«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

1 Май - Яҙ һәм хеҙмәт байрамы. Ә һеҙ физик эш менән дуҫмы, ниндәй шөғөлдән ҡәнәғәтлек алып йәшәйһегеҙ?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ҺУҒЫШ ӨЙӨРМӘҺЕНДӘ
+  - 


1943 йылдың ғинуарында Ҡунаҡбай ауылының ун һигеҙ йәше тулған ун бер егетенә армияға алыныуҙары тураһында ҡағыҙ тотторҙолар. Фуат өсөн был ғәҙәти хәл тойолдо. "Һуғыш сыҡҡан!" тигән яман хәбәр килгәндән һуң ауыл алтмышлаған ир-егетен яу ҡырына оҙатҡайны инде. Көн үтә, ай үтә, һуғыш, әҙәм йотҡан аждаһалай, инде йәш-елкенсәкте лә һура. Ауыр ҙа, борсоулы ла мәл. Әммә тәҡдирҙән ҡасып булмай.
Атаһы Фуаттың һалдатҡа алыныуына башҡалар һымаҡ һушы алынып көймәй: "Егет кеше ер кеүек, ул ауырлыҡ күтәрә", - ти ҙә ҡуя. Үҙе дүрт йыл хәрби хеҙмәттә, өс йыл Герман һуғышында йөрөгән. Кавалерист, полк командирының ат тотоусоһы, ординарецы ла булған. Шулай ҙа күҙ ҡараһылай улының бөтөнләй башҡа алышҡа китәсәген уйлап, һиҙҙермәй генә хафалана. Артыҡ мохтажлыҡ күрмәй, ғазап сикмәй үҫкән балаға әрмегә һәм артынса уҡ яуға китеү ау-йәтмәгә эләгеү һымаҡ тойолмаһа, ауыр хис-кисерештәргә дусар ҡылмаһа ярай ҙа... Шуныһы тынысландыра: улы үҙенә оҡшаған, түҙер, бирешмәҫ.
Атай менән инәй шым ғына һөйләшеп, кәңәшләшеп, ғәзиз улдарының өҫ-башын хәстәрләй, юлына аҙыҡ-түлек әҙерләй. Бына хушлашыр мәл дә етте. Фуаттың аяғында - сарыҡ, өҫтөндә - тула сәкмән, ҡулында - кисә генә бәйләнеп бөткән йөн бейәләйҙәр. Өр-яңы беше тоҡҡа сохари, ҡаҡланған ҡаҙ, әпәй, бешкән бәрәңге, ҡорот, йәнә ойоҡ, бейәләй, таҫтамал, һабын, ҡәләм, дәфтәр һалынып, ауыҙы ҡыҫып бәйләнгән. Тиҫтерҙәренең өҫтөндә иһә әллә ни юҡ, ризыҡтары ла таҡыр, тоҡсайҙа ғына. Бөтәһе лә етеш йәшәмәй шул. Мәгәр күңелдәре киң. Ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға: "Юлығыҙ аҡ, күңелегеҙ пак булһын!" - тип, хәйерле тараф теләп, оҙатып ҡалды.
Тәүҙә Учалы ауылында йыйылдылар. "Юшалы" күмәк хужалығының дүрт бригадаһынан да Фуат менән утығып үҫкән егеттәр бар. Ҡунаҡбайҙан 110 саҡырым алыҫлыҡта ятҡан Мейәскә һәр ат арбаһына дүрт-биш центнер ашлыҡ тейәп алып барған, ҡайтышлай төрлө хужалыҡ кәрәк-ярағы, кәрәсин алып ҡайтҡан, бөтә юл ғазабын бергә татыған малайҙар. Бер-береһен күреп, күрештеләр, ҡыуаныштылар.
Яйыҡ башынан алынғандарҙың барыһын Туңғатарҙа тупланылар. Бында дүрт-биш егеткә бер егеүле ат һәм оҙатыусы беркеттеләр. Таныш ылау, инде әрме юлынан Мейәс ҡалаһына барып еттеләр. Тимер юл станцияһынан йыраҡ түгел ташландыҡ баракта урынлаштырҙылар. Ни табыла, шуны түшәп, өшөп, кейенгән килеш иҙәндә йоҡлап, аҙна буйы яттылар, нишләргә белмәй зарығышып бөттөләр. Фуат ата-инәһе хәстәрләгән, һарыҡ йөнөнән һуғылып, кейеҙләп баҫылған туҡыманан тегелгән тула сәкмәндең йылыһын, ҡәҙерен бында нығыраҡ тойҙо.
Ниһайәт, сафтарға теҙеп, белешеп, ете һәм унан юғары синыф бөткән алтмышлаған егетте һайлап, вагондарға ултырттылар. Бөтәһенең дә телендә тынғы бирмәгән бер һорау:
- Беҙҙе ҡайҙа алып баралар икән?..
- Тамуҡҡа түгел, ҡурҡмағыҙ, - тине әйҙәүсе көлөп. - Ни бары офицерҙар әҙерләүсе училищеға.
- Ҡайҙа ул училище?
- Бына, әй, һеҙгә барыһын да белергә кәрәк. Барғас күрерһегеҙ...
Яйыҡ егеттәренә исеме ятыраҡ тойолған Быҙаулыҡ тигән ҡаласыҡҡа килеп төштөләр.
- Быҙаулыҡ... Ҡалай ирмәк исем! Бәлки, был яҡта Һыйырлыҡ та барҙыр әле.
- Нимәһе ирмәк? - тине Туңғатарҙан олораҡ йәштәге бер сая егет. - Хәйбулла яҡтарында Таналыҡ йылғаһы ла бар. Наҙанлығығыҙҙы күрһәтмәгеҙ, белмәгәнегеҙҙе һөйләп тормағыҙ!
Ятырға бойорҙолар. Фуат бүҫкәрә биргән тоғон баш аҫтына һалып, шундуҡ күҙҙәрен йомдо. "Подъем!" тип ҡаты ҡысҡырыуға тертләп уянды. Ах, шайтан!.. Төндә тоғон бысаҡ менән телгәндәр, бер нәмәне ҡалдырмай сәлдергәндәр. Был урындағыларҙың ғына эшелер, моғайын, сөнки юлдан килгәндәр арып-талып, барыһы ла үлек һымаҡ йоҡоға талғайны. Ярай әле иртәнән үк ашханаға йөрөтә башланылар.
Хәрбиҙәр килеүселәрҙе төркөмләп әңгәмәләшергә саҡырта башланы. Инеп сыҡҡандар төрлө һорауҙар биреп, белем кимәлдәрен, русса белеү-белмәүҙәрен тикшереүҙәрен әйтте. Әлбиттә, ауыл егеттәре йүнләп русса белмәй. Етмәһә, килгәндә поезд тәгәрмәстәре шаҡылдауы ҡолаҡтарын томалаған. Фуаттың да башы һаман шаулап тора. Һынау тоталамы, юҡмы инде? Сикәләре ағарған оло ғына офицер бик һынсыл ҡарап:
- Когда образована Рабоче-Крестьянская Красная Армия? - тине.
Егет яуап ҡайтарманы. Аптырап ҡарап тик торҙо.
- Тогда скажи мне, кто есть Семен Михайлович Буденый?
Хәрби кейемдәге олпат кешеләр алдында ҡаушап, Фуат алйып ҡалды, бөтөнләй хәтерен юйҙы. Аңра һарыҡ шикелле, һорауҙарының мәғәнәһен төшөнмәй "а-а-а?" тип торғас, уны сығарып ебәрҙеләр. "Туң, наҙан" тигәндәрҙер инде. Ҡайһылай оят, ғәрлек!.. Алтмыш егеттең егермеһен генә училищеға алдылар.
Яҙмыштан уҙмыш юҡ, тип, ҡалғандарға үҙ-ара уфтанышырға ғына ҡалды. Уфылдашҡандарҙы шундуҡ Быҙаулыҡтан да ебәрмәнеләр, дүрт-биш саҡрымдағы йылға буйы әрәмәлегенән яғыулыҡ өсөн ҡороған ағас, ботаҡ-сатаҡ ташырға ҡуштылар. Фуаттың аяғындағы сарығы туҙҙы, сылғауы күренә, сәкмәне йыртыла башланы. Башҡалар ҙа өтәләгән әтәскә оҡшап ҡалды. Бер-береһенә ҡарашып, ирештерешкән, мәрәкәләшкән булалар:
- Әфисәрҙәрме тиһәм, меҫкендәрсе...
- Беҙ, йолҡоштар, телһеҙ байғоштар сыбыҡ-сабыҡ ташырға ғына эшкинәбеҙ шул.
Кемдер төшөнкөлөккә бирелеп, өләсәһенән отҡан бәйетте әйтеп ебәрҙе:
Тыуған ерҙән айырылып,
Йөрөүҙәр бәлә икән,
Ошо һуғыш арҡаһында
Күрәсәктәр бар икән...
Бер буранлы төндә уятып, сафҡа теҙеп, атлатып та, йүгертеп тә ҙур ғына ауылға алып барҙылар. Иҫке мәктәп йортонда урынлаштырҙылар. Һалдат кейеме кейҙерҙеләр, отделение, взводтарға бүлделәр. "Йолҡош"тар күҙ алдында танымаҫлыҡ һомғол егеттәргә әүерелде лә ҡуйҙы. Һуғыш ҡоралдары тоттороп, улар менән ҡайһылай эш итергә өйрәтә башлағастары, кәйефтәре тағы ла күтәрелде. Погондар ҡайтанан булдырылып, хәрби дәрәжәләрҙең ни икәнен дә төшөндөрҙөләр. Ашау ғына шәптән түгел. Юҡ-юҡта ауылға сыҡһалар, ҡатындар бәрәңге, икмәк, һөт, ҡатыҡ биргеләй.
1943 йылдың апрелендә йәш һалдаттарҙы ниңәлер Әлкәләге хәрби лагерға ебәрҙеләр. Бер ротаға иҫәпләнгән, ер өҫтөнән аҙыраҡ ҡына ҡалҡып торған бәләкәй тәҙрәле еүеш ер өйгә килтереп индерҙеләр. Ярты йыл ошонда тоттолар. Йомро ағастан балта менән ярып, арлы-бирле ҡоролған өс ҡатлы һикеләр - ял итеү, йоҡлау урыны. Бында ла ҡытлыҡ, егеттәрҙең эсендә бүреләр олой. Бирелгән шәкәрҙе йәшереп йыйып, лагерҙан сыҡҡанда бәрәңге йәймәһенә алмаштырып алғылайҙар. Барыбер күҙҙәр ҙә, ҡарындар ҙа ас. Ҡайнатылмаған мамыҡ майы эсеп, эстәре китеп үлгән һалдаттар тураһында һөйләйҙәр. Әле ҡан ҡатыш эсе киткәс, Вәкил исемле егетте ҡайтарып ебәргәйнеләр. Үлеп ҡалыуын ишетеп: "Нимес менән алышҡа ла барып етә алманы, эй-й, меҫкенкәй", - тип, бик йәлләнеләр. Һәйбәт егет ине.
Асҡаҡлау ниндәй генә хәлгә төшөрмәй, яфаға ҡалдырмай. Ашханаға Фуат менән бәрәңге әрсергә барғанда Миңлеғәле һиҙҙермәй генә өс йөҙ грамм самаһы сей ит алған, сәйнәгән-сәйнәгән, ашай алмаған. Ташлаһа булған да бит... Кеҫәһендә бер-ике көн йөрөгәс, ит һаҫый башлаған. Һиҙеп ҡалғандар. Киске тикшереү мәлендә Миңлеғәлене батальон алдына сығарып баҫтырҙылар. Муйынына фанер таҡта, уның өҫтөнә һөрһөгән итте элгәндәр. Егет башын эйгән, бөршәйгән. "Бирән! Уғры! Һәптән бур!" - тип мәсхәрәләнеләр. Төнөн аҫылынырға маташҡанында иптәштәре саҡ ҡотҡарып алып ҡалды уны. Һалдаттар үҙҙәренсә әсенде:
- Этте ашатҡан һымаҡ та ашатмайҙар, ә мыҫҡылларға беләләр.
- Һуғыш тактикаһын да өйрәтмәйҙәр, өйрәтерлек офицерҙары ла юҡ...
Һуҡыр рәүештә хәрби тәрбиә ысулы, аңһыҙ рәүештә муштралау бик көслө ине был ваҡытта Әлкә лагерында.
Һәр йома һайын берәр-икешәр мәртәбә һигеҙ-ун саҡрымдағы урманға әйҙәйҙәр. Бында казарма төҙөү өсөн имән ҡырҡып, өс-дүрт һалдат бер ағас күтәреп килтерә. Ә иртәләрен физзарядка урынына биш саҡырым араға тимер юл разъезынан кирбес килтерергә йүгерәләр. Йәнә утын яралар, арманһыҙ булып арыйҙар.
Бер көн рота гарнизон буйынса дежурға китте, Фуаттарҙың отделениеһы казармала ҡалды. Ефрейтор Киселев подъемдан бер сәғәт алда Фуатты бик ҡаты төрткөсләп, бәргесләп, торғоҙмаҡсы итте. Тартҡылашҡанда, үҙе лә теләмәҫтән, ефрейторға аяғы менән эләктерҙе. Ул өсөнсө ҡат һикенән иҙәнгә йығылып төштө. Нәҡ шул ваҡытта часть дежуры лейтенант Аверьянов килеп сығып, Фуатты һикенән һөйрәп төшөрҙө лә, боғаҙынан матҡып тотоп, йә стенаға бәрә, йә һикегә ҡуша һуға башланы. Фуат уның күҙҙәре аларып, ҡып-ҡыҙыл булғанын күрҙе.
- Атам, сволочь! - Лейтенант, ҡотороп, кобураһын һәрмәне.
Фуат иһә, ҡото алынып, иҫенән яҙҙы.
- Туҡта! Туҡта! Тыныслан! - тип, старшина ярһыған офицерҙың ҡулынан пистолетын ҡайырып алды.
Фуатты ун көнгә гауптвахтаға ябып ҡуйҙылар. Ул шул хәлгә ҡалғанына ифрат та ныҡ көйәләнде. Дуҫы Дәүләтбай: "Ябылып тороу - бер һынау ғына ул. Юҡҡа борсолма, Иҙел кисмәҫ - ир булмаҫ", - тип, ҡайғыһын уртаҡлашты. Һигеҙ йыл хәрби хеҙмәттә йөрөү дәүерендә был уның тәүге һәм һуңғы язаһы булды. Дәүләтбай иһә башҡаларға ҡарағанда аҡыллыраҡ, иплерәк, йыйнағыраҡ, шуға ла Фуат уны туғанындай яҡын күрә.
Тора-бара яу ҡоралдары менән таныштырҙылар, пулеметсы, минометсы, элемтәсе, артиллерист, сапер һөнәрҙәренә өйрәттеләр. Егеттәр һалдат тормошона тамам күнегеп, ҡоралдарын күҙҙәрен йомоп һүтеп-йыйыу оҫталығына өлгәште. Ошолай йәй үтеп, октябрь аҙаҡтарына кесе сержант званиеһы биргәс, Өфө эргәһендәге осоавиахим лагерында өс аҙна самаһы күнекмәләр үттеләр.
- Һеҙҙең тылдағы һалдат хеҙмәте тамамланды. Етер икмәк серетеп ятыу! Инде - фронтҡа, яуға! - тине командирҙар.
Бер эшелон тейәлеп, илдән айырылып, киттеләр белмәгән-күрмәгән ерҙәргә. Туҡтауһыҙ барҙылар. Әҙәм ҡырылған ҡара яу ҡырҙарына ла яҡынлаштылар. Украина еренә, Днепр буйына килеп еттеләр.
Ноябрь айы аҙағы. Алыҫта тоноҡ ҡына гөрһөлдәгән тауыштар ишетелеп ҡала. Артабан - йәйәү. Ике тәүлеккә аҙыҡ бирҙеләр. Дәүләтбай: "Һуғыш хәлен белеп булмай, дуҫ, кәрәге тейер", - тип, баҡсала тороп ҡалған, туңырға өлгөрмәгән бәрәңге-сөгөлдөрҙәрҙе аҫылмалы тоҡтарға тултыртты. Дәртле генә атлайҙар. Ныҡ ҡына ҡар яуҙы, епшеп ята. Гөрһөлдәүҙәр асығыраҡ ишетелә, төндәрен ҡыҙғылт яҡты булып тора. Арҡаларҙағы ауыр тоҡтар хәлде бөтөрә. Ҡырҡ саҡырымлап барғас, Фуат иптәшенә инәлә башланы:
- Атларлыҡ та рәт ҡалманы, ташлайыҡ бәрәңгеләрҙе...
- Аҙыҡтың ауырлығы юҡ. Түҙ!
- Шулайҙыр ҙа... Әммә, ысынлап та, хәлем ҡалманы.
Иң элек сөгөлдөрҙәрен ырғытты. Бара-бара, аҙ-аҙлап, бәрәңгеләрен дә төшөрөп ҡалдыра торғас, тоғо яртылайға бушаны һәм еңеләйҙе. Ике тәүлеккә бирелгән ризыҡ та бөттө.

(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №17, 1 - 7 май 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.04.26 | Ҡаралған: 20

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru