«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
 
ЕҢГӘ БҮЛӘГЕ - ХАЗИНА, ТИҢҺЕҘ УНЫҢ БАҺАҺЫ!
+  - 


Учалы районы Ҡолош ауылы ағинәйҙәре район ағаинәйҙәрен үҙҙәренең мәҙәниәт йортона ошондай матур атамалы этнографик күргәҙмәгә саҡырҙы. Тема күптәрҙең күңеленә хуш килгәндер, райондың 13 ауылынан ҡатнашырға теләк белдерҙеләр.

Саҡырыу ташлау менән ауылда әҙерлек эштәре лә башланып китте. Бына ошондай мәлдәрҙә кү-ренә лә инде халыҡтың берҙәмлеге. Клуб мөдире, ауылдың килене Римма Сәғит ҡыҙы: "Ауылым халҡына ҙур рәхмәтлемен, ҡуш йоҙроҡтай бергә тупланып, һәр кем сараға үҙ өлөшөн индерҙе: кем бешеренде, кемдер кәрәкле әйберен ташыны, кем кәңәш-төңәшен еткерҙе. Беҙҙең Ҡолош халҡы һәр саҡ шулай ул!" - тине сикһеҙ бер ғорурлыҡ менән.
Билдәләнгән көнгә мәҙәниәт йорто килгән ҡунаҡтар, халыҡ менән шығрым тулды. Иркен генә фойела күргәҙмәгә килтерелгән еңгә бүләктәре урын алғас, донъя аллы-гөллө нурҙар менән балҡып китте, күҙҙәр ҡамашты. Сараны асып, килгән халыҡты сәләмләп, район башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәлиә Ишбай ҡыҙы, район мәҙәниәт бүлеге начальнигы урынбаҫары Юлиә Фаит ҡыҙы, район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Фәнүз Ғайнан улы, урындағы хакимиәт башлығы Жәмил Шайкамал улы, Өфөнән республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы - барыһы ла Ҙур һәм берҙәм ғаилә йылына арналып ойошторолған сараның әһәмиәтен, бөгөн бигерәк тә халыҡты берләштерер өсөн кәрәклеген ҙурлап баһаланы һәм район "Ағинәй" ойошмаһына, Ҡолош ауылы халҡына ҙур рәхмәттәрен еткерҙе.
Артабан килгән ҡунаҡтарға күргәҙмә менән танышыу, аралашыу мөмкинлеге бирелде. Сараның икенсе өлөшөндә бәйгелә ҡатнашыусы һәр кем үҙенең еңгә бүләктәре тураһында һөйләргә, күрһәтергә тейеш ине. Бына шунда башланды ла инде иң мауыҡтырғыс, иң ҡыҙыҡлы сығыштар. Һәр ҡатнашыусы залдағыларҙы тарих төпкөлдәренә алып инеп китте. Әлбиттә, бүләктәр төрлө, еңгәләрҙең матди хәленә ҡарап әҙерләнгән. Ҡотойҙан Баныу Ғәлләм ҡыҙы, мәҫәлән, һүҙен күкрәгенә тағып алған боронғо яғаны (селтәр, һаҡал) күрһәтеүҙән башланы. Әсәһе бала сағында үҙенең еңгәһенән алған икән был ҡәҙерле һәм зиннәтле бүләкте.
Ҡобағоштар иһә еңгә бүләктәрен барлап, борондан килгән бер йоланы ҡыҫҡа ғына итеп сәхнәләштереп күрһәтте. Ире үлеп ҡалған бәләкәй балалы киленен ҡәйнәһе 14 йәшлек тәнә-йенә (ҡәйнешенә) йәрәштерә. Етем ҡалған баланың үҙ яҡындары араһында атайлы булып үҫергә тейешлегенә баҫым яһап, ҡоҙағыйы алдында үҙ һүҙен һүҙ итә ҡәйнә кеше. Бар нәмәне алдан самалаған ҡәйнә килене таратасаҡ еңгә бүләктәрен дә хәстәрләп ҡуйған була. Уларҙың барыһын да күрһәтеп һөйләп, был ҡарарына килене менән ҡоҙағыйын ризалатып ҡуя.
Килмәктәрҙең бүләктәре араһында һуғылған йөҙөктәр иғтибарҙы йәлеп итте. Инде оло ғына йәштә булған Зөбәйҙә Ишбирҙина апайға атаһы, еңгә булып барғас, ҡыҙҙарыңа таратырһың тип, аҡсанан йөҙөктәр һуғып биргән була. Йәтеш кенә, ҡыҙҙар бармағына ярарлыҡ ҡына итеп һуғылған үҙҙәре. Ә бына ултырғыстарға йәйергә яраҡлы итеп йөндән һуҡтырылған баҙлап торған кескәй келәмдәрҙе иһә хәҙерге килендәр, еңгәләр әҙерләп килтерә икән улар яғында.
Әүешкүл ағинәйҙәре лә бай мәғлүмәт менән килгәйне. Һөйләүҙәренсә, ауылдарына килен булып килгән ҡыҙҙарҙың бер нисә һандығы булған икән. Еңгә бүләктәре шуларҙың береһендә тултырылған була. Римма апай Байрамғолова нисек еңгә күрергә барыуы, уларҙан алған көмөш йөҙөктәрҙе әле булһа кейеп йөрөүе тураһында һөйләне. Бер еңгәнән алған төрлө төҫлө туҡыманан буй ҡормыш итеп тегелгән түшелдеректе күрһәтеп, былай тине: "Туҡымаларҙы ошолай буй итеп һалыуҙың ғилләһе шунда: ул бүләк алыусының тормошо ыңғай барһын тигәнде аңлата". Ике элмәле итеп сигелгән янсыҡтарын күрһәтеп, уларҙың бәләкәс малайҙарға ла ҡурмас йә башҡа бер нәмә һалыу өсөн кәрәкле әйбер булыуын матур итеп еткерҙе. Ололарҙың янсығында иһә оҙон юлға сыҡҡанда кипкән ҡорото, тәсбихе ятҡанлығын Бөйҙө ауылы ағинәйҙәре өҫтәп ҡуйҙы
Көсөк-Маяҡтарҙың еңгә бүләктәре лә ифрат мул ине. Улар һөйләгәнсә, йәйге селләлә лә, ҡышҡы селләлә лә килен төшөрмәгәндәр, икенсе уңайлы мәлде һайлағандар. Килен һандығының өҫтөндә ҡыҙҙарына, тәнәйҙәренә әҙерләнгән айырым бүләкле ҡумта булған. Аҫылыраҡ бүләктәр иң яҡындарына тәғәйенләнгән. Мәҫәлән, ҙурыраҡ тәнәйҙәренә мәрйен ҡушып сигелгән ҡулъяулыҡ, ҡыҙҙарына тәғәйенләп көмөш йөҙөк бүләк иткәндәр. Күрше-тирә, ауыл балаларына суҡлы ығырмауҙар (үңербау) әҙерләнгән. Суҡлы бауҙарҙы "суҡташ" тип тә атағандар. Көсөк-Маяҡ ауылы музейында һаҡланған билбау - үҙе бер хазина. Уны 1940 йылдарҙа Фирҙәүес әбей эшләгән, ә ҡыҙы уны музейға бүләк иткән. Билбауҙың остары өсәргә бүленеп, һәр өлөшө суғына тиклем төҫлө йөн ептәр менән тығыҙ итеп уралған. "Хәҙер ҙә еңгәләр ошо суҡлы бауҙарҙы матур итеп ишеп, балаларға бүләк итеп әҙерләһә, ҡалай ҙа шәп булыр ине. Бигерәк тә ҡыҙҙар ҡул беләҙектәренә урап йөрөтөп ҡыуанырҙар ине", - тип тә өҫтәне ауыл ағинәйҙәре етәксеһе Гөлсирә Ғаҡил ҡыҙы.
Күргәҙмәгә килтерелгән әйберҙәр араһында ҡасандыр еңгәләренән алып, бөгөн һандыҡтарҙа ҡәҙерле ҡомартҡы булып ҡына һаҡланғандары ла күп ине. Ғәлиәхмәрҙәр 93 йәшлек Лиф һәм 85 йәшлек Ғилман бабайҙарының янсыҡтарын күрһәтте. Мәҫкәүҙәрҙә янсыҡ, ҡулъяулыҡ, алъяпҡыстар менән бергә, үҙҙәре әйткәнсә, инде бер быуаттан ашыу һаҡланған кейәү муҡсаһы ла бар ине. Ишмәкәй ағинәйе Райда апай ағаһы Мәүлит Ямалетдиновтың еңгәһенән алған тәүге бүләген күрһәтте. Был ҡысмауҙы (ҡысмау - сарыҡтың ҡуңысын аяҡ бөгәре тапҡырынан ике тапҡыр уратып бәйләп ҡуя торған ишелгән бау) яҙыусының әсәһе ҡомартҡы итеп һаҡлап тотҡан, ә Райда апай шуға оҡшатып, ҡысмауҙарҙы үҙе эшләй икән.
Күргәҙмәгә ҙур тырышлыҡ менән ихлас әҙерләнеп килгән Рәсүл, Ыҫтамғол, Һөйөндөк, Бөйҙө, Наурыз ағинәйҙәренең дә күрһәтере байтаҡ ине: ҡомартҡылар араһында янсыҡтар ҙа, еңгәләрен һыу башлатҡан ҡыҙҙарға биргән алъяпҡыстар ҙа, түшелдеректәр ҙә урын алған. Араларында сит-ситтәре матур итеп селтәрләп ҡайылған, еңгәнең саф тойғолары һеңгән ҡулъяулыҡтар бигерәк тә күҙҙең яуын алып тора. Наурыз ағинәйҙәре, булғас булһын типтер инде, ваҡытында еңгәнән алған " Чебурашка" исемле еҫле һабын төргәген дә, "Ландыш" исемле хушбуй шешәһен дә күргәҙмәгә ҡуйған.
Ваҡыт ҡатламы аҫтында ҡала барған ҡомартҡыларҙың саңын ҡаҡҡылап-һуҡҡылап өҫкә ҡалҡытыуҙың, һис һүҙһеҙ, файҙаһы ҙур булды. Беренсенән, ошо сарала ҡатнашырға теләүселәр төрлө эҙләнеү эштәре алып барған, ололарҙан һорашҡан, белешкән. Улар сараға йыйылыусыларға һандыҡтарҙа һаҡланғандың тарихын ишеттереп, ҡомартҡыларҙы тамаша ҡылыу мөмкинлеге бирҙе. Ҡыҙыңа ете булғанда, ете төйөнсөгөң булһын, тигәнде белеп тә әйткән шул инде халҡыбыҙ. Икенсенән, инде телдән төшөп ҡала барған ығырмау, кейәү муҡсаһы, ҡысмау, суҡташ тигәндәренең нимә аңлатҡанын белдек. Янсыҡтарҙың тәү тәғәйенләнешен дә асыҡланыҡ. Баҡтиһәң, күп-тәр аңлағанса, тәмәке һалып йөрөү өсөн түгел, оҙон юлға сыҡҡанда дарыу үләндәре, ҡорот кеүек ризыҡтар, башҡа ваҡ-төйәк кәрәген һалып йөрөтөр булғандар икән был янсыҡтарға боронғо ата-бабалар. Әйткәндәй, мин үҙем һандыҡтарҙан сыҡҡан янсыҡтарҙың сигеүенә иғтибар иттем. Ауылдарҙың сигеү алымы бер төрлө генә түгел ине. Төбәгенә ҡарап, сигеп биҙәк һалыу алымы, тимәк, айырылып торғанлығына тағы бер инандым. Иң мөһиме, иҫ киткес матур йолабыҙҙы тамаша ҡылдыҡ, халҡыбыҙҙың аҫыл мәҙәни мираҫы менән һоҡландыҡ!

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 3 - 9 апрель 2026 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.26 | Ҡаралған: 35

Киске Өфө
 

Һин нимә менән генә шөғөлләнһәң дә, ҡыйыулыҡ кәрәк. Сөнки һин нимә генә эшләмә, алға барыу өсөн ниндәй генә юлды һайлама, "Һин яңылышаһың" тип әйтә торған кеше барыбер осраясаҡ. Ауырлыҡтар булып тора, шуға ла һайлаған юлыңды тәнҡитләүсе менән тиҙ генә килешеүең дә бар. Үҙ маҡсатыңды булдырып, уға табан ныҡышмалы барыу өсөн дә ҡыйыулыҡ талап ителә. Донъяла күп еңеүҙәргә урын бар һәм ул еңеүҙәр һинең ҡыйыу эш итеүеңде көтә.

Ральф Эмерсон.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru