп, тегеләй-былай сабып йөрөйһөң бит.
Шулай инде, ауыл ерендә бер нәмәне лә йәшереп эшләп булмай. Бына әле лә ҡайраҡ эҙләп күп булһа бер-ике тапҡыр урап үткәнмендер урам эсен. Бына шуны әллә ҡайҙан күреп торған күрше. Хәҙер бына ауыҙ тултырып, тегеләй-былай сабып йөрөйһөң, тип торған була. Улайға китһә, мин дә уның бөгөн балыҡҡа йыйынғанын беләм. Сөнки ул иртә таңдан бирле ҡармаҡ сыбыҡтарын рәтләй. Ә ике малайы картуф баҡсаһындағы тиреҫ өйөмөндә селәү ҡаҙып мәж була. Күршенең йомошо нимәлә икән?
- Һайрап ебәр, күрше, ниндәй ҡайғы төштө башыңа?
Минең ипле һөйләшеүгә күрше иркен тын алып ҡуя.
- Ярҙам кәрәк, ағай. Кәртәләү аша һөйләшеп булмай. Хәҙер инәм, ағай.
Ҡайҙан ғына ағай булайым инде мин уға? Икебеҙ ҙә бер йылғы. Йомошо мөһимдер инде. Шуға ағайҙан һалдыра "ҡустым". Сөскөрөп тә өлгөрмәнем, ипләп кенә баҫып, ян-яғына ҡарана-ҡарана күрше килеп инде. Ярай, уның ипләп баҫып килеүенә аптырамайым. Берәй эш боҙорға уйлаһа, гел шулайта ул. Ә ҡулына ниндәй "биҙрә" тотоп алған? Етмәһә, уны өләсәһенең шау сәскәле яулығы менән ҡаплап ҡуйған. Әллә бер биҙрә һөт тотоп инеп килә ята инде күрше? Аллам һаҡлаһын, һөт борорға ҡушып ҡуймаһын тағы. Һаҡлыҡ менән генә "биҙрәһен" ергә ҡуйҙы ла үҙе түмәр өҫтөнә сүгәләне күрше. Һүҙҙе ниҙән башларға белмәй, тамаҡ ҡырып алды.
- Теге, ней, күрше... һин донъя көтөргә бигерәк әүәҫһең, шуға ҡыуанып бөтә алмайым мин.
Дәәә, мәйтәм, бик уратып башланы был хәбәрен. Ҡасан һәм нимәгә алып килеп төрттөрөр икән. Шул арала күрше һүҙен дауам итә.
- Һин тормошто, унан бигерәк ҡош-ҡортто яратып донъя көтәң. Шуға ваҡыты менән көнләшеп ҡуям мин.
Үәт әйтте һүҙ! Имеш, мин ҡош-ҡорт яратам. Имеш, ул көнләшә. Бындай туҙға яҙмаған һүҙҙәргә мин генә түгел, хатта ем сүпләп йөрөгән әтәс тә, тауыҡтар ҙа аптыраны, буғай. Аптырауҙан улар хатта ашауҙарынан туҡтанылар. Тауыҡтар бер килке, атаҡ-атаҡ, тип һөйләшеп-көлөшөп алдылар ҙа тағы ем сүпләргә керешеп киттеләр. Әтәс бындай иҫ киткес яңылыҡты үҙендә генә ҡалдырырға көс тапманы. Ул бер ялпыныуҙа кәртәләүгә менеп баҫты ла бар донъяға яр һалды.
- Көлдөрөп үлтерә яҙҙылаааар!
Шунан талғын ғына осоп төштө лә башын юғары тотоп, беҙҙең эргәнән ситкәрәк тая һалды. Әтәс тороп торһон, "ҡустымды" тыңлайыҡ әле.
- Иҫ китәрлек егәрлеһең бит һин, ағай, бер эште башлаһаң...
Ул фекерен әйтеп бөтмәй. Ә түмәр өйөмөнә күҙ ташлап ҡуя. Тимәк, уның үтенесе минең ошо утын ярыуға бәйле, тип уйлап ҡуям мин.
- Һин ныҡыш бит, ағай, хәҙер һин был утынды көнө буйы яраһың.
Минең өндәшмәй генә эйәк ҡағып ҡуям. Шул мәл күршенең гөрләп торған тауышы күпкә һүрелә төшә.
- Ә мин бөгөн улдарым менән балыҡҡа барырға йыйынғайным.
Күкрәк тултырып тын ала ла өмөтһөҙ тауыш менән уфтанып ҡуя.
- Балыҡ үрләй.
Шунан уң ҡулын "биҙрә" яғына төртөп күрһәтеп көрһөнөп ҡуя.
- Ҡатын эш ҡушты.
Тимәк, ошо "биҙрәне" ҡарау бурысын миңә йөкмәтергә уйлай "ҡустым".
Шул мәл күрше түмәр өҫтөнән ырғып килеп тора.
- Кискә хәтлем генә, ағай, кискә хәтлем генә. Минән - бер таба балыҡ.
Шул арала күршенән елдәр иҫә.
Ә шулай ҙа нимә икән был "биҙрәлә"? Һаҡлыҡ менән генә шау сәскәле яулыҡты күтәрә төшәм. Ҡара әле, биҙрә тигәнем ситлек икән. Ә уның эсендә... тутыйғош ултыра, тиһегеҙме? Эйе, тап өҫтөнә баҫтығыҙ. Тутыйғош ултыра! Үҙегеҙ беләһегеҙ, ауыл ерендә бындай ҡошсоҡто һатып алыусылар һәм ҡараусылар бик һирәк. Бәләкәй ҡыҙын бигерәк ярата шул күрше. Шуныһы илап-мыжып алдырған инде.
Бына шулай, тик торғанда үҙемә өҫтәмә эш алып ҡалдым мин. Ярай, мәйтәм, ҡарауҙың бер ҡыйынлығы юҡ. Ашарына бар, эсеренә бар. Ситлектә ултыра. Мин утын ярырмын, ә ул ултырыр ситлек эсендәге бәүелсегендә бәүелйеп. Әйткәндәй, һөйләшә белә микән? Минең уйҙы белгән һымаҡ, тутыйғош баш осондағы өлпөһөн тырпайтып ебәрҙе лә аяҡтарын алмаш-тилмәҫ баҫып, тамаҡ төбө менән үҙ һөнәрен күрһәтә һалды.
- Кеша маладис! Кеша маладис!
Ҡара әле, апаруҡ ҡына һупалай икән был ҡошсоҡ. Мин яйлап утын яра башланым. Ә эстән күңелде бер ҡорт кимерә - тутыйғошҡа яңы һүҙҙәр өйрәтер кәрәк! Күрше лә "ҡыуанып" китәр. Әйткәндәй, апаруҡ отҡор булып сыҡты Кеша. Ярты сәғәт самаһы ваҡыт үттеме-юҡмы, хәҙер ул һәр түмәр ярған һайын мине ошолай ҡеүәтләп ултыра ине:
- Күрше маладса! Күрше маладса!
Шул мәл өйҙән ҡатын килеп сыҡты. Бер килке миңә, бер килке ярылған утын өйөмөнә ҡарап торҙо. Бәйләнерлек сәбәп таба алмағанына эсе бошоп ҡуйҙы, буғай. Әйләнгән һайын маладсанан һалдырып тороусыһы булғас, апаруҡ утын ярып ташлағанмын икән шул. Шунан ҡатындың күҙе теге ситлеккә төштө. Әлбиттә, ҡыҙыҡһыныуын еңә алманы ул. Яйлап ҡына баҫып килде лә ҡараштарын тутыйғошҡа юнәлтте. Һе, тине лә тауыҡтары яғына юнәлде. Уларға ем һалды ла ояларына бикләп ҡуйҙы. Шунан беҙҙең эргәгә кире килде. Нимәлер әйтмәй китһә, күңеле булмаҫ ине уның.
- Үлтереп ҡуй тағы. Ҡом түләүле булырбыҙ!
Мин ҡапылдан уйға ҡалдым. Ысынлап та, йә берәй тап-фәлән эләгеп ҡуйыр башына. Бәләһенән башы аяҡ. Ҡом түләүле булыуын булмаҫбыҙ. Ә шулай ҙа тутыйғошто һау килеш тапшырыу хәйерлерәк булыр. Мин ситлекте ҡулға тотоп, тегеләй барҙым, былай барҙым. Бында ҡуйһам да оҡшамаҫ һымаҡ, тегендә элһәм дә оҡшамаҫ һымаҡ. Минең албырғанып ҡалғанды күреп, ҡатын әйтә ҡуйҙы.
- Эл индереп тауыҡ ояһына.
Ысынлап та, мәйтәм, шунан ҡулай урын булмаҫ. Ултырһын әйҙә ҡорҙаштары менән һөйләшеп-серләшеп. Мин ситлекте тауыҡ ояһына индереп элдем дә тыныс күңел менән утын ярыуымды дауам иттем.
Шул арала балыҡсылар ҡайтып килде. Рәхмәттәрен яуҙыра-яуҙыра күрше югереп килеп инде лә ситлекте ала һалып, югереп ҡайтып китте. Бер аҙҙан ҡыҙын етәкләп алған ҡатынының өйгә инеп барғанын абайлап ҡалдым. Улары ла бөгөн өйҙә булманы. Берәй ергә барғандарҙыр инде. Күп тә үтмәне, беҙгә күршенең малайҙары югереп килеп инде.
- Әсәй һеҙҙе балыҡ ашарға саҡыра. Кәнсирт тә була, тине.
Балыҡ тигәне көтөлгән хәбәр ине. Ә бына кәнсирт тигәне... Берәй әртис туғаны килде микән? Әллә үҙҙәре кәнсирт күрһәтә микән? Ашыҡ-бошоҡ йыйынып, балаларҙы алдыҡ та, саптыҡ күршеләргә. Ул ҡыҙҙырылған балыҡтың еҫе... Ул балыҡтың тәмлелеге... Ошолай матур табын аҙағына етеп килгән мәлдә, серле генә йылмайып, хужабикә өҫтәл артына тороп баҫты.
- Ә хәҙер, хөрмәтле күршеләр, кәнсирткә рәхим итегеҙ!
Әй, әттәгенәһе, ашауға әүрәп, серле кәнсирт тураһында бөтөнләй онотҡанмын да инде мин. Шул арала тантаналы рәүештә күрше буш ултырғысҡа әлеге лә баяғы ҡаплаулы "биҙрәне", әй, ситлекте алып килеп ултыртты. Һүҙҙе хужабикә дауам итте. - Хөрмәтле ҡунаҡтар! Һеҙҙең алда Кеша сығыш яһай. Ә хәҙер уның тәүге сығышын тыңлайыҡ!
Хужабикә "шаршауҙы" асып ебәрҙе. Ситлек эсендәге тутыйғош тегеләй әйләнде, былай әйләнде. Шунан мине күреп ҡалды. Таныны, буғай. Сөнки йылмайғандай итте. Мин дә уға ҡул болғаған булдым. Кеша ҡанаттарын йәйеп ебәреп, ҡағынып алды. Башындағы өлпөһөн тырпайтып ебәрҙе. Аҙаҡ аяҡтарын алмаш-тилмәҫ баҫып, миңә ҡарап ҡыуанып ҡысҡырып ебәрҙе.
- Күрше маладса! Күрше маладса!
Шул арала күрше шаршауҙы яба һалды. Бөтәһе лә ҡыуана-ҡыуана ҡул сапты. Шул уҡ ваҡытта нишләптер бөтәһе лә миңә боролоп ҡараны. Әйтерһең дә, уға мин "өйрәткән". Хужабикә тантаналы тауыш менән һүҙен дауам итә.
- Ә хәҙер әртисебеҙҙең икенсе сығышын тыңлайыҡ!
Шаршау тағы асылды. Кеша бер килке беҙгә ҡарап торҙо ла башын эйә биреп ем "сүпләргә" тотоноп китте!
- Ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡытаҡ! Ҡыт-ҡыт-ҡыт-ҡытаҡ!
Шаршау тағы ябылды. Бөтәһе лә нишләптер миңә борола төшөп, ҡул сапты. Ә минең бында ҡыҫылыш юҡ. Тауыҡтар өйрәткән уны был һөнәргә.
- Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарға өсөнсө сығыш.
Шаршау тағы асылды. Был мәлдә тутыйғош бәүелйесегендә ултыра ине. Ул ысын әртис һымаҡ, тағы тамағын ҡырып алған булды. Шунан башын артҡа ташлап торҙо ла уны ҡапыл алға һуҙҙы һәм...
- Ки-кри-күүүк!
Әтәс булып ҡысҡырғайны, керер урын тапманым, тип бушҡа ғына йырламайҙар икән. Мин, ысынлап та, үҙемә урын таба алмай бер булдым. Ҡулды былай ыуған булдым, тегеләй ыуған булдым. Һинең арҡала ошо хәлгә төштөм, тигән һымаҡ ҡатынға күҙ ташланым. Башҡалар бер аҙға тын ҡалдылар ҙа кемуҙарҙан көлөргә тотондолар. Шул мәлдә генә миңә йән инеп китте. Аҙаҡ хужабикә әйтеп ҡуйҙы.
- Эй, ошо ирҙәр бигерәк ҡыҙыҡ булалар ҙа инде. Бына бит, ней бары ярты көн эсендә ябай тутыйғоштан ниндәй бөйөк әртис эшләп ҡуйғандар.
Ә шулай ҙа беҙҙең ҡыҙыҡ булыуыбыҙҙа хужабикәләрҙең дә ҡатнашлығы бар, буғай, тип уйлап ҡуйҙым мин.

Был һөйләүсене
Әғләм ШӘРИПОВ
тыңлап торҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 15 - 21 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 14.05.26 | Ҡаралған: 22

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru