
Ҡорама ҡорау - халҡыбыҙҙың борондан килгән шөғөлө. Элек-электән һәр ауылдың үҙ оҫтаһы булған. Уның уңғанлығы менән ауыл йорттары күркәмләнгән, тормошҡа сығырға әҙерләнгән йәш ҡыҙҙарҙың бирнәһе тулыланған.
Бығаса күптәр хәтерендә ҡорама ҡорау өләсәй кәсебе булараҡ ҡына һаҡланһа, һуңғы ваҡытта уны тергеҙеүгә тотонған оҫталарҙың артыуы ҡыуандыра. Шундайҙарҙың береһе Әлмира Носратуллина Мәләүез районының Иштуған ауылында йәшәй. Ҡул эшенең ниндәйенә генә тотонһа ла, ҡойоп ҡуйған оҫтабикә ваҡытында шәлен дә бәйләгән, сигеүен дә сиккән, үҙенә кейемде лә тегеп кейгән. Бөгөн ул үҙ ҡулдары менән халҡыбыҙҙың милли биҙәүестәрен дә эшләй.
Ҡорамаға Әлмира Әхмәҙулла ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас тотона. Артып ҡалған туҡыма киҫәктәренән нимәлер тегеп ҡарауҙан башланып киткән шөғөл тора-бара күҙҙең яуын алырлыҡ, күҙҙәр ҡыҙыҡтырыр әйберҙәр тыуҙыра. Тәүге ҡоймаҡ - төйөрлө, тигәндәй, оҫтабикәнең тәүге эштәре лә үҙенә әллә ни ҡәнәғәтлек килтермәй. "Былай булмай әле, тинем дә, биҙәктәрҙе ныҡлап өйрәнә башланым. Минең өйрәнеү теләгемде, ныҡышмаллығымды күрептер, һеңлем махсус журнал алып ҡайтып бирҙе. Шулай башланып киткән эшемдең күңелемә ҡәнәғәтлек биреүенә биш йылдан ашыу ваҡыт үтеп киткән", - тип яратҡан кәсебенә тотонған тәүге көндәрен иҫкә ала Әлмира апай.
Бөгөн Иштуған ҡорамасыһының күңел йылыһын ҡушып теккән әйберҙәре күптәрҙең йортон биҙәй: уларҙы бүләккә, кәләшлеккә киткән ҡыҙҙар бирнәһенә алыусылар ҙа бар. Оҫтабикә үҙе белгәненә башҡаларҙы ла өйрәтергә тырыша. Шул теләк менән ауылда ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡул эше түңәрәге лә ойошторған. Был хуплауға лайыҡ күренеш: халҡыбыҙҙың быуаттар төпкөлөнән килгән кәсебенең киләсәк быуынға тапшырылыуы тап ошондай алтын ҡуллы кешеләрҙең тырышлығына бәйле.
Бер туҡыманы икенсеһенә ялғау ғына түгел бит ул ҡорама ҡорау. Иң мөһим талаптарҙың береһе - төҫтәрҙе дөрөҫ һайлап урынлаштырыу. Улар бер-береһен тулыландырып торғанда ғына әйбер матур һәм сағыу килеп сыға. Икенсенән, төҫтөң генә түгел, туҡыманың да бер-береһенә тап килеүе кәрәк. Ситен бер, уртаһын икенсе төрлөнән текһәң, ул сифатлы булмаясаҡ.
Борон өләсәйҙәр был эште бер-береһенә ярҙамлашып, ҡышҡы оҙон кистәрҙә башҡарған. Әлмира апай ҙа уға күпселек кистәрен тотона. "Ҡасандыр күңел өсөн башланған шөғөл бөгөн ниндәйҙер кимәлдә бер "сир"гә әйләнеп китте. Йоҡларға ятҡас та, баштан сыҡмай әле ул. Әүен баҙарына киткәнсе, уйланып, әлеге шул биҙәктәрҙе, төҫтәрҙе үҙ-ара килештереп ята бирәм, - тип көлә күркәм эштәр хужабикәһе. - Иртән торғас, береһенән-береһе сағыу киҫәктәрҙе теҙеп һалып, кисен уйымда ҡораған өлгө буйынса эшкә тотонам. Күңелемә тыныслыҡ, әйтеп аңлатмаҫлыҡ рәхәтлек бирә ошо шөғөл..."
Лена ХӘЙРУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|