«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ӘҘӘБИ МИРАҪ ҠАЛДЫРҘЫ
+  - 

Утлы яу яландары үтеп, ғүмере буйы ҡулынан ҡәләм төшөрмәй ижад иткән фронтовик-шағир, прозаик, журналист һәм педагог Әмир Моратовтың исеме ваҡытлы матбуғат дуҫтарына, әҙәбиәт һөйөүселәргә бик яҡшы таныш. Уның күп тиҫтә йылдар буйына гәзит-журнал биттәрендә, төрлө йыйынтыҡтарҙа һәм айырым китаптар булып донъя күргән шиғырҙары, хикәйәләре һәм очерктары халыҡсан оҫта тел менән үтә лә мауыҡтырғыс итеп яҙылыуы менән арбай.

Йылайыр районында тыуып үҫкән Әмир Фәттәх улы Моратов 1943 йылдың ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм хәрби училищегә оҙатыла. Һуңынан артиллерия разведчигы сифатында ул Венгрия, Австрия, Румыния, Югославия ерҙәрендә фашист илбаҫарҙарына ҡаршы барған ҡан ҡойғос һуғыштарҙа ҡатнаша, яуҙарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн 1-се дәрәжә "Ватан һуғышы" орденына һәм "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була. Һуғыштан һуң да хәрби хеҙмәтен дауам итә һәм тыуған төйәгенә 1950 йылдың ноябрендә генә ҡайтып төшә. Тыуған яғында бик күп йылдар балалар йортонда һәм төрлө мәктәптәрҙә уҡытыусы, завуч булып эшләй, район мәғариф бүлегендә инспектор-методист, район гәзитендә кореспондент вазифаларын башҡара. Әҙип 2003 йылдың 23 июлендә 78 йәшендә вафат була.
Ә. Моратовтың ижады бай темалы, киң диапазонлы. Шулай ҙа күпселек әҫәрҙәрендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһы үҙәккә ҡуйылған. Автор, ул дәһшәтле йылдарҙың шаһиты ғына түгел, ә ҡан ҡойғос бәрелештәрҙең уртаһында ҡайнаған, үҙ күҙҙәре менән күреп-кисереп, йөрәге аша үткәргән фронтовик яугир булараҡ, әленән-әле хәтирәләргә бирелә, уйлана, фәһемле һығымталарға килә.
Яҙғандары - һуғыш, фронт, тиеп,
Екһенһендәр ҡайһы берәүҙәр,
Һағынғандан түгел -
Онота алмағанға,
Онота алмағанға йөрәк һөрәнләй, -
тип яҙа ул "Йөрәк һөрәне" тигән шиғырында һәм һуғыш темаһына ни сәбәптән ҡайта-ҡайта күтәреүен ярып әйтә:

Йөрәк тыныс түгел. Сөнки һуғыш
Төрлө төҫтә башын күтәрә:
Йылан булып ҡайсаҡ ыҫылдай ул,
Йә суҡмарҙар тотоп киҙәнә.

Хәүефләнә йөрәк барыһы өсөн,
Хәүефтәрҙе һиҙеп һөрәнләй.
Майҙар бөрөп алған йөрәктәрҙе
Уятырға теләп оранлай!
Һөрәнләмәй йөрәк түҙалмай.

Бөйөк Ватан һуғышы темаһы, йәшлек хәтирәләре әҙиптең сәсмә әҫәрҙәрендә айырыуса ҙур урын тота. Уның "Яҙмыш менән һөйләшеү" китабы асылда шундай әҫәрҙәрҙән туҡылған. Китаптағы бер очергын автор "Һуғыш беҙҙе иртә өлгөрттө" тип атаған. Унда фашист илбаҫарҙарының илебеҙгә ябырылыуы тураһындағы хәбәр ауылдың өлкәндәренә генә түгел, пионер йәшендә генә булған шаян-шаталаҡ үҫмерҙәргә лә ауыр тәьҫир итеүе һәм, фронтҡа киткән атай-ағайҙар урынына эшкә егелгәнлектән, тиҙ үк етдиләнеүҙәре, олоғайыуҙары бәйән ителә.
Яҙыусының күпселек очерктары хәрби хеҙмәттә, фронтта булған хәл-ваҡиғаларға арналған. Ғибрәтлелек йәһәтенән "Ер өсөн" очергы ла бүтәндәренән айырымланыбыраҡ тора. Һуғыш тамамланыуға барған осорҙа авторҙың хеҙмәт иткән батареяһы күпмелер ваҡыт Австрияла була. Шул заман уларҙың часына һуғышҡа тиклем тегенселек менән шөғөлләнгән Василь исемле бер поляк егете эйәләп ала. Батареяла "үҙ кеше" булып киткәс, ниндәй ҙә булһа хәрби миҙал менән бүләкләнеү өсөн ул бер нисә тапҡыр һис ниндәй хәүеф-хәтәргә ҡарамай немецтарҙы пленға төшөрөп, часҡа килтерә һәм һөҙөмтәлә моратына ирешә - уны хәрби миҙал менән бүләкләйҙәр. Был миҙал иһә уға, тыуған төйәгенә ҡайтҡас, шәхси милеккә ер алыу өсөн кәрәк булған икән! Алыҫ йәшлек йылдарында фронтта булып үткән был ваҡиғаны автор илебеҙҙә Ер реформаһы айҡанлы барған ҡыҙыу бәхәстәргә бәйле хәтеренә төшөрә һәм әҫәренең аҙағын түбәндәге һүҙҙәр менән тамамлай: "Ер - кешенең төп байлығы, йәшәү, көн итеү сығанағы. Ул кешене туйындыра, кейендерә, һыйындыра. Ер булмаһа, ил дә булмай, кешегә ысын азатлыҡ та килмәй. "Пролетариаттың сынйырҙан башҡа юғалтыр нәмәһе юҡ!" - тип ҡоро ҡуңалтаҡ шапырыныуҙар заманы үтте. Ергә талау, байығыу өсөн ситтән килгән килмешәктәр түгел, үҙебеҙ хужа булырға тейешбеҙ. Ергә кем хужа - донъяға шул хужа икәнлеген оноторға ярамай. Ә иң аяныслыһы - ерҙе һатып, ата-олатайҙар төйәгенән яҙып, яҙмышы былай ҙа ҡыл өҫтөндә генә торған милләтебеҙҙе лә юҡҡа сығарыуыбыҙ ихтимал. Сөнки ерһеҙ-илһеҙ милләт булмай ҙа, тыумай ҙа. Еребеҙҙе ҡурсалап ата-бабаларыбыҙҙың хәләл ҡаны аҙ түгелмәгән. Ерле булыу өсөн генә, әле мин һөйләп үткән эпизодтағыса, ҡурҡаҡ тигәндәрең дә баш китерлек эштәргә бара. Ерҙең ҡәҙерен белә ул кеше…" Замандаштарыбыҙ, бигерәк тә йәштәр өсөн бик фәһемле һүҙҙәр был.

Шулай итеп, бер нисә әҫәренә генә күҙ һалыу ҙа Әмир Моратовтың әҙәби ижадта үҙ йөҙө, үҙ юлы булғанлығын таныта. Милли публицистикабыҙҙың һикһәненсе-туҡһанынсы йылдарҙағы йылдам үҫешендә һәм бигерәк тә унда Бөйөк Ватан һуғышына бәйле теманың көслө яңғыраш алыуында, һис шикһеҙ, уның да тос өлөшө бар.

Миңлеғәли НӘҘЕРҒОЛОВ,
филология фәндәре докторы.

"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 19

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru