«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
МОСТАЙ РУХЫ БЕҘҘӘ
+  - 


Быйыл Башҡортостандың Йәш тамашасылар театрына халыҡ шағиры Мостай Кәрим исеме бирелеүенә 20 йыл тулды. Ошо ваҡыт арауығында ғына түгел, ғөмүмән, театр барлыҡҡа килгәне бирле унда Мостай ҡото, Мостай рухы һаҡланыуға, был коллективтың да республика театрҙары араһында лайыҡлы урын яулауына шаһитбыҙ. Театрҙың директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәфис Гәрәй улы МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән әңгәмәлә театрҙың тарихы тураһында ла, репертуар, тамашасы, ҡаҙаныштар хаҡында ла телгә алып үттек.

- Иң тәүҙә 1989 йылдың 7 авгусында БАССР Министрҙар Советы Өфөлә башҡорт һәм рус телдәрендә эшләйәсәк театр ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итә һәм театрҙы ойоштороуға Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ғабдулла Ғиләжев күп көс һала, тигәндән башлайыҡ һүҙҙе. 1995 йылда иһә был мәҙәни усаҡ Башҡортостан Республикаһының Милли йәштәр театры тип үҙгәртелде. 2006 йылда театрға Мостай Кәрим исеме бирелде. Театр Мостафа Кәрим ижадына 1995 йылда уҡ мөрәжәғәт иткәйне. Һәм ул тәүге уңыш шатлығын алып килде: "Салауат. Өн ҡатыш ете төш" әҫәре буйынса "Салауат" трагедияһы (реж. - А.Нәҙерғолов, рәссам - О. Ғималетдинова, композитор - С.Низаметдинов, балетмейстер - Р.Ғәбитов) буйынса ҡуйылған спектаклдә уйнаусы артистар Рәсүл Ҡарабулатов, Рушана Бабич, Азат Йыһаншин һәм Фирҙәт Ғәлиев та абруй ҡаҙанды, улар Шәйехзада Бабич исемендәге Дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаттары исеменә лайыҡ булды.
Эйе, театр тамашасыларға Мостай һүҙен еткереүҙе дауам итә. Авторҙың төрлө йылдарҙа сәхнәгә сыҡҡан "Ҡыҙ урлау", "Ике хат" ("Оҙон-оҙаҡ бала саҡ" әҫәре буйынса), "Йәйәүле Мәхмүт", "Ташлама утты, Прометей!", "Йәләлетдин атай", "Беҙҙең өйҙөң йәме", "Донъяның ярҙары икәү", "Тоҡ эсендәге бесәй", "Яуҙы еңгән мөхәббәт", "Тылсымлы тирмән", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Үлмәҫбай", "Аҡ мөғжизә", "Силсәүит, Алдар һәм Адвокат", "Әлфиә хикәйәләре", "Ҡара һыуҙар" спектаклдәрен дә тамашасы яратып ҡабул итте. Шулай итеп, бөгөнгә тиклем әҙип әҫәрҙәре буйынса 19 спектакль ҡуйылды, 6-һы ағымдағы репертуарҙа йәшәй. Режиссерҙар М. Кәримдең әҫәрҙәрен үҙҙәре һайлап ала. Оҫталыҡтарына күрә, үҙҙәренсә ҡуйһа ла, автор күҙләүенән артыҡ йыраҡлашмай, мәғәнәһе, фәлсәфәһе һаҡлана. Шуға ла йылдар үткән һайын театрҙа ҡуйылған Мостай әҫәре баҙыҡлана ғына бара. Һәм уларҙың сәхнә ғүмере лә бүтәндәргә ҡарағанда оҙайлыраҡ. Шуныһы ҡыуаныслы: Мостай Кәрим тере сағында бөтә премьераларҙы ла күрҙе, әҫәрҙәре образдарын кәүҙәләндергән һәр артист, режиссер менән аралашты, ҡулын ҡыҫты, фатихаларын бирҙе. Шуға ла театр коллективы Мостай ҡотон, уның рухын тамашасыға тулы килеш алып барырға бурыслы. Ә әҙип үҙенең мәңгелек әҫәрҙәре менән аҡыллы тәрбиәсе булып ҡаласаҡ.
Театрыбыҙҙағы һәр миҙгелдең үҙ ҡаҙанышы бар. Һуңғы өс йыл тураһында ғына һүҙ йөрөтһәк, 2023 йылда театрыбыҙ "Ҙур гастролдәр" Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының федераль программаһы сиктәрендә Брянскта, Түбәнге Новгород, Кудымкар, Йошкар-Ола ҡалаларында уҙған театр фестивалдәрендә ҡатнашып, яҡшы ғына уңыштар яуланы. 2024 йылда Элиста, Севастополь, Мәскәү, Рязань ҡалаларында уҙған халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, Рәсәйҙең милли театрҙар фестиваленә барып, шулай уҡ еңеүҙәр яуланыҡ. 2025 йылда иһә, Мөнир Ҡунафин әҫәре буйынса "Бер ғүмер етмәй икән..." спектаклен сығарыуҙы иң ҙур ҡаҙаныш тип атаһаҡ, яңылыш булмаҫ. Был тамаша менән Сызрань ҡалаһында үткән "Театр ваҡыты" фестивалендә "Иң яҡшы актер ансамбле" һәм "Иң яҡшы ир-ат роле" номинациялары еңеүселәре булдыҡ. "Ҡара һыуҙар" спектакле менән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы һәм Театр эшмәкәрҙәре берлеге ярҙамында Грозный ҡалаһында үткәрелгән Бөтә Рәсәй "Федерация" театр фестивалендә ҡатнашып, күңел күтәреп, аралашыу даирәһен киңәйтеп ҡайттыҡ.
Ағымдағы миҙгелдә лә, планға ярашлы, тиһәк, үтә рәсми булып китә инде, шулай ҙа бик тырышып ижад диңгеҙендә йөҙөүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Яңы премьералар, саҡырылған режиссерҙар, бихисап фестивалдәр көтөлә, шулай уҡ быйыл да "Ҙур гастролдәр" программаһына ҡушылдыҡ. Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре берлегенә 150 йыл тулыуға арналған "Театр поезы" проектында М.Кәримдең "Ҡара һыуҙар" (режиссеры - Илсур Ҡаҙаҡбаев) спектакле менән ҡатнашып, Ульяновск, Ҡаҙан сәхнәләрендә сығыштарыбыҙ көтөлә.
Ҡыҫҡаһы, театр - ул тере организм. Бер ҡасан да бер урында тормай, һәр ваҡыт хәрәкәттә. Етешһеҙлектәр ҙә бар, унһыҙ булмай. Шулай уҡ театр - ул ғаилә. Ғаиләлә тәнҡитте гәзит аша түгел, ә киске аш ваҡытында шыбырлап ҡына, уртаға һалып әйтәләр. Беҙ тап үҙебеҙҙең көсһөҙ яҡтарыбыҙҙы күреп, ҡабул итеп, төҙәтә белгәнгә лә үҫәбеҙ, алға барабыҙҙыр.

Һеҙҙең спектаклдәргә йөрөүсе тамашасылар кемдәр, улар нисә йәштә, белемдәре ниндәй, ҡайһы өлкәлә хеҙмәт итәләр?

- Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының ишектәре һәр кем өсөн асыҡ: әсәһенең етәгенән ысҡынмаған сабыйҙан алып, тормош тәжрибәһен ярайһы уҡ туплаған тәжрибәле театр һөйөүселәргә тиклем. Театр репертуарында Рәсәй һәм сит ил классикаһы, башҡорт драматургияһы һәм хәҙерге заман пьесалары ла бар. Тап жанр төрлөлөгө һәм мәғәнә киңлеге тамашасыларыбыҙҙың портретын формалаштыра ла инде. Романтик йүнәлешле репертуар булдырыу, йәш быуынды изгелек һәм матурлыҡҡа ылыҡтырыу - театрыбыҙҙың төп маҡсаты.
Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн театр - сәнғәткә тәүге тәҙрә: күңелде йылытырлыҡ әкиәттәр, йәнле спектаклдәр-уйындар. Улар өсөн тамаша залы - мөғжизәләр иле.
Үҫмерҙәр - иң намыҫлы, талапсан тамашасы. Улар үҙҙәренең һорауҙарына яуапты театрҙа эҙләй, шунда таба, оҡшамаған яҡтары булһа, бәхәскә инә. Заманса драматургия ла улар өсөн. Йәштәр һәм студенттар өсөн театр күңел асыу ғына түгел, ә спектаклдән һуң уйланырға, фекерҙәштәр табырға мөмкинлек бирә. Улар режиссерҙың ҡыйыулығын, актерҙарҙың энергияһын, күҙгә ташланған матурлығын, хатта сәхнә декорацияһын, биҙәлеште юғары баһалай.
Өлкән быуын өсөн классика - мәңгелек менән диалог, ә заман драматургияһы уларға үҙҙәрен сәхнәлә күреү тойғоһо уятырға мөмкинлек бирә, тиһәм, дөрөҫлөккә яҡыныраҡ булыр. Улар үткән йылдарҙағы спектаклдәрҙе хәтерләй, әммә яңы интерпретацияларҙы үҙҙәренсә аса һәм ҡабул итә. Был тамашасылар арҡаһында залда тыныслыҡ, ысын мәҙәни мөхит һаҡлана.
Ошо төрлө категория тамашасыһының барыһын (ниндәй һөнәр кешеһе булыуға ҡарамай) бер нәмә бәйләй: талантҡа хөрмәт, театрға һөйөү. Йәштәр театры тамашасылары ҡатмарлы темаларҙан ҡурҡмай, үҙҙәренән көлә, оялмай, илауҙан да тартынмай, тороп алҡышлай ҙа белә. Һәм тағы ла бер мөһим һыҙат: күп тамашасыларыбыҙ беҙҙең спектаклдәрҙе ҡарап үҫкән, хәҙер бында балаларын, ейәндәрен алып килә. Улар өсөн Башҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры - ябай бина ғына түгел, ә ғаилә тарихының бер өлөшө. Беҙ һәр тамашасыбыҙҙы ҡәҙерләйбеҙ, хөрмәт итәбеҙ. Беҙҙең тамашасылар иң яҡшыһы.

Һеҙҙең театрҙа ҡуйылған ҡайһы спектаклде ҡабат-ҡабат ҡарағығыҙ килә, ни сәбәптән?

- Театрға хеҙмәт иткән кешеләр барыһы ла был һорауға, моғайын, ошолай яуап бирер ине: бөтә спектаклдәр ҙә бер үк дәрәжәлә ҡәҙерле, һәйбәт. Уларҙы ҡабат-ҡабат ҡарауҙан арымайбыҙ. Минең өсөн дә, етәксе булараҡ, һәр спектакль яҡын, уларҙың берәүһен генә айырып әйтеп булмай. Ҡабат-ҡабат ҡарауҙың сәбәптәре төрлөсә булыр: комедиялар йөҙөнсө тапҡыр илап ебәргәнсе көлдөрә, сөнки артистар һәр сығышында импровизациялай. Классик постановкалар - ҡараған һайын яңыса асыла. Шуға ла классик улар. Егерме йәштә һиҙмәгәнде ҡырҡта күрерһең, элек көлдөргән нәмәләрҙән бөгөн илап та ебәрерһең, тигән кеүек ул... Шулай итеп, дөрөҫөн әйткәндә, уңайы сыҡҡан һайын спектаклдәрҙе шатланып ҡабаттан ҡарайым. Сөнки сәхнәлә һәр ваҡыт төрлөлөк бар. Ике тапҡыр кисеп булмаған бер йылға кеүек. Ә беҙҙәге йылғалар... Был репертуарҙа ғына - алтмыш ике.

Репертуарығыҙ бик тығыҙ икән шул, етмәһә, ике труппа.

- Ике труппаның бер сәхнә бүлешеп, 35 йылдан ашыу дуҫ йәшәүе - беҙҙең өсөн тәртипкә һалынған тәбиғи йәшәү, һәм был күренеш театрҙы байыта ғына. Һәр труппаның айырым үҙ репертуары формалашҡан. Шулай уҡ бергә сығарған уртаҡ спектаклдәр ҙә бар. Бында бер ниндәй ҙә ярышыу, конкуренция юҡ, киреһенсә, мөмкинлектәр киңерәк. Сәхнә графигы алдағы миҙгелгә аныҡ расписание кеүек планлаштырыла: репетиция сәғәттәре, монтаж көндәре, сығыштар, һәм башҡалар. Беҙҙә бар бүлектәр шулай уҡ тәртипкә һалынған һәм профессиональ кимәлдә эшләй, тип әйтә алам - был да тәртип күрһәткесе. Ике труппаның бергә эшләнгән проекттары "татыулыҡ урынлаштырыу" кәрәклегенән түгел, ә художество яғынан уңайлыҡ тыуҙырыу. Тамашасыға бындай спектакль дә оҡшай. М.Буранғоловтоң "Башҡорт туйы", З.Биишеваның "Кәмһетелгәндәр", Г.Белых, Л.Пантелеевтың "Республика Шкид", М.Кәримдең "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Беҙҙең өйҙөң йәме" - шундай спектаклдәр. Беҙҙең театрҙа йырсы актерҙар күп. Уларҙың шәхси концерттарына ла сәхнә бүләбеҙ. Миҫалға, һуңғы йылдарҙа уҙған Гөлшат Ғайсинаның "Күперҙәр", Венер Камаловтың "Кем һин?", Гөлсөм Бикбулатованың "Мин һөйөүҙән яралғанмын" концерт программаларын әйтеп үтергә мөмкин. Бынан тыш, "Байыҡ", "Йөрәк һүҙе" кеүек телевизион бәйгеләрҙә ҡатнашҡан, фильмдарҙа төшкән актерҙарыбыҙҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмайбыҙ. Ижад кешеләренә театрҙан тыш уңайлы мөхит тыуҙырырға тырышабыҙ.
Театрҙа шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлшат Ғайсина һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Людмила Воротниковалар етәкселегендә ике балалар театр студияһы эшләп килә. Киләсәктә унда тәрбиәләнеүселәр араһынан йәш артистар үҫеп сығып, театрыбыҙға эшкә килеүселәр булыр, тип өмөтләнәбеҙ.
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында әлеге мәлдә театрыбыҙ өсөн махсус курс белем ала. Улар тәүге йылдан уҡ театр тормошонда әүҙем ҡатнаша, спектаклдәрҙә уйнағандары ла байтаҡ. Илай-илай ҡараған һуңғы спектаклегеҙ? - Һәр премьераны күңел тетрәнеүе менән көтөп алам. Яңы сәхнә әҫәре өсөн, артистарыбыҙҙың төрлө яҡлап үҫеүе өсөн шатланам. Сөнки спектаклде сәхнәгә сығарыу - барыбыҙҙың дөйөм хеҙмәте, ижады. Ул процеста бөтә театр ҡатнаша. Битараф ҡалып булмай. Илатҡан да, йыуатҡан да, моңайтҡан да, көлдөргән дә - мөғжизәле театр.

Бөгөн театр ниндәй сәхнә әҫәрҙәренә ҡытлыҡ кисерә тип иҫәпләйһегеҙ?

- Бөгөн төрлө техник технологик процестар үҫешкән осор. Тиҙҙән донъяны яһалма интеллект яулап аласаҡ, тиҙәр хатта. Шулай тиеүгә ҡарамаҫтан, халыҡ театрға, тамашаларға мәңге хыянат итмәҫ тип ышанам. Сәхнәләрҙә йәш тамашасы өсөн сифатлы, тәрән мәғәнәле, заман менән бәйле лә, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс интерактив, шулай уҡ халҡыбыҙҙың тарихын, боронғоһон сағылдырған бай йөкмәткеле, халыҡ-ара кимәлдә аңлашылырлыҡ тамашаларҙы ла күрергә яҙһын. Ысынлап та, сәнғәтте театрһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Күңелдәрҙе сафландырыусы, йәштәргә көс-дәрт, илһам биреүсе донъя ул!

Әмир ҒҮМӘРОВ һорауҙар бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru