«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"ЕГӘРЛЕНЕҢ АТЫ ЛА АРЫМАҪ"
+  - 


Республиканың Милли музейында "Егәрленең аты ла арымаҫ" тип аталған күргәҙмә асылды. Йылҡы малы башҡорт өсөн ирек һәм тоғролоҡ, алға ынтылыш һәм көс-ҡеүәт символы булып тора. Һынлы сәнғәттә ул айырым урын биләй. Рәссамдар ғаиләһе Светлана Фәрит ҡыҙы һәм Дамир Мәхмүт улы Тархановтарҙың ошо теманы үҙ эсенә алған ижад емештәре тарих менән бөгөнгөнө солғай, һәр бер эш рух күтәренкелеге өҫтәп, әҙәм затына булған ышанысты нығыта. "Егәрленең аты ла арымаҫ" тап ошо мәғәнәне асып бирә лә инде.
Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү, үҙебеҙҙе уратҡан мөхитте, халыҡ йолаларын ҡәҙерләү, ата-бабалар ҡалдырған мираҫты баһалау кеүек изге төшөнсәләргә мөрәжәғәт итә Тархановтар. Шуның менән отошло, яҡын һәм ҡәҙерле уларҙың ижады. Бер үк ваҡытта, һынлы сәнғәттең киң мөмкинлектәрен күрһәтә алыуҙары менән иғтибарҙы үҙенә тарта күргәҙмәгә ҡуйылған эштәр.

Күргәҙмәнең исеме бик үҙенсәлекле. Милли музей менән хеҙмәттәшлек нисек башланды?

Светлана Фәрит ҡыҙы:
Йылҡы малы төшөрөлгән картиналарыбыҙ күп беҙҙең. Был күргәҙмәбеҙ ғаилә ҡиммәттәренә лә, башҡорттоң айырылмаҫ тоғро юлдашы атҡа ла берҙәй арнала. Ғүмеребеҙҙе һынлы сәнғәткә арнаһаҡ та, үҙебеҙҙе ҙур майҙандарҙа күрһәткәнебеҙ булманы. Милли музей менән хеҙмәттәшлек көтмәгәндә башланып китте, тиһәм дә була. Мин музейға боронғо мари күлдәген бүләк иттем. Бер дуҫымдың әсәһе вафат булып ҡалды ла, ошо ҡомартҡы әрәм булмаһын тип, директор урынбаҫары Михаил Владимировичҡа мөрәжәғәт иткәйнем, ул ихлас риза булды. Республика милли музейында Лилиә Барлыбаева менән таныштым. Унда эшләгән күргәҙмәләр менән танышҡандан һуң, йәш рәссамдар матур ижадтары менән ҡыуандыралар, бәлки, беҙгә, Тархановтарға ла, сәнғәт өлгөләрен күрһәтергә мөмкинлек булыр, тинем. Мин ирем Дамирҙың эштәрен генә күрһәтергә теләгәйнем. Фотоларҙы ҡарап сыҡтылар ҙа, бик ҡыҙыҡһынып киттеләр: "Һеҙ бына ниндәй талантлы ғаилә! Әйҙәгеҙ, ижад емештәрегеҙҙе күргәҙмәгә сығарайыҡ",- тип тәҡдим иттеләр. Эште ҡыҙыу тоттолар, тиҙ генә, йәғни өс аҙна эсендә күргәҙмәне ойоштороп та ҡуйҙылар.

Дамир Мәхмүт улы, һеҙ төрлө йүнәлештә, төрлө жанрҙа берҙәй уңышлы ижад итәһегеҙ, шулаймы?

Дамир Мәхмүт улы:
Мин һөнәрем буйынса рәссам-миниатюрсы. Мәскәүҙә Калинин исемендәге һынлы сәнғәт училищеһын тамамланым. "Ағиҙел" предприятиеһында мастер булып ун йыл эшләнем. Артабан "Геральдика" ижади-етештереү үҙәгендә ун йыл эшләнем. Бөтөн гербтарҙы, символикаларҙы беҙ эшләй торғайныҡ. Аҙаҡҡы егерме йылда мин Ханты-Манси автономия округында мәсеттәрҙе биҙәү менән шөғөлләндем. Көмбәҙҙәрҙе, манараларҙы биҙәкләйем, йәғни гипс менән һырлап биҙәйем. Ханты-Мансиҙа меңдән ашыу квадрат майҙанға шул рәүешле роспись яһаным. Сургутта эшләгән сағымда Ҡаҙандан шамаил менән шөғөлләнгән бер дизайнер килгәйне. Минең эштәрҙе күрҙе лә: "Ҡаҙанда ниндәй генә оҫталар булмаһын, береһе лә был тиклем затлы, сифатлы итеп яһай алмай",- тип һоҡланыуын белдерҙе. Аҙаҡ Төркиәнән бер хәҙрәт килде, дини өлкәлә ғалим. Ул да минең биҙәкләүҙе күрҙе лә: "Һеҙ ҡайҙа уҡынығыҙ, Төркиәләме? - тип һораны. - Дөрөҫөн әйткәндә, Төркиәлә лә был профессияға бик һирәктәр генә эйә", - тине.
Урта Азияла был һөнәр төрө "ганч" тип йөрөтөлә, оҫталар "ганчкор" тип атала. Өфөлә иһә мин ундай һөнәр эйәләрен бөтөнләй белмәйем. Ләлә-Тюльпан мәсете биҙәлгән бит, тиерҙәр. Ләкин унда тик керамика ғына ҡуйылған. Мин Сургутта, Нефтеюганскиҙа, Покачи ҡалаларында өс мәсетте биҙәнем. Алда әйткәнемсә, меңдән ашыу квадрат майҙанды гипс менән эшләп-биҙәп сыҡтым. Ханты-Манси автономиялы округының мөфтөйө Таһир Саматов хәҙрәт шул хеҙмәтем өсөн мине миҙал менән бүләкләне. Минең хыялым - йәмиғ мәсете булмаған хәлдә лә, Өфөлә берәй мәсеткә роспись эшләү. Ә был күргәҙмәлә ижадты шаҡтай тулы күрергә була - миниатюраларҙан башлап, ҙур картиналар ҙа бергә ҡуйылды.
Светлана Фәрит ҡыҙы: Күргәҙмәгә ҡуйылған бөтөн эштәребеҙ ҙә башҡорт эпостарына ("Урал батыр" ҙа бар), сәнғәт төрҙәренә, халыҡ биҙәүестәренә, биҙәктәренә арналған, шулай уҡ төрлө һөнәр оҫталарын - бейеүсене лә, ҡурайсыны ла һ.б. күрергә була. Минең үҙемә килгәндә, мин кейеҙ аппликация менән шөғөлләнәм, паннолар эшләйем, картиналар араһына ҡуйып, уларҙы биҙәкләйем. Күргәҙмәлә стилләштерелгән башҡорт биҙәүестәре, шулай уҡ башҡорт тематикаһына биҙәлгән тәрилкәләр бар., Йәмғеһе ҡырҡтан ашыу эшебеҙ ҡуйылған.
Беҙҙең ижадты күрһәтергә киң мөмкинлек булдырғандары өсөн Милли музей директоры Рөстәм Әхмәт улына, Лилиә Мәсәғүт ҡыҙына ҙур рәхмәт! Был беҙҙең тәүге ҙур сығыш булды. Быға тиклем Ҡала мәҙәниәт һарайында үҙемдең эштәремде ҡуйғаным бар ине, унда: "Минең менән бар әле", - тип ирем Дамирҙы саҡырҙым. Шулай итеп, беҙҙе таный башланылар, телевидениенан да күрһәттеләр. Ошолай башланып китте тамашасылар менән осрашыу йүнәлешендәге ижади юл. Мин үҙем әкиәтсе лә бит әле. Башҡортса яҙған һигеҙ әкиәтем "Аманат" журналында баҫылып сыҡты. Ул әкиәттәргә иллюстрацияларҙы ла үҙем эшләнем. 2017 йылда журнал редакцияһы "Иң яҡшы йыл яҙыусыһы" тигән номинацияла мине Аҡмулла премияһы менән бүләкләне.



Светлана Фәрит ҡыҙы, ә һеҙҙең ижад башы ҡайҙа барып тоташа?

Светлана Фәрит ҡыҙы:
Ижад юлым Хәтирә өләсәйемдән башлана. Ул Ишембай районының Ғүмәр ауылында йәшәне, ғүмере буйы тегенсе булды. Күлдәктәрҙе генә түгел, тундарҙы, юрған-мендәрҙәрҙе лә ҡул менән теккән ул. Бөтөн ауыл халҡы өсөн тегеп ултырған. Аҙаҡтан ғына, алтмышынсы йылдарҙа, заказдарҙы машинка менән тегә башлай. Бөтөн бала сағым ошо Ғүмәр ауылында үтте. Нимәгә өйрәндем - бөтәһе лә өләсәйҙән. Дамир иһә бәләкәйҙән рәссам булырға хыялланған. Бала сағында төҫлө ҡәләмдәр ҙә, буяуҙар ҙа булмаған, һүрәт төшөрөр өсөн юлдарын үҙе эҙләгән. Иҫке өҫтәл япмаһының (клеенканың) тиҫкәре яғына күмер менән һүрәттәр төшөрөр булған. Бына шулай башланған уның рәссамлыҡҡа юлы.

Быуындар күсәгилешлеге тигән һүҙ ҙә бар бит әле. Өләсәй тип әйткәс, шул һүҙ иҫкә килеп төштө.

Светлана Фәрит ҡыҙы:
Беҙҙең улыбыҙ Тимур М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педуниверситетын тамамланы, һөнәре буйынса тәржемәсе, лингвист, инглиз теле уҡытыусыһы. Уның да һынлы сәнғәт менән шөғөлләнеүен теләй инек. Шул теләк бойомға ашты, тип әйтә алабыҙ. Бына ул да биш йыл инде рәсем төшөрә. Ҡайҙалыр уҡыманы, ә үҙаллы өйрәнә. Башлыса, акрил буяуҙар менән эш итә һәм технологияһы буйынса миңә яҡыныраҡ. Беҙҙең һымаҡ уҡ, ул да башҡорт мөхитен данлай, уның тәбиғәтен, кешеләрен тасуирлай. Беҙҙең һәр беребеҙҙең хыялы бар. Дамир Өфөлә берәй мәсетте биҙәү тураһында хыял йөрөтһә, мин инде улыбыҙ өйләнеп, ейән-ейәнсәрҙәре көтөргә хыялланам, уларға үҙ һөнәрҙәребеҙҙе өйрәтеп, тәжрибәбеҙҙе тапшыра алһаҡ, шул ҙур бәхет булыр ине.

Күргәҙмәлә тамашасылар менән осрашыу эҙһеҙ үтмәгәндер. Иҫтә ҡалған мәлдәр булдымы?

Дамир Мәхмүт улы:
"Егәрленең аты ла арымаҫ" күргәҙмәһе берәүҙекенә лә оҡшамаған, тигән фекер иҫтә ҡалды. Сөнки унда беҙ тотош ғаиләбеҙ менән сығыш яһаныҡ бит. Өс кешенең ижадын тәшкил итһә лә, бай йөкмәткеһе менән ун оҫта ҡатнашҡан һымаҡ тойғо уята, тинеләр. Һынлы сәнғәттең ниндәй генә жанрын тәҡдим итмәнек: миниатюра, роспись, һүрәт, панно һ.б. Технология төрлөлөгө менән дә күргәҙмә иғтибарҙы йәлеп итә.
Беҙҙең эштәр артабан Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Турахан визит-үҙәгендә лә ҡуйыласаҡ. Ул турала май айында хәбәр итербеҙ.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 17

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru