«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
"АЛЛА"МЫ, "АЛЛАҺ"МЫ?
+  - 


Аяҡ кейемендәге таш кеүек маҙаһыҙлап торған мәсьәләләр була: тәү ҡарашҡа ҙур ҙа һымаҡ түгел, тик онотоп та, күнегеп тә булмай. Шуларҙың береһен "Дин һәм өн" тип атар инем.

Үҙ милләтенең яҙмышына берегеп йәшәгән кешеләр өсөн дин менән тел үтә мөһим, нескә һәм булмышта төпкә тамырланған мәсьәләләр. Көндәлек тормошта уларҙың ни тиклем тәрән һәм һыҙландырғыс икәненә иҫәп тә биреп еткерелмәй. Бынан бер нисә йыл элек интернеттағы төрлө форумдарҙа "Алла" һүҙен "Аллаһ" тип яҙырға кәрәк тигән фекерҙәр ишетелә башлағайны. Бының сәбәбен мин күркәм күренеш - милләттәштәребеҙҙең күпләп Исламға килеүе, дин менән ҡыҙыҡһына башлауы, ғәрәп телен өйрәнеүе менән бәйле тип ҡабул иттем. Неофиттар - был осраҡта дин юлына яңы аяҡ баҫыусыларҙы күҙ уңында тотам - ғәҙәттә, үҙҙәренең бирелгәнлеген раҫлап, үтә белемсел булып китеүсән. Был әҙәм балаһына хас сифат һәм иман нығына, белем тәрәнәйә барыу менән кеше ипкә килә, тәртәгә керә, сабырлана, тәүге тәкәбберлек баҫыла төшә. Шуларҙың барыһын да күҙ уңында тотоп, был бәхәстәргә иҫәп бирмәгәнмен. Әммә бер мәл ваҡытлы матбуғатта "Аллаһ" тип яҙыу күбәйгәндән-күбәйә башланы. Ә мин һаман күнегелер, ҡабул итермен, тип уйланым.
Ләкин ваҡыт үтеү менән яҙмаларымда "Аллаһ" һүҙен ҡулланмайынса, уны Аллаһы Тәғәлә, Хоҙай, Тәңре, Раббы, Илаһым һымаҡ оҡшаш һүҙҙәр менән алмаштыра башлағанымды, һөйләгән саҡта элеккесә әйткәнемде абайлап һиҫкәндем. Ә бит был ябай ғына түгел - мөҡәддәс һүҙ. Ә ни өсөн күңел бер генә хәреф өҫтәлеүҙе шул тиклем ауыр ҡабул итә? Был хәлде, исмаһам, үҙем өсөн генә булһа ла төшөнөргә, халыҡ әйтмешләй, төбөнә тоҙ ҡойорға кәрәклеген тойҙом. Сөнки был орфография ғына түгел, бында дини традиция менән туған телдең йәнле яңғырашы осраша.
Һүҙҙең төп нөсхәһе. Ғәрәп телендә "Аллаһ" тип, "һ" менән яҙыла. Әммә был "һ" һулыш йәки тыйнаҡ ҡына "эһ" тигән һымаҡ, еңел, һүҙ аҙағында ишетелмәй тиерлек, артынан һуҙынҡы өн өҫтәлгәндә генә яңғырап китә: Аллаһу, Аллаһи. Ә беҙҙең башҡорт телендәге "һ" - тулы ҡанлы, ауыҙ тултырып әйтелә торған өн. "Һ" хәрефе яҙыла икән, беҙ, телебеҙҙең ҡанундарына ярашлы, уны ишетерлек итеп әйтәбеҙ. Ғәрәп телендәге "Аллаһ" менән башҡортса "Аллаһ"тың араһында айырма "һ" өндәренең көсөндә, әйтелешендә. Йәғни башҡортса "Аллаһ" тигәндә төп нөсхәлә булмаған көсөргәнеш барлыҡҡа килә.
Ә "гонаһ", "илаһ" - шулай уҡ "һ" менән тамамланған дини һүҙҙәр менән нисек һуң? "Гонаһ" фарсы теленән ингән. Ә бына "илаһ" шулай уҡ ғәрәп һүҙе һәм ул да баяғыса еңел өн менән тамамлана, әммә башҡорт телендә "һ" һаҡланған, сөнки ғәрәп телендә был өн булмаһа, һүҙҙең мәғәнәһе үҙгәрер ине: "лә илаһи илла Аллаһ" - Алланан башҡа илаһ юҡ" . Тимәк, башҡорт теленә яраҡлаштырыу ҡағиҙәһе ябай һәм теүәл логикаға нигеҙләнгән: өн ишетелһә һәм аңлар өсөн мөһим булһа, "һ" һаҡланған. Өн яҙа-йоҙа ғына ишетелһә һәм телдең тәбиғи ағышын боҙғанда "һ" төшөп ҡалған. Бына ни өсөн башҡорт теле "Алла" ны "һ" хәрефһеҙ , ә "илаһ" менән "гонаһ"ты "һ" менән яҙған. Бөгөнгө көндә "Аллаһ, Аллаһҡа" тип яҙыу башҡа телдең фонетик ҡағиҙәләрен үтескә алып һәм үҙ телеңдең үҙенсәлектәрен һанға һуҡмау булып сыға.

Ә башҡа төркиҙәрҙә нисек һуң?

Татарҙар "Аллаһы" төрөктәр "Аллаһ", ҡаҙаҡтар менән ҡырғыҙҙар "Алла" тип алған. Татар телендә, уларҙың фонетикаһына, эске ритмына һәм әҙәби нормаһына ярашлы, "Аллаһы" тәбиғи яңғырай. Бында, кем дөрөҫөрәк алған, йәки дөрөҫ түгел, тип баһалау урынһыҙ, минеңсә. Һүҙҙе һәр тел үҙенең ҡанундарына ярашлы үҙләштергән, быуаттар буйына үҙенең моңо менән һуғарған, үҙенең традицияларына һеңдергән. Был ябайлаштырыу, нимәнелер юғалтыу түгел, ә тәбиғи күренеш, тел һәр ваҡыт сит телдән алған һүҙҙәрҙе үҙенекенә әйләндерер өсөн үҙенсә әүәләй.
Ярай, "Аллаһ" тип алдыҡ икән ти. Төп ҡыйынлыҡтар бит артабан, һүҙгә ялғауҙар ҡушҡанда барлыҡҡа килә. Килештәр менән үҙгәртәйек:
Алла - Алланың, Аллаға, Алланы, Аллала, Алланан.
Аллаһ - Аллаһтың, Аллаһҡа, Аллаһты, Аллаһта, Аллаһтан.
Ҡайһы берәүҙәр татарсаға тартым итеп "Аллаһы" тип яҙа. Ул осраҡта "Кемдеке?" тигән һорауға нисек яуап ҡайтарырға: "уның Аллаһы"мы, әллә "уның Аллаһыһы" тиергәме?

Ә эске ризаһыҙлыҡ тойғоһо ҡайҙан килеп сыға?

"Аллаға шөкөр" һымаҡ бала саҡтан мейегә һеңгән һүҙбәйләнештәр урынына "Аллаһҡа шөкөр" тип әйткәнде ишеткән саҡта ирекһеҙҙән ятһынаһың, сөнки телмәрҙең тәбиғи көйө боҙола, туған телдең яғымлы ағышы һөрөнөп ҡала. Бында иманға, дингә ҡаршылыҡ юҡ, быуаттар буйы яңғыраған тәбиғилеккә күнеккән ҡолаҡтың ирекһеҙҙән һиҫкәнеүе генә. Мең йылдан ашыу йылдар элек башҡорт теле үҙенеке итеп алған һүҙҙе был яраҡлашыуҙы үтмәгән рәүешкә ҡайтаралар икән, дөрөҫләү түгел, ә көсләп тағыу тойғоһо барлыҡҡа килә.
Тел бит аралашыу сараһы ғына түгел. Унда туған тел мөхитендә йәшәгән кешегә бала саҡтан, әсә һөтө менән һеңгән төшөнсәләр, быуын-быуын нәҫелдәштәр ҡабатлаған доғалар, башта туҡтауһыҙ ҡайнаған уйҙар, үҙ-ара уҡмашҡан камил һәм бөтөн донъя. Бына шуға күрә лә өндәрҙең, һүҙҙәрҙең төп нөсхәгә ярашлы булыу-булмауы менән бергә тәбиғи яңғырашын да уйларға кәрәк. Шуға күрә лә "Алла"мы, "Аллаһ"мы - ябай ғына мәсьәлә түгел. Был күңелдең үҙенең эске бөтөнлөгөн һаҡларға, йәғни иман менән телдең бер көйҙә, бер ритмда яңғырашына, камиллыҡҡа ынтылышын үҙ эсенә ала.
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы: башҡорт теле "Алла" һүҙен боҙмаған - үҙенеке иткән, үҙләштергән. Мең йылдан ашыу элек үк башҡорттоң күңеленә ингән иман менән бергә теленә күскән мөҡәддәс һүҙ миллиондарса ауыҙҙарҙа әүәләнеп, ҡыҙыл телдәрҙә тирбәлеп, беҙҙең көндәргә ошо рәүешле килеп еткән. Ә тел бит һүҙҙәр теҙмәһенән генә тормай, ул күп яҡлы, беҙ аңлап та етмәгән ҡанундары менән тереклек иткән серле, йәнле күренеш. Шуға күрә беҙгә телдәр, күңелдәр, зиһендәр өсөн былай ҙа үтә хәүефле заманда, телебеҙгә - уның яҙмышына, һүҙҙәренә, ҡағиҙәләренә, яңғырашына - айырыуса һаҡсыл, аяулы булырға кәрәк.
Йәндең бер өн арҡаһында ғына ла баҫылмаҫтан әсенеүе шуға бәйлелер, күрәһең.

Гөлсирә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
яҙыусы.

"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 18

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru