«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Был көндәрҙә ҡала халҡы ла, ауылдыҡылар ҙа үҙҙәренең шәхси баҡсаһында эш башларға әҙерләнә. Баҡсағыҙҙан алған уңыш ниндәй дәрәжәлә матди хәлегеҙҙе еңеләйтә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

АХМАҠ ТАУЫҠ
+  - 

Бер аҙбарҙың ҡыйығы аҫтындағы кетәктә күп кенә тауыҡтар ғүмер иткән. Тығыҙ булһа ла, улар яҡшы йәшәгән. Хужалары уларҙы иң яҡшы ем менән туҡландырған. Ә тауыҡтар тырышып көн дә йомортҡа һалғандар. Тауыҡтар ҙа, хужа ла бик ҡәнәғәт булған. Бәләкәй кетәктең тарыраҡ булыуы ла ҡамасауламаған, киреһенсә, яҡшы булған. Сөнки һыуыҡ көндәрҙә тауыҡтар бер-береһенә һыйынышып ултырып йылынғандар.
Әммә улар араһындағы өлтөклө тауыҡҡа ғына бындай тормош оҡшамаған. Ул үҙен бар тауыҡтар араһында иң яҡшыһы, тип уйлаған һәм ошо алйот тауыҡтарһыҙ киң кетәктә бер үҙе генә айырым йәшәргә хыялланған. Емде лә бер кем менән дә уртаҡлашырға теләмәгән.
Бер саҡ өлтөк тауыҡтың башында бер план тыуа. Бына ул хужаһының ҡала баҙарына сығып китеүен көтөп ала һәм ҡойма ярығы аша йылт итеп сыға ла, урманға табан елдерә. Урманда төлкөнөң өңөн эҙләп таба ла, уның ҡайтҡанын көтөп ултыра. Өңө алдында ултырған тауыҡты күреп, төлкө хайран ҡала:
- Һин аҡылдан яҙғанһыңмы, әллә йәшәүҙән ялҡтыңмы? Мин хәҙер һине ашайым бит!
- Минең һиңә бынан да яҡшы тәҡдимем бар, - тип яуаплай тауыҡ.
Ул нисек итеп әхирәт тауыҡтарынан ҡотолорға теләгәнен төлкөгә һөйләп бирә һәм уға кетәккә инергә ярҙам итергә әҙерлеген белдерә. Тауыҡ ҡорған план буйынса, төндәрен төлкө тауыҡтарҙы берәмләп урлаясаҡ, ә өлтөклө тауыҡҡа теймәйәсәк. Һәр кем үҙ файҙаһын аласаҡ - өлтөклө тауыҡ йырлап - гөрләп бер үҙе киң кетәктә йәшәйәсәк, ә төлкө туҡ буласаҡ!
Ошо мәл төлкөнөң өңөнән ике ерән морон күренә. Үҫмер төлкө балаларына был икәүҙең әңгәмәһен тыңлау бик тә ҡыҙыҡ була, күрәһең. Әсәләре уларға асыуланып ыҫылдағас, тегеләр шундуҡ өңдәренә инеп юҡ була... Төлкө әҙерәк уйланып тора ла, тауыҡтың тәҡдименә ризалыҡ бирә.
Эттәр өрөүҙән туҡтап, бөтә тирә-яҡ һил булып, ауыл тәрән йоҡоға талған төндә төлкө шым ғына кетәккә яҡынлай. Уның килгәнен көтөп ултырған өлтөклө тауыҡ ипләп кенә кетәктән һикереп төшә лә, бәләкәй тәҙрә эргәһенә осоп менеп, тәпәйе менән келәне шылдыра. Тәҙрә асылыу менән төлкө эскә үтеп инә.
Оҫта һәм хәйләкәр һунарсы, төнәктән уянып өлгөрмәгән йоҡоло ике тауыҡты эләктереп ала ла муйындарына йәбешә. Табышын тәҙрә аша ташлап, арттарынан үҙе һикерә. Ҡапҡа артында уҡ башланған иген баҫыуының ситендә уны ике балаһы көтә. Улар бер тауыҡты эләктерә һалалар ҙа урманға ҡарай сабалар. Икенсе тауыҡты тешләп алған әсәләре лә улар артынан төшә. Аҡ сәскәләргә күмелгән бер ҡалҡыулыҡта туҡтап, тәмле табын ҡоралар...
Икенсе төндә лә шул уҡ хәл ҡабатлана. Һәр төн һайын төлкө яйлап тауыҡтарҙы урманға ташый...
Хужа тауыҡтарының юғалғанын һиҙеп ҡала. Тик ул бурҙың нисек итеп аҙбарға ингәнен бер нисек тә аңлай алмай. Йоҙаҡҡа бикләнгән ишек онталмаған! Бер нисә төн рәттән мылтыҡ тотоп, бурҙы һағалап та ҡарай. Төлкө уны әллә ҡайҙан һиҙеп алып, йоҡо менән көрәшкән хужаның арып, өшөп, йәһәтерәк йылы юрғаны аҫтына-матур төштәрен күрергә, тип, ашығып инеп киткәнен сабыр ғына көтә. Шунан йәшеренгән еренән сыға һәм тотолмайынса, көндәлек эшенә әүерелгән урлыҡты төн һайын дауам итә.
Төлкө, шулай итеп, кетәктәге тауыҡтарҙы ташып бөтә яҙа. Бына төн ауа, ул тағы килә. Өлтөклө тауыҡ уға тағы тәҙрәне аса. Төлкө һуңғы тауыҡты тотоп, муйынын боғаҙлай ҙа, ҡапыл бер һикереүҙә өлтөклө тауыҡ алдына килеп баҫа. Ҡанға буялған һәм тауыҡ йөндәре йәбешкән моронон яҡынайтып, яғымлы һәм йомшаҡ ҡына итеп мырылдап, былай, ти:
- Ә хәҙер сират һиңә етте, аңра ҡош!
Тауыҡ ҡытҡылдап, ғауға күтәрә:
- Һин миңә теймәҫкә һүҙ бирҙең бит! Был бит беҙҙең килешеү ине лә һуң!
Шау-шыуҙы ишетеп, мылтығын алға тоҫҡап, өй хужаһы килеп сыға. Асыҡ тәҙрәне күреп, бик аптырай. Шым ғына яҡын килеп, эстә барған ғауғаны тыңлай.
- Төлкө! Һин миңә әхирәт тә һуң! Беҙҙең килешеүҙе оноттоңмо әллә? Һиңә - бөтә тауыҡтар, ә миңә - бушап ҡалған киң тауыҡ ояһы! - тип сәрелдәй алйот тауыҡ.
- Һммм... Килешеү? Ниндәй килешеү? Тауыҡ менән минең арала ниндәй килешеү булыуы мөмкин? Һин дә мин ашаған тауыҡтар һымаҡ ахмаҡ икәнһең! - тип хахылдай төлкө.
Хужа эштең нимәлә икәнен шунда уҡ аңлап ҡала. Барған ғауғаға ҡыҫтырылып тормайынса, һөйләнә-һөйләнә, өйөнә таба атлай: "Хәйләкәрлегең, мәкерлегең, алдаҡсылығың һәм яуыз уйың өсөн һиңә шул кәрәк!"
Кем кешегә соҡор ҡаҙа, шул соҡорға үҙе төшә! Тормош шулай ҡоролған.
"Ахмаҡ үҙ ахмаҡлығы арҡаһында ҙур ауырлыҡтар кисерер", тиелә бит хәҙистәрҙә лә.

"Киске Өфө" гәзите, №15, 17 - 23 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.04.26 | Ҡаралған: 21

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru