
Былтыр Ишембайҙа үткән юрматы башҡорттары ырыуы йыйынында Ырымбур өлкәһенән ҙур ғына делегация ҡатнашҡайны. Өлкәнең Новосергеевка районы биләмәһендәге Ҡыуайыр йылғаһы буйҙарын төйәк иткән Мерәҫ ауылы юрматылары ине улар. Стәрлебаш районы юрматылары бигерәк тә шат булды был ҡунаҡтарға, сөнки улар райондың Аллағыуат ауылынан күсеп китеп, Мерәҫ тигән ауылға нигеҙ һалған юрматылар тураһында иҫтәлекте хәтерҙәрендә һаҡлайҙар ине әле.
Документтарҙа ла теркәлгән ул тарих: юрматы улысы сташинаһы Аллағыуат Ҡолошов исеме менән бәйле Аллағыуат ауылы ревизия яҙмаларында 1751 йылда теркәлгән. XVIII быуат урталарында, башҡорт ихтилалдарынан һуң, Ырымбур юлын ҡарап-тәрбиәләп тороусыларҙан да булған (ямская повинность) Аллағыуат тоҡомдары күпмелер ерен юғалта. Шул сәбәпле Аллағыуат ауылы өс тапҡыр урынын алыштыра. Ә бер төркөм аллағыуаттар Ырымбур яҡтарына сығып китеп, әлеге Мерәҫ ауылына нигеҙ һала ла инде. Мерәҫ ауылы рәсми сығанаҡтарҙа тәүге тапҡыр 1786 йылда телгә алына. Шулай итеп, Мерәҫкә Башҡортостандың Аллағыуат һәм Сытырман ауылдарынан сыҡҡан Тәтегәс түбәһе вәкилдәре нигеҙ һалыуы тураһындағы тарих тегеләрҙә лә, быларҙа ла юҡҡа сыҡмаған, хәтерҙә лә, телдә лә һаҡлана.
Был юлы сит өлкәлә йәшәгән ырыуҙаштар янына сығышы менән Аллағыуат ауылынан булған БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин етәкселегендәге делегация юл тотто. Мерәҫтәр Өфөнән, Стәрлебаш районынан килгән ырыуҙаштарҙы туғандарса йылы ҡаршы алды. Ике быуат элек айырылған һәм оҙаҡ ваҡыт аралашмаған нәҫелдәрҙең яңынан берләшеүе билдәһе булды был сара. Шуға ла уртаға һалып һөйләшер һүҙҙәр бихисап ине. Ауылдың мәҙәниәт йортонда ойошторолған түңәрәк ҡорҙа һүҙ юрматы ырыуы, уның тарихы тураһында барҙы. Мерәҫтәр үҙҙәренең үткәне һәм әлеге ваҡыттағы тормоштары менән таныштырҙы. "Колхоз саҡта ла, совхоз ваҡытында ла беҙҙең хужалыҡ гөрләп торҙо, өлкәлә алдынғы булып, телдән төшмәнек. Мәктәптә башҡортса уҡыныҡ. Әле лә мәктәбебеҙ бар, медпункт бар. Мәсетебеҙ генә юҡ..."- тине улар.
Нимәһе ҡыҙыҡ: хәтер генә түгел, ырыу билдәләре, мәҫәлән, һалауар, сатучин, айсыуаҡ, биҙәү салбар, күсей, алағанат, мерәҫ, нуғай аралары, шулай уҡ Асҡаров, Мортазин, Сатучин, Мәүлетҡолов фамилиялары ла Аллағыуаттағыса һаҡланып ҡалған. Хатта йөҙ-һыҙатта, телмәрҙә лә уртаҡлыҡ барлығын тойорға була ине.
Осрашыу ҙур концерт менән тамамланды. Ауыл халҡы Стәрлебаш районының, Ырымбур ҡалаһы башҡорттарының "Яйыҡ" ансамбле сығыштарын алҡышлап ҡаршы алды. Ә инде Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Искәндәр Ғәзизовтың йырҙары сараға нығыраҡ йәм өҫтәне.

Нимәгә айырыуса иғтибар ителде: сығыш яһаусыларҙың һәр береһе тиерлек "Беҙ - башҡорттар, беҙ - мерәҫтәр" тип ғорурлыҡ белдерҙе. Ғорурланырлыҡ та шул! Бында беҙ ырыуҙаштарҙы ғына түгел, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәрҙәре тураһындағы бәйәнде лә ишеттек. Мерәҫ - Сәғит Мерәҫов, Кәрим Иҙелғужин, Ҡасим Аҙнабаевтарҙың да тыуған ауылы. Белеүегеҙсә, данлыҡлы, шул уҡ ваҡытта йөрәкте иңрәтер яҙмышлы сәйәси золом ҡорбандары булған данлы милләттәштәр улар. Бер аҙ тарих:
Башҡорт милли азатлыҡ хәрәкәте етәкселәренең береһе Сәғит Мерәҫовтың сәйәси эшмәкәрлеге уның 1917 йылдың майында Мәскәүҙә үткән I Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында ҡатнашыуынан башлана. Ошо съезға килгән башҡорт делегаттары тарафынан Башҡорт өлкә бюроһы төҙөлә, уның составына Зәки Вәлиди, Аллабирҙе Йәғәфәров һәм Сәғит Мерәҫов һайлана. Бюро ағзаһы булараҡ, Сәғит Мерәҫов Ырымбурҙа I Башҡорт ҡоролтайына әҙерләнеү һәм башҡорт улыс сараларын ойоштороу менән шөғөлләнә. 1917 йылдың июлендә уҙған I Башҡорт ҡоролтайында Башҡорт мәркәз шураһы рәйесе урынбаҫары итеп һайлана. "Башҡорт иттифаҡи бюроһының мөхбире" гәзитен ойоштора, һуңынан "Башҡорт" гәзитенең мөхәррире булып эшләй. 1917 йылдың декабрендә уҙғарылған III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайында Башҡортостан автономияһының Кесе Ҡоролтайы һәм Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы итеп һайлана. Артабан да ул төрлө яуаплы вазифалар биләй. 20-се йылдарҙа ғилми һәм уҡытыу эше менән шөғөлләнә, Академүҙәктә эшләй, "Башҡорт аймағы"н нәшер итеүҙә ҡатнаша. 1922 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф халыҡ комиссариатының фәнни бүлеге эргәһендә Башҡортостан көнкүрешен, мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса йәмғиәт ағзаһы итеп һайлана. Р. Г. Игнатьев яҙып алған Салауат Юлаевтың 7 шиғырын тәүге тапҡыр башҡорт теленә тәржемә итә, 1922 йылда уларҙы баҫтырып сығара. Башҡорт алфавитын эшләүҙә ҡатнаша, башҡорт тарихын, әҙәбиәтен һәм фольклорын өйрәнә. "Башҡорт тарихына бер ҡараш" тип тигән хеҙмәт яҙа.1920 йылдар аҙағы - 1930 йылдар башында милләтселектә ғәйепләнеп, эҙәрлекләүҙәргә дусар була. 1932 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында вафат була.
Икенсе шәхес Кәрим Иҙелғужин. 1912 йылда ул Өфөләге "Ғәлиә" мәҙрәсәһенә уҡырға инә. Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Унан ҡайтҡас, милли хәрәкәткә ҡушыла. Тамъян-Ҡатай кантонының хәрби комиссары була, Тамъян-Түңгәүер, Туҡ-Соран, Арғаяш кантондары башҡарма комитеттарына етәкселек итә. 1925 йылда ул "Башҡортостан" гәзитенең мөхәррире итеп тәғәйенләнә. Был мәлдә Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин башҡорт халҡы тарихын ныҡлап өйрәнә. Шуның һөҙөмтәһендә "1917-1919 йылдарҙа башҡорттар хәрәкәте" тигән китап яҙа. Был китап әле лә әһәмиәтен юғалтмаған.1928 йылда Кәрим Абдулла улы Иҙелғужин Башҡортостан мәғариф халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. 1931-1934 йылдарҙа ул Ленинградта ғилми-тикшеренеү педагогия институты аспирантураһында уҡый. Уны тамамлағандан һуң, Өфөгә ҡайтып, Башҡортостан ғилми-тикшеренеү педагогия институтын ойоштороу һәм асыу эшенә тотона, уның директор урынбаҫары вазифаһын намыҫлы башҡара.1936 йылдың сентябрендә К. А. Иҙелғужин ҡулға алынып, контрреволюцион эшмәкәрлектә ғәйепләнә. Уның ғүмере 1937 йылдың 8 декабрендә Коми АССР ында урынлашҡан төрмәләрҙең береһендә өҙөлә.
Тағы бер шәхес Ҡасим Аҙнабаев - комсомол һәм партия органдары ветераны, журналист. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1965). Сәйәси золом ҡорбаны. Иң ауыр, ғәҙелһеҙлектең, шәхес культының сәскә атҡан йылдарында, 1937 йылдан алып "Башҡортостан" гәзитенең яуаплы мөхәррире була. 1938 йылда ялған ғәйепләү буйынса репрессиялана һәм 1956 йылға тиклем төрмәләрҙә (1938-1946 йылдарҙа һәм 1949-1954 йылдарҙа), лагерҙарҙа, һөргөндәрҙә була. 1957 йылдан алып 1971 йылғаса, пенсияға киткәнгә тиклем, Башҡортостан китап нәшриәтендә өлкән мөхәррир булып эшләй. Республика матбуғатына етәкселек итеү буйынса яуаплы вазифаларҙа эшләп, Ҡасим Ҡотлобирҙе улы бер үк ваҡытта ҙур фәнни-педагогик эш алып бара, партия хеҙмәткәрҙәренең һәм журналистарҙың квалификацияһын камиллаштырыу курстарында лекциялар уҡый.
Бына шундай билдәле шәхестәрҙең тыуған төйәге ул Мерәҫ ауылы. Әлбиттә, һәр ауылда бындай ғорурланып та, әсенеп тә иҫкә алыр тарих һәм шәхестәр бар. Тик уларҙы өйрәнеүселәр генә бик күренмәй. Ә бына Мерәҫтә Гөлниса Сатучина, Урал Ильясов кеүек тыуған яҡ тарихын өйрәнеүселәр булыуын белдек, сығыштарын ишеттек. Ә бит ошондай ауылдарҙың тарихын өйрәнеү шәжәрә тамырҙарын аяҡҡа баҫтырыуҙы ғына түгел, башҡорт халҡы үҙлегенең үҙгәрә барған донъяға яраҡлашыу һәм һаҡланып ҡалыу процестарын да күҙаллата. Шуға ла ырыуҙаштарҙың туғанлыҡты юллап аралашыуы байрам итеп кенә түгел, ә үҙебеҙҙе тиңдәр араһында тиң итеп йәшәтеү, милләт булараҡ һаҡланып ҡалыуҙың бер сараһы итеп тә ҡаралырға тейештер.
Йәштәр ҙә осрашты
Ошо көндәрҙә баш ҡаланың "Атайсал" мәҙәниәт үҙәгендә юрматы ырыуы йәштәре йыйыны булып үтте. Ишембай, Стәрлебаш, Мәләүез, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Ғафури райондары биләмәләрендә тыуып үҫкән юрматы ырыуы йәштәре, бер майҙанға йыйылып, шәжәрә ағасындағы нәҫел-нәсәбе менән танышты, тарихи хәтергә байҡау яһаны, осрашыуға килгән оло быуын вәкилдәре - Юрматы ырыуы советы ағзаларының кәңәш-фекерҙәрен тыңланы, үҙ-ара йәнле итеп аралашты.
Йыйылыусылар юрматы таланттарының етди, эшлекле сығыштарҙы аралаштырған йыр-бейеүҙәрен тамаша ҡылды, бигерәк тә алыҫ ерҙе яҡын итеп килеп еткән ырыуҙаштарҙың - Мәләүездән Гөлсирә Абдуллина һәм Гөлдәр Даутованың, Стәрлетамаҡтан Айбулат Мансуровтың, Стәрлебаш районынан Ҡәҙриә Зөбәйерованың, Ишембайҙан Альбина Солтанованың, Әнилә Әлмөхәмәтованың, билдәле ҡурайсыбыҙ Илнур Хәйруллиндың, шулай уҡ Стәрлебаштан данлы "Стәрлебаш бөркөттәре" халыҡ эстрада-фольклор коллективының сағыу сығыштары алҡыштарға күмелде. Тамаша һуңында иһә бөтә зал композитор Юлай Үҙәнбаевтың Ғәлиә Кәлимуллина һүҙҙәренә яҙылған "Юрматы" гимнын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Һағынбаевҡа ҡушылып, күмәкләп башҡарҙы.
Аҡтайлаҡ, аҡтайлаҡ,
Юрматылар йәшәй ил данлап, - тиелә гимнда.
Эйе, Юрматы ырыуы - тәрән тамырлы, бай тарихлы, күп һанлы данлы шәхестәр тәрбиәләгән ырыу. "Йылдар үтә, замандар алмашына, әммә ырыуыбыҙҙың бай мираҫы, ҡаһарманлыҡ тарихы - ул һәр саҡ беҙҙең менән, беҙҙең ҡаныбыҙҙа, йөрәгебеҙҙә", - тип һығымта яһаны осрашыуҙы алып барыусы һәм ойоштороусы юрматы йәштәре Айтуған Байисламов менән Зилара Хәмитова.
Форсаттан файҙаланып, йәш быуын вәкилдәре менән тыуған төйәк, тыуған халыҡ мәнфәғәтендә атҡарыла торған ҡайһы бер мәлдәр тураһында фекерләшеп алдыҡ. Иң тәүҙә, әлбиттә, ошо ҡорҙо ойоштороусыларҙың береһе Айтуған Баисламовтың әйткәндәрен тыңланыҡ. "Минең тыуған төйәгем - Ишембай районының Этҡол ауылы, - тине ул. - Һөнәрем буйынса - табипмын. Тыуған төйәк үҫеше өсөн ҙур финанс сығымдар талап итеүсе ниндәйҙер проекттарҙы тормошҡа ашырыу әлегә беҙҙең, йәштәрҙең, ҡулынан килмәй, әлбиттә. Ә шулай ҙа тап бөгөндән беҙ эшләй алырлыҡ эш - ул саралар үткәреү. Районда ла, Өфөлә лә йәштәрҙе йыйып, уларҙы берҙәмлеккә өндәү, үҙ-ара таныштырыу, шулай уҡ күңелдәрендә тыуған яҡҡа һөйөүҙе нығытыу өсөн төрлө осрашыуҙар ойоштороу беҙҙең ҡулдан килә. Шулай уҡ йәштәргә үҫеш мөмкинлеге биргән, аң даирәһен киңәйткән лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре лә бик кәрәк. Мәҫәлән, Юрматы ырыуы йәштәре йыйыны ла тап ошо маҡсаттарҙы күҙҙә тотоп ойошторолдо: тарихты, шәжәрәләрен белһендәр, башҡорт ғаиләһе традицияларына байҡау яһаһындар, тинек.
- Йәштәребеҙҙең ошондай йыйындарының файҙаһы булыр, Аллаһ бойорһа, сөнки халҡыбыҙ берҙәм булғанда ғына ҙур эштәр атҡарып сығырға мөмкин. Үҙебеҙҙе тиң-дәр араһында тиң итерлек итеп һаҡлап ҡалыр, тамырҙарыбыҙҙы, телебеҙҙе онотмаҫ өсөн ошолай бергә-бергә йыйылыуҙар, аҡһаҡалдар әйткәнде ҡолаҡҡа индереү бик тә кәрәк, - тине тағы бер юрматы вәкиле Мәғарифты үҫтереү институтының гуманитар белем биреү кафедраһы доценты Гөлфиә Әлмөхәмәтова.
Әйткәндәй...
Һүҙ ҙә юҡ, һуңғы ваҡытта башҡортобоҙ ырыуҙары вәкилдәре бик тә ныҡ әүҙемләште. Әле табындар, әле әйлеләр, әле түңгәүерҙәр, әле ҡатайҙарҙың, бөрйән, үҫәргән, ҡыпсаҡ, тамьяндарҙың үткәргән саралары, осрашыуҙары тураһында ишетеп-күреп торабыҙ. Бик мәслихәт!
Тағы бер матур йолаға йән өрөлә: юғарыла яҙылғанса, ҡасандыр үҙҙәренең ауылынан күсеп китеп, башҡа ерҙәргә барып төйәкләнгән ырыуҙаш-ауылдаштар ҙа әүҙемләште. Күптән түгел Ишембай районы Ҡанаҡай ауылында шундай матур осрашыу үтте. Стәрлебаш районы Елембәт ауылы делегацияһы килде бында туғанлыҡты юллап. Билдәле булыуынса, Ишембай районын һыулаған Һәләүек буйы ауылдары бик боронғо. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң ғына уларҙы барлап, теркәп ҡуя башлағандар. Ревиз яҙмаларында Ҡанаҡай-Шипай-Елембәт ауылы 1757 йылда тәүгә теркәлгән. Ул саҡта улыс старшинаһының исеме Ҡаныҡай Кинйәғолов булған. 1816 йылдарҙа әлеге Ҡанаҡайҙан Елембәт Абдулхәйеров етәкселегендәге бер төркөм бүленеп китеп, Стәрлебаштағы Елембәткә нигеҙ һалған. Архив материалдарында Ҡанаҡай-Шипайҙа мәсет һәм училище булған, тип яҙылған (ниндәй училище икәнен асыҡлайһы бар). Ғөмүмән, ҡайҙа, ҡайһы төбәктә ырыуҙаштар, милләттәштәр йәшәүе тураһындағы мәғлүмәт халыҡ хәтерендә һаҡлана, телдән дә һөйләйҙәр, тик уларҙы иғтибарға ныҡлап алып, өйрәнеүсе, китап итеп төпләүселәр генә һирәк. Йәштәребеҙгә, балаларыбыҙға бына ошо бурысты ла еткерә йөрөргә кәрәк бит ул.
Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №16, 24 - 30 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА