
Милләттәштәремә әйтер һүҙемде бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың халҡыбыҙға нәсихәтенән башламаҡсымын.
Иң әүәл кәрәк нәмә - иман тигән,
Әхирәт эштәренә инан, тигән.
"Хоҙай, кисер!" тийеү менән эш бөтмәйҙер,
Иман шартын өйрәнмәһә, - Иван, тигән.
Нимә ул иман һәм иман шарттары?
Иман - ул Бәйғәмбәребеҙгә Аллаһ тарафынан еткерелгән, тапшырылған хөкөмдәрҙең, бойороу һәм тыйыуҙарҙың барыһына ла ышаныу булһа, ә инде иман шарттары ошо ышаныуҙарға нигеҙләнә, тип аңлаталар дин ғалимдары. Әгәр ҙә Аллаһ Тәғәләнең Үҙенә, фәрештәләренә, китаптарына, бәйғәмбәрҙәренә, тәҡдиргә ышанып та, Әхирәт тормошона ышанмайһың икән, тимәк, һин ысын мосолман булып һаналмайһың, тип тә иҫкәртеп үтә дин ғалимдары.
"Мин башҡорт булғас, мосолманмын инде!" - тиеүселәрҙең фекерҙәренә төҙәтмә индереү өсөн ауылыбыҙ мәсетенең имам-хатибы Фәнил хәҙрәттең һүҙҙәрен еткермәксемен. Уның: "Башҡорт булыу ғына мосолман булыуыңа дәлил түгел әле. Мосолман булыу өсөн Ислам диненең биш нигеҙҙәренең тәүгеһе кәлимәи- шәһәҙәт килтереү мотлаҡ, йәғни Аллаһтан башҡа Иләһ юк, Мөхәммәт - Уның илсеһе икәнлегенә инанып йәшәү рәүеше йөрәктә булырға тейеш!" - тип аңлатыуы иҫтә ныҡ уйылып ҡалған. Динебеҙҙең ҡалған дүрт шартының берәүһен генә булһа ла еренә еткереп үтәмәү - ул иманлы булыуыңа шик тыуҙырыуы тураһында асыҡ-аңлайышлы итеп аңлатҡайны хәҙрәтебеҙ.
"Ҡөрьәнде яҫтығың аҫтына һалып ятып, шайтандан һаҡланып була икән", йә "Тәсбихеңде элеп ҡуйырға кәрәк, тәсбих үҙе үк Аллаһты зекер итеп тора ти", тигән хөрәфәттәрҙең дә халҡыбыҙ араһында киң таралғанлығы билдәле. Ислам нигеҙҙәренең бишенсеһе булған хаж ғәмәлдәрен дөрөҫ үтәү генә түгел, ошо ғәмәлеңде бысратмай, хажи йәки хажиә булыуың менән күкрәк һуҡмай йәшәй белергә лә аҡылың да, көсөң дә етерлек булырға тейештер, минеңсә. Намаҙ уҡып та, намаҙыңды тамамлауға кемделер намаҙ уҡымауҙа ғәйепләп, йә булмаһа, намаҙҙы дөрөҫ уҡыманы тип кәмселектәр эҙләү - ул үҙе үк имандың зәғифлеген күрһәтеүсе бер билдәлер, тигән уйҙа туҡталам үҙемә ҡуйған һорауҙарға яуап эҙләү мәлендә…
Иманлы булыу өсөн матди байлыҡ түгел, ә күңел байлығы: эсеңдең, туралап әйткәндә, йөрәгеңдең таҙа булыуы - көнсөллөк, эскерлектән азат булыу, үҙ нәфсеңә хужа була белеү зарур. Ғөмүмән, дан артынан да, аҡса-байлыҡ артынан да ҡыумай, хәләл көсөң менән эшләп табып, Аллаһ Тәғәлә ҡушҡан әҙәп-әхлаҡ нормаларын теүәл үтәп йәшәү беҙҙең өсөн иң оло һынау тип аңлау мөһимдер үҙен мөьмин мосолман итеп күрергә теләүселәргә.
Теттереп йәшәү нисек була?
Артабанғы һүҙемде теттереп йәшәргә теләүселәр тураһында дауам итмәксемен. "Бер тапҡыр ғына килгән был донъяла теттереп йәшәмәгәс, ни өсөн тыуабыҙ һуң?" - тип аптыраусыларҙы ла осратҡаным булды, әлбиттә. Бәхеткә күрә, ундайҙар күп булманы. Булғандары ла бөгөнгө көн болғаныштарын күреп, был фани донъяның барыбыҙға ла һынау өсөн бирелгәнлеген йөрәге аша үткәреп, иманлы булыуҙың зарурлығын аңланы, әлхәмдүлилләһ.
Теттереп йәшәү - ваҡытында тәмле ашау, байлыҡ йыйып өлгөрөү, матур кейенеү, биҙәнеү теләгенең саманан ашып китеүе боҙа ла инде бөгөн халҡыбыҙҙы! Ысынлап та, шағирҙарыбыҙ һүрәтләгән ҡатын-ҡыҙ матурлығын маңлайҙағы ҡаш һүрәте лә, йыртҡыс тырнағылай оҙон тырнаҡтар ҙа, "зонтик"- керпектәр ҙә алмаштыра алмай шул. Ә аяҡ-ҡулы, түш-арҡаһы һүрәт менән биҙәлгәндәрҙе күреп, ғәжәпләнмәй ҙә башланыҡ шикелле. Биҙәкле кешеләрҙең "матурлығы" уның ҡулбаштарындағы сәскә һүрәтендә түгеллеге иманы ҡеүәтле булғандар өсөн ҡыҙыҡтырырлыҡ матурлыҡ түгел икәнлеген аңлау өсөн күпме ваҡыт кәрәк булыр икән халҡыбыҙға? Үҙен биҙәкләмәй тыуҙырғаны өсөн Раббыбыҙҙың Үҙенән кәмселектәр эҙләү бит был! Аллаһы Тәғәләнең бар донъяны, барлыҡ йән эйәһен кәмселекһеҙ итеп барлыҡҡа килтереүенә шик тотоуҙан, Алланан үҙеңде юғары тотоуҙан булалыр был тәккәбберлек, тигән уй һиҫкәндерә әле минең үҙемде…
Урыҫ телендә женский род, мужской род менән бер рәттән, средний род төшөнсәһе лә бар бит әле. Хәҙер шул род төшөнсәһе, әйтерһең дә, нәҡ кешеләрҙең дә тиҙҙән средний род төшөнсәһенә әйләнеүенә бер ишара булған, имеш… Эйе, эйе! Бына был кеше. Әммә… ул ҡатын-ҡыҙ затынан түгел, малайға ла оҡшамаған, тимәк, "оно" булып сыға түгелме?
Бер ваҡыт телевизорҙан концерт ҡарайбыҙ. Ейәнсәрем: "Өләсәәәй! Был апай апа булған да баһа!"- тип сентизаторҙа уйнаған, әбйәлилсә әйткәндә, апа-ағайҙың ботинкаһынан ир-ат затынан булғанлығын абайлап ҡалыуына ҡыуанғайны. Ысынлап та, бөҙрәләнгән сәстәре яурынына тиклем төшөп, ҡолаҡ алҡалары ялтырап киткән апаны апайҙан айырырлыҡ та түгел ине шул! Бына был да "оно"ның бер күренешелер, моғайын.
Үҙең булып йәшә!
Һуңғы ваҡытта сәхнәләрҙә күҙәтелгән бер хәл бигерәк борсолдора: бөтә ғәләм алдына ярым-яланғас сығыу, аяҡ-ҡулыңды болғап, бер туҡтауһыҙ һикерәңләп һөрәнләү (йырлау ул башҡаса ҡабул ителә) - ул беҙҙеңсә түгел! Ышанмаһағыҙ, "Байыҡ"тағы башҡарыусыларҙың үҙҙәрен тотошон, кейемдәрен сағыштырып ҡарағыҙ әле! Бына был, исмаһам, үҙебеҙсә! Бына был тамашаны, исмаһам, бөтә ғаиләң менән бергәләп, кинәнеп, атай-әсәйеңдән, ҡайны-ҡәйнәңдән, ағай-ҡустыңдан, кейәүҙәреңдән оялмай ғына ҡарарға була!
Әйткәндәй, ярым-яланғас сәхнә "биҙәп" йөрөүсе ҡатын-ҡыҙ өйҙә ата-әсәһе, ағай-ҡустылары, ҡайны-ҡәйнәләре алдында ла шулай үҙ ғәүрәттәрен күрһәтеп йөрөүҙе тормоштан артта ҡалмауға һанай микән? Беҙҙең әсәй, өләсәйҙәр, атай, олатайҙарыбыҙ бер ваҡытта ла "милләтем, халҡым" тип һөрән һалмаһа ла үҙ халҡының улы, ҡыҙы булып ҡала белделәр. Өләсәйҙәребеҙ ҙә, әсәйҙәребеҙ ҙә түше яп- яланғас булып йөрөү түгел, хатта бындай күренештең киләсәктә булырын да күҙ алдарына килтермәгәндер, моғайын. Минеңсә, "Милләтем. Халҡыбыҙ" тип күҡрәк һуғып, йә булмаһа, "халҡыбыҙҙы, телебеҙҙе бөтөрәләр" тип һөрән һалыуға ҡарағанда, үҙебеҙсә, мосолманса, әҙәпле булып, үҙ өйөбөҙҙә үҙебеҙ хужа булып йәшәргә өйрәнгәндә генә халыҡ булараҡ та, милләт булараҡ та һаҡланып ҡала алырбыҙ, ин шәә Алла!
Бысраҡ теллеләр ҙә бар
Иман тураһында һүҙ сыҡҡас, һуңғы ваҡытта киң таралған әҙәпһеҙ тел биҫтәләре тураһында ла әйтеп үтке килә. Күптән түгел бер танышым үҙен борсоған әҙәпһеҙлек - бәләкәй генә бала-сағаларҙың да бер туҡтауһыҙ һүгенешеп хәбәр һөйләүе тураһында әрнеп телгә алғайны. Эйе, күптәрҙе, бигерәк тә, уҡытыусыларҙы борсой телмәр бысраҡлығы. Үҙем дә ошондай әшәке күренештең шаһиты булғаным бар. Ғәҙәтем буйынса, тыныс ҡына үтеп китә алмайынса, шундайҙар менән әңгәмәләшкәнем дә булды. Әлбиттә, бала телмәрен контролдә тотоу өйҙә, мәктәптә, ғөмүмән, бөтә йәмәғәтселек елкәһендә булырға тейеш. Бөтә тәрбиә эштәрен мәктәп елкәһенә генә һалмайынса, ата- әсәләр үҙҙәре лә бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың түбәндәге:
Өсөнсө ҡиммәт нәмә - аҡыл, тигән,
Аҡылһыҙҙа тәүфик яғы таҡыр, тигән.
Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,
Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән, - нәсихәтен иҫендә тотоп, бала тәрбиәләүҙә ҡулланһалар, һөҙөмтә лә һиҙелерлек булыр ине.
Шулай итеп...
Минең генә түгел, күптәрҙең эсен бошорған әҙәпһеҙ телмәр, ярым шәрә кейенеп халыҡ алдына сығыу - ул мода түгел, ә үҙ милләтеңде, үҙ халҡыңды һанға һуҡмай, кемгәлер оҡшарға тырышыуҙан ғына тип аңларға кәрәк, минеңсә. Алла Үҙе кисерер, ярай, йәш саҡта теттереп ҡалырға ла кәрәк, тип уйлаусыларға әйтергә теләгәнем: иманлы булып йәшәү өсөн яттар менән түгел, иң тәүҙә үҙең менән көрәшеп, үҙ нәфсеңде ауыҙлыҡларға, үҙ динеңде ихтирам итергә, милләтеңде, халҡыңды шайтан ҡоло булып йәшәүҙән ҡурсаларға кәрәклекте аңлау өсөн беҙгә тағы ла ниндәй һынауҙар үтәһеләр бар икән?..
Бөйөк мәғрифәтсебеҙ Аҡмулланың иҫкәртеүенсә, "Хоҙай, кисер, тигәндән эш бөтмәйҙер!" милләттәштәр! Һаҡ булайыҡ, аң булайыҡ, һиҙгер булайыҡ! Милли кейемдәребеҙ, йолаларыбыҙ байрамдар өсөн генә, тигән уй-фекерҙәребеҙҙән арынып, Аҡмулла кеүек аҡыл эйәләребеҙҙең төплө һүҙҙәрен иҫтән сығармай, тормош девизы, ҡомартҡы итеп киләсәк быуындарыбыҙға ҡалдырайыҡ! Әмин!
Нәзиә БИКБОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА